DataLife Engine > Хоҡуҡ > Һуңғы сик

Һуңғы сик


9-07-2010, 13:34. Разместил: Ilsur
Һуңғы сик Сер түгел, беҙҙең илдә аҡсаң булһа күп нәмәне һатып алып була: балалар баҡсаһында сабыйығыҙға урын, дауаханала яҡшы палата, «ҙур аҡса»лы эш урынын, юғары уҡыу урынына инер өсөн ярҙам, депутат мандатын, хатта әҙәм йәнен ҡыйыусылар кәрәкле кешеләргә етерлек аҡса биреп иректә тороп ҡала ала.
Ришүәт алыу, ришүәт биреү - Рәсәйҙә киң таралған ғәҙәти хәл.
Ошо ғәҙәтте яҡшы үҙләштергән әҙәмдәр бер ниндәй сик алдында туҡтап тормай, улар өсөн иман да, хоҡуҡ та, намыҫ та юҡ.


Баймаҡ ҡалаһында кәрәк кешеләрҙе майлап, юлын табып, әзербайжандар «Баймаҡ-ит» ойошмаһына хужа булып алғандар. Баймаҡ районы, күрше райондар буйлап йөрөп халыҡты төрлөсә алдап, ҡайһы саҡ ҡурҡытып, ит йыйып, шуны баҙарҙарҙа һата. Барыһы ла йөрөгән сит ил машиналарына, йәшәгән ҡупшы йорттарына ҡарағанда, бик етеш кенә йәшәп яталар әзербайжандар.
Ә ябай ауыл кешеһе, күп көс түгеп аҫраған хәләл малының тейешле файҙаһын күрмәй, ошо әҙәмдәрҙән күрәләтә алданып, кәмһетелеп тороп ҡала.
Әйтергә кәрәк, үҙҙәренең хәленә ышанып, ерле халыҡ менән бәхәс-фәлән ҡупҡан ерҙә был ҡунаҡтар: «Беҙҙең менән тартышып маташмағыҙ, түрәләрегеҙ, милицияларығыҙ һатып алынған. Беҙгә бер ни зыян булмай…», - тип маһайып янайҙар. Быныһына ышанмай ҙа булмай, сөнки нисек сит илдән килеп, прописка, башҡа төрлө документтарһыҙ-ниһеҙ ит комбинаты хәтлем ойошмаға хужа булмаҡ кәрәк?!
Ошоға бәйле һүҙ ыңғайы ғәҙел һорау тыуа: ә ни өсөн «Баймаҡ-ит» ойошмаһына үҙебеҙҙең милләттәштәр хужа түгел? Әллә беҙҙең арала эшлекле, уңған кешеләр юҡмы? Бар! Тик ҡайһы бер түрәләребеҙ аҡса күреү менән «Милләтем» тигән төшөнсәне онота - кәҫәһе ҡалынайһа, булды. Ошо уҡ рәүештә Баймаҡ районы Әмин ауылы янындағы битләү ташы сыҡҡан карьер Магнитогорск ҡалаһының эшҡыуарҙарына бирелде; Темәс ауылынында үҙәге булған ун икеләгән бүлексәле миллионер «Һәүәнәк» совхозы тарҡатылып һатылып бөттө (был ҡара эште лә хакимиәт ситтән килгән курд, унан әрмән кешеләренә совхозды биреп эшләтте); Темәс ауылында килемле, яҡшы эшләп килгән бәләкәй һөт заводы Магнитогорск кешеһенә ҡуртымға бирелде, уныһы иһә бер кис, йыһаз-ҡорамалын тейәп, юҡҡа сыҡты, завод туҡтаны. Һәм бындай миҫалдар етерлек.
Килмешәктәр бер ит менән генә кәсеп итеп ҡалмай: суррогат араҡы, спирт килтереп һатыуға тараталар, сей таҡтанан диван-креслолар эшләп һата; таҡталары кибеү менән ул әйберҙәр боҙола башлай. Юл йөрөгәндәрендә ҡайҙа нимә ҡыйыш ятҡанын күрәләр, шуны үҙ файҙаһына сығаралар.
Ошо ғәҙәттәре буйынса әзербайжандар йәйге көндәрҙең береһендә Баймаҡ ҡалаһында мосолман егеттәренең милке булған бинаны һүтеп, швеллерҙарын алып китмәксе була. Милицияға уғрылыҡ хаҡында ғариза яҙыла. Быға ҡарамаҫтан, әзербайжандар «Бина беҙҙеке» тип ныҡышыуын дауам итәләр.
25-27 июнь көнө Урал аръяғы мосолмандары Ирәндек тауы итәгендә Мусабакаға йыйыла. Был йыл һайын үтеп килгән матур бер байрам. Мосолмандар хәләл аҡсаларына ойоштороп, ғаиләләре, туғандары менән йыйылышып, бергә намаҙ тороп, әңгәмәләшеп-кәңәшләшеп, төрлө уйындар уйнап, ярышып, өйләнмәгән ҡәрҙәштәрен таныштырып, никахлаштырып үткәрә сараны.
Ошо ваҡытта, егеттәрҙең ҡалала булмауы менән файҙаланып, юғарыла телгә алынған бинаның тимер-бетон плиталарын урлап китәләр.
Уғрылыҡ асыҡланғас, өс егет әзербайжандарға бара. «Баймаҡ-ит»тең йортона инеп үтеүҙәре була, тимер ҡапҡалар ябыла. Һәм һөйләшеү урынына унлаған әзербайжан егеттәребеҙҙе таяҡтар менән туҡмай…
Бөтәһенән дә бигерәк Башҡортостаныбыҙ мосолмандары араһында ихтирам яулаған ете бала атаһы, үткән Беренсе башҡорт йәштәренең ҡоролтайында әүҙем ҡатнашыусы ҡәрҙәшебеҙ Нурмөхәмәт Бикбирҙин ныҡ йәрәхәтләнә. Уң ҡулын һындыралар. Әлеге көндә Нурмөхәмәт Өфөлә республика дауаханаһында.
Осраҡлымы был хәл? Юҡ.
Урал аръяғында нығынып, көс алып, ҙурайып барған мосолман өммәте юғарыла төрлө урындарҙа ултырған ағайҙарыбыҙға оҡшамай. Оҡшамаҫ та шул, сөнки мосолмандарға аҡса төртөп, яҙыҡ эштәргә күҙҙәрен яптырып булмай. Улар тик Аллаһ ҡушҡан буйынса йәшәй, күп кенә башҡа милләттәштәребеҙ ише илебеҙ яҙмышына битараф түгел. Улар бөгөн – алдаҡсылыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа, ришүәтселеккә тамам батҡан бәндәләр алдындағы иң һуңғы сик… Тимәк, абруйлы юлбашсыларҙы нисек тә булһа провокацион юлдар менән халыҡтан айырыу кәрәк.

…. Был хәл-ваҡиғалар хаҡында ишетеү менән Баймаҡ ҡалаһына төрлө тарафтарҙан милләттәштәребеҙ ағыла. 1 июль көнө, иртә менән, район хакимиәте алдына 250-ләгән кеше килеп баҫа. Митингҡа йыйылыусылар районыбыҙҙағы шашҡан мигранттарҙы үҙ илдәренә оҙатыуҙы, башҡорт егеттәрен туҡмауҙа ғәйеплеләрҙе асыҡлап, хоҡуҡ ҡушҡанса язалауҙы талап итә.
Егеттәребеҙҙең аҡыллы булыуына, әзербайжандарҙы дошман күреп ябай һуғышыу башламағандарына, төплө эш итеүҙәренә бер аҙ ваҡыт үткәс ихтирамым артты. Был хәлдең милләтебеҙҙең дошмандары тарафынан яҡшы уйланылған провокация икәнлегенә шөбһә ҡалманы.
Әгәр йыйылған егеттәр әзербайжандарҙы туҡмаһа, үҙәк киң мәғлүмәт сараларында оло ғауға ҡубыр ине. Республикабыҙға үҙәктең һуңғы аҙна-ун көн эсендәге баҫымын, «мәғлүмәти һуғыш»ты көсәйтеүен иҫәпкә алғанда, был ғауға утҡа кәрәсин өҫтәүгә тиң.
Алтынсы июльдан Башҡортостаныбыҙҙа планлаштырылған террорсыларға ҡаршы күнекмә-уҡыуҙар башланды. Сценарий буйынса, Сибай ҡалаһының һауа портында яҡшы ҡоралланған 2-4 кеше 19 пассажиры булған самолетты ҡулға алып, кисекмәҫтән Өфөгә осоуҙы талап итәләр…
Күнекмәләрҙә Башҡортостандың ФСБ управлениеһы, республикабыҙҙың МВД, МЧС, ГУФСИН, Наркоконтроль, Эске хәрби көстәр, шулай уҡ Рәсәйҙән бөтә алдынғы террорсыларға ҡаршы ФСБ төркөмдәре ҡатнаша.
Уйланырға урын бар. Ябай уғрылыҡ арҡаһында ҡупҡан сыуылыштан киң масштаблы террорсыларға ҡаршы реаль операция башланып китә яҙыуына шик ҡалмай.

Илсур ИРНАЗАРОВ,
Баймаҡ районы Темәс ауылы.

Вернуться назад