DataLife Engine > Хоҡуҡ > Халыҡты халыҡ иткән – ер һәм тел
Халыҡты халыҡ иткән – ер һәм тел8-07-2010, 18:02. Разместил: Ilsur |
|
Әле генә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Башҡортом, илем, телем тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ Ер шарының төрлө мөйөштәренән гүзәл төбәккә – Башҡортостаныбыҙға, баш ҡалабыҙға оло ҡорға йыйылды. Бөгөнгө заманда башҡортто борсоған иң көнүҙәк проблемалар уртаға һалып тикшерелде, уларҙан сығыу юлдары билдәләнде.
Унда беҙҙең райондан бөтәһе 23 делегат ҡатнашты. Ошо көндәрҙә беҙ ҡоролтай делегаттары – Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Х.Х. Сөләймәнов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров, үҙәк ҡала дауаханаһы врачы Л.Т. Ғайсина, Темәс ауылынан «Баймаҡ урманы» ДУП-ының сауҙа һәм тәьминәт буйынса менеджеры Р.М. Арсланов, 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Ә. Сирбаева, 3-сө мәктәптең математика уҡытыусыһы Ф.М. Мырҙабаеваны «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ. –Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө һөйләшеүҙе ҡоролтай эшенән алған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашыуҙан башлайыҡ. Хәлит Хәмзә улы, тәүге һорауҙы һеҙгә бирмәксемен. Һеҙ быға тиклем үткән II Ҡоролтай делегаты булараҡ, быйылғы Ҡоролтайҙың айырмалы яҡтары тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ? Дөйөм алғанда, йыйындың эстәлеге лә бик көслө булды, алға ҡуйылған бурыстар үтәлеренә ышанам, III Ҡоролтайҙы ҡыйыу һәм ышаныслы шарттарҙа үтте, тип әйтә алам һәм сираттағы ҡоролтайҙы артыҡ һуҙмайынса үткәреү беҙҙең проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп барырға булышлыҡ итәсәк. Рәсүл Миңлеғол улы: Мин дә һеҙҙең менән килешәм. Ҡабул ителгән резолюциялар яғынан ҡарағанда, үткән Ҡоролтайҙар республикала йәшәгән халыҡтың дөйөм бер йыйыны һымаҡ тойолғайны. Был юлы сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры алып барыуы, унда тик башҡорт мәсьәләһе генә күтәрелеүе оҡшаны миңә. Шулай уҡ әлеге көндә беҙҙең өсөн бик мөһим мәсьәлә күтәрелде – ул да булһа, федерализмды һаҡлап ҡалыу. Сөнки Әхмәтзәки Вәлиди булышлығы менән Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән федератив ҡоролоштоң юҡҡа сыға барыуы беҙҙең бәкәлгә һуғасағы көн кеүек асыҡ. Милли республикалар, хатта өлкәләр Мәскәү алып барған сәйәсәт менән тулыһынса риза түгел. Шулай уҡ Йәштәр ҡоролтайының параллель рәүештә барыуы ла бик урынлы булды. Лайыҡлы алмаш үҫеп килгәнен, уларҙың үҙ артынан эйәртерлек лидерҙары барлығын күреү ҡыуаныслы. Хәлит Хәмзә улы дөрөҫ әйтте: IV Ҡоролтайҙы һуҙмай, халыҡ йоҡоға китмәҫ элек, аныҡ пландар ҡуйып һәм уларҙы билдәле ваҡытта тормошҡа ашырыу фарыз. Шулай уҡ йыйындың киң географиялы булыуы ла һәйбәт. Алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән, БДБ илдәренән килгән башҡорттар менән танышыу-аралашыу ҙа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. –Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 1 миллион 670 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уның 60 меңдән ашыуы сит илдәрҙә көн күрә. Был беҙҙең аҙ һанлы түгел, ә, киреһенсә, күп һанлы милләт булыуыбыҙ тураһында һөйләй. Халыҡтың үҫеше уның белеме һәм этник үҙаңы, туған телен, тарихын, мәҙәниәтен белеү кимәленә лә бәйле. Айгөл Әнүәр ҡыҙы, киләһе һорауым һеҙгә. Һеҙ «Күп милләтле дәүләт шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалары һәм перспективалары» тигән секцияла ҡатнашҡанһығыҙ. Унда ниндәй мәсьәләләр күтәрелде? Шулай уҡ башҡорт мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларының абруйын күтәреү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Шундай мәктәптәрҙе тамамлап, артабан юғары белем алып, абруйлы етәксе, хөрмәтле ғалим булып киткән милләттәштәребеҙ менән йөкмәткеле теле-, радиотапшырыуҙар күберәк ойошторолһа, был йәш быуын өсөн фәһем алырлыҡ өлгө булыр ине. Ә ундай шәхестәребеҙ аҙ түгел, мәҫәлән, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БДУ ректоры Әхәт Мостафин, философия фәндәре докторы, профессор Самат Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, профессор Рәшит Дәүләтшин, математика фәндәре докторы, профессор Йыһаннур Фазуллин, Әбйәлил муниципаль район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һ.б. районыбыҙҙың Ҡолсора мәктәбен тамамлаған. Ошонан сығып, балаларҙы башҡорт мәктәбенә, башҡорт синыфына бирергә кәрәк, тип әйткем килә. –Әлеге көндә был юҫыҡта районда хәлдәр нисегерәк һуң? Айгөл Әнүәр ҡыҙы: Бөгөнгә Баймаҡ районында 42 саф башҡорт мәктәбе иҫәпләнә. Ҡала мәктәптәрендә уҡытыу ике телдә – рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла. Һәр мәктәптә рус синыфтары менән йәнәшә башҡорт синыфтары ла бар. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт синыфтарында абруйлы, тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Ата-әсәләр балаларын башҡорт синыфтарына теләп бирә. Уларҙа белем алған уҡыусылар рус синыфтарында уҡығандар менән сағыштырғанда һәр яҡлап өҫтөн тора, тип әйтергә мөмкин. Уҡыуға тырыштар, һәр эштә уңғандар, өлгөрҙәр, иң мөһиме, әҙәплеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы дүрт йылда беҙҙең мәктәптең башҡорт класын тамамлаусыларҙың бөтәһе лә юғары уҡыу йортона инде. Мәҫәлән, 4-се мәктәптә быйылғы сығарылыштың башҡорт синыфын 14 уҡыусы тамамланы, уларҙың барыһы ла «4»-ле, «5»-ле билдәләренә генә уҡыны, 2 уҡыусы республика, 1 уҡыусы төбәк олимпиада призеры. Шуға ла беҙҙә генә түгел, ә республикала башҡорт телендә уҡытыуҙы яйға һалырға кәрәк, тип уйлайым. Фәриҙә Мөжәүир ҡыҙы: Был тәңгәлдә, башҡорттар күп йәшәгән төбәк булараҡ, беҙҙә проблемалар юҡ кеүек. Шулай ҙа алып ҡарайыҡ: берҙәм дәүләт имтиханы рус теленән мәжбүри. Ә башҡорт теленән БДИ яҡын киләсәктә хәл ителерме икән? Айгөл Әнүәр ҡыҙы: Резолюция ҡабул иткәндә, уға башҡорт теле статусын күтәрергә һәм төбәктә Берҙәм дәүләт имтиханында рус теле менән тиңләргә, тигән пункт индерелде. Шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, бөтә уҡыу йорттарында ла уҡыу программаһына индерергә, тигән тәҡдим булды. Секция эшендә БДУ ректоры Ә.Мостафин әйтеп үтте: элегерәк аграр университетта, шулай уҡ медицина университетында башҡорт теле уҡытылған. Хәҙер ҙә ошоно ҡабат тергеҙеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. –Беҙ башҡорт синыфы, рус синыфы тип бүлеп ҡараһаҡ та, уҡыу күберәк рус телендә бара, дәреслектәр рус телендә, бары тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте сәғәттәре генә күберәк. Баланың мейеһе һәр төшөнсәне рус телендә һеңдерә, теле сыбарлана… Фәриҙә Мөжәүир ҡыҙы: Һәр бер предмет башҡорт телендә уҡытылһа, һәйбәт булыр ине. Элек беҙ юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә имтиханды башҡорт телендә бирҙек. Ниндәй телдә бирергә икәнлеген үҙебеҙ һайлай ала инек. Хәҙер инде бары тик БДИ һөҙөмтәләре менән уҡырға инәһең... Айгөл Әнүәр ҡыҙы: Был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр булды, моғайын, ыңғай хәл ителер. Айгөл Әнүәр ҡыҙы: Киләсәктә БДУ-ла башҡорт-француз, башҡорт-немец һ.б. бүлектәр асырға уйлайҙар. Хәлит Хәмзә улы: Был тема буйынса күп һөйләргә була. Теле юғалһа, халыҡ юғала, тигән һүҙ. Хәҙерге көндә Ҡоролтай эшен урындарҙа дауам итергә кәрәк. Бына, мәҫәлән, ҡаланың 2-се мәктәбен беҙ рус мәктәбе, тип һанап маташабыҙ. Был улай түгел. Белеүегеҙсә, тәүге йыйылған башҡорт синыфы бар яҡтан да өлгөлө булды, яҡшы уҡып бөттө һәм 100 проценты менән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Балалар рухлы булып үҫте һәм ата-әсәләр һаман да ҡыуанышып йөрөйҙәр. Икенсе момент: үҙебеҙҙә милли балалар баҡсаһы астыҡ. «Айыуҡай»ҙы. Ул асылғанға тиклем шунда йөрөгән рус балалары ла баҡсала ҡалды, уларҙың ата-әсәләре лә балалар башҡортса өйрәнһен, тигән теләк белдергәйне. Әле был эш туҡтап ҡалды. Шулай уҡ башҡорт милли мәктәбе эшләй башланы, унда Ҡурай музейы асылды. Унда хәлдәр нисек һуң хәҙер? Башланған эш туҡталып ҡалмаһын ине. Быларҙың барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Рәсүл Миңлеғол улы: Ысынлап та, нимәгә генә тотонмайыҡ, Ҡоролтай резолюцияһына таянып эшләй алабыҙ. Ул беҙгә шул хәтлем күп вәкәләттәр бирә, файҙалана ғына бел. Милләтебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы ваҡытында ҡулланып ҡалайыҡ. Хәлит Хәмзә улы: Ҡоролтай алды программамда, мәҫәлән, башҡортса сәләмләшеү тураһында әйткәйнем. Киләсәктә башҡортса сәләмләшеүҙе мотлаҡ итеп алайыҡ, тигән тәҡдим бар ине. Әле миңә эш буйынса күп киләләр, башҡорт икәнлектәре күренеп тора, юҡ инде, русса һөйләшеп маташалар. «Һаумыһығыҙ, нишләп башҡортса һаулыҡ һорашмайһығыҙ?» – тиһәң, аптырап китәләр. Күптәре хәҙер өйрәнеп бара. Тимәк, һәр нәмә үҙебеҙҙән тора, ошо юҫыҡта даими эш алып барырға кәрәк. Фәриҙә Мөжәүир ҡыҙы: Башҡорт синыфтары нишләп яҡшы уҡый һуң? Сөнки улар бер ыңғайҙан, кәм тигәндә, өс телде үҙләштерә, шунлыҡтан уларҙы башҡаларҙан айырылып тора тиергә була. Әлеге көндә йәштәр бик рухлы, белемгә ынтыла, бына ошоларҙы иҫәпкә алып та эшләргә кәрәк беҙгә. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы: Ысынлап та, хәҙер йәштәр рухлы, улай ғына ла түгел, улар бик әүҙем. Бына әле яңыраҡ ҡына Өфөлә Башҡорт медицина йәштәренең ассоциацияһын булдырғандар. Саф башҡорт телендә ҡабул итеүҙәр алып барыу, шулай уҡ аудитория алдында матур итеп сығыш яһау өсөн телде өйрәнәләр, медицина терминдарын башҡортсаға, йәғни ябай халыҡҡа аңлашырлыҡ итеп әйләндереп, артабан киләсәктә үҙҙәренең эшендә ҡулланмаҡсылар, киң мәғлүмәт саралары аша сығыш яһамаҡсылар. Бына ошо аспектты әйтеп үткем килде, сөнки был әлеге көндә бик мөһим мәсьәлә. Мәҫәлән, пациенттар беҙгә мөрәжәғәт итә, улар аңлаймы-юҡмы, беҙ күберәк русса, медицина терминдары менән һөйләйбеҙ, кешенең бөтөнләй бер нәмә лә аңламай ҡайтып киткән осраҡтары бар. Яңыраҡ медицина буйынса русса-башҡортса һүҙлек донъя күрҙе, был да эште күпкә еңеләйтәсәк. Ләйсән Тәлғәт ҡыҙы: Был беҙҙә өлгөрөп еткән мәсьәлә инде ул. Мәҫәлән, күрше Татарстан Республикаһында пациенттарҙы ҡабул иткәндә һөйләшеү татар телендә бара. Телде белмәйһең икән, икенсе ерҙән эш эҙләйһең. Тимәк, унда эшләргә теләгән кеше мотлаҡ телде өйрәнә. Был закон менән нығытылған. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы: Беҙ күпме генә тел мәсьәләһен күтәрмәйек, халыҡтың сәләмәтлек торошон яҡшыртмайынса тороп, милләттең киләсәге тураһында һүҙ йөрөтөп булмай. –Һеҙ хаҡлы, әлбиттә. «БР халҡының сәләмәтлек торошо» секцияһында ҡатнашҡан делегат булараҡ, был тәңгәлдә милләтебеҙгә ҡурҡыныс менән янаған проблемалар ниндәй? Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы буйынса махсуслашҡан врачтар 50-гә яҡын йүнәлештә эшләһә, ир-егеттәр өсөн махсус врачтар юҡ кимәлендә. Андрология өлкәһе беҙҙә үҫешмәгән, күп дауаханаларҙа андрологтар юҡ. Тимәк, беҙҙә ир-егеттәр һаулығы яҡшылап ҡайғыртылмай. Башҡортто арттырабыҙ, демографик хәлде яҡшыртабыҙ, тигән маҡсат ҡуябыҙ икән, иң тәүҙә ир-егеттәрҙең һаулығы кимәлен яҡшыртырға, дөйөмләштереп әйткәндә, генофондты һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ. Секцияла әйтеп үтелеүенсә, халыҡтың һаулығы яҡшыра бара, үҫеш һиҙелә. Тыуым арта, балалар үлеме кәмей, быйыл Башҡортостанда был күрһәткес Европа кимәленә тиңләшкән. Тыуыу тураһында сертификат биреү, бушлай диспансеризациялау буйынса эш дауам итә. Эскелек мәсьәләһе буйынса дискуссия бик йәнле барҙы. Эсеү кәмемәй, ә арта бара. Иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү, контролде көсәйтеү, көмөшкә ҡыуыуҙы тамырынан бөтөрөү, айыҡ тормошто пропагандалау һөҙөмтәле булыр ине. Һәр ауылда, һәр предприятие-ойошмала эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу зарур. Наркомания ла сәскә ата: һуңғы осорҙа наркомандар һаны ҡырҡа артып китте. Эскелек, наркомания килтергән бәлә-ҡазаны һанап бөтәһе түгел: ғаиләләр тарҡала йә ҡоролмай, балалар михнәт күрә, бөлгөнлөккә төшөлә һ.б. Төрлө тропик ауырыуҙар ҙа күбәйә. Әле хатта малярия ауырыуы таралыу ихтималлығы ла бар. –Беҙҙең районда онкологик сирҙәр йыш осрай. Был нимә менән бәйле? Миңлеғәле Ғүмәров: Был мәсьәләгә килгәндә беҙҙә онкологик ауырыуҙарҙы үтә йыш осрай, тип әйтеп булмай. Әлеге көндә беренсе урында йөрәк-тамыр ауырыуҙары, икенсе урында – төрлө йәрәхәттәр, унан ҡала яман шеш ауырыуҙары килә. Яман шеш ауырыуҙары күберәк тура эсәктә, шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙарҙа – күкрәк биҙҙәрендә йыш осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙең районды алғанда, онкологик сирҙәрҙе һуңыраҡ стадияла асыҡлайбыҙ. Әгәр халыҡ үҙ һаулығына битараф булмаһа, дауаханаға үҙен насар тоя башлағас та мөрәжәғәт итһә, күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға булыр ине. Сир беренсе стадияла уҡ асыҡланһа, был юҫыҡта беҙҙә күрһәткестәр түбәнерәк булыр ине. Эш үткәс, хәлдәр мөшкөлләнгәс кенә килеүҙәре борсой. Айырыуса беҙҙең милләт кешеләре ваҡытында мөрәжәғәт итмәй. Әммә ауыл һайын тиерлек булған имселәр-күрәҙәселәрҙән кеше өҙөлмәй, уларға барырға ваҡыт та, аҡса ла табалар. Хәле бөттө ниһә килә лә ул – әмәл юҡ. Бының буйынса профилактика эше алып барыла, әлбиттә. Беҙҙең район буйынса онкологик сирҙәр күрһәткесе уртаса республика, Рәсәй күрһәткестәренән түбән. Шуны әйтеп үтер инем: әлеге көндә һәр һигеҙенсе ҡатын-ҡыҙ күкрәк биҙе яман шеше менән ауырый. Беҙҙә махсус белгес – маммолог та, тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн аппарат – маммограф та юҡ. Район ҡатын-ҡыҙҙары Сибайға барып күренә. Мәҫәлән, былтыр 350 ҡатын-ҡыҙ тикшереү үтте, шуларҙың 12-һендә күкрәк биҙендә шеш табылды. Дауаханаға махсус техника һәм ҡорамалдар алынһа, белгес табыуы проблема түгел ул. Рәсүл Миңлеғол улы: Һаулыҡ өлкәһендә проблемалар экологияға ла ныҡ бәйле. Мәҫәлән, беҙҙә экологик карта юҡ. Сит илдәрҙә был бар. Малдың малы ҡырҙа үҙенең нимә менән туҡланғанын яҡшы белә. Алдынғы илдәрҙә иһә ҡайҙа, ниндәй үлән үҫә, шул төбәктәге радиация күрһәткесе, һауа сафлығы һ.б. иҫәпкә алына. Беҙҙә быға бөтөнләй иғтибар юҡ. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы: Экология мәсьәләһенә килгәндә, бына беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар: саф һауа, таҙа һыу, иркенлек, ашау яҡшы һ.б. Ә ниңә беҙҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 60 йылға ла тулмай? Бәләкәй генә бер Японияла – 90, Ҡытайҙа 80 йыл йәшәйҙәр. Мәҫәлән, Европа илдәрендә ниндәй генә ауыл-ҡала булмаһын, томограф урынлаштырылған. Кешенең башы нимәгәлер саҡ ҡына һуғылды икән, ул тиҙ генә бара һалып томография үтә, башҡа, йәғни ҡан тамырҙарына берәй зыян килгәнме-юҡмы икәнен белә, кәрәк икән шунда уҡ дауалана ла башлай. Әгәр кеше башы менән һуғылһа, унда ҡан тамыры ярылырға мөмкин, шул моментында ул үҙен һиҙҙермәһә лә, аҙаҡтан – 3-4 йылдан йәки һуңыраҡ әллә ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бына беҙҙең үҙәк ҡала дауаханаһына ла компьютер томографы кәрәк. Бик өлгөрөп еткән мәсьәлә инде был, сөнки беҙ әлеге мәлдә пациенттарҙы Өфөгә йәки башҡа ҡалаларға ебәрәбеҙ, кеше унда әллә бара ала, әллә юҡ. Күпме өҫтәмә сығым талап ителә. Хәҙерге мәлдә Мәскәү ҡалаһы белгестәре менән үҙебеҙҙә компьютерлы резонанслы томограф ҡуйыу тураһында һөйләшеү бара. Күренеү, әлбиттә, түләүле буласаҡ, әммә унһыҙ булмай. Әллә күпме мейе һелкенеүҙәре алған кешеләрҙе беҙ күҙәтеп бара алмайбыҙ бит, бәлки, ошо аппаратты ҡуйыу халыҡтың һаулығын яҡшыртыу мөмкинлеге бирер. –Киләһе һорауым һеҙгә, Фәриҙә Мөжәүир ҡыҙы. Һеҙ ҡатнашҡан секция «Башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары, халыҡ иҫәбен алыу» – башҡорт халҡының хәҙерге демографик тенденциялары» тип атала. Был секция эше нисегерәк үтте, ниндәй һорауҙар күтәрелде? Бигерәк тә башҡорттарҙың күпләп ситкә китеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әлеге көндә бигерәк тә Себергә күпләп күсеп китәләр, йәиһә оҙайлы ваҡытҡа йөрөп эшләйҙәр. 2002 йылдағы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса башҡорттарҙың 75 проценты ғына тыуған ерендә йәшәй. Аҡыллы, илебеҙгә кәрәкле булған кешеләрҙең ситкә китеүе социаль-иҡтисади кимәлдең түбән булыуы тураһында һөйләй. Ҡоролтайҙа әйтелеүенсә, 2010-2012 йылдарҙа башҡорттарҙы демографик үҫтереү буйынса программа ҡабул ителгән. Ләйсән Тәлғәт ҡыҙы: Илдә халыҡтың йәшәү кимәле, эшһеҙлек проблемалары дауахана эшмәкәрлегенә туранан-тура йоғонто яһай. Кешенең социаль хәле уның һаулығында ла көҙгөләге кеүек сағыла. Эшһеҙҙең аҡсаһы булмағас, ул дөрөҫ туҡлана ла, тейешле дарыуҙар һатып ала ла алмай, өҫтәүенә аҙым һайын һағалаған стресс сәләмәтлекте ҡаҡшата. Бигерәк тә ауылдарҙа был хәл күҙәтелә. Йәштәрҙең күбеһе ситкә китергә ынтыла. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы: Бына беҙҙә шундай хәлдәр ҙә бар: район ауылдарында беҙҙә йәшәмәгән, әммә пропискала торған кешеләр ғәләмәт күп. Быны төрлө документтар, мәҫәлән, үлем тураһында белешмә килһә, белеп ҡалабыҙ. Ә нишләп тотабыҙ беҙ шундай кешеләрҙе? Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Калинин бүлексәһендә генә шундай 34 кеше иҫәптә тора. Ә башҡа ауылдарҙы алып ҡараһаң? Был бит үлем һәм тыуым күрһәткестәренә лә йоғонто яһай. Пропискала торған кешене диспансеризациялау өсөн эҙләйбеҙ, таба алмайбыҙ. Үҙебеҙгә ҡырҙан килеп йәшәгән, әммә пропискаһыҙ кешеләр ҙә байтаҡ. Улар бер ниндәй тикшереү үтмәй, әллә ҡайҙан әллә ниндәй ауырыу алып килеп тараталар. Бындай осраҡтар бар. Рәсүл Миңлеғол улы: Ысынлап та, миңә лә шундай хәлдәр менән осрашырға тура килде. Әллә ниндәй бер сит ил кешеһе үҙен пропискаға индереүен һорап килеп йөрөнө. «Ҡуймайбыҙ», – тигәс: «Һеҙ кеше хоҡуҡтарын боҙаһығыҙ», – тип дау ҡуптара. «Ҡайҙан килдең, ҡайҙа бараһың?» – тигән һорауға: «Ил буйлап йөрөйөм», – ти. «Ә нишләп Мәскәүгә тормайһың?» – тиһәм: «Унда ҡуймайҙар», – ти. Ә нишләп йыйын әтрәгәләмде беҙ, башҡорттар, үҙебеҙгә пропискаға ҡуйырға, һыйындырырға тейеш һуң? Балыҡ башынан серей, тиҙәр. Башҡортостан Дағстандан ҡала иң күп милләт йәшәгән төбәк. Бына беҙҙең ауылда ғына һанап йөрөйөм, ике тиҫтәгә яҡын милләт вәкиле йәшәй. Әйтеүе генә анһат. Беҙгә уларҙы пропискаға ҡуйырға, йәки шунда йәшәтегеҙ, тип Медведев та, Путин да йүнәлтмә биреп ултырмай, әлеге лә баяғы үҙебеҙ шуға юл ҡуябыҙ. Артыҡ ҡунаҡсыл булып китәбеҙ шул. Беҙгә иң тәүге сиратта киң күңеллелектә һәм ҡунаҡсыллыҡта сама белергә кәрәк. Был, бәлки, кемдәргәлер оҡшамаҫ, ләкин шунһыҙ сара юҡ, минеңсә. Фәриҙә Мөжәүир ҡыҙы: Быныһы шулай, әлбиттә. Әле алда Бөтә халыҡ иҫәбен алыу тора бит инде, уның һөҙөмтәләре милли сәйәсәт алып барыу һәм үҫтереү өсөн төп нигеҙ булып тора. Был сараға үтә етди ҡарарға кәрәк буласаҡ. Мин шуны ғына әйтеп үткем килә: Башҡортостанда ғына түгел, республиканан ситтә йәшәгәндәр ҙә үҙҙәрен башҡорт итеп тойһон, рухын юғалтмаһын өсөн күп саралар күрелә. Ситтә йәшәүселәр һәм эшләүселәр иҫәп алыу ваҡытында милли аңлылыҡ күрһәтер, үҙҙәрен башҡорт тип таныр, тип уйлайым. Беҙҙең башҡорт сит йоғонтоға тиҙ бирелә, шул да борсой. Ҡатнаш никахтар ҙа был йәһәттән кире йоғонто яһай. Рәсүл Миңлеғол улы: Тарихтан күренеүенсә, Башҡортостандың Татарстанда ҡалған өлөшөндә – Миңзәлә, Аҡтаныш, Бөгөлмә райондарында 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәһә, улар әлеге көндә ассимиляцияға бирелгән. Ошо ла милләтебеҙгә ҡурҡыныс тыуҙыра түгелме һуң? Тағы ла шул: ҡасандыр дөрөҫ сәйәсәт алып бармау арҡаһында башҡорт теленең әҙәби нормаһы ла башҡорттарҙы тарҡау итә, уларҙа икеләнеү тойғоһо тыуҙыра. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы Ҡазанда сыҡҡан дәреслектәр менән уҡып, үҙҙәрен татар тип һанай. Хәлит Хәмзә улы: Бар нәмә лә финанс талап итә: әйтеп үтеүебеҙсә, төп башҡорт ауылдарында бәләкәй мәктәптәр ябыла. Төрлө тармаҡтарҙы үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан дотация бүленә, ә нишләп мәғариф өлкәһенә дотация бирмәҫкә? Аҡсаһыҙлыҡ та мәктәптәрҙе ябырға мәжбүр итә. Бөткән ауылдарҙың аяныслы тарихынан һабаҡ алырға кәрәк. Мәктәп бөтһә – ауыл бөтә. Йәштәр йорт һалмай, ситкә китә. Рәсәй Федерацияһы башҡорт мәктәптәрен һаҡлап алып ҡалығыҙ, тип аҡса бүлмәй. Республика етәкселеге менән берлектә район кимәлендә Ҡоролтайҙың ҡарары үтәлһен өсөн тәүҙә ошо мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Сөнки башҡорттоң тамырын ҡырҡыу иң тәүҙә белем биреү өлкәһенән башлана. Шуға күрә үҙебеҙгә ошо мәсьәләне күтәрергә, хәл итеү юлдарын табырға кәрәк. Бөгөн эшләмәһәк, иртәгә һуң буласаҡ. Хәлит Хәмзә улы: Ана шулай тип әйтеүҙәре генә лә бөйөк халыҡ булыуыбыҙ тураһында һөйләй. Тик беҙгә ҡыйыулыҡ етешмәй. Мәҫәлән, Салауат Юлаев тураһында ла иң тәүҙә романды рус кешеһе – С.Злобин яҙҙы, И.Гвоздикова тормош юлын өйрәнде һ.б. Ләйсән Тәлғәт ҡыҙы: Шулай уҡ секцияла ҡатнашыусылар ауырыу тарихына милләтте күрһәтеү мотлаҡ тигән тәҡдим индерҙе. Сир динамикаһын тикшереү, анализлау өсөн был графа кәрәк. Шулай уҡ милли аштарҙы ҡулланыу ҙа һаулыҡ өсөн файҙалы, тип билдәләнде секцияла. –Рәсүл Миңлеғол улы, һеҙ үҙегеҙ ҡатнашҡан секция буйынса нимә әйтә алаһығыҙ? Рәсүл Миңлеғол улы: Мин «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеш шарттарында ер менән файҙаланыу проблемалары» тигән секция эшендә ҡатнаштым. Бик ҡатмарлы һорауҙар ҡаралды. Башҡортостандың тәбиғәт ресурстарын һаҡлау – ул башҡорт этносын һаҡлап ҡалыуҙың нигеҙе. Бигерәк тә пай мәсьәләһе төп мәсьәлә булараҡ күтәрелде. Әлеге көндә Башҡортостандың ҡайһы бер ерҙәре республика, ҡайһылары Рәсәй балансында тора. Мәҫәлән, файҙалы ҡаҙылмалар бөгөнгө көндә беҙҙеке түгел. Нефть тә беҙҙеке түгел. «Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы 131-се федераль Закон буйынса һәр биләмә, һәр район үҙ-үҙен тәьмин итергә тейеш. Ә бына Бөрйән районын алып ҡараһаҡ, ундағы бөтә урман Рәсәй ҡулында. Бөрйәндәр нисек көн итергә тейеш һуң? Шулай уҡ «Селена» исемле Мәскәү ойошмаһы ҡулында – Әбйәлил районы урманының 90 проценты. Әбйәлилдәр әлеге көндә урман ҡырҡыу менән шөғөлләнә алмай, шуға ла эшһеҙлек хөкөм һөрә. Хәлит Хәмзә улы: Был проблемаға килгәндә, ул киләсәккә ҙур хәүеф тыуҙыра, минеңсә. Башҡорт ерҙәре генә түгел, ә дөйөм ер пайҙарға бүленә бит инде. Ваҡытында ваучер булды, уға үҙебеҙҙең хоҡуғыбыҙҙы юғалттыҡ. Әлеге көндә пай ерҙәре бүленә, уны халыҡтың күбеһе ҡулланмай. Мәҫәлән, пай ерҙәрен урындағы фермерға бирмәнеләр, пайсылар үҙҙәре иген сәсмәне, ер буш ята икән, ти. Ярай, киләһе йыл фермерға бирһәләр. Ә һатып ебәрһәләр? Был хәл райондың күп ауылдарында күҙәтелә. Бөгөн беҙ ошо хәлгә килеп еттек. Үҙебеҙ ерҙе эшкәртә алмайбыҙ, һатабыҙ – шулайтып ергә хоҡуғыбыҙҙы юғалтабыҙ. Ярай, быйыл ҡоролоҡ, тәбиғәт шарттары ла ҡырыҫ, күп ерҙә иген сәселмәй ҡалды. Беҙгә ерҙе юғалтырға ярамай, ерһеҙ кеше – илһеҙ кеше. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Президенты ла, Хөкүмәт Премьер-министры ла ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе яҡшы аңлай, булышлыҡ итә. Тик улар көн һайын милли мәсьәләне генә ҡайғыртып ултыра алмай, бының өсөн Ҡоролтай, уның башҡарма комитеты бар. Әгәр ул республика менән етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнашһа һәм көслө эшләһә, күтәрелгән проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ. Әгәр ҡоролтай эшләмәһә, хәлдәр шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ. Дөйөм законға таянып, үҙебеҙҙең мәнфәғәттәрҙе лә ҡуйып эшләү кәрәк. –Хөрмәтле ҡунаҡтар! «Түңәрәк өҫтәл»гә килеүегеҙ, әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар тормошҡа ашыр, башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса программалар милләтебеҙҙең яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа үҫешен тәьмин итер, социаль проблемаларҙан арындырыр, тип ышанғы килә. Әңгәмәне Сәлимә Кейекбирҙина алып барҙы Һаҡмар Вернуться назад |