ИСХАҠОВ Фәрит Баһауетдин улы 1925 йылда тыуған. Хәрби юлын 1942 йылда башлаған. Смоленск янында, Ленинград һәм Прибалтика фронттарында һуғышҡан. Дүрт тапҡыр яраланған. «За отвагу», «За боевые заслуги», «За победу над Германией» миҙалдары менән бүләкләнгән.
ЯХИН Салауат Хәбиб улы 1924 йылда тыуған. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Курск янындағы алышта ҡатнашҡан, 293-сө гвардия полкы сафында Белорус фронтында һуғышҡан. Унда 1944 йылдың 24 июнендә икенсегә яраланған, контузия алған. Бихисап хәрби наградаларға эйә.
НИҒМӘТУЛЛИН Тәлғәт Шәрип улы 1927 йылда тыуған. 1944 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт иткән, Япония менән һуғышта ҡатнашҡан. «За отвагу», «За победу над Японией», Жуков исемендәге миҙалдарға, II дәрәжәләге Ватан һуғышы орденына эйә.
ИРНАЗАРОВ Абдулхалиҡ Мөхәммәҙи улы 1927 йылда тыуған. 1944 йылда Ҡыҙыл Армияға алынған. Разведчик, водитель- механик (СУ- 100) булып хеҙмәт иткән, Япония менән һуғышта ҡатнашҡан. «За победу над Японией» миҙалына, II дәрәжәләге Ватан һуғышы орденына эйә.
СӨЛӘЙМӘНОВ Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы 1924 йылда Бетерә ауылында тыуған. Хәрби юлы 1942 йылдан башланған. Взвод командиры, лейтенант. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылаған. Жуков исемендәге миҙал, Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.