I Баш ҡалала бөгөн байрам - Күккә ашҡан балҡыштары. Баш ҡорона йыйылалар Бөтөн донъя башҡорттары.
Ете диңгеҙ, уттар кисеп, Үтеп Йыһан баҫҡыстары. Атайсалға ағылалар Бөтөн донъя башҡорттары.
Күҙҙәрендә уйсанлыҡ та, Балҡып тора шатлыҡтары. Уралтауға ҡайта бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары.
Иләүенә тупланғандай Әйтерһең дә, бал ҡорттары. Килмәй улар, ҡайта бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары.
Әйтерһең дә, умарталар Өфөләрҙең таш йорттары, Кәрәҙенә бал килтерә Бөтөн донъя башҡорттары.
Төрлө илдән, төрлө телдә Булһалар ҙа паспорттары, Бер маҡсатта - Арғымаҡта Бөтөн донъя башҡорттары.
Йөҙҙәрендә иман нуры, Бөркөп тора сафлыҡтары; Асылына - илгә ҡайта Бөтөн донъя башҡорттары.
Тыңлағыҙ һеҙ, Баш йортоғоҙ Һеҙҙе нисек алҡышлауын: Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, Бөтөн донъя башҡорттары.
II Өймәкләшеп иләүгә, Төйнәкләшеп биләүгә; Ил барлығын онотмай, Тел тамырын ҡоротмай, - Йыйҙыҡ бөгөн ҡоролтай, Ҡорҙоҡ бөгөн ҡоролтай.
Ай, ҡоролтай, ҡоролтай, Вай, ҡоролтай, ҡоролтай; Халҡым рухы ҡоростай, Ҡурай мәңге сыңлаған, Уралтауы тыңлаған, Халҡым рухы һынмаған.
Мең йыллыҡтар үтһә лә, Һыу-боҙлоҡтар өтһә лә, Империя сүкһә лә; Йәшәй ерҙә башҡорттар Урал тигән таш йортта, Күп ырыуға баш ҡорттар.
Башҡорт тигән саф иләү, Ҡырҙым тигән Тәфтиләү, - Бөгөнгөһө - Мөфтиләү... Хәҙер быуат башында, Мең йыллыҡтар ҡашында Ҡурай уйнай аҫылдар.
Ай, ҡоролтай, ҡоролтай, Вай, ҡоролтай, ҡоролтай; Усҡа йыйған йоҙроҡтай, Тереһыулы турһыҡтай, Йомарланған ҡороттай, Ергә һалған орлоҡтай.
Ай, ҡоролтай, ҡоролтай, Вай, ҡоролтай, ҡоролтай; Геүләп торған солоҡтай, Киләсәккә юллыҡта Уйнап йөрөй ҡолон, тай.
III Бер уй менән янайыҡ, Бер уй менән ҡалайыҡ, Илгә ҡолаҡ һалайыҡ. Нисек йәшәй халайыҡ? Яуаптарын табайыҡ, Йәнгә усаҡ яғайыҡ.
Ил хаҡында һүҙебеҙ, Илдә ике күҙебеҙ, Илдә яҡты йөҙөбөҙ, Илдә ожмах, гүребеҙ, Илдән киткән күбебеҙ, Ил бит йәшәй, күрегеҙ!
Илдән сығып киткәндәр, Ситте төйәк иткәндәр, Мөстән атын еккәндәр, Ситтә сәскән, иккәндәр, - Илгә тула бүтәндәр, Тула әкәм-төкәмдәр.
Ҡайһығыҙ һуң, ҡай ерҙә? Кемдер байып серергә, Олаҡҡан бит Себергә; Кемдер йөрөй сит ерҙә Ҡаҡланырға, кибергә, Инер өсөн ҡәбергә.
Ҡайтығыҙ һеҙ, әйләнеп, Илгә яҙмыш бәйләгеҙ, Тереһыуҙы тәмләгеҙ; Ҡайтып төшһә һәммәгеҙ, Башҡортостан ҡәғбәбеҙ Гөл-баҡсаға әйләнер, Тупланайыҡ, әйҙәгеҙ, Ҡайтығыҙ тик әйләнеп!
Әхмәр ҮТӘБАЙ |