Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Милләттең һанын арттырыу... бер ни тормай!
8-06-2010, 16:59 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 814
"Киске Өфө" гәзитендә уҙғарылған түңәрәк ҡорҙа ("Башҡорт йөрәге уяныр, әгәр ҙә ул диненә, ғаиләһенә, зат-араһына ҡайтһа") Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе Фәнзил Әхмәтшин милләттең һанын арттырыр өсөн үҙенең демографик модулен тәҡдим иткәйне. Бының өсөн ул 12 мең ғаиләне ала. Әгәр һәр ғаиләлә тыуыр балаларҙың һаны мотлаҡ 5-әү булһа, 115 йылдан 12 мең ғаиләнән тыуа башлаған халыҡтың дөйөм һаны 168 миллионға етә, тигән һүҙ. Тимәк, милләттең һанын арттырыу бер ни тормай. Әгәр ҙә халыҡ үҙе ойошоп, үҙенсә йәшәһә, иманлы, аңлы булһа, демография мәсьәләһе үҙенән-үҙе хәл ителә. Ошо фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

Ырыҫбикә ЙӘНСУРИНА: Мин был фекер-тәҡдимде шул тиклем ҡыуанып ҡабул иттем һәм был исемлектә беҙҙең дә ғаилә булырға тейеш, тип уйланым. Шәп идея был. Тик ошо күп бала тәрбиәләйәсәк 12 мең ғаиләне тәшкил иткән башҡорт милләтле атай-әсәйҙәр үҙҙәре аң-белеме, аҡылы, милли рухы, иманы, сәләмәтлеге менән камил инсандар булырға тейеш. Унан һуң, был демографик модулде төҙөйәсәк ғаиләләр бала тәрбиәләүҙә дәүләт ярҙамына түгел, үҙ көстәренә ышанырға тейеш. Әгәр эш матди мәсьәләләргә ҡайта башлаһа, был программаның ниәте үҙгәреп китеүе ихтимал һәм ул беҙгә кәрәкле һөҙөмтәне бирмәйәсәк. Был программаның нигеҙендә, ысынлап та, милләтемә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләп ҡалдырам, тигән эскерһеҙ уй менән янған, аяғында ныҡлы баҫҡан энтузиастар торорға тейеш. Ҡоро һандар артынан ҡыуыу беҙҙең файҙаға түгел. Тағы ла шул: милләт көсөн арттырыу өсөн, миңә ҡалһа, иң тәүҙә атай, ир дәрәжәһен күтәрергә кәрәк. Нәҫел көсө атайға ҡарап билдәләнһә, нәҫел ҡотон әсәй һаҡлай. Аҡыллы, рухы менән көслө ҡатын был көсөн лидерлыҡҡа түгел, ә ир абруйын үҫтереүгә, бала тәрбиәләүгә, ғаилә усағының йылыһын һаҡлауға йүнәлтер. Минеңсә, шулай эшләһә, ул милләтенә күберәк файҙа килтерә аласаҡ.

Айҙар СӘЛИХОВ, 4 бала атаһы: Ысынлап та, демографик хәлде үҙәгәртерлек бик ҙур программа был. Мин дә ошо түңәрәк өҫтәлдә булған һөйләшеүҙе уҡығандан һуң, ҡыҙыҡ күреп, олатайым менән өләсәйемдең милләтте арттырыуға ниндәй өлөш индергәнен һанап ҡараным. Улар биш балаға ғүмер биргән һәм ул балаларҙың һәр береһе күп бала үҫтергән, йәғни өләсәйҙең 23 ейән-ейәнсәре, әлегә 20 бүлә-бүләсәре бар (тағы ла 10 ейән-ейәнсәре әле ғаилә ҡормаған). Бына, күрәһегеҙ, бер нисә быуын алмашынып та өлгөрмәгән, ә милләт күпме кешегә артҡан. Шуныһы мөһим: уларҙың һәр береһе кеше һаны ғына булып йөрөмәй, ә мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лайыҡлы эшләгән, үҙ эштәрен асып, ауылдаштарына ярҙам иткән, дин тотоп, дин таратып йәшәгән, милләтенә файҙа килтергән кешеләр. Һан түгел, сифат мөһим, тиҙәр. Беҙ ҙә иңебеҙгә милләтте арттырыу бурысын йөкмәгәндә сифат тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Бының өсөн беҙ алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы, һау-сәләмәт, яҡшы белемле, иманлы, отҡор, сос, ҡыйыу, намыҫлы балалар тәрбиәләргә тейешбеҙ. Күп бала табыуы, уларға тәғәйен тәрбиә биреүе ағинәйҙәр мәктәбен үткән, өләсәйҙәрҙән күркәм тәрбиә алған, уларҙың өлгөһөн күреп үҫкән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына бер ни тормай ул, тик ир-аттар яҡшы атай, йүнсел, хәстәрлекле ғаилә башлығы булһын. Шул ваҡытта был программаны тормошҡа ашыра башлауы бер ни ҙә тормаясаҡ.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, уҡытыусы: Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа аҡса, дәүләт ярҙамы алыр өсөн генә бала тапҡандар ҙа барлыҡҡа килде. Улар араһында бала табып та, уларҙы ҡарамаған эскесе ғаиләләр ҙә етерлек. Ундай ғаиләләге балаларҙың һирәктәре генә уҡыу һәм тәртип буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шәжәрәләргә иғтибар итһәк, элек һәр башҡорт ғаиләһендә кәмендә 5 бала булған. Улар балаларҙы бер ниндәй дәүләт ярҙамы өмөт итмәй, үҙ ихтыяры менән, милләтте арттырабыҙ, нәҫел ҡалдырабыҙ, тигән изге ниәт, маҡсаттар менән үҫтергән. Тимәк, әгәр беҙ милләтебеҙҙең һанын арттырыр өсөн был программаға мөрәжәғәт итәбеҙ икән, уға бер ниндәй ҙә сәйәсәттең ҡыҫылышы булмаҫҡа тейеш. Үҙ ихтыярыбыҙ, үҙ теләгебеҙ менән башҡарырға тейешбеҙ быны. Шарт берәү генә булыуы мөмкин: ғаилә ҡороусыларҙың икеһе лә башҡорт милләтенән булырға тейеш. Шул саҡта ғына сифат өҫтөнлөк итер, шул саҡта ғына халҡыбыҙҙың киләсәген туплай алған рухлы йәш быуын тәрбиәләй алырбыҙ.
Гөлнәзирә АЙЫТБАЕВА яҙып алды

Киске Өфө
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Демография мәсьәләһе
  • Рух һүнмәһә—ил үлмәҫ
  • Башҡорт йөрәге уяныр… Әгәр ҙә ул диненә, ғаиләһенә, зат-араһына ҡайтһа
  • Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...
  • Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы


  •  

    #1 яҙҙы: wadim (10 һөтай 2010 18:55)

    Очень хорошая идея!Сейчас существует стандарт- два ребенка.Пора уже сломать этот стандарт.


    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.