Үҙ хоҡуҡтарыңды бел!!! Хәйерле көн Беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайы делегаттары, ҡунаҡтар! Халҡыбыҙҙы туплаған ошондай күркәм, оло йыйындар йышыраҡ үтһеп торһа ине. Ҡоробоҙ фәһемле һәм мөбәрәк булһын!!! Әлбиттә, башҡайымды халҡымды борсоған төрлө-төрлө уйҙар солғап алған, ҡайһы берәүҙәренә яуаптар табыла, ә бәғзеләренә - яуаптар офоҡтар кеүек юғала. Нисек кенә булмаһын беҙ, башҡорттар, башҡорт халҡы, берҙәм, таш кеүек бер йоҙроҡ булырға тейешбеҙ.
Башҡорт халҡының тарихын байҡап үтһәң, бай ҙа, йөкмөткеле лә, фәһемле лә, ҡыҙғаныста ул. Ҡан, күҙ йәштәре, ғазаптар аша быуаттарҙан-быуаттарға бөгөнгө көнгәсә килеп еткән башҡорт атлы, яугир халыҡтың үлмәҫ тарихында беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, берҙәмлеге, кешелеклелеге сағыла. Башҡорт халҡы элек-электән ябай, киң күңелле, илһөйәр, ҡунаҡсыл буған. Әммә шул изгелекте, ябайлыҡты, ҡунаҡсыллыҡты дошмандар үҙ файҙаһына ҡулланған. Шул ябайлыҡ арҡаһында беҙҙе аладанылар, кәмһеттеләр, йәберләнеләр.
Бөгөнгө көндә үҙ хоҡуҡтарыңды белеү, юридик яҡтан белемле булыу мотлаҡ кәрәк, сөнки үҙ хоҡуҡтарыңды белмәү - алданыуҙың бер юлы. Һәр бер яңылыш аҙым ул закондарҙы боҙоу тип һанала, ә дошмандар беҙҙән шуны ғына көтә. Быға бик күп миҫалдар килтерергә була. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, бик әүеҙем башҡорт йәштәрен, лидерҙарҙарын ҡурҡытырға әҙер тороусылар бихисап. Шуның өсөн дә башҡорт йәштәре юридик яҡтан белемле, аҡыллы булырға тейеш. Иң көслө һәм законлы яҡтан һаҡланыу сараһы - ул үҙ хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү.
Яңыраҡ прокурутура тарфынан миңә иҫкәртеү бирелде, йәнәһе минең яҡтан ошо яҙ-йәй законға яраҡһыҙ, экстремистик эштәр көтөлә (уйлап ҡараһаң Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм башҡарыу ваҡытына тап килә). Әлбиттә, был ҡағыҙ суд тарафынан законһыҙ тип табылды.
Прокуратура, ФСБ, суд, эске эштәр министрылығы һәм башҡа органдар ул беҙҙе яҡлаусы органдар тип һанала. Шуға күрә ниндәйҙер законһыҙ ҡағыҙҙар һеҙҙең тарафҡа бирелә икән, һис шикһеҙ судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки башҡорт халҡы бер ҡасан да яу күтәрмәгән, дуҫлыҡты боҙмаған, антына, вәғәҙәһенә тоғро булған. Башҡорт халҡы экстремист йә иһә бандит халыҡ түгел! Беҙ үҙ Еребеҙҙе, Илебеҙҙе, Телебеҙҙе, Динебеҙҙе һөйгән башҡорт атлы аҫаба халыҡ!!!
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ошо сығышымды үҙем ижад иткән шиғыр юлдары менән тамамларға теләйем.
Белмәйем, был донъяла Кем дуҫ миңә, кем - дошман? Ләкин беләм: йәшәр кәрәк, Сөнки Алла шулай ҡушҡан!
Еңә алмай мине яман һүҙҙәр, Еңә алмай мине яман күҙҙәр. Тик йөрәгемә үтеп инә Иң матур һүҙҙәр һәм күҙҙәр!
Берҙәм булайыҡ, татыу булайыҡ, иманлы булайыҡ, батыр булайыҡ. Бөлөр халыҡ бер-береһен бахыр ти, булыр халыҡ бер-береһен батыр ти. СӘСКӘ АТ, БАШҠОРТОСТАН!!! |