Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - билдәле ғалим, Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры, социология фәндәре кандидаты Р.М. ВӘЛИӘХМӘТОВ. Рим Марс улы Башҡорт дәүләт университетында һәм БР Фәндәр академияһында эшләү осоронда социаль һәм гуманитар фәндәр үҫешенә ҙур өлөш индергән. Ул халыҡтың социаль һәм социаль-демографик проблемаларын, этносоциология һәм төбәк социологияһы, кеше үҫеше концепцияһын өйрәнә. “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” дәүләт программаһы авторы, “Рәсәйҙең төрки халыҡтары”, “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаларын һәм Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше концепцияһы һәм стратегияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыусы.“Мин башҡорт ауылында тыуып үҫһәм дә, күрше ауылдағы рус мәктәбендә русса уҡырға мәжбүр булдым. Ул саҡта башҡорт телен хатта предмет булараҡ та өйрәнеү мөмкинлеге юҡ ине. Ә балаларҙың күпселеге башҡорт милләтенән. Атай-әсәйемдең дөрөҫ тәрбиәһе һәм һәр башҡортта йәшәүсе милли рух булмаһа, бәлки, мин дә маңҡортҡа әйләнеп китер инем. Республикала башҡортса белем алыу проблемаһы бала саҡтан күңелемә ныҡ һеңеп ҡалғайны, шуға күрә үҙемдең тормошомдо телебеҙ һәм республикабыҙ халҡы мәнфәғәтендә эшләүгә бағышланым. Бөгөн, шөкөр, Башҡортостанда беҙҙең милләт балаларының барыһы ла дәүләт теле - башҡорт телен өйрәнә. Был ҙур ҡаҙаныш, уны артабан дауам итеү кәрәк”, - тип хәтерләй Рим Марс улы.
Мөһим ваҡиғалар рәтендә
- Рим Марс улы, әле генә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Һеҙ быға тиклем үткән ҡоролтайҙарҙың делегаты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм советы ағзаһы булараҡ III Ҡоролтайҙың айырмалы яҡтары тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?- Һәр ҡоролтайҙың үҙ бурысы, үҙ миссияһы бар. I Ҡоролтай сәйәси көрсөктән сығыу һәм этник үҙаң уяныуы шарттарында үтте. Ул саҡта халыҡ менән кәңәшләшеп, милләттең һәм республиканың артабанғы үҫеш юлдары тураһында аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү кәрәк ине. Был маҡсатта “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” программаһы ҡаралды һәм I Ҡоролтайҙа ҡабул ителде. II Ҡоролтайға әле яңы тойола башлаған унитар тенденциялар, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда кисерелгән демографик көрсөк менән килдек. Ошо ағымға ҡаршы тороу өсөн башҡорт халҡы яңынан үҙ проблемаларын бергәләп тикшереү һәм дөрөҫ хәл итеү юлдары эҙләү практикаһына күсте. Был эштең ҙур өлөшө - 2002 йылда үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашыу. Беҙ үҙебеҙҙең башҡортлоғобоҙҙо иҫбат итеүгә тағы ла яуаплыраҡ ҡарай башланыҡ ул саҡта. “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһы ла II Ҡоролтайҙан һуң эшләнде.
Әлеге Ҡоролтай иһә ошо кире тенденцияларҙың көсәйеүе, башҡорт дәүләтселегенә һәм Башҡортостандың Рәсәй составындағы дәүләт булараҡ артабанғы яҙмышына, илдең федератив ҡоролошона ҡурҡыныс янаған шарттарҙа үтте. Шуныһын билдәләү мөһим: III Ҡоролтай ойошҡанлығы һәм халыҡтың берҙәмлеге менән айырылып торҙо. Ул тағы ла бер тапҡыр халҡыбыҙҙың берҙәмлеген һәм тупланғанлығын, халыҡтың һәм республика етәкселегенең халыҡ һәм республиканың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә берҙәм ынтылышта булыуын күрһәтте. Ҡоролтай үҙенең төп маҡсатын үтәне - Рәсәй составында Башҡортостан дәүләтселеген һаҡлау һәм үҫтереү, Рәсәй дәүләтенең конституцион һәм федератив нигеҙен һаҡлау кеүек өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә башҡорт халҡын берләштерҙе.
Башҡорт ҡоролтайы сәйәси, дәүләт-хоҡуҡи һәм социаль-иҡтисади өлкәләрҙә аҫаба халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлаясағын барыһына ла ишетелерлек итеп әйтте. Ул халыҡтың аңы менән манипуляциялар эшләүгә юл ҡуйылмаясағын, ҡайһы бер федераль чиновниктар һәм көс структуралары яғынан ойошторолған провокацияға бирелмәйәсәген, айыҡ демократик һәм антиунитар көстәр тирәләй берләшәсәген, йәштәрҙе ҡыйырһытырға бирмәйәсәген белдерҙе. Һис шикһеҙ, Федераль үҙәк етәкселәре төбәк башлыҡтарын тәғәйенләгәндә халыҡ фекере менән иҫәпләшергә тейеш.
III Ҡоролтайҙың тағы бер үҙенсәлеге - башҡорт халҡы республикала, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең вәкилдәре итеп һайланған делегаттар, республика етәкселеге һәм Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Башҡортостандың илдәге һәм донъялағы позицияһын нығытыу, Рәсәй составында башҡорт дәүләтселеген һаҡлау, федерализм һәм демократия принциптарын, илдең федератив ҡоролошо гаранты булған РФ Конституцияһын һаҡлау буйынса алып барған эшмәкәрлекте яҡлауын күрһәтте. Башҡорт ҡоролтайы Федераль үҙәктән унда йәшәүсе халыҡтар фекеренә ихтирамлы ҡараш талап итә, уларҙың мәнфәғәттәрен әүҙемерәк яҡлауҙы һорай. 1 миллион 700 мең башҡорт исеменән ул тарихи килешеү шарттарының үтәлешен талап итә.
Рәсәй менән Федерация субъекттарының килешеү нигеҙендәге мөнәсәбәттәрен, төбәк башлыҡтарының халыҡ тарафынан һайланыуын практикаға ҡайтарыу кеүек мәсьәләләр III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһына индерелде. Ҡоролтайҙың тағы бер үҙенсәлеге - бюджет федерализмына һәм иҡтисади суверенитетҡа иғтибар артыуы, тәүге тапҡыр башҡорт эшҡыуарлығы темаһы күтәрелде. Иҡтисади, социаль һәм әхләҡи яҡтан ҡарағанда, Үҙәк бюджетҡа түләүҙәр 40 (Башҡортостанға) процентҡа 60 (Рәсәйгә) процент булһа, дөрөҫөрәк, тигән фекерҙәбеҙ. Башҡортостан күп йылдар буйы Рәсәйҙең донор төбәге булды һәм республикала йәшәүсе халыҡтар мәнфәғәтендә үҙе эшләгән аҡсаның бер өлөшөн тотонорға хоҡуҡлы. Был йәһәттән Ҡоролтай Рәсәй субъекттарының ер, ер аҫты байлыҡтарын, урман һәм һыу ресурстарын файҙаланыуҙа вәкәләттәрен киңәйтеү тәҡдиме менән сығыш яһаны, тәбиғәт ҡомартҡылары булған урындарҙы сәнәғәт маҡсаттарында файҙаланыу ҡарары сығарыр алдынан урындағы халыҡтың фекере менән иҫәпләшеүҙең мөһимлеге билдәләнде.
Шулай уҡ Ҡоролтайҙа федераль белем биреү стандартындағы төбәк компонентын тергеҙеү һәм Төбәк телдәре һәм аҙ һанлы халыҡтар телдәре тураһындағы Европа хартияһын тиҙ арала ратификациялау кәрәклеге лә әйтелде. Республиканы “бысраҡ” сәйәсмәндәрҙән, шул иҫәптән Дәүләт Думаһының ҡайһы бер депутаттарынан, федераль дәүләт власы органдары вәкилдәренән, республиканы, уның тарихына һәм бөгөнгөһөнә бысраҡ ҡойоусыларҙан, халҡын кире яҡтан күрһәтеү теләге менән йөрөүселәрҙән яҡлау һоралды.
Ҡайһы бер делегаттар үҙ сығышында Рәсәйҙең башҡарма власть органдарында милли сәйәсәт буйынса ведомство булдырыу кәрәклеге тураһында әйтте. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тағы бер тапҡыр башҡорт милли хәрәкәтенең демократик принциптарҙа тороуын, уның көсө, абруйы һәм танылыуы шунда булыуын иҫбатланы.
Бөгөн һан түгел, сифат мөһим
- Илебеҙ һәм республикабыҙ мөһим ваҡиға алдында тора - оҙаҡламай Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буласаҡ. Һеҙ, ошо проблеманы өйрәнеүсе ғалим булараҡ, был ваҡиға айҡанлы нимәләр әйтә алаһығыҙ?- Эйе, 14 - 24 октябрҙә бик мөһим сара - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы көтә беҙҙе. Минең инаныуымса, бөгөн күҙәтелгән тыуым артыуы һәм, иң мөһиме, башҡорт халҡының этник үҙаңы үҫеше уға үҙенең демографик потенциалын иҫбат итеү мөмкинлеген бирә. Халыҡтың һаны артыуы менән бер рәттән уның тулы үҫеше һәм демографик мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн һаулыҡ торошо, белем кимәле, физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге менән мәшғүлдәр өлөшө кеүек сифат күрһәткестәре лә үтә мөһим. Был халыҡтың йәшәү кимәлен генә түгел, ә тормош сифатын да билдәләй. Тап ошо һыҙаттар башҡорт халҡының Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә конкуренцияға һәләтлелеген күрһәтә.
Этностың сифатын күрһәтеүсе мөһим фактор - уның белем кимәле. “XXI быуат башында башҡорттар” статистика йыйынтығы мәғлүмәттәре буйынса республикала йәшәүсе төп этник төркөмдәрҙең (башҡорттар, рустар, татарҙар) барыһы ла төп һәм урта белем буйынса бер кимәлдә. Тик, үкенескә ҡаршы, башҡорттар юғары, тулы булмаған юғары һәм урта һөнәри белем кимәле буйынса артта ҡала. Был айырма 1989 йылғы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда 2002 йылғаса һиҙелерлек артҡан. Әгәр 1989 йылда 1000 кешегә юғары белемле 69 башҡорт, 72 татар һәм 87 рус тура килһә, 2002 йылда юғары белемле татар һәм рустарҙың 30 процентҡа артығыраҡ булыуы күҙәтелә (башҡорттар - 100, татарҙар - 128, рустар - 130). Тулы булмаған юғары һәм урта һөнәри белемлеләр араһында ла яҡынса ошондай күрһәткестәр. Ә башланғыс һөнәри һәм башланғыс белем алыусылар араһында, киреһенсә, башҡорттар башҡаларға ҡарағанда күберәк.
Эш менән мәшғүл 15 - 64 йәшлек башҡорттар араһында ҡараһаҡ, уларҙың күпселеге ауыл хужалығында эшләй, шулай уҡ урман хужалығында, эшкәртеү һәм тау-байыҡтырыу сәнәғәтендә, төҙөлөштә, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында. Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә милләттәштәребеҙ күбәйә башланы. Ә иң ҡыуаныслыһы - әҙләп булһа ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта, ә 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса был өлкәлә 4,1 процент ҡына башҡорт шөғөлләнгән.
Башҡорттар араһында хеҙмәткә яраҡлыларҙан йәшерәктәр һаны 24,3 процент тәшкил итә (республика буйынса уртаса 21,2 процент). Бер яҡтан ҡараһаң, был башҡорт халҡының демографик хәле яҡшырыуы, тыуымдың артыуы тураһында һөйләй кеүек. Тик, тәрәнерәк анализ күрһәтеүенсә, хеҙмәткә яраҡлылар һәм уларҙан өлкәнерәктәр, йәғни пенсия йәшендәгеләр араһында башҡорттар уртаса республика күрһәткестәренән һәм рус, татар халҡына ҡарағанда кәмерәк. Был тап ошо төркөмдәрҙә һәм ауыл ерендә йәшәүсе башҡорттар араһында үлем һаны ҙурыраҡ булыуы тураһында һөйләй.
Дәүләттең социаль сәйәсәте һөҙөмтәлелеге һәм халыҡтың демографик торошо уртаса ғүмер оҙонлоғонда күренә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо күрһәткестәре Рәсәй менән сағыштырғанда күберәк. Тик Башҡортостанды социаль-иҡтисади райондарға бүлеп ҡараһаҡ, ҙур ғына айырмалыҡтар күренә. Мәҫәлән, күпселеге башҡорттар йәшәгән Урал, төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондарында башҡа райондар менән сағыштырғанда ғүмер оҙонлоғо уртаса 2 - 2,5 йылға кәмерәк.
Был һандарға ҡарап нимә әйтә алабыҙ? Тикшеренеүҙәр һәм иҫәпләүҙәр беҙҙең халыҡтың сифаты һәм һаны яғынан ҡапма-ҡаршылыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә. Әгәр һан яғынан дөйөм алғанда үҫеш күҙәтелһә, сифат яғынан артта ҡалыу күҙәтелә. Тигеҙһеҙлектең һәм артта ҡалыуҙың ваҡыты менән тағы ла тәрәнерәк этносоциаль һәм демографик көрсөккә килтереүе ихтимал. Бындай күренешкә юл ҡуймау өсөн тейешле саралар күреүҙе бөгөндән башларға кәрәк.
Көслө һәм абруйлы халыҡ
- Рим Марс улы, эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлештәре башҡорт халҡының һанын һәм сифатын ғына түгел, уның социаль тормошон да өйрәнеү. Һеҙҙеңсә, башҡорттоң геосәйәси портреты ниндәй? Донъя кимәлендә ҡарағанда, башҡорт кем ул?- Башҡорттарҙың илдәге урыны тураһында бик асыҡ итеп һандар һөйләй. Донъяла 5 меңдән ашыу милләт йәшәй һәм уларҙың ни бары 310-ының ғына һаны 1 миллион кешенән арта. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 1 миллион 670 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, шул иҫәптән 1 миллион 350 меңе - республикала, тағы 60 меңдән ашыуы - яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә. Шулай итеп, беҙ бер ҙә аҙ һанлы халыҡ түгел. Бының менән бер рәттән, эш бит һанда ғына ла түгел, халыҡ үҫешен уның белеме һәм этник үҙаңы, туған телен, халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеү кимәле лә билдәләй. Был йәһәттән башҡорт халҡының социаль һәм этномәҙәни портреты тулы һәм йөкмәткеле тип иҫәпләйем. Тағы шуныһы мөһим, был портрет башҡорттар Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла ла конкуренцияға һәләтле була алһын өсөн сифат яғынан тулыланған булырға тейеш. Беҙ ҙур ғорурлыҡ менән донъяға танылған башҡорттарҙың етерлек булыуын билдәләй алабыҙ, улар - билдәле ғалимдар, спортсылар, артистар, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре. Иң мөһиме, улар үҙҙәренең башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланырға һәм уға һөйөү хисен һаҡлап ҡалырға тейеш. Был дөйөм глобализация шарттарында халыҡты юғалыу йә “иреү” проблемалары алдында үҙенсәлекле гарант булып тора.
Тағы бер мөһим әйберҙе билдәләү кәрәк: башҡорттар әле Рәсәй империяһы осоронда уҡ етерлек көслө һәм абруйлы булған. Был хаҡта Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тарихи архивтарында һаҡланған күп томлы “башҡорт эштәре” һөйләй. Башҡорттар, башҡорт бейҙәре, старшиналары һәм тархандары ихтыяры менән Рәсәй дәүләте иҫәпләшергә мәжбүр булған, башҡорттарҙа ғына ергә аҫабалыҡ хоҡуғы 1917 йылға тиклем һаҡланып килгән. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ динен дә һаҡлап ҡалған.
Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт республикаһының тәүге етәкселәре һәм идеологтары абруй һәм сәйәси көс яғынан шул тиклем юғары булған, хатта улар башҡорт ҡына түгел, дөйөм төрки халыҡтарының дәүләтселек һәм автономия өсөн хәрәкәтенә етәкселек итә алған. Бөгөн дә дәүләтселек һәм Рәсәй федерализмы принциптары идеяларын яҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы дөйөм танылған лидерҙар иҫәбендә. Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов - Рәсәй Федерацияһында, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ышаныс, ихтирам һәм абруй ҡаҙанған көслө сәйәсмән. Башҡортостанды хәҙер донъя картаһында таныйҙар, был хаҡта халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе генә түгел, ә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын БДБ илдәрендә, Төркиәлә, Европала үткәреү ҙә һөйләй.
- Ә бынан 20 йыл элек беҙ ниндәй булғанбыҙ һәм бөгөнгө башҡорт ниндәй? Милләтебеҙҙең социаль хәле нисек һәм ҡайһы яҡҡа үҙгәргән? Ғөмүмән, йәшәү кимәле ниндәй хәлдә?- 20 - 25 йыл элекке башҡорт халҡының социаль портретын үҙенсәлекле өсмөйөш һымаҡ күҙ алдына килтерергә була. Уның ҙур мөйөшөн - ауыл кешеләре, күпселеге колхозсылар, ҡалған ике яғын интеллигенция (мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәләре, дәүләт хеҙмәте) һәм эшселәр (мәғдән сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш, транспорт һәм башҡа тармаҡтар) тәшкил итә. Уларҙың социаль хәле һәм эш хаҡы күләме ныҡ айырылмай, торлаҡ шарттары - ҡалала бик ябай ғына фатирҙар, күпселектә - коммуналкалар. Ауылдарҙа иһә ҙур булмаған шәхси торлаҡ йәки совхоз йорттары. Ауылда йәшәүселәргә һыйыр малдары аҫрау буйынса сикләүҙәр була, автомобиль - бик-бик һирәктәрҙә генә. Быларға күсеү дәүеренең социаль-иҡтисади проблемалары, халыҡтың аҡсаһыҙлығы, тауарҙар һәм хеҙмәттәр дефициты өҫтәлә. Еңел булмай ул саҡтар.
Бөгөн халыҡтың социаль хәле һәм матди мөмкинлектәре башлыса ауыр һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы, айырыуса ауыл ерендә. Иң үткер проблема - ауылда эш булмауы, был күптәрҙе республика ҡалаларына ғына түгел, ә элеккесә Себер, Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе һәм башҡа яҡтарға эш эҙләп китергә мәжбүр итә. Ҡағиҙә булараҡ, нигеҙҙә әүҙем, мобиль йәштәр ситкә китә, ә был республика халҡының этносоциаль һәм гендер структураһын боҙа. Ҡалала йәшәүсе башҡорт йәштәренең дә хәле бик шәптән түгел. Айырыуса ғаилә ҡорорға һәм карьера эшләргә теләгәндәр өсөн ауыр. Күрһәтелгән ярҙам йәштәрҙең төп өлөшөнә барып етмәй. Ғөмүмән, парадоксаль хәл барлыҡҡа килде - эшләүсе йәштәр пенсионерҙар һәм инвалидтарға ҡарағанда матди яҡтан әҙерәк тәьмин ителгән. Икенсе яҡтан, халыҡҡа үҙ эшеңде асыу, фермер хужалыҡтары булдырыу йәки башҡа шәхси йәки коллектив хеҙмәт эшмәкәрлегенә тотоноу өсөн яҡшы перспективалар һәм шарттар бар. Иҡтисади азатлыҡ башҡорт халҡы өсөн матди һәм финанс бойондороҡһоҙлоғо, социаль именлек һәм рухи уңайлылыҡ нигеҙе булырға тейеш. БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләренән күренеүенсә, башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр һәм ҡыҙыҡһыныусылар һаны күпкә артҡан. Бының өсөн дәүләт тә шарттар булдырырға тырыша.
- Беҙҙә милли элита формалашҡанмы? Ғалимдар, уҡытыусы-табиптар, эшҡыуарҙар етәме? Был өлкәлә ҡайһы яҡты нығытыу кәрәк? Бәлки, беҙҙә эшҡыуарҙар йә ғалимдар етмәйҙер, нисек уйлайһығыҙ? Һеҙҙеңсә, башҡорт халҡына ҡайһы яҡтан нығыраҡ үҫешергә кәрәк?- Милли элита формалашыуы тиҙ генә бара торған ваҡиға түгел. Был - оҙаҡ дауам итеүсе, яйлап эшләнеүсе процесс, уға күп факторҙар тәьҫир итә. Маҡсаттарына өлгәшеүсән һәм белемле башҡорт милли элитаһы XX быуаттың иң башында формалаша һәм беренсе “хәрби сирҡаныу”ҙы Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш ваҡытында ала. Билдәле булыуынса, милли элита 30 - 40-сы йылдарҙа Сталин репрессиялары менән тулыһынса тиерлек юҡҡа сығарыла. Тик халыҡ рухын бер ҡасан да бөтөрөп булмай. Быға асыҡ миҫал итеп Рәми Ғариповтың тормошон алырға була. Уның ижады башҡорт элитаһының быуындар араһындағы үҙенсәлекле рухи-әхләҡи күпер булып тора.
Бөгөн яңы милли элита формалашып ҡына ҡалмаған, ә элек башҡорт халҡын үҫтереү буйынса тормошҡа ашырылмай ҡалған пландарҙы һәм программаларҙы үтәү юҫығында бик әүҙем эшләй. Шулай ҙа был өлкәлә проблемалар ҙа юҡ түгел. Башҡорт интеллигенцияһының көстәре тулы кимәлдә бергә тупланмаған, техник интеллигенция һәм эшҡыуарҙар, тәбиғи фәндәр буйынса һәм техник йүнәлештәге ғалимдар аҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был проблема электән билдәле. Бөгөн иң мөһиме - был проблеманың киҫкенлеген аңлау. Уны хәл итеү халыҡты берләштереү өсөн кәрәк, ошоға төшөнөү мөһим. Минеңсә, хәҙерҙән эшләй башлаусы һәм оҙайлы срокта хәл ителәсәк программалар һәм саралар планы эшләп сығарыу кәрәк. Был план һәм программаларға өҫтәп йәштәр менән эшләү өсөн дә аныҡ саралар булырға тейеш. Башҡорт халҡы кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән өлкәләргә тап йәштәрҙең белемен, әлегә тиклем тормошҡа ашмаған мөмкинлектәрен һәм ҙур потенциалын йүнәлтергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, был эш барышында уларҙы уҡытыу һәм хеҙмәтенә лайыҡлы түләү өсөн мөмкинлектәр булдырыу талап ителә.
Һынау йылдары
- Һуңғы 20 йылда халыҡтың үҙаңы үҫешен нисек баһалайһығыҙ? Беҙҙең халыҡ үҙен халыҡ тип таныймы? Үҙ баһаһын, хоҡуҡтарын беләме?- Һис шикһеҙ, һуңғы 20 йылда башҡорт халҡының милли үҙаңы һиҙелерлек үҫте һәм нығынды. Быға илдә башланған ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр генә түгел, ә эске ресурстар, тәбиғи, тарихи яҡтан билдәләнгән ихтыяж һәм башҡорт халҡының үҙен һаҡлауға һәм үҫешкә ынтылышы йоғонто яһаны. Эйе, үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуы халыҡта “икенсе һулыш” асты.
Әлбиттә, энергия һәм илһамланыу сығанағы - үҙаллылыҡҡа һәм азат үҫешкә ынтылыш - халыҡта һәр ваҡыт йәшәй. Был хаҡта башҡорт халҡының героик һәм шул уҡ ваҡытта фажиғәле биттәр менән тулы тарихы һөйләй. Башҡорттар бер ҡасан да үҙен үҙ аллы халыҡ тип иҫәпләүҙән туҡтамай. Башҡорт халҡының рухи юғарылығы айырыуса 1917 - 1920 һәм 1989 - 1991 йылдарҙағы үтә ауыр һәм яуаплы социаль-сәйәси осорҙарҙа сағыу күренә. Халыҡтың һәм уның лидерҙарының милли үҙаңы ошо һәм унан һуңғы йылдарҙа дәүләтселек һәм үҙ аллы үҫеш өсөн көрәштең рухи һәм идеологик нигеҙе булып торҙо.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән осорҙо яйлап ҡына башҡорт халҡының милли үҙаңы уянған, башҡорттоң милли хәрәкәттәре барлыҡҡа килә башлаған саҡ тип әйтергә була. Шул уҡ ваҡытта был - башҡорт халҡы дәүләтселегенең нығыныуы һәм башта - Союзлы дәүләт, аҙаҡ Рәсәй Федерацияһы менән ике яҡ өсөн дә ҡулайлы мөнәсәбәттәр эҙләү осоро ла. Был башҡорт халҡының этник һәм милли-дәүләт үҫешенә шарттар һәм мөмкинлектәр эҙләү өсөн иң һөҙөмтәле ваҡыт булған.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең милли сәйәсәтендә барлыҡҡа килгән кире тенденциялар тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Улар башҡорт халҡының этник һәм социаль-сәйәси үҫешенә кире йоғонто яһай. Һүҙ Башҡортостан һәм башҡа республикаларҙың Конституцияһы нигеҙе булып торған положениеларҙы яйлап бөтөрөү тураһында ғына түгел, ә РФ Конституцияһын яңынан ҡарау, ҡул ҡуйылған Федератив договорҙы һанға һуҡмау һәм башҡалар хаҡында. Рәсәйҙе губерналаштырыу, милли республикаларҙы бөтөрөү һәм илде милли-территориаль үҙгәртеү тураһында лаф ороуҙары Федерацияның ҡайһы бер субъекттарын берләштереү менән оҙатылып бара, ә был Рәсәй халыҡтары мәнфәғәттәренә тулыһынса ҡаршы килә.
Һуңғы йылдарҙа Үҙәк власть органдарының федерализм идеяларынан һәм халыҡтарҙың милли үҙбилдәләнеше принциптарынан ситләшеүен, “теҙгенде” ҡыҫып тотоуын күҙәтәбеҙ. Тик башҡорт халҡы, башҡа халыҡтар кеүек үк, 1937 йылды ҡабатлауға юл ҡуймаясаҡ. Лидерҙарыбыҙҙы һәм милли элитаны бөтөрөүгә, тарихыбыҙҙы яңынан яҙыуға һәм республика территорияһын бүлеүгә беҙ ҡырҡа ҡаршы һәм юл ҡуймаясаҡбыҙ!
Бөгөнгө башҡорт халҡының милли һәм тарихи үҙаңы үҫеше уның хоҡуҡи аңы һәм хоҡуҡи мәҙәниәте, граждандыҡ ҡиммәттәре һәм демократик үҫеше менән бергә бара. Был ваҡытлыса ауырлыҡтар һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар дөйөм ыңғай үҫешкә аяҡ салмаясағын гарантиялай. РФ Конституцияһы сиктәрендә үҙ аллы һәм суверенлы үҫеш идеяларынан һәм практикаһынан баш тартыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.
- Суверенитет беҙгә нимә бирҙе?- Суверенитет башҡорт халҡы һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар өсөн, һис шикһеҙ, күпте бирҙе. Кеше республиканың иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен, уның суверенитетын һәм үҙаллылығын, халҡының хоҡуҡтарын яҡлаусы азат һәм бойондороҡһоҙ шәхескә әйләнде. Азатлыҡ һәм хоҡуҡтар бөгөн дә бик мөһим булып ҡала, һәр хәлдә беҙгә уны БР һәм РФ Конституциялары гарантиялай. Ул саҡта иҡтисади өлкәлә күп вәкәләттәр алдыҡ, был 90-сы йылдар башындағы күсеү дәүерен һәм “шаңҡытыу терапияһы”н еңел кисереү мөмкинлеге бирҙе. Суверенитет ысын мәғәнәһендә хоҡуҡи һәм сәйәси яҡтан тулылана. Башҡортостан был йылдарҙа донъя аналогтарынын ҡалышмаған үҙ ҡануниәт базаһын булдырҙы. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында вәкәләттәрҙе һәм компетенцияларҙы сикләү буйынса оло уңыштарға өлгәшкәйне. Башҡортостан барлыҡ халыҡтарҙың да мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп үҙенең милли сәйәсәтен үткәрҙе, бик күп дәүләт программалары ҡабул итте.
- Ә бына ошо йылдарҙа халыҡҡа вәғәҙә ителгән хоҡуҡтар һаҡландымы?- Һуңғы йылдарҙа терроризмға ҡаршы көрәш һәм власть вертикален нығытыу һылтауы менән Конституциянан республика суверенитеты, башҡорт халҡының үҙбилдәләнеше тураһындағы пункттар юҡҡа сығарылды. Бер юлы Федераль үҙәк бер яҡлы рәүештә Федератив договорҙың төп положениеларынан баш тарта һәм артабан бындай килешеүҙәр төҙөмәй. Ошо арҡала бөгөн дәүләт суверенитеты тураһында һөйләү “модала” түгел, был термин сәйәси лексиконда ғына түгел, ғилми яҙмаларҙа ла ҡулланылыштан төшөп ҡала бара. Әммә беҙ тәү сиратта документтар менән нығытылған һәм йәмғиәт аңында булған факттарҙы танырға тейешбеҙ. Рәсәй Конституцияһының 5-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составындағы дәүләт булып тора, үҙенең ҡануниәте һәм конституцияһы, һөҙөмтәле эшләп килгән дәүләт власы бар. Социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси процестарға идара итеүҙә, бер аҙ сикләнгән булһа ла, етерлек вәкәләттәребеҙ бар әле.
Бер ниҙән дә ҡурҡмаҫҡа
- Федерализм һәм дәүләтселек тураһында әйтә биреп ҡуйҙығыҙ. Бөгөн был проблемаларҙы беҙ үҙебеҙ хәл итә алабыҙмы?- Бөгөнгө федерализм тураһындағы бәхәстәр Рәсәй империяһында XX быуат башында булған үҙгәртеп ҡороуҙар хаҡындағы дискуссияларҙы хәтерләтә. Ул саҡта федералистар һәм унитаристар араһындағы ҡаты көрәш шарттарында Рәсәйҙең федератив ҡоролошо яғы һайлана. 90-сы йылдар башында Рәсәй Федерацияһының демократик принциптарҙы үҫтереүгә һәм федератив ҡоролошҡа тартылыуы тағы бер тапҡыр иҫбат ителә. Бөгөн иһә Рәсәйҙә, дәүләт власының юғары эшелондарында был принциптарҙан баш тартырға тырышыу күренә. Дөйөм алғанда, Рәсәй дәүләтселегенең хәҙерге хәлен ике тенденцияның - федерализм һәм унитаризмдың ҡаршы тороуының башланғыс осоро тип баһаларға була. Бөгөнгө хәлдең киҫкенлеге шунда: яһалма булдырылған билдәһеҙлек һәм хоҡуҡи бушлыҡ шарттарында Федераль үҙәк күп социаль проблемаларҙы хәл итеүҙе төбәктәр һәм республикалар иңенә һала.
Хәҙерге ил һәм республика үҫешенең социаль-иҡтисади, сәйәси һәм социаль-мәҙәни проблемаларын анализлаған саҡта беҙ һәр саҡ сәйәсәт һәм хоҡуҡ ҡына түгел, ә иҡтисад, социаль өлкәләрҙә федерализм принциптары инҡар ителгән ҙур проблемалы зоналар барлығына килеп төртөләбеҙ. Был, тәү сиратта, ер һәм ерҙән файҙаланыу, һыу, урман ресурстарын ҡулланыу, файҙалы ҡаҙылмалар, эшкәртеү продукттары запасы һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағыла. Федераль үҙәк был үтә мөһим социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә республикаларҙы һәм башҡа субъекттарҙы ситләтеп, килешеүле мөнәсәбәттәрҙән бер яҡлы рәүештә баш тарта. Был иһә ошо һәм башҡа бик күп проблемаларҙы тағы киҫкенләштерә генә. Тап ошоноң өсөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының секция ултырыштарында ер, милек проблемалары ла ҡаралды.
Федераль үҙәк үҙе лә федерализм мәсьәләләрендә үҙ юҫығын таба алмай шикелле. Минеңсә, Рәсәйҙәге федератив һәм демократик үҙгәрештәр башында торған Башҡортостандың федераль власҡа илдә федерализм үҫешенең принципиаль мәсьәләләрен тәртипкә килтереүҙә ярҙам итеү өсөн әхләҡи һәм тарихи хоҡуғы бар. Башҡортостандың Рус дәүләте менән килешеүле мөнәсәбәттәр булдырыу тәжрибәһе, практикаһы һәм йолалары федераль кимәлдә ныҡлап өйрәнеүҙе талап итә.
- Үҙәктә үҙаллылыҡтан ҡурҡыу көслө һымаҡ...- Юҡ, суверенитеттан һәм халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше принциптарынан ҡурҡыу кәрәкмәй. Башҡорт халҡы инде 450-нән ашыу йыл элек Рәсәй сиктәрендә үҙбилдәләнешен тапҡан һәм беҙҙә унан сығыу тураһында уй ҙа булғаны юҡ. Һүҙ Рәсәй Федерацияһы һәм уның конституцион “майҙаны” сиктәрендә үҙбилдәләнешкә хоҡуҡ тураһында бара. Республиканың суверенитеты тураһында әйткәндә, әлбиттә, һүҙ Федераль үҙәк үҙе Башҡортостанға биргән һәр бер халыҡта булырға тейешле тәбиғи хоҡуҡтар һәм вәкәләттәр тураһында бара. Рәсәйҙең үҙ составындағы милли республикалар мәнфәғәттәрен һанға һуҡмауы күрше бойондороҡһоҙ дәүләттәргә (Украина, Белоруссия, Молдова һәм башҡа), улар араһындағы бәйләнештәр ныҡлығында шикләнергә сәбәп бирә түгелме?
Шулай итеп, беҙ бөгөн Рәсәйҙә дәүләт ҡоролошоноң федератив принцибына реаль ҡурҡыныс янауы шаһиттарына әйләндек. Был шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Федератив договор, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм уның Рәсәй составындағы дәүләтселеге нигеҙҙәрен һаҡлау көнүҙәккә әйләнә. Рәсәйҙең Конституцион нигеҙҙәрен һаҡлау дәүләт власы органдарының һәм алдынғы сәйәси партияларҙың өҫтөнлөклө маҡсаты һәм бурысы булып тора. Шул уҡ ваҡытта был бурыс йәмәғәт ойошмалары, тәү сиратта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иңенә һалына. Бындай шарттарҙа, минеңсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенсәлекле “йәмәғәт палатаһы” һәм халыҡ трибунаһы ролен үтәргә тейеш. Республика һәм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған саҡта эҙмә-эҙлекле һәм ныҡышмалы булыу талап ителә, сөнки РФ һәм БР Конституциялары халыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙың цивилизациялы һәм асыҡ формала булыуын гарантиялай. Республика һәм халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һәр башҡорттоң изге бурысы булыуы тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА әңгәмәләште.
Yeshlek.ru