Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Ҡунаҡсылға - ҡара яу
2-07-2010, 19:18 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 750
Ҡунаҡсылға - ҡара яу «Әзербайжан республикаһының Баҡы ҡалаһында йәшәүсе башҡорт диаспораһының шашыныуы барлыҡ сиктәрҙе ашып китте. Башҡорттарҙың башбаштаҡлығының һуңғы нөктәһе - улар үҙҙәренә эш буйынса килгән әзербайжан егеттәрен һыу эскеһыҙ итеп туҡмап, милицияға тапшырғандар».
Әзербайжандың үҙәк гәзитендә ошондай мәғлүмәт баҫылған, тиһәләр, һис кем ышанмаҫтыр, моғайын. Ошо уҡ ваҡытта үрҙә яҙылғандарҙың тап киреһе Башҡортостандың башҡорттар иң күп йәшәгән төбәге - Баймаҡ районында, Баймаҡ ҡалаһында булды. Бында башҡорт ерендә йәшәүсе әзербайжан диаспораһы тарафынан башҡорт егеттәре туҡмала.
Баймаҡ техник хеҙмәтләндереү станцияһын тотоусы Азамат Әхмәтов үҙенең бәләгә тарыу тарихын түбәндәгесә бәйән итә:
- Яҙын үҙебеҙ һатып алған бинаны һүтеп, швеллерҙарын алып китергә йөрөгән әзербайжандарҙы һәм уларҙың эшселәрен тоттоҡ. Был ваҡиға буйынса беҙ милицияға уғрылыҡ хаҡында ғариза яҙып һалдыҡ. Тик, күпмелер ваҡыт үткәс, әзербайджандар беҙгә:»Маташмағыҙ - беҙ барыһы өсөн дә түләнек. Бинаны беҙгә бүләк иттеләр. Милиция ла енәйәт эше ҡуҙғытырға нигеҙ юҡ, тип ҡарар ҡабул итте инде»,- тип әйттеләр.
Икенсе уғрылыҡ осрағы күптән түгел булды. 25-27-се июндәрҙә, беҙҙең эш урынында булмауҙан файҙаланып, кемдер тимер-бетон плиталарҙы урлап киткән ине. Тәүге осраҡтағыса, эҙҙәр был юлы ла әзербайжандарға илтмәҫме, тип, уларға барҙыҡ.
Баймаҡ СТО - һы хужалары Азамат Әхмәтов, Әхмәт Хөсәйенов һәм уларҙың дуҫы Нурмөхәмәт Бикбирҙин Баймаҡтың осонда урынлашыусы, әлеге ваҡытта әзербайжандарҙың шәхси милке булған «Баймаҡ-ит» ит комбинатына юл тота.
- «Баймаҡ-ит» иттең ҡапҡаһы асыҡ, һаҡсылары күренмәй ине. Шуға ла беҙ машина менән төпкәрәк, төҙөлөш майҙанына, эшләп йөрөгән кешеләр янына килеп туҡтаныҡ. Сөләймән исемле әзербайжанға, һөйләшер кәрәк ине, тигәс, ул беҙҙе офисҡа инергә саҡырҙы. Офисҡа инеп барғанда, күҙ ҡырыйы менән генә ит комбинатының ҡапҡаларын ябып, беҙҙе бикләгәндәрен абайлап ҡалдым. Шулай ҙа, ул-был нәмә уйламай, офисҡа индек. Сөләймән, инеп барышлай, үҙенең янындағы иптәшенә милиция саҡырырға бойорҙо.
Офиста Сөләймән һәм уның иптәше беҙгә ҡысҡыра, янай, һуғышырға этәрә башланы. Беҙ быға иғтибар итмәй, ултырғыстарҙа ултыра бирҙек. Ул арала тәҙрәнән милиция уазигы күренде - «ГНР» (группа немедленного реагирования). Офисҡа милиция майоры Талип килеп инде. Сөләймән уға: «Быларҙы алып китегеҙ», - тип бойорҙо. Талип беҙҙән һорай:
- Егеттәр, нимә булды бында?
- Ә һеҙҙе нимәгә тип саҡырҙылар һуң?
- Ит комбинатында һуғыш бара, тип шылтыраттылар.
- Шунан, һуғыш барамы һуң?
- Юҡ, үҙем аптырайым...
Ҡунаҡсылға - ҡара яу Оҙаҡ аптырарға тура килмәне Талипҡа ла, беҙгә лә. Офистың ишеге асылып та китте, унлаған әзербайжан егете йүгереп килеп инеп, беҙҙе таяҡтар менән туҡмай ҙа башланылар. Милиция, айыраһы урынға, беҙҙең ҡулдан тотоп торҙо. Нурмөхәмәтте, һөйрәкләп, офистан алып сығып киттеләр. Мин, үҙемде тотоп тороусы милиционерҙы этеп ебәреп, офистан йүгереп сығыуыма, Нурмөхәмәтте асфальтҡа һалып алып, таяҡтар менән туҡмайҙар ине. Уны арҡалап, тартып торғоҙорға маташҡанда, тағы ла бер милиция наряды килеп етте, һәм беҙҙе туҡмау шул саҡта ғына туҡталды.
«Тиҙ ярҙам» машинаһы килеп етте, һәм әзербайжандарға инеп киттеләр. Ярты сәғәттән генә, беҙҙең янға килеп, Нурмөхәмәткә дауаханаға барырға ҡушытылар. Беҙҙе, туҡмалған кешеләрҙе, милиция уазигына ултыртып ҡуйҙылар. Беҙ ултырабыҙ, әзербайжандар килеп, тәҙрәнән һүгенәләр, кәмһетәләр. Милиция өндәшмәй. Бүлексәгә алып барып, аңлатма алдылар. Бар хәл-ваҡиға милицияның күҙ аҫтында булһа ла, әзербайжандар, беҙ уларға баҫып инеп, һуғыш ҡуптарҙы тип, милицияға ғариза яҙҙылар.
Бына шундай хәл-ваҡиға була июнь айының һуңғы көнөндә Баймаҡ ҡалаһында. Әлеге ваҡытта әзербайжандарҙан туҡмалыусы Нурмөхәмәт Бикбирҙин, ете бала атаһы, ҡулы һынып, төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡала дауаханаһының травма бүлегендә ята. Ҡулы имгәтелгән Хөсәйенов Әхмәт дауаханаға һалынмай.
Ваҡиға булды ла бөттө, әммә уның артынан фәҡәт күп һорауҙар тороп ҡалды. Күрмәмешкә һалышып, был проблеманы бөтөрөү мөмкин түгел – ялһынған (воспаленный) аппендицит кеүек, иң кәрәкмәгән мәлдә ярылһа, һөҙөмтәләр бик күңелһеҙ буласаҡ. Иң ҡыҙыҡһындырғаны - нилектән ер аяғы ер башынан сит илгә килеп, ғәҙәттә ҡыйылмаса халыҡ шундай сиккә етеп шаша, үҙен иркен тота башлай? Кемгә арҡалана улар? Сәбәбе ниҙә? Ошо һорауҙы бер-нисә кешегә биреп ҡарарға булдым. Әңгәмәселәрем - Баймаҡта тыуып - үҫкән, урындағы халыҡ вәкилдәре

Ринат:
- Баймаҡта әзербайжандар сағыштырмаса яңыраҡ килеп йәшәй башлаған халыҡ. Уларҙы 98-се йылдың ҡышында йыртыҡ ботинка кейгән, маңҡалары һуҙылып төшөп торған, миңрәүерәк ҡасҡындар итеп иҫләйем. Шулай булһа ла, улар бик тиҙ генә тормошҡа яраҡлаштылар.
Баймаҡта ситтән килеп йәшәгән милләттәрҙән тағы ике ҙур диаспора бар - әрмәндәр һәм чечендар. Чечендар, күпме йәшәһә лә, урындағы халыҡҡа, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ихтирамлы булдылар, үҙҙәренең был ерҙә ҡунаҡ булыуын белеп йәшәнеләр һәм йәшәйҙәр. Шулай, бер мәл улар менән ыҙғыш сыҡҡас, иң ололарына тоттом да әйттем - беҙҙең ерҙә нимә юғалттығыҙ? Ана, ҡайтығыҙ Чечняға - һуғышығыҙ. Беҙ иһә үҙ еребеҙҙә, ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойған ерҙә йәшәйбеҙ. Чечен үҙенең телендә егеттәренә нимәлер тине лә, беҙгә руссалап: «Дөрөҫө шул, ғәйеп беҙҙә», - тип әйтте, проблема шуның менән тамамланды.
Әрмәндәр менән хәл башҡасараҡ булды. Шулай, бер мәл халыҡ уларҙың самопал араҡы, наркотик һатыуына, шашыныуҙарына ҡаршы дәррәү күтәрелеп, бер көн эсендә уларҙы Баймаҡтан ҡыуырға тип ҡалҡынды. Дөрөҫ, милиция, именлек хеҙмәткәрҙәре уларҙы яҡлап, йәштәрҙе берәм-һәрәм тотоп ҡурҡытып, әрмәндәрҙе яҡлап алып ҡалдылар, әммә уларға был дәрес файҙаға булды: әрмәндәр бөгөн дә тыныс, ипле йәшәп килә, ғаилә ҡора, бала үҫтерә. Үҙҙәренең беҙҙең ерҙә ҡунаҡ булыуын белә. Әзербайжандар иһә аҡылһыҙ булып сыҡты: ҡайһы бер түрәләрҙе һатып алып, халыҡтан көлөргә була тип уйлап яңылыштылар. Һуштарына килтерер өсөн, хоҡуҡ яҡлау хеҙмәткәрҙәренең, һалым хеҙмәтенең, һалым енәйәттәре буйынса идаралыҡтың уларҙың «ҡойроғона» баҫыуы шарт. Һәр эштәрен энә күҙенән үткәрһәң, барлыҡ ҡырын эштәре өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Ишетеүемсә, улар «Баймаҡ-ит» ит комбинатын законды үтәмәйсә, ришүәт аша ҡулдарына төшөргән, шуға ла әлеге ваҡытта күп кенә ришүәтселәр был хәл өҫкә ҡалҡып сыҡмаһын өсөн көс һала, туҡмалған егеттәрҙе ғәйепле теп күрһәтеп, халыҡ алдында фаш булыуҙан ҡотолоп ҡалырға тырыша.

Илдар:
- Әзербайжандарҙы электән яҡшы беләм - СССР ваҡытында сит ерҙәрҙә күп эшләргә тура килде. Әзербайжандар йә сәскә һатыу, йә наркотик һатыу, йә ит һатыу менән булышалар. Беҙҙең халыҡ сәскәгә ҡыҙыҡмай, наркоконтроль хеҙмәте лә наркотиктарҙы тиҙ генә асыҡлап, ултырталар. Шуға ла уларға беҙҙең яҡта иң ҡулай кәсеп - ит менән сауҙа итеү ҡалды. Ҡоролоҡҡа иң ныҡ шатланыусылар - Баймаҡ әзербайжандары, тиһәм, яңылышмаҫмын. Улар был ҡоролоҡҡа төплө әҙерләнде - ит комбинаты территорияһындағы туңдырғыстарҙы яңырттылар, яңыларын төҙөнөләр. Кеше хәҙер ҡоролоҡтан ҡурҡып, малын күпләп һуя башланы, ә әзербайжандар, тере малдың килоһын 30 һумдан аласаҡбыҙ, тип хыялланалар. Һәм аласаҡтар ҙа, сәнки башҡа вариант булмаясаҡ. Айырыуса, Башҡортостан хөкүмәте, район хакимиәте, ҡоролоҡ ваҡытында малды ситкә сығармаҫҡа, урындағы эшкәртеүселәргә генә тапшырырға, тигән ҡарар сығарһа... Мине иң ҡыҙыҡһындырғаны - нисек итеп Баймаҡтың ит комбинаты әзербайжандар ҡулына эләкте икән? Ошо предприятиеның һатылыу, ҡуртымға бирелеүенә бәйле барлыҡ документтарҙы ла күтәрергә, коррупция эҙҙәрен тикшерергә кәрәк, минеңсә. Рәсәй хөкүмәте коррупцияға ҡаршы көрәш йәйелдергәндә, ошо мәлде уңайлы файҙаланырға кәрәк. Айырыуса, әзербайжандар кәрәккән урында ла, кәрәкмәгән урында ла «Беҙҙе шул-шул кешеләр яҡлай», - тип исемләп тороп шапырынып йөрөгәндәрен иҫәпкә алып, был хәл иткеһеҙ мәсъәлә булмаясаҡ. Урыҫтарҙың шәп әйтеме бар - «в чужой монастырь со своим уставом не ходят». Әзербайжандар иһә үҙ ҡағиҙәләре менән килде, эште боҙҙо, милләт-ара татыулыҡты боҙҙо.

Бөгөнгө көндә Баймаҡта ваҡиғалар ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Баймаҡ эске эштәр бүлегенең иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшеүсе бүлексәһе, Баймаҡ СТО - һының хужалары бәхәсле бинаны һатып алмаған, тип, уларҙан ғәйеп эҙләй, әзербайжандарҙың һүҙен дөрөҫкә сығара. Ғәҙеллек тантана итерме был ваҡиғала, әллә?..
Илшат Ҡансурин

Йәшлек
 
 (голосов: 7)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Һуңғы сик
  • Төп хәстәребеҙ - эш урындарын арттырыу
  • Баймаҡ бутҡаһы
  • Малыңды арзанға һәм ситтәргә һатма!
  • Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.