27 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында булды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Шамил Вәхитов, Юрий Пустовгаров, Фидус Ямалетдинов, Илшат Тажетдинов, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралыҡ начальнигы Марат Мәһәҙиев һәм Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Сәйетов оҙатып йөрөнө.
Ҡала халҡы менән осрашыуРөстәм Зәки улы Баймаҡ районындағы эш сәфәрен халыҡ менән осрашыуҙан башланы. Баймаҡ ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш микрорайонында йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы туранан-тура республика башлығына бирә алды.
Ҡаланың был биҫтәһе 1996 йылда төҙөлә башлай. Унда башлыса йәш ғаиләләр йәшәй. Йылдан-йыл шәхси йорттар һаны арта. Әммә халыҡ көнкүреш өсөн мөһим һаналған уңайлыҡтарҙан мәхрүм. Һыу менән тәьмин итеү әле булһа хәл ителмәгән. Бында һәр хужа үҙ ихатаһында 30-40 метр тәрәнлектә ҡоҙоҡ ҡаҙҙырырға мәжбүр. Электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә лә проблема бар. Бағаналарҙы һәр кем үҙе ултыртып, йорттар “ваҡытлыса” линияларға тоташтырылған. Электр көсөргәнеше лә бик түбән. Бигерәк тә ҡыш айҙарында ул 150 вольтҡа ҡәҙәр кәмей. Һөҙөмтәлә, көнкүреш техникаһы йыш сафтан сыға. Кистәрен иһә шәм кеүек янған ут яҡтыһында балалар китап уҡый, дәрес әҙерләй.
“Зәңгәр яғыулыҡ” – ҡала халҡы өсөн иң ҙур проблемаларҙың береһе. Әлибаев урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттар 2008 йылда уҡ ҡалҡып сыҡты. Проект күптән әҙер булыуға ҡарамаҫтан, финанс булмау сәбәпле, был йорттарға әле булһа газ селтәре һуҙылмаған.
Рөстәм Хәмитов халыҡ күтәргән һорауҙарҙы ныҡлы өйрәнеп, уларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәге хаҡында белдерҙе.
Ҡуянтауҙа мәктәп төҙөләсәкРеспублика Президентын Ҡуянтау ауылы халҡы ҙур тулҡынланыу менән көтөп алды. Сөнки уларҙы борсоған проблема тиҙ арала хәл итеүҙе көтә – балалар мәктәпһеҙ тороп ҡалған. 1962 йылда төҙөлгән белем усағы быйыл техник торошо буйынса файҙаланыуға ҡабул ителмәгән: бина емерелеп бара, түбәһенән һыу үтә, ҡышын бында ныҡ һыуыҡ. Әлеге ваҡытта республикала бындай проблемалы дүрт мәктәп бар: тағы икәүһе Өфөлә һәм береһе — Дәүләкәндә. Бында үткән йылда уҡ дәрестәрҙе балалар баҡсаһында үткәреп, уҡыу йылын көскә тамамлағандар. Яңы мәктәп төҙөлә башлаған, әммә етерлек аҡса бүленмәү сәбәпле, төҙөлөш туҡтап ҡалған.
Р.З. Хәмитов мәктәп менән танышып сыҡҡандан һуң, төҙөлә башлаған яңы бинаны ҡараны. Унан Ҡуянтау ауылы халҡы менән осрашып, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Президент яңы мәктәпте төҙөп бөтөүгә ярҙам итәсәген белдерҙе.
Президент – ТемәстәТемәс ауылындағы эш сәфәрен республика башлығы шәхси эшҡыуар Айбулат Байраҡаевтың һөт ҡабул итеү пунктының эше менән танышыуҙан башланы. Рөстәм Зәки улы был бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектының проблемалары менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Айбулат Бикйән улы билдәләүенсә, һөт ҡабул итеү пункты Темәс һәм шул тирәләге ауылдарҙың шәхси хужалыҡтарынан көн дә 4 тонна продукция ҡабул итә. Артабан һөттө эшкәртеү өсөн Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларына оҙаталар. Предприятиела ун кеше эшләй. Әлбиттә, әҙер сеймалды ситкә оҙатыуға ҡарағанда, үҙебеҙҙә эшкәртеү күпкә отошлораҡ. Әммә эшҡыуарға арендаға алған бинаны һәм ерҙе һатып алыуҙа проблемалар бар. БР Президенты был проблеманы яйға һалырға вәғәҙә бирҙе.
Республика етәксеһе артабан Усмановтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды. Был ғаилә биш бала тәрбиәләй, шуның берәүһен улар бынан биш йыл элек патронат тәрбиәгә алған. Сәй табыны артында шәхси хужалыҡты борсоған проблемалар ҙа күтәрелде. Шуларҙың береһе – трактор һатып алыу. Әммә бының өсөн 80 мең һум башланғыс иғәнә кәрәк – ул сумманы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй. Рөстәм Зәки улы Усмановтарға ярҙам итәсәген белдерҙе.

Киләһе объект – Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Быйыл тарихи бинаны реконструкциялауға республика бюджетынан аҡса бүленгән һәм бөгөн унда ремонт эштәре бара. БР Милли музейының генераль директоры Ғ.Ф. Вәлиуллин Президенттан экспонаттарҙы реставрациялау өсөн аҡса бүлеүҙә ярҙам итеүен һораны. “Был бина башҡорт халҡы өсөн изге урын – сөнки тап ошонда тәүге Башҡорт хөкүмәте төҙөлгән, хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ошо музей республикала иң яҡшыһы булырға тейеш”, – тине Ғәле Фәйзрахман улы. Р.Хәмитов был йүнәлештә кәрәкле саралар ҡабул итергә вәғәҙә бирҙе.
Музейҙан сыҡҡас, республика башлығы ауыл халҡы менән аралашты. Темәстәрҙең Рөстәм Зәки улына теләктәре лә, һорауҙары ла күп булып сыҡты. Эсәр һыу менән тәьмин итеү, яңы урамдарға электр линияһы үткәреү, тәбиғи газ селтәрҙәре төҙөү, ауылда ашхананы ҡабаттан асыу, эшһеҙлек – бына ошондай проблемалар борсой булып сыҡты кешеләрҙе. Урындағы мәктәп уҡыусыһы Айгөл Мырҙабулатова йәштәр өсөн ял үҙәге булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе.“Ашхана йәки ресторан асыуҙы вәғәҙә итә алмайым, әммә башҡалары буйынса мотлаҡ шөғөлләнәсәкбеҙ”, – тине ышаныслы рәүештә Президент.
“Һаҡмар” леспромхозы” ЯСЙ-һында иһә Президент предприятиеның бөгөнгө һулышы, проблемалары менән ҡыҙыҡһынды. Леспромхоз директоры Б.В. Макаров әйтеүенсә, йәмғиәт бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Иҫкергән ағас эшкәртеү техникаһын һәм ҡоролмаларҙы яңыртыу өсөн бер нисә миллион һум аҡса кәрәк. Шунлыҡтан предприятиены тулы ҡеүәткә эшләтеү мөмкин түгел. Йәмғиәт үҙ көсө менән был проблеманы хәл итә алмай, сөнки кредит алыу өсөн иҫке матди-техник базаны залогҡа һалып булмай. Ә предприятиеның һыналған коллективы, даими партнерҙары бар, эш хаҡын ваҡытында түләргә тырышалар, башҡа социаль мәсьәләләр хәл ителә. Директорҙы тыңлағандан һуң, Рөстәм Зәки улы был мәсьәләне Сибайҙа үтәсәк кәңәшмәлә тикшереү һәм хәл итеү юлдарын өйрәнеү мөһимлеген белдерҙе.
Ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу мөһимАртабан БР Президенты Сибай ҡалаһында республика Хөкүмәте ағзалары, көньяҡ-көнсығыш төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары, эшкәртеү предприятиелары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда агросәнәғәт комплексының, эшкәртеү производстволарының бөгөнгө һулышы, уларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
– Беҙҙә урман күп, әммә уны эшкәртеү яйға һалынмаған, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Һөҙөмтәлә, ағас күрше өлкәләргә – Силәбе һәм Ырымбурға “китә”. Башҡаса былай ҡабатланырға тейеш түгел – уны үҙебеҙ эшкәртергә һәм ундай производстволарҙан яҡшы табыш алырға тейешбеҙ.
Вице-премьер Ю.Л. Пустовгаров әйтеүенсә, үҫеп ултырған ағастың кубометры бөгөн 150-200 һум тора. Бер кубометр әҙер таҡтаны әле 4 меңгә һаталар. Тимәк, сеймалды һатырға түгел, ә эшкәртергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә һөт, ит эшкәртеү производстволарының эшен йәнләндереү зарур. Сөнки беҙҙә бының өсөн потенциал етерлек. Атап әйткәндә, Баймаҡ районында тап ошо йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
– Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Баймаҡ районы ауылдарында булып һәм халыҡ, предприятиелар етәкселәре менән аралашҡандан һуң, был төбәктә ғәйәт ҙур тәбиғәт һәм кадр ресурстары барлығына тағы бер ҡат инандым, – тине Президент. – Бында ауыл хужалығын, туризмды үҫтереү, эшкәртеү производстволары асыу өсөн яҡшы шарттар бар. Һәм халыҡ та етеш йәшәргә тейеш булып сыға. Әммә был райондарҙағы йәшәү кимәле республиканың башҡа төбәктәренә ҡарағанда күпкә түбән. Төп бәлә – баҙар иҡтисады шарттарында үҙ ресурстарың менән дөрөҫ файҙалана белмәү. Шул уҡ ваҡытта күберәк инвестициялар йәлеп итеү мөһим.
Кәңәшмәлә ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса үткәрелгән саралар һөҙөмтәһе лә тикшерелде. Уның һуңында төбәкте үҫтереүҙең комплекслы программаһын булдырыу тураһында ҡарар ителде. Был, әлбиттә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың тормошона яңы импульс бирәсәк. Ҡеүәтле потенциалы булған беҙҙең район да яңы һулыш алыр, тигән өмөт ҙур.
БР Президенты Р.З. Хәмитовтың республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә тәүге рәсми визиты бик эшлекле шарттарҙа үтте. Республика башлығының сәфәренән барыһы ла, айырыуса ябай халыҡ, бик ҡәнәғәт ҡалды.
Лилиә ТАКАЕВА,
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
Азамат Мөхәмәтшин.
2010-08-30
Һаҡмар