
…Оҙон сиратҡа баҫҡан кешеләр араһында хәлһеҙләнгән, “ана йығылам, бына йығылам” тип торған өлкән йәштәрҙәге инәй шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Янынан ашығып, тапай яҙып үткән кешеләргә лә, эргә-тирәһендәгеләрҙең талашыуына ла вайымһыҙ ҡалған әбекәй, кемдер яңылыш төкөһә, этһә, һөрлөгә яҙып китә лә, кире стенаға һөйәлә. Түҙмәй: “Ултырып торһағыҙсы, инәй!” – тип иңбашына ҡағылам. Ул моңһоу күҙҙәрен миңә төбәне лә: “Ҡыҙым ошо кешенең артынан ҡалмаҫҡа ҡушҡайны... Сират юғала, ти”, – тип көрһөндө. Ябай, әммә иңрәп, һыҡтап, тигәндәй әйтелгән һүҙҙәргә ҡарағанда оло кешенең тамам хәлһеҙләнеүе, аҡтыҡ көсө менән баҫып тороуы аңлашылды. Уны көсләп тигәндәй, урын табып ултырттым. Әбейҙе тынысландырыу өсөн, сираттағыларҙы әллә нисә ҡат иҫкәрттек. “Ҡан баҫымым ныҡ күтәрелеп китте, дарыуымды алайым әле”. Әбей ҡалтыранған ҡулдары менән дарыу төймәһен алып ҡапты. Оло кешеләргә бындай урындарҙа йөрөмәү хәйерлерәк булыуын, әгәр инде мотлаҡ үҙе кәрәк булһа, кемдеңдер оҙатып йөрөүе мөһим икәнлеген өндәшәм.
“Эй, балам, башыма килеп төшкән бәләнән ҡотолоу, уйламаған ҡайғы-хәсрәттән арыныу өсөн был сиратта көнө буйы түгел, төнөн дә баҫып торорға ризамын... Минең бабай Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Алған яраларынан мандый алмай, һаулыҡҡа туйына алмай үлеп китте. Дүрт бала үҫтерҙек. Аҡыллы, һәр береһе юғары белемле. Уларҙы кеше итеү, уҡытыу өсөн көсөмдө лә, үҙемде лә йәлләмәнем. Ауылда яңғыҙым тыныс ҡына йәшәп ята инем әле. Анау, торлаҡ алыуға сертификат тапшыра башлағастар, балаларыма әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Тәүҙә береһе, унан икенсеһе килеп талай башланы. Әйтерһең дә, мин иртәгә үк үлергә йыйынам. Тиҙерәк торлаҡ алып, васыят яҙыуҙы талап итәләр. Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән балаларымды танымайым, ен алмаштырғанмы ни, аҡыралар, ажғыралар. Ә кемеһенә васыят итергә һуң ул фатирҙы? Кинйә малайға, тип әйтеп, башҡаларына дошман булдым. Уртансы ҡыҙым: “Һин операция эшләтеп дауаханала ятҡанда, улың ҡаранымы һине, ул һинең аҫтыңды таҙарттымы?!” – тип көн һайын йәнемде үртәй башлағас, бар тейешле ҡағыҙҙарҙы уның исеменә яҙҙыртырға булдым. Бының хаҡта белгәс, башҡалары ата йортона юлды онотто. Ғәфү итмәҫтәр инде мине... Ниңә Хоҙай Тәғәлә миңә бабайымдан шул тиклем артыҡ ғүмер бирҙе икән? Балаларымдың талашыуын бар ауыл белә, кешенән оят. Быға тиклем “өлгөлө ғаилә, балаларының һәр береһе юғары белем алған, тәртипле, эсмәйҙәр” ти торғайнылар. Бәлки, бабайым менән бер ваҡытта вафат булһам, тормоштоң әсеһен дә татып, бер-береһенә терәк булып ҡына йәшәрҙәр ине. Ҡан дошманға әйләнде лә ҡуйҙылар бит...”
Инәйҙең һөйләгәндәренән шаңҡып ултырып, яныбыҙға бер ҡатындың килеп баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. “Мин һиңә нимә тигәйнем! Хәҙер сираттан тороп ҡалһаҡмы!” – тип ажғырҙы ул. Ҡыҙының тауышынан әбей тағы ла кесерәйеп, бөршәйеп ҡалғандай булды. Уны яҡлашыуыма ҡатындың иҫе лә китмәй: “Ә һеҙ ҡыҫылмағыҙ, ҡартайып, аҡылдан яҙа башлаған әбей ни генә һөйләмәҫ!” – тип әсәһен тартҡыслап тигәндәй алып китеп барҙы.
Күкрәк һөтөн имеҙеп, наҙлап, төн йоҡоларын сабыйына бүләк итеп үҫтергән әсә “алйыған әбей” булып китһә лә, донъялағы иң ҡәҙерле кеше булырға тейеш түгелме икән ни?
Эйе, Хөкүмәттең Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын һәм уларҙың тол ҡатындарын хәстәрләп, торлаҡ менән тәьмин итә башлауы, йәмғиәттең быға тиклем күренмәгән серек шешен ярғандай булды. Район-ҡалабыҙҙың быға тиклем мәртәбәле, маҡтаулы, өлгөлө булған ҡайһы бер ғаиләләре, әсәләренә бирелгән (ветеран бабайҙарҙың сертификат алыуы тыныс үтте) фатирҙы бүлешә алмай, үҙ-ара низағлашып, тартҡылашып бер ойошманан икенсеһенә саба, бер-береһенең өҫтөнә бысраҡ өйә.
Район хакимиәте етәкселегенә бындай ғаиләләр менән көн дә, ҡайһы саҡта көнөнә бер нисә мәртәбә осрашырға тура килә. Был күңелһеҙ күренеш тураһында улар: “Оло йәштәге инәйҙәрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртырға теләү бындай ғаилә фажиғәләренә килтерер, тип уйламағайныҡ. Бер туғандар дошманға әүерелә, бер-береһенең өҫтөнән ялыу яҙа, тағы әллә ниҙәр ҡыла. Хакимиәткә килеп закон даулайҙар, үҙҙәренең ниндәй түбәнселеккә төшөүҙәрен бар донъяға фашлайҙар. Бындай осраҡта беҙҙе, тәү сиратта, күңел яралары кисергән оло кешенең һаулығы борсой. Шуға күрә балаларына аҡылға, уртаҡ фекергә килергә ярҙам итергә тырышабыҙ. Тик улар бер-береһен ишетмәй, зиһендәре фатир мотлаҡ үҙенә эләгергә тейеш тигән фекер менән томаланған. Әсәләренең өлкән булыуы, бындай вәхшилектән йөрәге тотоп, кинәт вафат булыу ихтималлығы борсомай уларҙы. Бындай ғаиләләр менән аралашҡандан һуң, өҫтөңә бысраҡ һыу ҡойолғандай хис итәһең, ауыр уйҙарға биреләһең. Әсәһен уйламай, тик фатир көҫәгән кешеләр етәкселәрҙе урамда ла аулайҙар, беҙҙән “ғәҙел” ҡарар талап итәләр. Әгәр ҡан туғандар бер-береһен аңлай алмай, әсәһен ҡәҙерләмәй икән, ниндәй генә юғары вазифалы кеше булмаһын, бындай насарлыҡты юҡ итә алмай. Иң аяныслыһы – бер туғандарҙың мәңгелеккә дошманлашыуы, тимәк, ғаиләләрҙең юҡҡа сығыуы”, – тип әсенә.
Хакимиәттә торлаҡҡа сертификат өсөн талашып йөрөгән бер туғандар менән осрашырға тура килде. Был осраҡта ла бер тиҫтә бала тәрбиәләгән әсәнең аяныслы яҙмышы бик ныҡ тетрәндерҙе. Күп бала тапҡан, кәртә-ҡура тултырып мал тотҡан, унан һәр бәпесен уҡытҡан, уларҙы башҡаларҙан кәм-хур итмәй кейендергән ҡатындың үҙе өсөн берәй минут ваҡыты булдымы икән? Ни өсөн бар ғүмерен балаларына бағышлаған әсә өйөнән яҙып, кеше фатирында көн күрә, йән биргән ҡырҡтан уҙған “бәпестәре” уны төрлө яҡҡа тартҡыслай, хатта битенә документтарын сәпәй, “ хәҙер һин минең өсөн юҡ!” тигән ҡурҡыныс һүҙҙәр менән ҡәһәрләй? Ошондай мәлдә балаһыҙ ғаиләләргә көнләшмәйме икән инәйҙәр? Ә бит тереләй һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәләренә балалары, Хөкүмәттән фатир даулай торған урынға, үҙҙәре күптән балҡып торған йорт һалып бирергә тейеш ине. Улар өсөн генә йәшәп, бер ниндәй рәхәтлек күрмәгән әсәгә, балаларының бер-береһен дә, үҙен дә тереләй ашауын күреүе ҡот осҡос ауыр һынау бит. Күтәрә алырмы ул был язаны? Юҡтыр. Был балалар әсәһенең бер нисә йыл ғүмерен тартып алыуына шикләнмәйем.
Тағы бер ғаиләләге әбекәй күптән балалары тарафынан ташланған. Уны ейәнсәре ҡарай, тәрбиәләй. Торлаҡ алыуға сертификатты ла улар икәүләшеп юллап, ейәнсәренә яҙҙырырға уйлайҙар. Тик быны белеп ҡалған әбейҙең балалары тауыш ҡуптара. Ни өсөн фатир ниндәйҙер ҡыҙыҡайға эләгергә тейеш әле?! Әбейҙе шунда уҡ бер улы елтерәтеп өйөнә алып ҡайтып китә. Быға тиклем әсәһенең хәлен дә белешмәгән, ҡунаҡҡа ла саҡырмаған балаһының уллыҡ тойғолары уянып, әсәһен көтөргә булып китә. Бындай ҙур “ҡәҙер” өсөн әсәгә ни бары торлаҡ сертификатын улына бирергә генә кәрәк була. Ләкин әбейҙең башҡа балаларының да әсәһенә булған “мөхәббәте” ҡапыл уянып, һәр береһе уны үҙенә йәшәргә алырға тырыша. Ейәнсәргә иһә өләсәһе менән күрешеү ҡәтғи тыйыла. Әбейҙе унан йәшереп тоталар. Балаларының ни өсөн ҡапыл шундай мәрхәмәтле булып китеүҙәрен яҡшы аңлаған әсә бик аҡыллы, бик дөрөҫ аҙымға бара – сертификаттан баш тарта. Әсәһен бик яратҡан улдары ла, ҡәйнәләрен ҡапыл ҡәҙер итә башлаған килендәре лә уны шул уҡ көндө ҡыуып сығара. Ҡан баҫымы күтәрелгән, һаулығы бик ныҡ ҡаҡшаған әбекәй көскә ейәнсәренә килеп ауа. Үкенескә, фатирға сертификатһыҙ оло кеше ейәнсәренә генә кәрәк булып сыға. Хәйер, был донъяла уға тоғро ҡалған, үҙен аҡсаһыҙ ҙа, фатирһыҙ ҙа яратҡан, исмаһам, бер кеше булыуы ҙур бәхет икәнлеген күп ҡарт-ҡоро бик яҡшы аңлай.
Тағы бер ғаиләлә сертификат фажиғәһе оло йәштәге инәйҙең күҙ нурҙарын тартып алған. Уны ҡараған мәрхәмәтле күршеһе: “Бөтөнләй һуҡырайып ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Көн-төн илай. Яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам, әмәлгә мин хаҡлы ялдамын”, – тине уфтанып.
Ә бит уның да үҙ донъя мәшәҡәттәре башынан ашҡан. Өс балаһы бар, йәштәр эшһеҙ ҡалмаһын тип, ейәндәрен дә үҙе тәрбиәләй. Ғүмер буйы аралашып йәшәгән күршеһенең биш балаһы торлаҡ алыу өсөн сертификатҡа үҙ-ара һуғыш башлауы был апай өсөн көтөлмәгән хәл була. Сөнки һәр береһен кескәйҙән белә, уның күҙ алдында үҫкәндәр. “Апай шул йүнһеҙҙәрҙе кеше итәм тип үҙен йәлләмәне. Һәр береһен уҡытты, аҡсаһыҙ ултырмаһын тип ике эштә эшләне, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көттө. Уның ҙур-ҙур сумкалар артмаҡлап Өфөгә юлланыуын күреп, йәнем сыға яҙа торғайны. Күстәнәскә берәй тәмлекәс индерһәң дә, шкафына тығып, “балалар ҡайтҡас ашарбыҙ” йәки “ҡыҙҙарыма ебәрермен” тип ултыра торғайны”.
Шәфҡәтлелеге өсөн инәйҙең балалары уға ҙур “рәхмәт” белдерә – уны сертификатты ҡулға төшөрөү өсөн әсәләрен ҡарауҙа ғәйепләйҙәр. “Был хаҡта ишетеп, барыһы ла бергә йыйылып тауыш ҡуптара башлағас, индем дә: “Сертификатҡа алынған фатир кемдеке буласағын хәл итмәйенсә был йортҡа башҡа килеп йөрөмәгеҙ! Әсәйегеҙҙе тереләй ҡәбергә тығыуығыҙҙы белгән шаһиттар күп, милицияға ғариза яҙасаҡбыҙ. Был йортта башҡа тауыш сығырға тейеш түгел, участковыйҙы ла аңғартып ҡуясаҡмын!” – тинем. Асыуланһалар ҙа, ҡурҡтылар, уҡыған кешеләр бит, законды беләләр. Апай йәл, балаларын һағына, илай, көндән-көн һүнә бара...” –тип әсенеп һөйләй күрше.
Оло йәштәге инәй йыуатыу һүҙҙәрен тыңлап ултырҙы ла: “Кем уйлап тапты был сертификатты?! Бер туғандарҙы талаштырыу өсөн уйланылдымы икән әллә? Бындай хаҡ менән төшкән фатир миңә кәрәкмәй!” – тип һыҡтай башланы.
Эйе, баймаҡтар, сертификат һынауын беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ үтә алманы. Торлаҡ алыуға сертификаттың йорттары иҫке булған инәйҙәргә генә бирелеүе билдәле. Ә бының өсөн тейешле белешмә алырға кәрәк. Ошо ҡағыҙҙы ҡулға төшөрөү өсөн кешеләр нимә генә эшләмәй икән: вазифалы таныштар эҙләнә, аҡса тәҡдим ителә, ғауға ҡуптарыла, янауҙар ҡулланыла...
Сертификатлы булып, дүрт балаһынан яҙған бер инәйҙең һүҙҙәре әле лә йөрәгемдә яңғырағандай: “Ҡыҙым, минең шул тиклем ҡарттар йортонда йәшәгем килә. Хөкүмәт әбей-бабайҙарға фатир таратҡансы, күберәк итеп шундай йорттар һалһын ине. Балалар һаулығыңды һурып ала ла, ҡартайғас, кәрәкмәгән әйберҙәй сығарып ташлай икән. Исмаһам, шундай саҡта башың тығыр ҡарттар йорто булһын ине ул”.
Эйе, күпселек буштан килгән фатир менән һынап ҡарауҙы кисерә алманы. Кешелеклелек ят уларға. Ә улар араһында бөйөк һөнәр эйәләре – табиптар, уҡытыусылар бар, шулай уҡ күбеһе юғары белемгә эйә. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеһенә, әсә йөрәгенә хыянат итеүселәрҙән ниҙәр көтөргә була? Уйлауы ла ҡурҡыныс...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
Һаҡмар