Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Уңған етәксе лә, һоҡланғыс шәхес тә
7-02-2011, 17:21 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 504
Уңған етәксе лә, һоҡланғыс шәхес тәГәзит уҡыусыларҙы Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе һәм хеҙмәт итеүсе һоҡланғыс шәхес—Ридер Шәрип улы Солтангилдин менән таныштырырға булдыҡ. Хеҙмәт юлын ул 1966 йылда «Һәүәнәк» совхозында башлай, оҙаҡламай әрме хеҙмәтенә алына. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егетте комсомол ойошмаһына секретарь итеп һайлайҙар.

Артабан Ридер Шәрип улы 30 йыл буйына Темәс урман хужалығында эшләй. Һәр эште намыҫ менән башҡарырға өйрәнгән егет ябай водителдән предприятие директоры вазифаһына тиклем үрләй. Водитель булып эшләгән йылдарында йыш ҡына социалистик ярыштарҙа еңеп, призлы урындар яулауы ла уның ни тиклем эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй. Һуңынан тиҫтә йылдан ашыу хужалыҡ автогаражында механик, начальник булып эшләй. Р.Ш.Солтангилдин етәкселек иткән йылдарҙа был бүлексә урман хужалығы цехтары араһында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Әлбиттә, Ридер Шәрип улына 130 берәмек техниканан торған ҡеүәтле автопарк менән етәкселек итеүе еңелдән булмағандыр. Ул техниканы төҙөк тотоу һәм аварияһыҙ йөрөтөү өсөн күп көс һала. Автогараж коллективының берҙәм эшләүе арҡаһында Темәс ауыл хужалығы СССР-ҙағы урман предприятиелары араһында призлы урындар яулай. Ул заманда хужалыҡ Мәскәү ҡалаһының «Агролесдревпром» идаралығы ҡарамағында була.

Урман хужалығында эшләгән дәүерендә Ридер Шәрип улы үҙен оҫта ойоштороусы, яуаплы һәм талапсан етәксе, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ эшенең оҫтаһы тип таныта. Шул йылдарҙа ул Ѳфө автотранспорт техникумында ситтән тороп белем ала.

Урман хужалығын үҫтереүгә ҙур көс һалыусы Р.Ш.Солтангилдинды 1996 йылда предприятиеға директор итеп тәғәйенләйҙәр. Көслө ихтыярлы етәксе торғонлоҡ йылдарында ла юғалып ҡалмай, хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн баҙар иҡтисады шарттарында эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

2001 йылдың майында Ридер Шәрип улын Темәс психоневрология интернатына директор итеп ҡуялар. Уның тырышлығы менән был учреждение бик ҙур ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе. Тәү сиратта интернаттың матди-техник базаһы нығытылды. Бинаның тышҡы йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе, бында ҙур күләмле эштәр башҡарылған. Эргәһенә ял итеү паркы төҙөлгән. Йыл әйләнәһенә эшләп торған теплицала йәшелсә үҫтерелә. Интернат корпустарында капиталь ремонт эштәре алып барыла, уларҙың ҡыйыҡтары алмаштырылған, яңы электрүткәргестәр һуҙылған. Таҙартыу ҡорамалдары төҙөү эше йәйелдерелгән.

Берҙәм коллектив уңған хужаның ҡул аҫтында гөрләп эшләй. Табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр интернатта йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, уларҙы үҙ туғанылай күреп хәстәрләй, заманса медицина ярҙамы күрһәтә.

2007 йылда Р.Ш.Солтангилдин етәкселегендә ауырыуҙарҙы реабилитациялау буйынса шәхси программа төҙөлгән. Дауалау-профилактика учреждениелары һәм башҡа ойошмалар менән булдырылған тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре инвалидтарҙың һөнәри эшмәкәрлеген йәйелдерергә һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға булышлыҡ итә. Йыл һайын уҙғарылып килгән спорт ярыштары һәм үҙешмәкәрҙәрҙең ижади конкурстары күптән инде традицияға әүерелгән. Темәс психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулағаны бар.

Р.Ш.Солтангилдин күп тапҡырҙар район һәм ауыл советына депутат итеп һайлана. Әлеге мәлдә ул Темәс ауыл хакимиәте биләмәһе депутаты. Юғары һөнәри һәм кешелек сифаттарына эйә булған етәксене коллегалары, ауыл халҡы һәм республиканың халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ихтирам итә, унан өлгө алырға тырыша.
Альбина Таһирова.


Атайсал
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде
  • Мәктәп етәкселәре
  • Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
  • Темәс йондоҙо
  • Бөйөк Еңеүгә – 65!


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.