
– Әле яңыраҡ ҡына аҡса ебәргәйнек, тағы һораған. Хәҙер сессия башланғас, аҡсаңды әҙерләп кенә өлгөр.
– Ниңә, уҡыуы ауырмы әллә?
– Ауыр булһа ла, булмаһа ла, зачетка араһына аҡса ҡыҫтырыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән инде.
– Нисә һум кәрәк һуң?
– Биш меңдән кәм түгел.
– Әллә, хәҙер кешенән аҡса алыуы ауыр бит ул. Процентҡа эҙләп ҡарамаһаң...
Студент балаһы өсөн борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ханым танышы менән процентҡа аҡса алыу өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә тип баш вата башланы...
Эйе, тормош яҡшыра, матурая, тиһәк тә, ошо заманға яраҡлашып йәшәү, бала тәрбиәләү өсөн көндән-көн күберәк аҡса талап ителә. Эш хаҡтарының онотҡанда бер һәм тинләп кенә, ә аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға, коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтарҙың көн һайын тиерлек артыуына ҡарағанда, берәй көн уйламағанда сит илдә бай туғандарың табылмаҫмы йә бәхетле лотерея эйәһенә әүерелеп булмаҫмы, тип йышыраҡ хыяллана башлайһың. Халыҡтың ошондай мәле менән файҙаланып ҡалырға ашыҡҡан мут әҙәмдәр ҙә йоҡлап ятмай. Былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләрҙе алдап-йолдап, кеҫә ҡалынайталар.
Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек күбәйгән шәхси банкылар тураһында оҙаҡ һөйләп тормайыҡ. Сөнки улар барыһын да закон буйынса эшләй. Уларҙың нисә процент менән эш итеүҙәрен үҙ елкәһендә татығандар башҡаса ундай банкыларға мөрәжәғәт итмәҫкә тип, ант итеп бөтәләр. Утыҙ мең һум алып, етмешәр мең һум ҡайтарыуы еңелдән түгел. Бындай банкыларҙың рекламаһы ла көн-төн эшләй, Интернет селтәре лә улар менән тулған. Хатта өйөңдә ултырып ҡына ла теге йәки был банкының сираттағы ҡорбанына әүерелә алаһың.
Ҡапыл ғына аҡса кәрәк булғанда ҡайҙа барырға белмәй аптыранып йөрөүселәргә ярҙам ҡулы һуҙған “мәрхәмәтле” кешеләр күбәйә башланы. Һүҙем процентҡа аҡса биреүселәр тураһында.
... Кредитын түләй алмаған Таһир ағай ҙа процентҡа аҡса биргән кешегә мөрәжәғәт итә. “Тиҙ арала ҡайтара алмайым”, тиеүенә, тегеһенең “Ярай, хәҙер иҡтисади көрсөк – кешенең аҡсаһы юҡ. Ике ай көтөрмөн”, – тигән һүҙҙәре күңеленә май булып ята. Унан Таһир ағайға паспортын алып килергә ҡуша. “Мин һиңә хәҙер 20 мең һум аҡса бирәм. Әммә мин һине, һин мине белмәйһең, шуға күрә аҡсамды кире ҡайтарыу өсөн миңә залог кәрәк. Хәҙер һинең исемгә кредитҡа телевизор юллайбыҙ. Уның тәүге түләүен ошо 20 мең һум эсенән алабыҙ. Унан кредиттың бер айын һин түләйһең. Был минең һиңә биргән аҡсаның проценты буласаҡ. Ике айҙан һуң аҡсаны ҡайтараһың һәм кредитты минең исемгә күсерәбеҙ”, – ти процентҡа аҡса биреүсе.
Шул рәүешле Таһир ағайҙың ҡулына 20 мең һум урынына, 15 мең һум аҡса килеп эләгә. Аҡса биреүсе ҡиммәтле телевизорҙы машинаһына тейәй ҙә, китеп тә бара. Ә Таһир ағай икенсе айҙан, үҙенең кредитынан тыш, телевизор өсөн дә аҡса түләй. Унан процентҡа аҡса биреүсе менән осрашып, 20 мең һум бурысын ҡайтара. Тик телевизорҙың кредиты тураһында һүҙ сығыу менән, тегеһе “Әйҙә, иртәгә төштән һуң. Паспортым ауылда ятып ҡалған”, – тип ҡабаланып китеп бара. Тик Таһир ағай күпме генә көтһә лә, ул икенсе көндө килмәй. Уны эҙләү, телефонына шылтыратыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Хәҙерге ваҡытта Таһир ағайға, үҙенең кредитынан тыш, телевизор өсөн түләүгә аҡса эҙләргә тура килә. Үҙ ҡулы менән имзаһын ҡуйып, паспортын күрһәтеп алған телевизорҙан ул хәҙер баш тарта ла алмай бит. Барыһы ла законлы эшләнгән.
...Ләлә апай улының туйына аҡса еткерә алмай аҙаплана. Балаһын атаһыҙ үҫтергәнгә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында һынатҡыһы ла килмәйҙер инде. Шуға күрә уға ла процентҡа аҡса биреүселәрҙе эҙләргә тура килә. “Банкыларға барып ҡараным. Унда көтөргә, документтар юлларға кәрәк ине. Ә миңә аҡса бына бөгөн үк кәрәк булды”, – тип уфтана Ләлә апай хәҙер.
Процентҡа аҡса алған өсөн, уның исеменә компьютер алырға ризалаша. Кеше алдауҙан телдәре шымарып бөткән әҙәмдәр апайҙы еңел генә алдап, барыһына ла күндерәләр. Унан 35 мең һум урынына 27 мең һум аҡса тоттороп китәләр. Ләлә апай, банк компьютер өсөн түләүҙе талап итә башлағас, тәүҙә эштең етдилеген аңламай. Унан ваҡытында түләмәгән өсөн штраф та һалынғас, эште асыҡларға була. Уның: “Компьютер өсөн түләргә тейеш икәнлегемде белмәнем. Минең ғәйебем юҡ. Йортомдо барып ҡарағыҙ, компьютер юҡ, ул миңә кәрәкмәй ҙә!” – тип илаулауын бер кем тыңларға ла теләмәй. Сөнки кредит уның исеменә юлланған, апайҙың ҡултамғалары ҡуйылған. Шуға күрә хәҙер Ләлә апайға туйға туғандарынан, таныштарынан йыйған бурысынан тыш, әллә ҡайҙа осҡан компьютер өсөн дә түләргә тура килә. “Ярай, баҡсала үҫтереп алған йәшелсәм, киптергән емеш-еләк бар. Иттең нимә икәнлеген оноторға тура килде. Ә бит шул кешеләрҙе яуапҡа ла тарттыра алмайым. Улар аҡсаһыҙлығым, аптыраныуым менән файҙаланып, мине тишек кәмәгә ултыртты. Әле туғандарым ҡунаҡҡа саҡырһа ла, барырға тартынам, сөнки һәр береһенән бурысҡа аҡса алғанмын. Был кешеләр ошондай гонаһҡа батып нисек йәшәйҙәр, тыныс йоҡлайҙар икән?” – тип үҙенә тынғы тапмай Ләлә апай.
Ундай кешеләрҙең оят, выждан ғазабының нимә икәнлеген дә белмәүҙәрен ябай кешеләр, бигерәк тә ололар аңламай шул. Һуңғы ваҡытта “процентҡа аҡса бирәм” тип халыҡты алдаусыларҙың күбәйеүен онотмаһағыҙ ине. Улар һеҙҙән һуңғы тинегеҙгә тиклем һурып сығарыу өсөн бар артислыҡ һәләтен һаласағын да хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Ә иң ҡурҡынысы хатта ҡан туғандарҙың да бер-береһен шулай итеп төп башына ултыртыуы, бурысҡа батырыуы. Шуға күрәлер инде “Үҙеңдән башҡа бер кемгә лә ышанырға ярамай!” тигән һүҙҙәр беҙҙең замандың девизына әүерелде.
Тағы бер ғаиләнең балаһын дауалау өсөн процентҡа аҡса алып, фатирһыҙ тороп ҡалыуы күңелде тетрәндерҙе. Операция яһатыу өсөн уларға Мәскәү йә Санкт-Петербург ҡалаһына юлланырға кәрәк була. Әммә улар аҡса таба алмай. Ата-әсәләренән, туғандарынан, дуҫтарынан йыйғаны ла етмәй. Операцияны тиҙ арала эшләтергә кәрәк булғас, банк аша түгел, ә процентҡа аҡса биреүсегә мөрәжәғәт итәләр. Был кешенең алыҫ булһа ла туған булыуы уларҙа ышаныс уята. Тик һөҙөмтәлә йәш ғаилә фатирһыҙ тороп ҡала. Әлбиттә, судтан судҡа йүгергәндә фатирҙы ҡайтарыу мөмкинселеге бар ине. Ошондай мәлдә урамда тороп ҡалған йәш әсәнең аҡылы, сабырлығы, таҙа, саф күңеле тетрәндерҙе. “Иң мөһиме – сабыйыбыҙға эшләнгән операция уңышлы үтте. Ул һауыға башланы. Бының өсөн фатирымды түгел, йәнемде бирергә әҙер инем. Беҙҙең аҡса табып биреүебеҙҙе көтмәй, фатирҙы тартып алған кешегә лә бер үпкәм дә юҡ. Уның аҡсаһы беҙҙең балабыҙҙы ҡотҡарырға ярҙам итте. Бәхетле йәшәһен”, – тине ул.
Эйе, кемдеңдер ҡыйын хәлдә тороп ҡалыуы менән файҙаланған кешеләр һәр саҡ булған, бар һәм буласаҡ. Шулай ҙа процентҡа аҡса алыуҙың ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүен онотмай, аҡыл менән эш итеп өйрәнһәк ине. Шулай уҡ яман уйлы кешеләр көнкүреш техникаһы, кеҫә телефондары, мебель һатҡан магазиндар аша эш итеүен онотмағыҙ.
Процентҡа аҡса биреүселәрҙән отолған Ләлә апай һәм башҡа кешеләрҙең әлегә кипмәгән күҙ йәштәре ҡасан да булһа ла онотолор, ә еңел генә кеҫә ҡалынайтыусылар барыбер тейешле язаһын күрер әле...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Һаҡмар