Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы хаҡында
1-04-2011, 11:37 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 674
Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы хаҡындағы ҡыҙыу дискуссияларға айҙан ашыу ваҡыт үтте. Бер нимә лә үҙгәрмәне тиерлек. БДБҠ, БЙИ, Күк бүреләр үҙҙәренең сәйәси уйындарынан бушамай. Башҡорт йәмәғәтселеге был ваҡиғаларға битараф ҡалды. БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың һаны бары тик фонд иҫәбенә генә артты. Әгәр ҙә ул элекке етәксе заманында төшөрөлгән программаларҙы күрһәтеп кенә ултыра икән, тимәк, үҙенең көсһөҙлөгөн иҫбатлай. Тимәк, элекке коллектив яҡшыраҡ эшләгән булып сыға! Ә ҡайҙа Гүзәл Ибраһимова вәғәҙә иткән модернизация? Башҡортса бер генә яңы проект та юҡ. Уның ҡарауы рус телендә Весы тип аталған ябығыу (!) темаһына арналған ҙур проект эфирға сыға башланы. Яңы программаларҙың юҡлығы ябай сәбәп менән аңлатыла: генераль директор үҙен тәнҡитләгән коллектив менән эшләргә теләмәй, ә башҡорт журналистарын табыуы еңел түгел. Йәштәрҙе иһә өйрәтергә, үҫтерергә кәрәк. Дикторҙар, тәжрибәле журналистар эштән ебәрелһә, йәштәр менән кем эшләр һуң?

Журналистар менән генераль директорға ярашырға һәм артабан эшләргә ҡушылғайны. Директор иһә ярашырға теләмәй һәм быны асыҡтан-асыҡ белдерә. Тиҫтәләгән йылдар дауамында матур итеп эшләп килгән, телевидение эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр ҡапыл профнепригодныйға әйләнгәнме ни? Береһенә - акт, икенсеһенә объяснительная һ.б. Әлбиттә, был акттар, увольнениелар - хеҙмәткәрҙәрҙең, журналистарҙың хоҡуҡтарын боҙоу.

Былар - коллективтың эске проблемалары тиеүселәр яңылыша. Журналистар бит үҙҙәренең мәнфәғәттәре өсөн түгел, башҡорт тамашасыһы, башҡорт халҡы исеменән сығыш яһаны. Түҙеп, шымып ҡына ятһалар, был көнгә лә ҡалмаҫтар ине. Башҡорт тамашасыһының, башҡа милләт тамашасыһы кеүек үк үҙ телендә телетапшырыуҙар ҡарарға хаҡуғы бар! Журналистар ошоно иҫбат итергә маташты, иҫбат итте. Ләкин үҙҙәрен арыҫлан менән бер ситлектә артабан йәшәргә ҡалдырҙылар. Ҡарап ҡарайыҡ, кем кемде еңер, тиергә теләнеләрме? Беҙҙең илдә бит власть кемдең ҡулында, дөрөҫлөк тә шуның яғында.

БСТ журналистарының хаты һәм уның эҙемтәләре башҡорт йәмәғәтселеге өсөн бер һынау булды. Үҙебеҙ үҫтергән, махсус факультет асып, уҡытҡан ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы эҙәрлекләүҙән һаҡлай һәм яҡлай алабыҙмы? Юҡ, яҡлай алмайбыҙ булып сыҡты. Башҡорт тамашасыһының мәнфәғәтен уйлап, үҙ телебеҙҙә тапшырыуҙар талап итә алабыҙмы? Юҡ. Битараф булмаһаҡ та, шымып ҡалыуы хәйерлерәк. Әүҙем йәштәрҙең ваҡыты юҡ: улар йә асыға, йә митингка йыйыла. Ә зыялылар, халыҡ, атҡаҙанған исемдәрен йөрөтөүселәр ситтән генә күҙәтеүсе ролен һайланы. Һуң, халыҡ өсөн янып-көймәгәс, ниңә был исемдәрҙе күтәреп йөрөтәһегеҙ һуң һеҙ? Биш йыл һайын ҡабатланып торған юбилейҙарҙы телевизорҙан күрһәтергә кәрәк бит, бәлки, эш шундалыр? Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова, Баныу Ҡаһарманова, Азат Бердиндың фекерҙәрен башҡалар ҙа дәррәү күтәреп алһа, Башфорум ҡулланыусыларының хаты адресатына барып етһә, бәлки, һөҙөмтә икенсе төрлөрәк булыр ине. Һүҙ журналистарҙың эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы тураһында ғына бармай. Ошо һәм башҡа проблемаларға ҡағылышлы дискуссиялар, мөрәжәғәттәр, сығыштар гражданлыҡ активлығын арттырыр, демократия дәресе булыр ине. Битарафлыҡтан арынырға, хоҡуҡтарыбыҙҙы белергә һәм талап итә башларға ваҡыттыр.

Ә беҙҙең зыялыларыбыҙ 90-сы йылдар һынауын үткән кешеләр бит. Башҡорт мәктәптәре, кафедралар, гәзит-журналдар, милли ойошмалар асыу мәлдәрен хәтерләйһегеҙме? Матбуғатта ниндәй ҡыҙыу мәҡәләләр донья күрә торғайны. Былар барыһы ла беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ. Тик шуныһы: ҡасандыр яулап алынған был еңеүҙәр ҙә бөгөн юҡҡа сыға бара. Гәзит-журналдарҙың тиражы әҙәм көлкөһө. Башҡорт теле уҡытыусыларының иртәгә бөтөнләй кәрәкмәүе лә ихтимал. Йәштәр эшһеҙлектән деградацияға дусар. Проблемалар БИХИСАП! Миҫал өсөн президент блогына кем генә яҙмай. Тик башҡорттоң проблемалары ғына юҡ унда. БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүе, журналистарҙы эҙәрлекләү бер сигнал ғына ул. Ошо мәлдә үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп ҡалырға кәрәк.

Был ваҡиғалар беҙҙең тарҡаулыҡты күрһәтте. Был ваҡиғалар башҡорт йәмәғәтселегенә диагноз булды. Артабан беҙҙе ишетерҙәрме һуң?
Зәйнәб
 
 (голосов: 6)
| | Комментарийҙар (3) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • "Башҡорт форумдары"-нан БЮТ тураһында
  • Берәүҙәр халҡым, тип үҙен аямағанда, икенселәр үҙҙәрен халҡы өсөн "һаҡлай ...
  • Башҡорт халҡына мөрәжәғәт.
  • Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
  • БСТ "Башкорттарҙы Ситкә Типтек" каналына әйләнмәҫ борон


  •  

    #1 яҙҙы: я (3 алағарай 2011 23:09)

    Зайнаб апай тулыhынса hезен менан риза шулай ук тагы башкорт китаптары райондарза hатылмай был проблеманыла кутарер карак 

    #2 яҙҙы: Мирза (7 алағарай 2011 14:59)

    Ә минеңсә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бар. Башҡортса тапшырыуҙар күбәйҙе. Яңы проекттар донья күрә башланы...



    Ә гәзит‐журналдарҙың

    #3 яҙҙы: Артур (27 алағарай 2011 16:06)

    Зайнаб: 
    Г.И-ның триумфы хаҡында мәҡәләләр бик күп сайттарҙа, хатта "Вечерняя Уфа" гәзитендә баҫылып сыҡты. Ә уның бихисап хаталары, уйҙырмалары, башҡорт журналистарына, башҡорттар ҡоролтайына яла яғыуы тураһында ләм-мим. Ни өсөн, әйтәйек, башҡорт телендәге "Киске Өфө" гәзите телевидениелағы хәлдәргә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерә алмай? Уларға, моғайын, ҡыҫылмаҫҡа ҡушылғандыр. Двойные стандарты.
    Шуныһы аптырата: Рәсәй кимәленә сығарып ғибрәт итеп һөйләрлек экстремистик, милләтсе телевидениела ТЭФИ премияһына лайыҡ булырлыҡ хеҙмәткәрҙәр бар икән дәһә! 1 августа эшкә килгән кеше бер айҙан ашыу осор эсендә ТЭФИ алырлыҡ продуктты бер нисек тә әҙерләй алмай (конкурсҡа материалдар сентябрҙә ебәрелә), был премиялар - элекке команданың эш һөҙөмтәһе. Гәзит журналистары быны, әлбиттә, аңларға тейеш.
    "Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире - Вячеслав Голов, данлыҡлы башҡорт йырсыһы Мәғфирә Ғәлиеваның улы. Ошоға тиклем был гәзит тә телевидениелағы бәхәстәрҙе ситтән генә күҙәтте, яҡлап та, насарлап та сығыш яһаманы. Тимәк, "триумфатор" хатта сабыр, аҡыллы мөхәррирҙәрҙе лә үҙ яғына ауҙара алырлыҡ юлдар таба белә.
    Әйткәндәй, республика президенты февраль аҙағында телевидение коллективы менән осрашып, уларға хаталарҙы төҙәтергә ике ай ваҡыт биргәйне. Был срок үтте. Үҙгәрештәр булманы. Коллектив ағзаларын больничныйҙағы генераль директор тамам дошманлаштырып бөтөрҙө. Беҙ, тамашасылар күрергә теләгән телетапшырыуҙар юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әле кемгә мөрәжәғәт итергә лә белеп булмай. Кем ул Олег Степанов? Ул башҡортса беләме? Башҡорт телевидениеһы концепцияһын ул нисегерәк итеп күрә икән?

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.