Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Ояттың сиге юҡ!
22-11-2011, 05:01 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 477
Ояттың сиге юҡ!
Ояттың сиге юҡ!!!... Башҡортостанда йәшәп, башҡортса һөйләшкән бер башҡортто таба алманылармы икән тәржемә өсөн?????


Оят. Әйе. Тик бешерелгән балалар өсөн түгел, булдыҡһыҙ булғаныбыҙға оят. Дөйөм алғанда булдыҡһыҙбыҙ, йәғни неконкурентоспособные. Күбебеҙ.
Йәшәү маркерҙарыбыҙ (билдәләүсе флажоктар: 18-23 йәштә үҙ милләттәшең менән ғаилә ҡороп балалар табыу; торлаҡ төҙөү (һатып алыу)… дөйөм алғанда, башҡорт булып, башҡорт мөхитен һаҡлап (тәфтиләү примерында күрҙек), уны үҫтереп, илебеҙҙә хужа булып йәшәү) теләһә ниндәй ҡый идеялар, сүп-сар уйҙар, аҙғын саралар менән күмелгән.
30 йәшлек, күттәрендәге йөндәре ағарып бөткән, теләһә айыу тотоп менерлек егеттәребеҙ өйләнмәй йөрөгәс, өйләнгәндәре лә яҡшылап, тырышып донъя көтмәгәс, тәүәккәл булмағас, бешерелгән түгел, өтөлгән балалар ҙа булыр әле.
Беҙгә нимә кәрәк?
- Йырлап-бейеү, юҡ улай ҙа түгел әле, сөнки күбебеҙ үҙҙәре йырлай ҙа, бейей ҙә белмәй, әртистәр йырлап-бейегәнен ситтән ҡарап түңгәк кеүек тамашасы булып торһаҡ, шул;
- Һабантуйҙар: республиканский, районный, сельсоветовский… арҡаһында күпме ресурс (уйлау, аҡса, ваҡыт) бушҡа китә!
- Йәштәр һабантуйҙары (ныҡ кәрәк сара!!!);
- "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар". ҡалаларҙан, себерҙәрҙән ауылдан 100 йыл элек сығып киткән кешеләр текә ҡорос аттарҙа күпереп торған шашҡан бисәләрен, телен белмәгән иван-марья балаларын тейәп ҡайтып аҙналап эсеп кире юғалалар. Береһе ата-әсәләре, туғандары ятҡан зыяратты кәртәләргә, йә башҡа ауыл файҙаһына 100 һум бирһәсе… Ысынлап ауылым тип уйлаһасы;
- Шәжәрә байрамдары (сараға йыйылған 500 кешенең бишеһе шәжәрәһен яҙа-йоҙа белһәсе)…

Шул ваҡытта урыҫ, татар йәштәре төрлө фәнни конференцияларҙа, экономический форумдарҙа, ошоноҡо кеүек башҡа сараларҙа ҡатнашып, етеш йәшәүгә юл төҙөй. Эшләйҙәр. Ата-әсәләре фатир-торлаҡ алышып ҡайғырта…

Бына нимәгә бешерелгән балалар. Үҙебеҙҙән.

Ҡыҫҡаһы, хәлегеҙҙән килһә, колбаса етештерегеҙ ҙә хатаһыҙ этикетка яҙығыҙ. Хәлегеҙҙән килмәй икән, йырлап-бейеү-күҙәтеү тормошон дауам итеп ондәшмәй генә бешерелгән балаларҙы ашай бирегеҙ.
 
 (голосов: 3)
| | Комментарийҙар (2) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Урыҫтан... сусҡа башы ҡотҡарҙы, йәки Ҡатнаш никахтар кем өсөн отошло?
  • Йәштәр ҡоролтайындағы сығыш
  • Ҡатнаш никах ҡороу... үҙеңә лә, милләтеңә лә юғалтыу ул
  • Ҡарт буйҙаҡтар тарихынан, йәки Әсә мөхәббәте лә һуҡыр була...
  • Уралым бөркөттәре…


  •  

    #1 яҙҙы: Илшат Кансурин (22 ҡырпағай 2011 06:57)

    Миненсэ, халык ни тиклем кызганыс хэлдэ икэнен анлахын осон, кырылыу хэлендэ калырлык кискен тетрэнес кисерергэ тейештер. Янырак туйза булдым. Топ козаларзын  йэштэргэ котлауы: "Бэхетле булыгыз, балалар устерегез, тик осэу ук булмахын!" Шулай, узенен  токомон узе тыйган халыктан ниндэй омот которгэ булалыр?...



    --------------------

    #2 яҙҙы: Ilsur (22 ҡырпағай 2011 10:01)

    Туй ул айрым бер тема, иҫ китмәле тема.

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.