Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Ташланған ҡурсаҡ хәлендә ҡалма
10-02-2012, 12:56 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 416
Ташланғанҡурсаҡ хәлендә ҡалмаҮҙенекен көҫәп, ағымға ҡаршы йөҙөп барған кәмәбеҙ сиккә килеп төртөлдөмө, әллә ағым ыңғайына ғына йөҙә башланымы? Һәр хәлдә лә Европа һәм Америка еле күңелебеҙгә үтеп инеп, аңыбыҙҙы ағыуланы. Тәмәке һурыуҙы, һыра һемереүҙе, ярты ботобоҙҙо ла ҡапламаған ҡыҫҡа итәк кейеүҙе модаға әйләндереү генә түгел, шуларға һуҡырҙарса табына ла башланыҡ.

Үҙ булмышыбыҙҙы Европа ситлегенә бикләп ҡуйырға маташабыҙ. 90-60-90 стандартын талап иткән гүзәллек бәйгеләрен генә алып ҡарайыҡ. Башҡорттарҙың бит үҙ ҡалыптарына һалынған матурлыҡ ҡанундары бар. Борон-борондан милләтебеҙ һылыуҙары йыр-моңға бай, сая рухлы, отҡор һүҙле һәм мөләйем булған. Зифа буй-һынының нәфислеген бар донъяға күрһәтеү матурлыҡ һаналмаған бит. Бәләкәйерәк буйлы йә тулыраҡ кәүҙәле булған өсөн генә кемделер хыялынан мәхрүм итеү дөрөҫ түгел. Хоҙай һәр кемебеҙҙе үҙенсә яратҡан. Беҙ үҙебеҙҙе нисек барбыҙ, шулай яратырға тейешбеҙ. Билең тал сыбығындай нескә, күкрәк-янбаштарың стандарттан ситтә булған өсөн үҙебеҙҙе кәмһетеп, ышанысыбыҙҙы юғалтырға ярамай.

Ҡыҙғаныс, әммә Европа тәрбиәләй беҙҙе һәм дә Америка. Ауыҙыбыҙҙы киң асып, Америка фильмдарын ҡарайбыҙ ҙа ундағы һәр нәмәне ҡабатлайбыҙ. Унда ҙур-ҙур түшле гүзәл заттар оҙон тырнаҡтарын тарбайтып тәмәке көйрәтә, һыра һемерә. Баһадир кәүҙәле ир-аттар атыша ла үлтерешә. Шунан китә инде: ҡыҙсыҡтарыбыҙ үтә сибәр “әртис” апайҙарын эләкләй, ә малайҙар агрессивлыҡты, һуғыш-талашты тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡабул итә. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа Рәсәй фильмдары ла ошондай уҡ тәрбиәне пропагандалай башланы.

Төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тауарға, рекламаға әйләнеп бара. Ялтыр-йолтор журналдарҙың һәр бите тиерлек ярым-шәрә гүзәл заттар менән тулған. Ымһындырғыс ҡаплы тәмәкеләрҙе, коктейль-һыраларҙы үтә сибәр ҡыҙыҡайҙар рекламалай. Минздрав иҫкәртһә лә, иҫкәртмәһә лә, бүлтәйгән иренле, ҙур күкрәклеләрҙе табыныу объекты итеп алған ҡыҙсыҡтарыбыҙ, үҙ булмышына ҡул һелтәп, битенә ҡатлы-ҡатлы макияж һылай, нәҙек алһыу тәмәкеһен һура, коктейль эсә.

Иң күңелде ҡырғаны: ҡыҙҙарҙың ошондай мәхшәрҙе дөрөҫ тип ҡабул итеүе. Әммә был оло яңылышлыҡ, һуҡырлыҡ. Уйлап ҡарайыҡ әле. Матурлығыбыҙҙы һәр береһенә күрһәтеп, артыҡ тырышһаҡ, уйнап туйғас ситкә ташланған ҡурсаҡ хәлендә ҡалмаҫбыҙмы? Үҙебеҙсә матурлыҡ, һылыулыҡ тип баһалаған нәмә ир-егеттәр тарафынан енси теләкте ҡәнәғәтләндереү сараһы йә тауар тип кенә ҡабул ителә. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡолағы менән яратыуын белгән ир-ат, күп тә үтмәй, һиңә ҡул һелтәп, фәхишә тип атарға ла күп һорамаясаҡ. Ул артабан яңы ҡорбанын эҙләр, ә һин ярыҡ кәритә янында тороп ҡалырһың. Тиҙҙән даның таралып, “еңел тауар” тип атала башлауыңа ла рөхсәт кәрәкмәҫ. Тәнең гүзәллеген күрһәтеп, күҙҙән-күҙгә генә түгел, ҡулдан-ҡулға күсеп уйнатылыу һиңә оҡшай икән, йәл. Бәлки, был һине күктең етенсе ҡатына үрләтәлер, әммә шуны онотма: бейектән ҡолап төшөүө ай-һай ауыр буласаҡ. Ҡасан да булһа ергә төшөргә тура киләсәк. Сөнки ҡатын-ҡыҙға хас йомаҡлығын юғалтыусылар ир-атта ҡыҙыҡһыныу уятмай башлай. Тыйылған емеш, барыбер ҙә, татлыраҡ. Киндер-күкәй ҙә бит ҡатлы булыуы менән арбай, беҙгә уның эсендәгеһе, йәшеренгәне, ҡәҙерлерәк. Һиңә, бәлки, ярым-яланғас ҡиәфәттә ир-егеттәрҙе арбап, үҙеңде үтемле тауар итеп тойоу оҡшайҙыр. Ә мин һинең урыныңда: “Ҡотҡарығыҙ!” – тип ҡысҡырыр инем. Әйбер ҡоло булыуҙан, алдаҡ матурлыҡтан, ялған һүҙҙәрҙән...

Һомғол фигураһын һыҙыҡ өҫтөнә алған асыҡ кейемдәр яратҡан әхирәтем ир-егеттәр өсөн теләк объекты ғына булыуына, кеше булараҡ күңел торошона бер кемдең иғтибар итмәүенә зарлана. Ниңә зарланырға? Ғәжәп... үҙең һорап алған ҡараш бит ул. Бөтә иғтибар ярым-яланғас тәнеңә йүнәлдерелгәндә, ир-егет күңелеңде байҡап торамы ни?

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, ҡыҙҙар, тип әйтергә теләр инем. Һиңә ниндәй тормош нығыраҡ оҡшай: серлелегең менән бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә ғашиҡ итеүме, әллә ҡулдан-ҡулға күскән тауар булыумы? Ҡабынан әрселгән кәнфиткә теләһә ниндәй себен эйәләй, ә ҡаплыһына үтеп инә алмай, ул үҙ тәмен һаҡлап ҡала. Европа һәм Америка тәҡдим иткән ҡанундар буйынса йәшәй башлаһаҡ, үҙ булмышыбыҙҙы, милли аңыбыҙҙы юғалтасаҡбыҙ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы һылыулығына бер ни тиңләшмәй. Ул электән ғүмерлеккә яраттыра ла, ғаилә ептәрен ныҡлы итә лә белгән. Сөнки күңелендә ныҡлы иман, үҙен хөрмәтләү булған.

ИМАНГӨЛ.

Шонҡар
 
 (голосов: 6)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар…
  • Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
  • Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...
  • Йәштәр ҡоролтайындағы сығыш
  • Ҡарт буйҙаҡтар тарихынан, йәки Әсә мөхәббәте лә һуҡыр була...


  •  

    #1 яҙҙы: Гузаль С. (12 шаҡай 2012 05:43)

    Дөп-дөрөҫ фекерҙәр! Урыҫ та әйтә бит - Запретный плод сладок,- ти. Шулай, ҡыҙҙар!
     Сөләймән пәйғәмбәр улына, бүтәндәр бысратҡан лаҡандан һыу эсмә, тигән. Кинәйәһен үҙегеҙ аңлайһығыҙ. Аҡыллы егеттәр үҙен дә һаҡлай, үҙен һаҡлаған ҡыҙҙы һайлай.

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.