Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Исемдәр донъяһында. Кусимова Таңһылыу
26-06-2010, 12:30 | Башҡорт исемдәре | автор: Ilsur | Уҡылды: 944
Һәр кешенең донъяға килеүе уға исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә.
Балаға исем ҡушыу – яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай әле. Яны тыуған сабыйға – киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы гражданинына – исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Беҙҙең илдә бөгөнгө көндә 126 төрлө халыҡ йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ телендә быуаттар буйына формалашҡан кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары барлыҡҡа килгән. Илебеҙҙә халыҡтар, телдәр, кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары күп төрлө. Беҙҙең йәмғиәттә кешене рәсми рәүештә фамилия, исем һәм отчество (аталыҡ) менән теркәү һәм атан йөрөтөү формаһы ҡабул ителгән.
Был хеҙмәттә башҡорт теле һәм тарихы буйынса тупланған төрлө сығанаҡтарға һәм башҡа төрки халыҡтарҙың исемдәрен тикшереүселәрҙең хеҙмәттәренә таянып, башҡорт исемдәренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе киң һәм ентекле яҡтыртырға тырышылды.
Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән был һүҙлектә бөтәһе 3200 исем булып, уның 2300-е ир-ат, 900-ө ҡатын-ҡыҙ исемен тәшкил итә.
Һүҙлектең төп маҡсаты – балаға исем һайлауҙа ярҙам итеү. Бынан тыш, ғилми ихтыяждан сығып, тел, халыҡ тарихын төшөнөүгә булышлыҡ итеү маҡсатында, бөгөнгө көндө ҡулланылмаған йәки һирәк осраған (фамилия һәм аталыҡтарҙа һаҡланған) боронғо исемдәр ҙә һүҙлеккә индерелде. Исемдәр, уларға аңлатма һәм белешмәләр башҡортса һәм русса бирелде. Был осраҡта бөгөнгө көндә күпселек халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең ике телдә һөйләшеүе лә күҙ алдында тотолдо.
Киләсәктә башҡорт һәм рус йәки рус һәм башҡорт телен үҙләштереүселәр өсөн дә был һүҙлек бер ярҙамсы сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк. Хеҙмәттең русса бирелгән өлөштәре һүҙмә-һүҙ башҡортсанан тәржемә булып тормай, сөнки ул бүлектәр айырым яҙылды.
Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Бөгөнгө көндә лә исем ҡушыуҙа яңы йолалар барлыҡҡа килә.. Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап исемде һайлай ғына бел!
Автор исемдәргә бәйле мәсьәләләрҙең бөтәһен дә хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Һүҙлекте ҡулланған йәки танышып сыҡҡан иптәштәр үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен, файҙалы кәңәштәрен һәм тәнҡит һүҙҙәрен авторға еткерһә, киләсәктәге тикшеренеүҙәр өсөн файҙалы булыр ине.

isemdar.pdf [1.27 Mb] (cкачиваний: 55)
 
 (голосов: 6)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Исемең нисек, башҡорт?
  • Ҡөрьән Кәрим башҡортса
  • Ҡатнаш никах ҡороу... үҙеңә лә, милләтеңә лә юғалтыу ул
  • Нимә ул шәжәрә?
  • Башҡорт йәштәре иттифағының республика матбуғат хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәте


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.