Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Рух һүнмәһә—ил үлмәҫ
7-06-2010, 11:07 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 937
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап

Тотош республикабыҙ халҡы, донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ 10-11 июндә баш ҡалабыҙ Ѳфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек солғанышында йәшәй. Минең аңлауымса, был мөһим сараның төп әһәмиәте—халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, белемде һәм мәҙәниәтте күтәреү, телде үҫтереү, ситтә йәшәгән милләттәштәр менән бәйләнеш булдырыу.

Минеңсә, башҡорттоң бөгөнгө хәле бик үк шәптән түгел. Республикала беҙ һан яғынан икенсе урында торабыҙ. Әммә быға шөкөр ҡылып ҡына ултырыуҙан фәтүә юҡ. Заманында ата-бабаларыбыҙ ерен, халҡын, телен һаҡлау өсөн күп көрәшкән, ҡан ҡойған. Үкенескә күрә, башҡорт халҡы бөгөн дә «баҫҡынсы»ларҙан азат түгел. Улар—эскелек, битарафлыҡ, телдән һәм милләттән оялыу. Ошолай йәшәү халҡыбыҙҙы ваҡлай, милләттең киләсәген оло ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Халҡыбыҙҙың аяныслы хәлен үҙгәртер өсөн беҙгә күп эштәр эшләйһе бар. Әлбиттә, әгәр бөтәһе лә быны аңлаһа, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер торһа, башҡорт халҡы был кәртәләрҙе йырып сығыр, тип ышанам. Беҙ һан яғынан аҙ булһаҡ та, рухи яҡтан көслө булырға тейешбеҙ. Тап рух ныҡлығы беҙҙе башҡалар араһында оло итәсәк. Әгәр ҙә һәр бер башҡорт үҙ тарихын һанлаһа, мәҙәниәтен яратһа, милләте өсөн янып йәшәһә, киләсәгебеҙ ышаныслы, яҡты буласаҡ.

Әлбиттә, ҡоро һүҙҙәр менән генә эш ҡыйратып булмай. Телен онотоп барған ҡала балалары хәүеф уята. Әсә теленә һөйөү ғаиләнән башланыуын һәр кем яҡшы аңларға тейеш. Бөгөнгө башҡорт балалары республикабыҙ менән идара итерлек киң ҡарашлы, белемле, рухлы, милләте һәм теле өсөн янып йәшәрлек шәхестәр булып үҫһен тиһәк, ғаилә тәрбиәһенә иғтибарҙы көсәйтергә тейешбеҙ. Йәш быуын халҡыбыҙҙың тарихын белергә, уның менән ғорурланырға тейеш. Бер кем дә туған телендә һөйләшеүҙән, уҡыуҙан оялмаһын. Был төшөнсәләр ҙә ғаиләлә, мәктәптә тәрбиәләнә.

Интеллект, рухи байлыҡ, айыҡ аң—милләтте һаҡлап ҡалыуҙың төп ҡоралдары. Боронғолар белеп әйткән: рух һүнмәһә—ил үлмәҫ. Башҡорттарға элек-электән әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ хас булған, тик был күндәм булыуҙы аңлатмаһын ине. Халҡыбыҙ ғәрсел дә, яусыл да булған бит. Ошо ҡиммәтле сифаттарыбыҙҙы юғалтмаһаҡ ине.
Әлфиә Түләкова,
БДУ-ның Сибай институты студенты.

Атайсал
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайында Рәмзил Байназаровтың сығышы
  • Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...
  • Милләттең һанын арттырыу... бер ни тормай!
  • Башҡорт йәштәренең Беренсе Ҡоролтайы
  • Донъяла башҡортто таныйҙар


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.