Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
20-12-2010, 12:24 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 705
Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралдыАгросәнәғәт комплексы бөгөн, белеүебеҙсә, еңел булмаған осор кисерә. Тармаҡты яңы кимәлгә күтәреү, ауыл хужалығы производствоһын һаҙлыҡтан сығарыу, баҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итеү илдә иң актуаль проблемаларҙың береһенә әүерелде. Был ауыр хәлдән сығыу, агросәнәғәтте күтәреү маҡсатында “АПК-ны үҫтереү” милли проекты ғәмәлгә ашырыла, Рәсәй ауыл хужалығы банкыһы үҙенең селтәрен киңәйтә, дәүләт кимәлендә субсидиялар, льготалы кредиттар биреү мәсьәләһе даими контролдә тотола. Әммә был ғына аҙ – ауыл хужалығы аяҡҡа баҫып китә алмай. Етмәһә, һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡтар крәҫтиәндең тамам бәкәленә һуҡты – был хәлде тағы ла киҫкенләштерҙе. Тимәк, комплекстағы эште яйға һалыуҙың берҙән-бер юлы – инвестициялар йәлеп итеү. Әммә инвесторҙарҙы ерҙе ҡуртымға биреү ваҡытын оҙайтҡанда ғына йәлеп итергә мөмкин. Тик шул саҡта ғына эре эшҡыуарҙар ауыл хужалығы производствоһына инвестициялар һалыу тураһында ҡыҙыҡһыныр ине. Был фекерҙе БР Президенты Р.З. Хәмитов күптән түгел үткән кәңәшмәлә лә әйткәйне.

16 декабрҙә муниципаль район хакимиәтенең конференц-залында үткән кәңәшмәлә тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда БР ауыл хужалығы министры А.С. Йыһаншин, муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Р. Сәйетов, “СИТНО” компанияһының (Магнитогорск ҡалаһы) генераль директоры П.А. Журавский, ауыл хужалығы идаралығы, милекселек менән идара итеү комитеты, башҡа ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә район биләмәһендә “СИТНО” маркаһы аҫтында агрохолдинг компанияһы төҙөү мөмкинлеге тикшерелде.

– ”СИТНО” – ҡеүәтле компания, – тип билдәләне үҙенең сығышында Азат Салауат улы. –Уның генераль директорын тап һеҙҙең районға һөйләшергә килергә шәхсән үҙем саҡырҙым. Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү, уны һаҙлыҡтан сығарыу. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.

– Районда агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн яҡшы потенциал бар, – тине Рөстәм Рафаэль улы, – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр майҙаны, мал, ҡош-ҡорт һаны буйынса район республикала иң тәүге урындарҙың береһен биләй. Әле бөтә төр хужалыҡтарҙа 52 мең баш һыйыр малы, 10 меңдән ашыу йылҡы аҫрала. Тимәк, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн тейешле база бар.

Баймаҡ халҡы “СИТНО” компанияһының продукцияһы менән яҡшы таныш. Ул юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Компанияла 8,5 мең кеше эшләй. “СИТНО”ға Силәбе өлкәһендәге ҡеүәтле икмәк бешереү комбинаты, ҡошсолоҡ комплексы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, шулай уҡ Башҡортостанда 120 мең гектар ере булған, үҫешкән эре ауыл хужалығы производстволары инә. Етештерелгән продукцияның 78 проценты бар Рәсәй буйынса таралған “СИТНО” магазиндары аша һатыла. Генераль директор билдәләүенсә, компания Мәскәүҙә ҡош итен һыуытылған көйө һатыуҙы ла ойошторған, бының өсөн рефрижераторҙар паркы бар. Компанияның килеме 18 млрд һум тәшкил итә.

Ғөмүмән, кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, бындай капиталға эйә булған компания районда ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә яңы импульс бирә алыр ине. Һөйләшеүҙә шулай уҡ Сибай элеваторы проблемаһы ла күтәрелде. Министрҙың фекеренсә, был предприятие ла инвестицияға мохтаж – шунһыҙ уның киләсәге юҡ.

Әле компания белгестәре райондың инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен өйрәнә һәм шунан һуң ғына аныҡ ҡарар ҡабул итәсәк. Был проект үҙен аҡлармы – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: кәңәшмә ваҡытында (уртала БР ауыл хужалығы министры А.С. Йыһаншин).
Автор фотоһы.

Һаҡмар
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
  • Малыңды арзанға һәм ситтәргә һатма!
  • Ерҙең яҙмышы пайсылар ҡулында
  • Төп хәстәребеҙ - эш урындарын арттырыу
  • Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.