Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
20-12-2010, 12:41 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 759
"Республикаға өҫтәмә инвестициялар кәрәк. Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Думаһынағы Башҡортостан депутаттарын республикаға федераль кимәлдә федераль ҡаҙнанан адреслы инвестпрограммалар сиктәрендә, шулай уҡ ҙур эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өҫтәмә инвестициялар эҙләргә өндәне.
"Республикаға конкрет һөҙөмтәләр — контракттар, форумдар, инвестициялар кәрәк", — тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар менән 1 октябрҙә уҙған осрашыуҙа.
Башҡортостан Президенты, тик ошондай ысул менән генә эшһеҙлек кеүек социаль проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ, тине. Статистика буйынса, республикала эшкә һәләтле 2,4 млн кешенең 1,8 млны ғына эш менән тәъмин ителгән. Шулай булһа ла, рәсми рәүештә республикала тик 45 мең генә эшһеҙ теркәлгән. «Былары - эшһеҙлек буйынса пособие алыу бәхете тейгәндәре, — тине Президент. — Ысынбарлыҡта иһә эшһеҙҙәр һаны 200 меңдән аша».
Рөстәм Хәмитов депутаттарға республика өсөн инвесторҙар һәм федераль саралар эҙләүҙә шәхсән ярҙамын вәғәҙә итте. «Мәскәү кабинеттары буйлап үҙем йөрөргә лә әҙермен. Эшләргә кәрәк, башҡа рецепттар юҡ», — тине Рөстәм Хәмитов."
Башҡортостан Республикаһы Президента Пресс-хеҙмәте. 02.10.10»
(«Республика Башҡортостан» гәзитенән)


Әллә, өмәләп тормайыҡмы?..
Һуғым һуйғанда күршем бер лаҡап һөйләп көлдөрҙө әле. «Бер туйҙа, тей, үҙең кеүек эсмәгәнен таптыҡ, алып ҡайтып ҡунаҡ ит, тип урман яғынан килгән ҡоҙаны миңә беркеттеләр. Мәрәкәсел булып сыҡты ҡоҙам - уйынын да, ысынын да ҡоя ғына хәбәрҙең. Яйлап, балаларға килеп терәлдек. Малайҙарың нисәү, тиеп һорай ҡуйҙым. Йән ере булған икән ҡоҙаның.
- Гел ҡыҙ миндә. Тағы бер маташтырып ҡарайым да, килеп сыҡмаһа өмәләйем дә ҡуям!»


Уҙған аҙнала Баймаҡ районында хакимиәтенең конференц-залында хакимиәт башлығы Р.Р.Сәйетов, ауыл хужалығы министры А.С.Йыһаншин һәм Магнитогорск ҡалаһының «МКАП-Ситно» ЯСЙ директоры П.А. Журавский ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәнең төп маҡсаты - районда «Ситно» ҡатнашлығында агрохолдинг булдырыу мөмкинселектәрен тикшереү булды. Башҡортостанда инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылыуын, Баймаҡ районы ла был йәһәттән ҡалышмаясағына ышаныуын белдерҙе үҙенең сығышында Азат Салауат улы Йыһаншин.
Рөстәм Рафаил улы Сәйетов Баймаҡ районының ауыл хужалығы тармағын артабан үҫтереү өсөн мөмкинселектәре ҙур булыуын әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта, ҡабатлана килгән ҡоролоҡ эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, райондың шәхси хужалыҡтарында һәм төрлө хужалыҡтарында 52 мең баш эре мал тәрбиәләнелә. Тимәк, районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн потенциал ҙур.
«Ситно» ЯСЙ Баймаҡ халҡына яҡшы таныш - уның икмәк-булкаларын, торттарын һәр-бер аҙыҡ-түлек магазинында тиерлек табырға була, яҡшы сифатлы продукциялары ҙур һорау менән ҡулланыла. Компанияла 8,5 мең кеше эшләй, уның балансында Уралағы иң ҡеүәтле икмәк комбинаты, ҡошсолоҡ комплексы, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Компанияның 120 мең гектар сәсеүлектәре бар, етештерелгән продукцияһының 78 проценты «Ситно» магазиндары аша һатыла. Павел Александрович әйтеүенсә, «Ситно» ҡош түшкәләрен туңдырмайынса, һыуытылған килеш тәүлек эсендә Мәскәү сауҙа нөктәләренә еткерергә һәләтле - мөмкинселектәре ҙур. Компанияның әйләнешендә 18 млрд. һум аҡса бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ыңғай килешеүҙәр төҙөлгән осраҡта бындай ҡеүәтле компания райондың инфраструктураһын үҫтереүгә, ауыл хужалығына йән өрөүгә, урындағы халыҡты эш менән тәъмин итеүҙә үҙ өлөшөн индерер ине. Шулай уҡ, Сибай элеваторы тураһында ла мәсъәлә ҡарала, тип яҙа «Баймакский вестник» гәзите был кәңәшмә хаҡында.

Был мәсъәләгә тәнҡит күҙлегенән ҡарағандасы?
«Ситно» - ның Магнитогорскийҙағы икмәк комбинатының эшен яҡындан күрергә насип булды 2007-се йылда. Бер аҙна тирәһендәй комбинат ҡыйығын бикрост менән ябыуҙа ҡатнашҡайным. Шунда, комбинатҡа көнөнә 6, ҡайсаҡ 7 тапҡыр 16 тонналыҡ контейнер менән он килтереп бушатыуҙарына хайран ҡала инек. Һуңғараҡ, «Ситно»ның үҙ сәсеүлектәре, ауыл хужалығы техника паркы, автозаправкалары, төҙөлөш колонналары, сауҙа йорттары булған, асылда холдинг икәненә төшөндөк. Йәғни, бер һум аҡса ла ситкә китмәҫкә, эффектлы ҡулланырға тейеш, тигән фекерҙе алға һөрөүсе айыҡ аҡыллы хужа компанияһы (ҡыйыҡҡа бикрост ябыусы шабашниктарҙы ситтән, Башҡортостандан йыйыу ҙа шул уҡ мәнфәғәттәрҙән сығып эшләнелгән, әлбиттә-арзан эш көсө).
Хәҙер ошо компания, Баймаҡ районына килеп төпләнде, тип күҙ алдына килтерәйек. Әлеге көндә компанияның директоры П.А.Журавскийҙың вәғәҙә иткәндәре: райондың ауыл хужалығына йән өрөү, инфраструктураһын үҫтереү, эш урындары булдырыу. Һәр береһенә туҡталып китәйек.

Ауыл хужалығына йән өрөү.
Нимә-нимә, быныһы буш һүҙ булмаҫына иманым камил. Әлеге кәңәшмәлә әйтеп үтелгән 30 000 гектар ерҙәрҙе 49 йылға ҡуртымға алһа, Баймаҡ районының ауыл хужалығында эштәр гөрләйәсәк. Баймаҡ районының элекке «Йылайыр» совхоз-техникумы ерҙәре иң уңдырышлы, ҡаты сортлы бойҙай үҫтереү өсөн иң отошло тип иҫәпләнә. Юҡҡамы ни, заманында, америка илселәренең һушын алыр өсөн, ырҙын табаҡтарында тау-тау булып бойҙай өйөлөп ятҡан «Йылайыр» совхоз-техникумына ҡунаҡҡа алып килгәндәр. Әйткәндәй, миллионер совхоздың иң яҡшы йылдарында сәсеүлектәренең дөйөм майҙаны 40 000 гектар самаһы тәшкил иткән... Компанияның элекке «Йылайыр совхоз-техникумы» биләмәһендәге муниципаль ерҙәр менән бер рәттән, «Сибай» совхозының уға сиктәш бүлексәләрендәге сәсеүлектәргә, «Төйәләҫ» ЯСЙ-тең «Шверник» хужалығы (Казанка ауылы) ерҙәрен ҡуртымға алырға теләк белдереүенә аптырарға ярамай. Баймаҡ районы сәсеүлектәренең иң уңдырышлы өлөштәре, иң нәғез киҫәктәре ошо төбәктәрҙә икәнен һәр бер механизатор, һәр агроном дөрөҫләр. «Ситно» кеүек бай компанияның ошондай хазинаны ярты быуатҡа ҡулына төшөрөп, ҡыл ҡыбырҙатмай ятмаясағы мәғләүм. Ҡеүәтле «Джон-дир» тракторҙары, «Нью-Холланд» комбайндары, әҙ эшсе ҡулдар талап иткән яңы технологиялар... Баймаҡ районы ауыл хужалығында түгел, ә Баймаҡ районы биләмәһендәге «Ситно» баҫыуҙарында эштәр гөрләйәсәк.

Инфраструктураларҙы үҫтереү.
Быныһы ла буласаҡ. Сибай элеваторына хужа булғас, әлбиттә, тағы бер-нисә тирмән кәрәк буласаҡ. Бәлки, берәй урта ҡуллы икмәк комбинаты төҙөлөр. Бик булмаһа, бөлгөнлөккә төшкән Баймаҡ икмәк заводын һатып алырҙар. Күлтабан мегафермаһына инвестициялар эшләһәләр, әлбиттә, һөт комбинаты, йәиһә һөттө пакетҡа ҡойоу линияһы ултыртырҙар, бәлки. Тик, әлеге лә баяғы урындағы етештереүселәрҙең өлөшөнә керәсәк бит был эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары? Әлбиттә, урында үҫтерелгән икмәкте, һөттө, итте урында һатыу отошлораҡ - тимәк, тиҙҙән «Ситно» ның продукцияһы яҡын-тирәләге бөтә конкуренттарҙы (урындағы эшҡыуарҙарҙы, йәғни) ла тапап уҙып китәсәк. Магниттан, Белореттан килтерелгән икмәктәре әле баштан уҡ Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Ҡуянтау, Бикеш, Үрнәк ауылдарында һатылғас, киләсәктә, әлбиттә, бөтә Урал аръяғы ауылдары ла «Ситно» икмәген ашаясаҡ! Ауыл халҡы икмәкте үҙе бешерә бит, тиеп әйтеүселәр булыр. Уныһы шулай, әлегә. Тик, ауыл кешеһе лә бойҙайҙы үҙе үҫтермәй, ә колхоз-совхоздарҙан, уларҙың вариҫтары булған төрлө ауыл хужалығы кооперативтарынан эш хаҡы итеп ала. «Ситно» холдингының продукцияһының үҙҡиммәте лә түбән, сифаты ла, тышҡы йөҙө лә яҡшы, матур; компанияның менеджерҙарына иһә урындағы конкуренттарҙы яйлап, ашыҡмайса ғына баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарырға ғына ҡала.
Тағы ла, төп һалымдарҙы «Ситно» компанияһы Башҡортостанға түгел, ә теркәлгән урыны- Силәбе өлкәһенә түләйәсәген дә иҫтән сығарырға ярамай.

Урындағы халыҡты эш менән тәъмин итеү.
Бына быныһы инде бик икеле, хатта, шикле вәғәҙә. Әлеге ваҡытта, ауыл хужалығының ни тиклем мөшкөл хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы шул колхоз-совхоздарға ҡарап тора. Эш хаҡы алмаһалар ҙа, бесәнләтә, игенләтә, маллата булһа ла алыш-биреш итеп, көн күргән саҡтары. Күп кенә ауылдарҙа бәләкәй пекарнялар бар, уларында ла әҙгим кеше эшләй. Иң мөһиме - был кешеләр райондың төрлө тарафтарында таралышып йәшәп ята, төрлө ауылдарҙа көн күрәләр. Шуға ла, ни тиклем генә хурлаһаҡ та, ауыл халҡының дөйөм көнкүрешенә ыңғай йоғонто яһай уларҙың эшмәкәрлеге. Икмәк етештереүсе монополист барлыҡҡа килеүенән иһә ошо эш хаҡы урынына игенен - онон алып йәшәп килгән механизатор, ауылдаштарына, бысыйыраҡ йә көйгәнерәк итеп булһа ла, икмәген бешереп өлгөртөп торған урындағы эшҡыуарҙың да көнитмеше ҡырҡа насараясаҡ, һәм быны инҡар итеү ахмаҡлыҡ булыр, минеңсә. Берәү ҙә, дөрөҫөн генә әйткәндә, Баймаҡ районы халҡы яҡшы йәшәһен, тип килеп районға инвестиция эшләмәйәсәк, төп маҡсат - мөмкин тиклем аҙыраҡ эшселәрҙе йәлеп итеп, күберәк табыш алыу. Әлеге ваҡытта сәсеү эштәрен, йәиһә бесән әҙерләү, уңыш йыйыу мәлен күргәнегеҙ бармы? Бүлексә һайын 5-6 ашнаҡсы, тиҫтәләгән механизатор, сәскес артында тороусылар, бесән тапаусылар, ҡарауылсылар, көтөүселәр, объездчиктар, водителдәр - тағы ла ҡырылмаһа ҡырҡ кеше уртаҡ эштә ҡатнашып, саф намыҫ менән үҙен кәрәкле кеше тип иҫәпләй, өмөтһөҙлөккә бирелмәй йәшәп килә. «Беҙҙең хужалыҡта өс кеше лә өлгөрә ала, әммә беҙ 200 кешене эш менән тәъмин итәбеҙ,- тигәйне бер хужалыҡ директоры. - Сөнки, эшһеҙлектән бөтә ауыл эскелек һаҙлығына сумасаҡ. Социаль яуаплылыҡ был». «Ситно» компанияһы иһә өс кеше эшләрлек урында 200 кешене тотмаясаҡ. Дүрт кешене лә тотмаясаҡ, - фәҡәт өс кешене. Ҡалғандары эсеп, һуғышып, аҫылынып ҡырылып бөтөп барһа ла.

Атайым, хаҡлы ялдағы атҡаҙанған механизатор, йәй етһә йән тыныслығын юғалта. Иртәнге 9-ҙа баҫыуға юлланыусы комбайндар ҙа оҡшамай уға (беҙҙең ваҡытта таң һарыһынан баҫыуҙа йөрөй инек), һыйпаламыраҡ тейәлгән бесән дә (бер сеновозкаға ике сеновозкалай бесәнде тапап һала торғайны беҙҙең замандағы егеттәр!), юл буйындағы баҫыуҙа мал йөрөүе лә (э-эх, объездчигын тотоп алып аҡылын эсерергә ине, игенде тапатҡаны өсөн!). Оло кешегә, тере аҡса күрмәйсә былай эшләп йөрөгәстәре ярай инде, тиһәң, ышанмай. Беҙҙең ваҡытта райондан баҫыуға баҫтырып килеп аҡса тоттороп китә торғайнылар, тип, үҙенекен һөйләй. Бәлки, инвестиция, тип, булған байлығыңды яттар ҡулына тоттороп, аҙаҡ күҙҙәренә тилмереп, ҡалталарына тамшанып ултырғансы, үҙебеҙҙәге эшселәргә аҡса түләп эшләтеүҙе яйға һалырғалыр?
Малай юҡ, тип, хәләлеңде өмәләтеп ташлау кеүегерәк килеп сыҡмаймы был «Ситно» олигархына үҙебеҙҙең бөгөн хәлебеҙ етмәһә, иртәгә етер ерҙәребеҙҙе мәңгелеккә тапшырып ҡуйыу?

Илшат Ҡансурин.
 
 (голосов: 5)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
  • Ерҙең яҙмышы пайсылар ҡулында
  • Йылайыр зонаһы фермерҙары мөрәжәғәт ҡабул итте
  • Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?
  • Төп хәстәребеҙ - эш урындарын арттырыу


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.