
Әбйәлилдә “Ысын кино төшөргәндәрме?” - тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер.
Эйе, Байым ауылында 2010 йылдын йәмле йәй айҙарында бар халыҡты ғәжәпләндереп “Алмабикә” исемле кино ла төшөрәләр.
Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин.
Киноның сюжеты ҡатмарлы түгел, ауылға эшкә килгән йәш уҡытыусы Дилбәр Вәғизовна хаҡында ул. Ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Ниғимйән улы аҙаҡ ҡыҙға башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла. “Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильмдың “Алмабикә” тип аталыуын тамашасы аңлар”, – ти Айгиз Ғабдуллин.
Төп рольдарҙы: Дилбәрҙе – Азалия Ялмырҙина, Илһамды – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актерҙар, кастинг үтеп, һайлап алына. Беҙ барғанда, Айгиз компьютерҙа әҙер дублдәр араһынан иң уңышлыларын һайлап, уларҙы бер-береһе менән ялғап, тауыш, музыка өҫтәп, яҡшы фильм "тыуҙырып" ултыра ине.
Кино тулыһынса әҙер.
15 апрель ҙур экранда ДК "Нефтяник"та киске 19.00 ауыл ерендә төшөрөлгән “Алмабикә” фильмы күрһәтелә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, килеп ҡарарға тырышығыҙ.
Ямғыр