
Росстат “Российская газета”ла былтыр 14-25 октябрҙә үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен баҫтырҙы. Унда халыҡтың дөйөм иҫәбе, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны, ҡала һәм ауыл халҡы бирелгән.
Тәүге һөҙөмтәләр буйынса, Рәсәйҙә даими йәшәгән 142905,2 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәй халҡы 2,2 миллион кешегә (1,6 процентҡа) кәмегән.
Элеккесә халыҡтың күбеһе (дөйөм ил халҡының 61 проценттан ашыуы) Үҙәк, Волга буйы һәм Себер федераль округтарында йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәй Федерацияһының 63 субъектында халыҡ һаны кәмегән, 20 субъектта – артҡан.
Рәсәй юғары урбанизациялы ил булып ҡала. 2010 йылда ҡала халҡы – 73,7 процент (2002 йылда – 73,3 процент), ауыл халҡы 26,3 процент тәшкил иткән.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар (76700,2 мең) ир-егеттәргә (66205 мең) ҡарағанда 10515 меңгә күберәк (2002 йылда – 9956 меңгә күберәк).
Тәүге һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 4072,1 мең кеше (1906 мең ир-егет һәм 2166,1 мең ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе асыҡланған. Ҡала халҡы – 60,4, ауыл халҡы 39,6 процент тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ауыл халҡының артыуы күҙәтелә (2002 йылда – 36 процент). Татарстан Республикаһында иһә ауылда йәшәүселәр һаны, киреһенсә, кәмегән (2002 йылда – 26,2, 2010 йылда 24,6 процент).
“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Л. Разгилева әҙерләне.
Һаҡмар