Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде
1-04-2011, 11:50 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 541
Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләндеСитдыҡов Илшат Хәмит улы 1961 йылда Темәс ауылында тыуған. Юғары белемле – 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1978 йылда “Һәүәнәк” совхозы эшсеһе булып башлай. Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, “Йылайыр” совхоз-техникумында уҡый, урындағы комсомол ойошмаһын етәкләй.

1985 – 1991 йылдарҙа “Йылайыр” совхоз-техникумында бүлексә идарасыһы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1991 – 1995 йылдарҙа –“Һәүәнәк” совхозы директоры.

1995 – 2001 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

2001 – 2011 йылдарҙа – Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры.

2011 йылдың февраленән бөгөнгәсә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты.


29 мартта муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Баймаҡ районы муниципаль район Советының икенсе саҡырылышының ХХIХ ултырышы булды. Район Советы депутаттары, ҡала һәм район активы саҡырылған сараның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, Президент Хакимиәтенең территориялар менән эшләү буйынса бүлек мөдире урынбаҫары В.Ғ. Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры З.А. Аллаяров, “Тәбиғәт” ДУП-ы директоры У.И. Ғибәҙәтов, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Көн тәртибенә 8 мәсьәлә сығарылды.

Тәүҙә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын биләү буйынса конкурс комиссияһы рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры З.А. Аллаяров уның һөҙөмтәләре буйынса Совет ҡарамағына И.Х. Ситдыҡовтың һәм И.М. Салиховтың кандидатураларын тәҡдим итте. Депутаттарҙың барыһы ла И.Х. Ситдыҡов өсөн тауыш бирҙе. Шуның һөҙөмтәһендә муниципаль район Советы Ситдыҡов Илшат Хәмит улын контракт буйынса Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Артабан һүҙ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.А. Тажетдиновҡа бирелде. Үҙенең сығышында Илшат Азамат улы райондың һуңғы тиҫтә йылдарҙағы үҫешенә анализ яһаны, етешһеҙлектәрҙе асып һалды, төбәктең яңы етәкселеге алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. «Республиканың социаль-иҡтисади тормошонда ғәйәт ҙур роль уйнаған райондың һуңғы осорҙағы үҫеше ҙур борсолоу тыуҙыра, – тине ул. – Төп тармаҡтарҙа етди юғалтыуҙар күҙәтелә, иген, йәшелсә, малсылыҡ, ҡошсолоҡ продукцияһы етештереү, урман эшкәртеү производстволары үҫеше тотҡарлана, торлаҡ аҙ төҙөлә. Районда хеҙмәт хаҡы бик түбән, эш булмау сәбәпле йәштәрҙең күбеһе ситкә китә. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә бик киҫкен тора.

БР Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы Баймаҡҡа яңы һулыш бирер, тигән өмөттәбеҙ. Бында, иң беренсе сиратта, агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү, ит һәм һөт йүнәлешендәге малсылыҡты үҫтереү, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү, яңы эш урындары булдырыу һәм башҡа актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсат итеп ҡуйыла. Тимәк, район иҡтисадын күтәреү юлдары өйрәнелә һәм уны урында тормошҡа ашырыуҙа тәжрибәле етәксе Илшат Хәмит улының өлөшө ҙур булыр, тигән ышаныс бар».

Артабан муниципаль район Советы секретарын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә көн үҙәгенә сығарылды. Тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә район Советы секретары итеп Р.З. Ишбулатов тәғәйенләнде.

Билдәле булыуынса, 1-се һанлы һайлау округынан район Советына депутат Р.Р. Сырлыбаевтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланыуы менән бәйле, 2011 йылдың 13 мартында район Советына депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлау үткәрелгәйне. Унда “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының директор урынбаҫары А.П. Пономарев иң күп тауыш йыйҙы. Уны ҡотлап, Д.Ю. Сәйғәфәрова депутатҡа махсус танытма һәм билдә тапшырҙы. Әйткәндәй, А.П. Пономарев район Советының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сәнәғәт, төҙөкләндереү, транспорт, элемтә, сауҙа һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса даими комиссияның ағзаһы итеп теркәлде.

“Баймаҡ районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы мәсьәлә тикшерелде һәм тейешле ҡарар ҡабул ителде.

“Баймаҡ районы муниципаль район бюджетының 2010 йылдағы үтәлешен раҫлау”, “2011 йылға Баймаҡ районы муниципаль район бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы мәсьәләләр буйынса территориаль финанс идаралығы начальнигы Р.И. Сирғәлин сығыш яһаны.

Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов муниципаль район хакимиәте, район Советында эшләүсе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт тәртибе һәм әхлаҡ кодексын раҫлауға бәйле мәсьәләне күтәреп сыҡты.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Т.В. Денисова ултырышта ҡатнашыусылар иғтибарына 2011-2013 йылдарҙа Баймаҡ районы муниципаль районы халҡын социаль яҡлау программаһын тәҡдим итте.

Совет ултырышында ҡаралған бөтә мәсьәләләр буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һаҡмар
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
  • Малыңды арзанға һәм ситтәргә һатма!
  • Ишембай йәштәре ҡор йыйҙы
  • Төп хәстәребеҙ - эш урындарын арттырыу
  • Ерҙең яҙмышы пайсылар ҡулында


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.