Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Башҡортостанмы әллә Башкириямы?
19-04-2011, 17:14 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 594
Башҡортостанмы әллә Башкириямы?Яңыраҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡтар, гәзит-журналдар мөхәрририәттәре вәкилдәре, Рәсәй сәйәсәтенең республика мәктәбе сығарылыш студенттары менән «Төбәк брендтарын барлыҡҡа килтереүҙәге ҡайһы бер актуаль мәсьәләләр» темаһына арналған «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе. Һүҙ ҙә юҡ, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә уртаға һалып һөйләшерлек проблемалар етерлек, халыҡсаныраҡ итеп әйткәндә, кәңәшле эш бер ваҡытта ла тарҡалмай. Тик был сара тағы ла күңелгә көйөк өҫтәне бит әле, ағай-эне, сөнки һаман да һөйләшеү беҙҙең өсөн изге төшөнсә—Башҡортостаныбыҙ тирәһендә уралды.

Шул мәртәбәле ҡорҙа ҡатнашҡан билдәле Дәүләт Думаһы депутаттарының берәүһенә «Башҡортостан» атамаһы бер ҙә генә лә күңеленә ятып бөтмәй икән. Уның фекеренсә, был боронғо һүҙ бөгөнгө республика имиджына кире йоғонто яһай. (Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр!) Шуның өсөн республикабыҙҙы «Башкирия» тип кенә атаһалар, халыҡ-ара кимәлдә аңлайышлы һәм яңғырашлы булыр ине, тип тә өҫтәй депутат. Исем-шәрифен яҙып тормаһам да юғарыла атап үткән халыҡ вәкиле беҙҙең урындағы халыҡҡа бик тә яҡшы таныш. Заманында, Сибай ҡалаһы буйынса депутат булып үтергә кәрәккәс, сығымдар менән иҫәпләшеп тормай, егәрлеләнеп Зәки Вәлидигә аҡ һындан һәйкәл ҡойоп ташланы, шунан, ваҡыт үтеү менән, замана елдәре иҫешен үҙгәрткәс, үтә лә тырышып уны яманларға, уға ҡара яғырға керешеп китте. Был ике йөҙлөләнеүҙе нисек аңларға, ҡабул итергә, йәмәғәт?


Бер осор (ул саҡта мәктәптә уҡыта инем) теге әфәнденең яҡындары миңә уны башҡорт теленә өйрәтеүҙе үтенеп шылтыраттылар. Йәшерен-батырын түгел, аҡсаға ҡытлыҡ кисергән саҡ ине, гонаһ шомлоғона ҡаршы, әллә һабаҡ бирергә ризалашайыммы икән, тип уйлап та ҡуйғайным хатта. Иллә күңелемә ятмаған шөғөлдән баш тартырға үҙемдә көс таптым, әле шул мәл ҡабаттан хәтергә килеп төшһә, Хоҙай аралағандыр, тим.

Юғарыла әйтелгәндәрҙе тағы ла бер Дәүләт Думаһы депутаты, профессор, публицист та күтәреп алған теге «түңәрәк өҫтәл»дә. Ул да «Башҡортостан» һүҙен яҙғанда йыш ҡына хаталар ебәрә икән! (Профессор һынлы профессор, публицист орфографик хаталар ебәргәс, белем биреү өлкәһендәге хәлдәребеҙҙең үтә лә мөшкөллөгөн был ерҙә аңлатып тороу ҙа урынһыҙ.) Тағы беҙҙең республиканың исемен ишетеү менән уның күҙ алдына Афғанстан, Паҡстан боласылары, террорсылары, экстремистары килеп баҫып, ҡото оса икән. Хөрмәтле депутатыбыҙға имсенән ҡот ҡойҙороп аҙапланғансы, көньяҡ ҡитғабыҙҙа ятҡан, элек Советтар Союзы составында булған, бөгөн сит дәүләттәр тип иҫәпләнгән күршеләребеҙ менән килешеп, уларҙың атамаларындағы ялғауҙарҙы ла үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Яңғыраш яғынан уларҙың атамалары ла беҙгә яҡын да баһа. Йәнә профессорҙың уйынса, «башҡорт балы» ла беҙҙең республиканың йөҙөн биҙәмәй икән, сөнки әлеге мәлдә йәнәһе лә Алтай балы шәрбәтлерәк һәм татлыраҡ. Шуға күрә башҡорт балын онотоп, республикабыҙ етештергән сифатлы «Башкирия бензины»н алғы планға сығарыу фарыз. Бына эштәр ҡайҙа бара!

Хәҙер, хөрмәтле уҡыусым, «стан» ялғауына бер аҙ аңлатма биреп китәйек. Ул беҙгә фарсы теленән килеп ингән һәм «торған урын» тигәнде аңлата. Был һүҙ рус телендә лә әлеге мәлдә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, «полевой стан», «станция». Был ялғауҙың һуңғы мәғәнәһе «ил»гә килеп тоташа, йәғни Башҡортостан—башҡорт торған урын, киңерәк итеп әйткәндә—башҡорт иле.

Башҡортостан Конституцияһының 1-се статьяһында республикабыҙ «Башҡортостан» тип атала тиелгән. Шулай итеп республикабыҙҙың атамаһы Төп Законда нығытылған, уны бер кемдең дә үҙгәртергә йә боҙоп әйтергә хаҡы юҡ. Башҡортостан атамаһы «атай», «әсәй», «тыуған ер» һүҙҙәре менән айырылғыһыҙ бәйләнгән, беҙҙең йәнебеҙгә әсә һөтө менән һеңгән. Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына мәғрур Урал тауы, йәшел ер биҙәге атайсалыбыҙ, унда йәшәгән татыу халыҡтар килеп баҫа, телебеҙгә башҡорт балының тәме килә, танауыбыҙға ҡымыҙ еҫе бәрелә. Тик бына ҡайһы берәүҙәрҙең ошо атамаларға ҡором еҫе һеңдерергә тырышыуы, балыбыҙға дегет (дөрөҫөрәге—бензин) болғарға маташыуы, халыҡтарҙы береһен икенсеһенә һөсләтергә өмөтләнеүе йәндә һыҙланыу уята. Йәнә: «Тамсы тама-тама ташты тишә», тигән халыҡ мәҡәле лә бар. Үҙәк телевидение тураһында әйтеп тораһы ла түгел, бөгөн урындағы ҡайһы бер дикторҙар ауыҙ тултырып һис тартыныуһыҙ «Башкирия»нан һалдыра башланы. Ошо исем телебеҙгә инеп, аңыбыҙға һеңеп китһә, сиратта беҙҙе нимә көтә? Аңламаһағыҙ аңлатам: бөгөн «Башҡортостан» һүҙен «хаталы яҙған» әфәнделәр киләсәктә «Башкирия» һүҙен яҙыуҙы ла ауырһынып, хата ебәрә башлаһалар, көнөбөҙ һуңғы сиктә, руссалаштырып әйткәндә, «Уфимская губерния»ға ҡаласаҡ. Булмаҫ тимә!

Хәйҙәр Тапаҡов.

Атайсал
 
 (голосов: 3)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Йәннәттәргә ашығығыҙ, мосолмандар!
  • Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
  • Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы хаҡында
  • Юлбарыҫты һаҡлайбыҙ, ә әҙ һанлы халыҡтарҙы кем яҡлар?
  • Рус түгел мин… ләкин рәсәйле булырға ла риза түгел


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.