
7-12 июндә Башҡортостанда 10-сы тапҡыр “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк. Ул “Рәсәй мәҙәниәте (2006-2011 й.й.)” Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Фестивалдең ойоштороусылары – РФ мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто, БР мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады йорто, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәре.
“Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә мөһим ваҡиға булып тора. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Маҡсаты – Башҡортостан, Рәсәй һәм сит илдәрҙең милли мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең үҙешмәкәр коллективтары менән ижади бәйләнештәр булдырыу.
Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар бихисап: Италиянан «А Пачиандерра Сансустиса» фольклор ансамбле, Төркиәнән – «Кечиорен» бейеү ансамбле, Һиндостандың Педжаб штатынан «Патнала» бейеү ансамбле, Азербайджандан Фикрет Әмиров исемендәге йыр һәм бейеү Дәүләт ансамбле, Нигериянан музыкант Боладжи Арио Олубунми Дэвид, Мадагаскарҙан музыкант-перкуссионист Раэриндзатуву Селестин Жульен, Гватемалан солист – инструменталист Гелмми Отониэль Орозко Годинес, Ҡаҙаҡстандан Жансай Жумекенов һәм Азамат Мукатов дуэты, Әрмәнстандан Аршак Алтунян, Ырымбур өлкәһенән “Яйыҡ” казак йыры ансамбле. Башҡортостандан был фестивалдә үҙҙәрен яҡшы танытып өлгөргән “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡатнаша.
“Берҙәмлек” фестивале ике йылға бер тапҡыр һәм һәр ваҡыт Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә, иң яҡшы сәхнә майҙандарында үткәрелә. Быйыл ул Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында һәм Сибай ҡалаһында буласаҡ.
Программала – фестивалдә ҡатнашыусыларҙың концерт туры, милли мәҙәниәт байрамдары, халыҡ ижады, ҡул эштәре өлгөләре, күргәҙмәләр. Фестивалдә ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтарын һәр район (ҡала) тантаналы ҡаршы аласаҡ. Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит ил фоторәссамдарының “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011” акцияһы ойошторола. Ул РФ фоторәссамдары Союзы ойошторолоуының 20 йыллығына арнала. Акция йомғаҡтары буйынса фоторәссамдарҙың тыуған илдәрендә (Төркиә, Иран, Латвия һ.б.) күргәҙмәләр ойоштороласаҡ һәм 2011 йылдың октябрендә Мәскәү ҡалаһында тамамланасаҡ.
Шулай уҡ “Берҙәмлек” фестивале сиктәрендә “Рус йыры байрамы”, Кейеҙ байрамы һәм һабантуйҙар үтәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтендә ойоштороласаҡ был ҙур сараны Төркиәнең дәүләт телевидение компанияһы төшөрөп йөрөйәсәк. Ул материалдар буйынса 3 фильм әҙерләп, ТӨРКСОЙ фондына һәм Башҡортостан дәүләт телерадио компанияһына тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
Шулай итеп, ҙур һәм сағыу ваҡиғаға әйләнәсәк “Берҙәмлек” фестиваленә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Башҡортостан (бигерәк тә Урал аръяғы) халҡын ҡабатланмаҫ тамаша, милли мәҙәниәт байрамы көтә.