Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Фәнни үҫешкә бер аҙым
6-10-2011, 13:36 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 348
Фәнни үҫешкә бер аҙымҠасандыр фән һәм юғары техник ҡаҙаныштар державаһы һаналған илебеҙ XX быуаттың һуңғы йылдарында был тәңгәлдә ҡеүәтен юғалта барҙы. Хәҙер дәүләттең фәнгә ҡарата йәнә иғтибары артыуы һөйөнөслө. Яңы-яңы фәнни асыштар ил иҡтисадын юғары кимәлгә күтәрер, тигән ышаныс бар. Кешелек, ваҡыт әйҙәүенә эйәреп, хыялдарын тормошҡа ашыра башлар.
26 − 28 сентябрҙә баш ҡалала «Иннова – 2011» йәштәр инновация форумы үтте. Унда республиканың юғары уҡыу йорттары студенттары, йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар экология, белем биреү, ауыл хужалығы, төрлө сәнәғәт өлкәләренә ҡағылышлы проекттарын тәҡдим итте.
Йәштәр ниндәй генә уй-хыялдар менән янмай?!
Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Илдус Зәйнуллин – бойҙайҙың сифатын күтәреү ысулын, Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Рөстәм Рәхмәев − интеллектуаль «балаҫ», Башҡорт дәүләт медицина университетынан Танһыҡ Мәһәҙиев гигиенаның инновацион сараһы проекттарын әҙерләгән. Форумдың тәүге көнөндә бөтә эштәр ҡаралып, иң яҡшы 18-е һайланды. Шунан «түңәрәк өҫтәл» артында йәштәрҙең фән юлындағы ҡаҙаныштары, проблемалары тураһында һөйләшеү уҙҙы.
Сараның икенсе көнөндә Конгресс-холда республика Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусылар менән осрашты. Тәүҙә ул йәштәрҙең идеялары, проекттар күргәҙмәһе менән танышты.
− Илебеҙ бөгөн иҡтисадты сифатлы, төптән уйлан­ған модернизациялау ме­нән шөғөлләнә, − тине Рөстәм Зәки улы. – Республикала яҡшы кадрҙар базаһы бар, фән өлкәһендә ете меңдән ашыу белгес шөғөлләнә. Әммә инновацион алымдар­ҙы сәнәғәттә тулы ҡеүәттә файҙалана башлау өсөн тағы ла күберәк кеше талап ителә. Үкенескә күрә, компьютер һәм башҡа фәнни техника эшләү буйынса алдынғылыҡты бирҙек. Продукциябыҙға ихтыяждың аҙ булыуы сифатлы әйбер сығара алыуыбыҙға ышаныс булмауы хаҡында һөйләй. Заводтарҙа булғанда яҡшы һәм арзан продукция барлығын күрҙем. Әммә баҙарҙа улар үҙ урынын таба алмай. Инвесторҙар һүлпән, улар продукция етештергәнсе, ситтән әҙерҙе һатыу алыуҙы хуп күрә. Ә бит фирмалары сит ил компаниялары ҡулына күсһә, улар бизнестарын бөтөнләй үҫтерә алмаясаҡ.
Артабан ул тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мөһим һорауҙарға туҡталды:
− Беренсе мәсьәлә − ил баҙары дәғүәселек һәләтен юғалта бара. Мәҫәлән, беҙҙең көнкүреш техникаһы, автомобилдәр, компьютер етештереү өлкәһе Германия, Фран­ция, Корея, Ҡытай, Япония фирмалары менән ярыша алмай. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең космик һәм хәрби авиатехника менән донъя­ла берәү ҙә тиңләшмәй. Хәрби авиация өсөн Өфө моторҙар эшләү производство бе­рекмәһе етештергән продукция − үтемле тауар. Беҙ ошо өлкәлә яҡшы эшләй алабыҙ, әммә ниңәлер автомобиль, көнкүреш техникаһын етештереп булмай. Донъя баҙарында уларҙың урынын юғалтҡанбыҙ инде. Уны кире ҡайтарыр­ға тырышырға тейешбеҙ.
Икенсе мәсьәлә. Үке­нескә күрә, илебеҙҙәге ноу-хау сит илдә тормош­ҡа ашырыла. «Аҡыллы баштар»ҙың күпләп ситкә китеүе илгә матди һәм әхлаҡи зыян килтерә. Был хәлгә сик ҡуйырға кәрәк. Яңы технологиялар, асыштар Башҡор­тос­тан­да, Рәсәй Федера­цияһында патент алырға һәм тормошта файҙалана башланырға тейеш.
Өсөнсө мәсьәлә. Бөгөн производствоға индерерлек фәнни-конструктор эшмәкәрлектең әҙерлек кимәле түбән. Идеялар, ҡорамалдар бар, әммә уларҙы производствоға индереүгә әҙерлек түбән. Беҙҙә был продуктты коммерциялаштырып, баҙарға сығара алыусы бәләкәй предприятиелар ҙа юҡ. Әлеге мәлдә был мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ. Әммә ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында һөйләргә иртәрәк.
Дүртенсе мәсьәлә. Илдәге һәм төбәктәрҙәге инновацион эшмәкәрлеккә күп осраҡта ихтыяж юҡ. Йәғни ил продукцияһы йыш ҡына ҡулланыусыларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Беҙҙең дә сифатлы, яҡшы тауар эшләй алыуыбыҙға күптәр ышанмай. Әммә Рәсәй продукцияһы донъялағы аналогтарынан бер ҙә кәм түгел. Тик уңайлығы, фактураһы, тышҡы йөҙө менән генә уларҙан ҡалыша.
Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында продукцияны һуңғы нөктәһенә тиклем еткереү, инновацион продуктты коммерциялаштырыу механизмының һөҙөмтәле системаһы булмауын әйтте. Республика башлығы миҫалға РОСНАНО-ны килтерҙе.
− Изге маҡсат менән барлыҡҡа килтерелгән был корпорацияның эштәре, гигант ресурстары, етәкселәрҙең яҡшы идара итеү һәләте булыуына ҡарамаҫтан, ауыр бара. Энергиялы, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырҙай кешеләр талап ителә, − тине республика башлығы.
Фәнни үҫешкә бер аҙымУл ситтән ярҙамға өмөт итеп, аныҡ эштәргә тотонмаусыларҙың байтаҡ булыуы тураһында ла һөйләне.
− Күптәребеҙ үҙ-үҙенә юл ярып, ҡыйыу алға барырға өйрәнмәгән, − тине Рөстәм Хәмитов. – Почтамды уҡып ҡараһаң, бик күп ялыуға юлығаһың. Араһында тәҡдимдәр һирәк осрай. Күп осраҡта үҙебеҙҙең проблемаларыбыҙ эсендә ҡайнап, алдағы көнгә ҡарарға ҡурҡабыҙ. Йәмғиәт ойомаһын, кисәгеге менән йәшәмәһен ине. Беҙгә динамика, яңы үрҙәр, үҫеш кәрәк. Йәштәр алға ҡуйған маҡсаттарына ирешергә өйрәнһен.
Йәш ғалимдар һәм студенттар Президентҡа нефть өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, киң мәғлүмәт сараларында социаль проекттарҙы яҡтыртыу, йәш белгестәргә аҡсалата ярҙам тураһында һ.б. һорауҙарын бирҙе.
Һуңынан ике көн дауамында мастер-кластар, форумдар үтте. Мәскәү ҡалаһынан килгән «Прогрессор» компанияһы йәштәрҙең проекттары буйынса консультация ойошторҙо.
Ғөмүмән, форум емешле булды. Йәш белгестәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауға яуап алды. Улар тиҙ арала идеяларын тормошҡа ашыра башлар, яҡын киләсәктә Рәсәй фәне яңынан-яңы асыштар менән тулыланыр, тип ышанғы килә.

Азат Вәлиев − Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты. Ул «Иннова − 2011» форумында «Тере ер» проекты менән сығыш яһаны. Йәш ғалимды экология мәсьәләһе бик борсой. Тирә-яҡты туҡтауһыҙ бысратыуға сик ҡуйыу мөмкин булмауын аңлағас, ул планетабыҙҙы икенсе төрлө ысул менән ҡотҡарырға ниәтләй.
Азат Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәре Лилиә Анисимова уйлап тапҡан «Фенокс» препаратын киң ҡулланыуға индерергә йыйына. Әйткәндәй, был биотехнология продуктына Лилиә Анисимова ил патентын алған, әле халыҡ-ара патент алыуға документтар тапшырыл­ған.
− Тупраҡтағы химик ашламалар, пестицид-гербицидтар кеше организмына ғәйәт ҙур зыян килтерә. Ә «Фенокс» ана шул токсик матдәләрҙе юҡҡа сығара. Уның составында тупраҡта йәшәүсе тере микроорганизмдар (прибиотиктар) бар. Улар химик элементтар менән «туҡлана». Порошок хәлендәге препаратты һыуға ҡушып, зарарлы урынды эшкәртһәң, ундағы «насар» элементтар юҡҡа сыға. Үҙе арзан, үҙе тирә-яҡҡа бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, − тине Азат Рөстәм улы. − Маркетинг йүнәлешендә дөрөҫ эш алып барған саҡта, уңышҡа өлгәшермен, тип уйлайым. Әлегә ил һәм донъя баҙарында бындай продукция юҡ.

Г. БИКМӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.

Йәшлек
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
  • Президенттың Баймаҡ районына тәүге эш сәфәре
  • Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
  • «Беҙҙең төбәк – йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн иң ҡулайлыһы»
  • Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде


  •  

    #1 яҙҙы: Ilsur (6 ҡарасай 2011 14:09)

    Иннова-ла минең һеңлем Виктория (фотола). Ул күҙ табибы. Күҙгә операциялар эшләй.
    Бер ҡыҙыҡ хәл.  Бер татар инәйе күҙҙәрем насар күрә тип дауаханаға килә. Һеңлем операцияны тәүҙә бер күҙенә генә эшләй.
    Оперировать ителгән күҙем күрмәй тип был инәй жалоба яҙа. Бер аҙ ваҡыттан күҙе яҡшы күрә башлай. Инәйебеҙ ҡабат дауаханаға килә, икенсе күҙенә операция эшләтергә. Миңә тик Виктория операция эшләһен тип бар табиптарға отказ биреп "насар дауалаусыны" таптыра.
    Шулай беҙҙең ҡыҙҙар! smile

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.