 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе
20-01-2010, 12:29 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 1015 |
 |
 |
22 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 3-тә, Баймаҡ районының Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, дүрт тапҡыр «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены кавалеры, арҙаҡлы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, тыңғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәлләмовҡа арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үткәрелә. Темәс мәҙәниәт йортонда үтәсәк кисәгә Темәс ауылынан, күрше ауылдарҙан, күрше район-ҡалаларҙан Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәлләмовты белгән, уның менән бергә эшләгән, уны ихтирам иткән бар кешеләрҙе саҡырабыҙ. Кисәне Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәлләмовтың туғандары һәм Темәс ауылы китапханаһы янында эшләп килгән «Атайсал» клубы әҙерләй. Туғандары исеменән ейәне Байрас Алмас улы Ҡотлоғәлләмов |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Тәҙрә уйыусы»ларға «тар ярыҡтан» ҡараш
22-11-2009, 21:04 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 925 |
 |
 |
«Тәҙрә уйыусы»ларға «тар ярыҡтан» ҡараш, йәки Ябай башҡорт уҙаманының уйланыуҙары. Тел ғалимы, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың «Ватандаш» журналында баҫылған «Тәҙрә уйыусы» исемле әҫәре күңелемдәге булған тыуған телем – башҡорт теле – тураһындағы уйланыуҙарымды яңынан ҡуҙғатып ебәрҙе. Яҙыусы әҫәрендә тәүге башҡорт алфавитын төҙөүсе, телсе-врач, күренекле дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтхан Ҡулаевтың тормош юлын һүрәтләй. Әҫәрҙең төп ораны итеп «Халыҡҡа яҙыу тәҡдим итеү – ул бит яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа күҙен асыу, тәҙрә уйыу» фекере ҡулланыла. Башҡорт халҡының өйрәнелмәгән, күп кешегә билдәле булмаған тарих биттәре бихисап. Был йәһәттән «Тәҙрә уйыусы», әҙәби әҫәр булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө һәм киләсәк быуын эҙләнеүселәре өсөн йүнәлеш биреүсе сығанаҡ булараҡ ихтибарымды йәлеп итте. Мине лә башҡорт халҡы һәм башҡорт теле тураһындағы уйланыуҙар, бала саҡта аңыбыҙға һеңдерелгән тәғлимәттәрҙең ҡайһы берҙәре ысынбарлыҡҡа тап килмәүенә шикләнеүҙәр борсой. XX быуат мәктәбендә «Ҡарасай инҡилабы (Октябрь революцияһы) «ҡырағай» башҡорт халҡына үҙ әлифбәһен булдырырға мөмкинселек биргән, уны «наҙанлыҡтан» ҡотҡарған» тип уҡыттылар. Әммә, 1940 йылда индерелгән урыҫ һыҙмаһындағы (кирилица) әлифбәгә тиклем, латын һыҙмаһындағы (латиница) әлифбә булыуын, унан да алда Рәсәйҙең төрки телле халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар, ғәрәп һыҙмаһын (арабица) ҡулланыуҙары тураһында өндәшмәнеләр. Бөгөн дә бының тураһында белеүселәр һирәк, сөнки өсөнсе-дүртенсе быуын башҡорттар урыҫ һыҙмаһындағы әлифбә ҡулланып белем ала. Бер-бер артлы яңы әлифбә индереп тотош халыҡтарҙы яһалма рәүештә «наҙан» һәм «ҡырағай» яһағандар, унан һуң «наҙанлыҡтан» «ҡотҡарғандар» булып сыға түгелме? |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» “Йәшлегем”де яҙған йәш кеше
22-11-2009, 19:43 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 1202 |
 |
 |
 Бик йыраҡта ҡалды минең, Йырлап үткән йәшлек сағым. Шул йәшлегем иҫкә төшһә, Йөрәккәйем әрней тағы. Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, Ҡайт әле, ҡайт әле… – Венер Абдуллин башҡарыуындағы “Йәшлегем” йырын бер кем дә битараф ҡына тыңлай алмай – көйө лә, һүҙҙәре лә һағышҡа күмә лә ҡуя... Һәр кемдең күңеленә ятҡан был матур йөкмәткеле, ғәжәп моңло йырҙың авторы – Илдар Абдуллин. Йәшлеген һағынып йыр һалған һәүәҫкәр композиторҙы инде пенсияға сыҡҡан оло йәштәге кешелер, тип уйлайҙар, ә ысынбарлыҡта иһә, Темәс ауылында йәшәгән егеткә ҡырҡ та тулмаған. Әлеге ваҡытта ул балалар музыка мәктәбендә аккомпаниатор булып эшләй, “Замана” төркөмө менән гастролдәргә лә сыҡҡылай. “Йәшлегем” уның иң популяр әҫәре, әммә башҡа йырҙары ла һис тә ҡайтыш түгел – үҙ тыңлаусыһын тапҡан. Әйткәндәй, өс тиҫтәгә яҡын йыр ижад иткән композиторҙың йырҙарын үҙенән башҡа Ғәлинур Юламанов, Динара Әхмәтова, Гөлназ Әхмәҙиевалар башҡара.
– 1992–се йылдың яҙында армиянан ҡайтҡан Рафаэль Рәсүлев тигән егет таныш булмаған көй көйләп йөрөгәйне, шул тәүҙән үк күңелемә ятты, – тип иҫләй Илдар. – Ә ул ваҡытта минең йөрәктә лә яҙ – бер һылыуға ғашиҡ булып ерҙән атлап түгел, осоп йөрөйөм. Уға арнап шиғыр яҙғайным, шул ошо көйгә ятты ла ҡуйҙы. Ошолай итеп беренсе йырым тыуҙы – “Тәүге мөхәббәт”. Унан һуң “Йәшлегем”де яҙҙым – көй кәрәк тип композиторҙарға инәлеп торманым, тоттом да үҙем ижад иттем. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |