 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
20-12-2010, 12:24 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 706 |
 |
 |
 Агросәнәғәт комплексы бөгөн, белеүебеҙсә, еңел булмаған осор кисерә. Тармаҡты яңы кимәлгә күтәреү, ауыл хужалығы производствоһын һаҙлыҡтан сығарыу, баҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итеү илдә иң актуаль проблемаларҙың береһенә әүерелде. Был ауыр хәлдән сығыу, агросәнәғәтте күтәреү маҡсатында “АПК-ны үҫтереү” милли проекты ғәмәлгә ашырыла, Рәсәй ауыл хужалығы банкыһы үҙенең селтәрен киңәйтә, дәүләт кимәлендә субсидиялар, льготалы кредиттар биреү мәсьәләһе даими контролдә тотола. Әммә был ғына аҙ – ауыл хужалығы аяҡҡа баҫып китә алмай. Етмәһә, һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡтар крәҫтиәндең тамам бәкәленә һуҡты – был хәлде тағы ла киҫкенләштерҙе. Тимәк, комплекстағы эште яйға һалыуҙың берҙән-бер юлы – инвестициялар йәлеп итеү. Әммә инвесторҙарҙы ерҙе ҡуртымға биреү ваҡытын оҙайтҡанда ғына йәлеп итергә мөмкин. Тик шул саҡта ғына эре эшҡыуарҙар ауыл хужалығы производствоһына инвестициялар һалыу тураһында ҡыҙыҡһыныр ине. Был фекерҙе БР Президенты Р.З. Хәмитов күптән түгел үткән кәңәшмәлә лә әйткәйне. 16 декабрҙә муниципаль район хакимиәтенең конференц-залында үткән кәңәшмәлә тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда БР ауыл хужалығы министры А.С. Йыһаншин, муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Р. Сәйетов, “СИТНО” компанияһының (Магнитогорск ҡалаһы) генераль директоры П.А. Журавский, ауыл хужалығы идаралығы, милекселек менән идара итеү комитеты, башҡа ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә район биләмәһендә “СИТНО” маркаһы аҫтында агрохолдинг компанияһы төҙөү мөмкинлеге тикшерелде. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» «Беҙҙең төбәк – йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн иң ҡулайлыһы»
17-12-2010, 21:45 | --- | автор: Ilsur | Уҡылды: 744 |
 |
 |
 Күптән түгел Сибайҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.А. Тажетдинов етәкселегендә үткән Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү буйынса эш төркөмө-нөң сираттағы киңәйтелгән ултырышында инновацион проекттар ҡаралды. Программала Баймаҡ районында ауыл хужалығы тармағын (атап әйткәндә, йылҡысылыҡты, ҡортсолоҡто) үҫтереү, ағас етештереү йүнәлешен яйға һалыу ҙа ҡарала. Атап үтелгән кәңәшмәлә Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты И.Х. Ситдыҡов сығыш яһап, беҙҙең төбәк шарттарында йылҡысылыҡты үҫтереүҙең, атап әйткәндә, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙең алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тармаҡтың перспектив йүнәлештәрен билдәләне. Илшат Хәмит улы – бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. – Илшат Хәмит улы, һүҙҙе кәңәшмәнең көн тәртибенә ҡуйылған бер нисә мәсьәләһен барлауҙан башлайыҡ. Көньяҡ-көнсығыш төбәкте комплекслы үҫтереү планында ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе яйға һалыу тураһында әйтелә. Тәжрибәле етәксе булараҡ, был йүнәлеште яңы кимәлгә күтәреү юлын һеҙ ниҙә күрәһегеҙ?– Беҙҙең төбәк райондары, шул иҫәптән Баймаҡ районы, элек-электән ҡиммәтле сеймал базаһы булып иҫәпләнде. Хәҙер ҙә шулай. Был, әлбиттә, үҙенең кире эҙемтәләрен бирмәй ҡалманы. Беҙҙең район күрше ҡалаларҙың эшкәртеү предприятиеларын экологик яҡтан таҙа сеймал менән тәьмин итте, ә үҙе шуларҙан әҙер продукцияны ике тапҡыр артыҡ хаҡҡа һатып алып йәшәне. Беҙҙә эшкәртеү производстволарының булмауына бәйле был. Заманында беҙ Темәстә ҡеүәтле һөт эшкәртеү заводы, Баймаҡта ит-консерва заводы астыҡ, Стәрлетамаҡ күн-аяҡ кейемдәре комбинатының филиалын да булдырҙыҡ. Ҡаланың үҙендә лә һөт эшкәртеү предприятиеһы төҙөлдө. Был производстволар яҡшы ғына эшләп китте, әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында улар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булды. Программала беҙҙең төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү производстволары асыу тураһында әйтелә. Был, әлбиттә, бик яҡшы, әммә төрлө күҙлектән алып ҡарағанда, беҙгә иң беренсе сиратта булғандарын һаҡлау һәм эшләтеү мөһим. Әйтәйек, Сибайҙа ҡеүәтле һөт-консерва, ит-консерва комбинаттары, элеватор, Баймаҡта ит етештереү производствоһы бар. Ошо юҫыҡта яңы производстволар асып аҙапланғансы (бының өсөн күпме сығым кәрәк буласаҡ), атап үтелгәндәренең иҡтисади потенциалын нығытыу мөһим, тип уйлайым. Сибай ҡалаһы беҙгә алыҫ түгел, тимәк, сығымдар ҙа күп булмаясаҡ. Тик ул предприятиеларҙың милекселеге менән мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөһим. Йәғни хужалары менән. Производство дилбегәһен ситтәргә түгел, ә үҙебеҙҙекеләргә биреү яҡлы мин. Беҙҙә лә бит бынамын тигән, заман һулышын тойоп эшләгән егеттәр бар! Килмешәктәр бер ҡасан да беҙҙең проблемаларҙы аңламаясаҡ һәм үҙ итмәйәсәк. Уларға бөгөнгөһө генә ҡәҙерле, ә иртәгеһен улар уйламай ҙа. Шулай итеп, минеңсә, тегендә-бында бәләкәй һөт йәки ит эшкәртеү производстволары асыу кәрәкмәҫ (улар үҙен аҡламаясаҡ), ә булғандарын тулы ҡеүәтенә эшләтеү зарур. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә йөрөгәнендә был мәсьәлә бигерәк тә актуаль. Сөнки бәләкәй производстволар менән беҙ донъя баҙарын яулай алмаясаҡбыҙ, конкурентлыҡҡа һәләтле продукция етештереү өсөн тап эре предприятиелар кәрәк. Ҡеүәтле Сибай элеваторын да һаҡлап ҡалыу мөһим. Юғиһә, ул ситтәр ҡулына эләгеүе ихтимал. Һәр хәлдә, республика кимәлендә хәл ителергә тейеш был актуаль мәсьәлә, шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләр буласаҡ. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Ул - берҙән-бер...
14-12-2010, 15:38 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 593 |
 |
 |
Бисмиллаһир-рахманир-ррахим! «Ул - Алла - бер, Алла мәңгелек, Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы, һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!»
Хаҡ Тәғәләнең иҫ киткес камил, һүҙе түгел, бер өнө лә артыҡ булмаған «формулаһы», билдәләмәһе был. Ул дәүер бәндәләре кеше һынында, бала тыуҙырған (тәүбә-тәүбә!) итеп күҙ алдына килтергән Иң юғары көс хаҡында уҡый-яҙа белмәгән ҡәҙимге сүл ғәрәбе шундай ябай һәм шундай теүәллек, тәрәнлек, бөтөнлөк менән үҙе әйтә алмаҫ ине - Алланан ғына килеүе мөмкин был сүрәнең. Ҡөрьәндәге «Әл-Ихлас» сүрәһен ҡат-ҡат уҡып, хайран ҡалам, һоҡланам. Ҡөрьән аша Аллаһы Тәғәлә беҙгә кеше телендә өндәшә, Ул яралтҡан донъяның беҙ күргән һәм күрмәгән, аңлаған һәм аңламаған, тойған һәм тоймаған ҡанундарын әшкәртә. Эйе, беҙ Хаҡ Тәғәлә Ҡөҙрәтенең емештәрен генә күрәбеҙ, ә үҙен күрер һәләткә эйә түгелбеҙ. Беҙҙең күҙәнәгебеҙҙә йәшәгән вирус та, аңлы булһа, беҙҙе тотош күрә, аңлай алмаҫ ине. Аллаһ анау тиклем Ғаләмде барлыҡҡа килтереп, үҙенә буйһондороп торған Ҡөҙрәт бит ул. Беҙ бары тик зиһенебеҙ еткән тиклем Уның сифаттарын ғына белергә һәләтле. Алланың исемдәре, йәғни, Исме-Әғҙәм доғаһы аша хәбәр ителгән беҙгә был сифаттар. Ғаләмдең иге-сиге юҡ, әммә ғалимдар уның башланған осоро барлығын, шартлауҙан һуң барлыҡҡа килгәнен хәҙер инде тулыһынса иҫбатланы. Шул шартлауҙы булдырыусы көс - Аллаһ ул. Ғаләм дә, кеше ише, үҫә, киңәйгәндән-киңәйә бара. Башланған нөктәһе бар икән, бөтөр нөктәһе лә бар.
Беҙҙең тәнебеҙ - үҙе бер Ғаләм Күҙәнәгебеҙҙә бер нисә секунд ҡына йәшәп, шул арала үрсеп өлгөргән вирус өсөн беҙ мәңгелек һәм сикһеҙ тойолор инек, Ғаләм иһә беҙҙең өсөн шулай. Тәнебеҙҙәге күҙәнәкте Өфө тиклем ҙурайтһаҡ, беҙ иҫ киткес камил комбинат - беҙҙе йәшәтер өсөн секундтан да ҡыҫҡа ваҡыттар эсендә һанһыҙ функциялар эшләп өлгөргән гигант комбинат күрер инек. Улар тәнебеҙҙә миллиардтарса, әммә бер-береһенең хәлен белеп тора, бер маҡсатҡа - беҙҙе йәшәтеүгә хеҙмәт итә. Был мөғжизә түгелме ни! Улар һәр береһе айырым да йәшәй алыр ине. Әммә бергә тупланып мине, һине, беҙҙе хасил итә, беҙгә хеҙмәт итә. Беҙ бит уларға идара итә алмайбыҙ. Ниндәй көс, ниндәй энергия тота һуң уларҙы? Яуап бер - Аллаһы Тәғәлә.
Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы пәйғәмбәр Дин әҙәм заты яралтылғандан йәшәй - кешелек донъяһы өсөн Хаҡ Тәғәлә биргән ҡанундар тупланмаһы ул. Аңһыҙ донъя, әйтәйек, йондоҙҙар, планеталар, Аллаға уйланмай ғына буйһона - миллиондарса йылдар Ул ҡушҡан траектория, тиҙлек буйынса хәрәкәт итә лә итә. Ә әҙәми зат, Алланың иң яратҡан ҡоло булараҡ, аң менән бүләкләнгән, шуға ла һайлау хоҡуғына эйә. Ә һайлау хоҡуғы - иҫ киткес яуаплылыҡ ул, сауаптар эйәһенә лә, Иблис ҡолона ла әүерелеүең мөмкин. Ниҙе тыйғанын, ниҙе рөхсәт иткәнен Хаҡ Тәғәлә пәйғәмбәрҙәре аша изге китаптар ебәреп, хәбәр итеп торған. Китап бәндәселек менән боҙолған һайын яңы рәсүл ебәрелгән. Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы Пәйғәмбәр, ахырызаман Пәйғәмбәре, сөнки уның аша кешелеккә заман ахырынаса рухнамә, ҡануннамә булырға тейешле иң камил китап - Ҡөрьән Кәрим ебәрелгән. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» "Тереклек ағасы" – шәжәрә төҙөү программаһы
10-12-2010, 11:17 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 673 |
 |
 |
 Шәжәрә – ул мәғлүмәт сығанағы. Шәжәрә төҙөүенең төп тәртибен боҙмау мөһим, шул уҡ ваҡытта ундағы мәғлүмәт ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Бөгөнгө компьютер техникаһы биргән мөмкинлектәрҙе ҡулланып, мөмкин булғансы ҙур һәм тулы йөкмәткеле шәжәрә төҙөргә була. Шәжәрәнең ҙурлығы тик мәғлүмәт күләме менән сикләнә. Ә уның йөкмәткеһенә шәхестең тыуған көнө, айы, йылы, фоторәсеме, тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғалар, тәүге һүҙен әйткәндән алып васыят итеп әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре, ҡасан вафат булыуы, ҡайҙа йәшәгәнлеге һәм башҡалар инә. Балаларҙың әсәләрен үҙҙәренең ҡыҙ исем-шәрифе менән, ҡайҙан килен булып төшкәндәрен теркәп була. Ырыуҙың өлөшө булып торған ҡыҙ балаларҙы ла теркәү мәғлүмәт тулылығы йәһәтенән дөрөҫ. Бындай йөкмәткеле шәжәрәне «Тереклек ағасы» («Древо жизни») компьютер программаһында эшләп була. «Тереклек ағасы», туған телебеҙҙән тыш, 30-ға яҡын телгә тәржемә ителгән. Программаны туған телебеҙгә милләттәш егеттәребеҙ – Силәбе ҡалаһынан Ринат Йәнмырҙин менән әле Голландияла йәшәүсе Рөстәм Мостафин ауҙарҙы. Бөгөнгө көнгә компьютерҙа шәжәрә төзөү программалары араһында «Тереклек ағасы» – иң ҡулайы. Программа өйрәнеүгә бик анһат, унда эшләүе лә еңел. Исемлектә ниндәйҙер хата-яңылышлыҡ табылһа, уны төҙәтеүе оҙаҡ түгел. Шәжәрәләге барса мәғлүмәт айырым исемлек базаһы файлы рәүешендә һаҡлана. Шәжәрәне ҡағыҙға баҫып сығарғанда фон төҫтәренән алып шәхестәрҙе тоташтырған һыҙыҡтың ҡалынлығына ҡәҙәр һайларға мөмкин. Ошоларҙы күҙ уңында тотһаҡ, «Тереклек ағасы»нда шәжәрә төҙөүе бик отошло. Программаны һәм уға ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәрҙе Интернеттан «Древо жизни» сайтынан алып була. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Йәннәттәргә ашығығыҙ, мосолмандар!
10-12-2010, 11:05 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 662 |
 |
 |
Хөрмәтле милләттәштәр! Башҡортостан мосолмандары гәзите «Ваҡыт! Урал» гәзитенә яҙылығыҙ! Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 120 һум. Индексы – 1616.
Әйтеп үтәргә кәрәк, бер нисә һаны сығыу менән популяр гәзит булып, тиражы 9000 дана булып китте. Беҙҙең Баймаҡ яғында ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Гәзиттә халҡыбыҙ тарихынын асылмаған биттәре, фәһемле мәҡәләләр, дин һабаҡтары, һорау-яуаптар, иғландар һ.б. һ.б. уҡырға була.
Бисмилләһи-ррахмәни-ррахим!
Беҙҙе бар итеүсе, беҙҙе Ислам юлынан алып барыусы, беҙгә ризыҡ-ниғмәттәрен өҙлөкһөҙ биреп тороусы, беҙҙең алдарҙа яңынан-яңы мөмкинлектәр асыусы, беҙгә һәр көн һайын яңы көс, яңы ҡеүәт өҫтәп тороусы – Аллаһ! Ә Уның матур һәм бөйөк исемдәре – Әр-Рәхим, Әр-Рахман, Әл-Ғәзиз, Әр-Раззаҡ, Әл-Ваһһаб, Әс-Сабур һәм башҡалар. Үҙебеҙҙең туған телдә ошондай дини баҫма булдырырға мөмкинлектәр биргән һәм беҙҙең алда дәғүәт ишектәрен асыҡ тотҡан Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һәм ололау!
Хөрмәтле милләттәштәр! Һеҙҙе һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) сәләме менән сәләмләйем: Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
Ә хәҙер үткәндәрҙән һығымталар һәм киләсәккә пландар тураһында бер-нисә һүҙ. Гәзитебеҙҙе быйыл февраль айында, Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән, 999 дана тираж менән сығара башлаған инек. Был ваҡиға, дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорт халҡының социализмдан һуңғы яңы тарихы өсөн бик ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға булды ул. Уның ни тиклем мөһим булғанлығы йылдар үтеү менән тағы ла нығыраҡ һиҙелер, иншәллаһ. Етмеш йылдан ашыу атеизмдан һуң, егерме йыллыҡ эҙләнеү-тибенеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, халҡыбыҙҙың саф үҙ телендә дини гәзите сыға башлауын Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән бүләге, Уның беҙҙең халыҡҡа күрһәткән рәхимлеге, йомартлығы итеп ҡарар кәрәк. Бөгөн иһә гәзитебеҙ 9000-лек тираж менән сыға, уны республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә түҙемһеҙләнеп көтөп алалар, һорайҙар, уҡыйҙар, тараталар. Иншәллаһ, киләһе ярты йылға гәзиткә яҙылыусылар һаны ла шулай күп, һәм беҙ артабан да шулай берҙәм, дәррәү булырбыҙ, тип өмөт итәм. Әлбиттә, гәзит 9 мең - 10 меңлек тиражда ғына туҡталып ҡалырға тейеш түгел. Маҡсат – башҡорт телендә уҡый алғандай һәр ғаиләгә барып етеү. Әгәр Башҡортостанда ундай ғаиләләр һаны 100 мең икән, беҙҙең тираж да шундай булырға тейеш, иншәллаһ. Шулай уҡ, күрше төбәктәрҙәге мосолмандар менән дә тығыҙ бәйләнешкә сығыу планлаштырылған. Аллаһ ҡына, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, һәр саҡ юлдарыбыҙҙы асыҡ һәм дөрөҫ итһен инде. Тағы ла ниндәй үҙенсәлектәрен билдәләп үтергә була был баҫманың?
Беренсенән, «ВАҠЫТ!» – бойондороҡһоҙ, ирекле гәзит. Уны ойоштороуҙа ла, сығарыуҙа ла бер ниндәй хөкүмәт тә, бүтән берәй дәүләт органы ла ҡатнашмай. Һәм шул сәбәпле был гәзит биттәрендә һеҙ президент сәфәрҙәренән отчёттар ҙа, диниә назараты тормошонан фоторепортаждар ҙа һ.б. күрмәҫһегеҙ. Бында бөтә һүҙ – бөгөнгө көндәлек тормош өсөн нимә иң кәрәге, киләсәктәге нимәләр өсөн борсолоу мөһим, Ахирәттә яҡшы йәшәү өсөн нимәләр талап ителә – шул турала. Беҙҙең төп ниәт – кемделер пиар итеү ҙә, халыҡ алдында, эш булмағанда эш булһын тип, тамаша ҡылыу ҙа түгел, әстәғәфируллаһ, ә белем таратыу. Халыҡта белем булғанда ғына төрлө ыҙғыш-низағтарға юл ябылыр, гонаһтар кәмер, көфөрлөк һәм мәжүсилек юҡҡа сығыр. Икенсенән, «ВАҠЫТ!» гәзите мөхәрририәте ни бары 3-4 кешенән тора. Шул сәбәпле беҙ, редакцияларында егермеләп-ҡырҡлап хеҙмәткәр тотҡан бүтән республика баҫмаларынан айырмалы рәүештә, яҙылыу кампанияһынан килгән аҡсаны тулыһынса тиерлек хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына сарыф итергә мәжбүр булмаясаҡбыҙ. Иншәллаһ, бөтә эш хаҡтарын, гонорарҙарҙы, төрлө һалым һәм комиссияларҙы түләп бөткәндән һуң артып ҡаласаҡ аҡса Исламға ҡағылышлы китаптар, буклеттар, дискылар сығарыуға, ауылдар буйлап командировкаларға йөрөүгә йүнәлтеләсәк. Йәғни, беҙҙең гәзиткә ни тиклем күберәк кеше яҙылған һайын, Башҡортостан мосолмандарының дәғүәт алып барыу мөмкинлектәре артасаҡ ҡына, Алла бирһә! Өҫтәүенә, беҙҙең гәзит хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы өсөн дә түгел, ә күберәк Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тырышалар, әлхәмдүлиллаһ. Әйткәндәй, әгәр арағыҙҙа кемдер көслө һәм аңлайышлы итеп яҙыу һәләтенә эйә икән, журналистика тигән нәмә лә уның өсөн ниндәйҙер кимәлдә ят түгел икән, үҙе иһә Ислам өсөн һәм мосолмандар өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итергә әҙер икән, «Ваҡыт!» гәзите һеҙҙе рәсми рәүештә хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Шылтыратығыҙ, яҙығыҙ – бөтә варианттарҙы ла ҡарарбыҙ. Һәм, ғөмүмән, быйыл да, икенсе йылда ла һеҙҙән күпләп хаттар, шылтыратыуҙар, һорауҙар, тәҡдимдәр, тәнҡит, яңы мәҡәләләр, яңы рубрикалар, темалар көтөп ҡалабыҙ.
Ислам – ул мәсет, мулла һәм мөәззин генә түгел, Ислам – ул көндәлек ябай тормош та, бөтә был һәм теге донъя ла, күренгән дә, күренмәгән дә, йәше лә, олоһо ла, байы ла, ярлыһы ла. Ислам беҙһеҙ ҙә артабан үҫә һәм көсәйә ала, әммә беҙ иһә Исламһыҙ бөлөрбөҙ һәм был донъяла ла, теге донъяла ла еңеләүҙә ҡалырбыҙ. Эй, халыҡ! Телевизорҙар артына боҫмағыҙ, донъя малына артыҡ әүрәмәгеҙ, бөгөндән үк шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтегеҙ, Аллаһ ҡушҡанса, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) өйрәткәнсә йәшәй башлағыҙ! Йәннәткә ашығығыҙ, мосолмандар! Йәннәт рәхәтлеге генә мәңгелек, Йәннәт муллыҡтары ғына мәңгелек!
Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе үҙенең йырҙары менән «Йыһан» төркөмө сәләмләй!
6-12-2010, 11:19 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 543 |
 |
 |
Әссәләмәғәләйкүм вә рахматуллаһи вә бәрәкәтүһ! Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе үҙенең йырҙары менән «Йыһан» төркөмө сәләмләй! Төркөмдөң егеттәре: һәүәҫкәр ижад итеүселәр, йырсы-музыканттар Ирек һәм Динар Ришат улдары Санъяровтар, ҡурайсыбыҙ Руслан Әнәс улы Әбсәләмов. Был аудиояҙманы сығарыуыбыҙҙа ярҙам итеүсе Илдар Абдуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. «Йыһан» төркөмө 2009 йылдың ғинуарында, беренсе баш ҡалабыҙ Темәс ауылында барлыҡҡа килде. Беҙ үҙебеҙ, Темәс ауылы егеттәре ағалы-ҡустылы Санъяровтар, Аллаға шөкөр, үҙ көстәребеҙ менән төркөмдө төҙөй башланыҡ. Ҡурайсыбыҙ Руслан Әбсәләмов быйылғы йылда төркөмгә инде. Киләсәктә, Аллаһ бирһә, төркөмдө нығытыуҙа инде хыялдарыбыҙ. Әлеге мәлдә лә ижад итеү менән шөғөлләнәбеҙ, һәм дә үҙебеҙгә йөкмәлгән донъя эштәре менән тормош итәбеҙ. Икебеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең изге, тоғро Ислам дине юлынан барабыҙ. Әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ул һәр ваҡыт беҙгә әсә йылылығы менән ярҙам итте. Теләктәребеҙ һеҙгә: изгелектә һәм тоғролоҡта, бәхетле булығыҙ. Амин! 1. «Иман». И. Санъяров һүҙ. һәм муз. 2. «Башҡортостан». И. Санъяров һүҙ. һәм муз. 3... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡорттарға һыу инеү тыйыла!
2-12-2010, 08:47 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 521 |
 |
 |
Әбйәлил районының хозур тәбиғәте, мул һыулы таҙа күлдәре, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған, дауалау ҡеүәте бар илде таң ҡалдырған “Яҡтыкүл” шифаханаһы кемдәрҙе генә һоҡландырмай ҙа кемдәрҙе генә үҙенә йәлеп итмәй?! Әммә һуңғы ваҡытта ошо матурлыҡты үҙ ҡулдарына эләктерергә тырышыусы “сит” кешеләрҙең күбәйеүе генә әбйәлилдәрҙе хафаға һала башланы. Әбйәлил районына сираттағы сәфәрем дә Аһылай халҡының зары менән һуғарылған хаттың дөрөҫлөгөн асыҡлау маҡсатында.
Ауыл халҡына юлды ябалар Әбйәлил районының иң төпкөл ауылдарының береһе Аһылай тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Ауылды уратып алған Өскүл һәм Ҡолдобай күлдәре, тирә-яҡтан ауыл һаҡсылары кеүек үҫкән ҡайын урманы, ауылды ниндәйҙер афәт-ҡазаларҙан ҡурсаларға тырышҡандай, теҙелеп ултырған мәғрур тауҙар, ысынлап та, һәммәһен үҙенә саҡыра кеүек. Бигерәк тә, йәй көнө ял итеүселәрҙе…
Ауыл эргәһендәге Ҡолдобай күле тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Һыуы файҙалы, сөсө, үтә күренмәле, бигерәк тә тире ауырыуҙары өсөн шифалы. Майҙаны 96 гектар тәшкил иткән күлдең 16 гектары Әбйәлил районына ҡарай, ә ҡалған өлөшө Учалы районы биләмәһенә инә. Бөгөн Ҡолдобай күле яны ғәйәт ҙур төҙөлөштө хәтерләтә. Имеш, бында биологик үҙәк сафҡа инәсәк һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡырылған профессорҙар Өфө ҡалаһы студенттарына белем бирәсәк тигән һүҙҙәргә ниңәлер ышанмай ауыл халҡы. Төҙөлөш әле Учалы районы биләмәһендә бара, тик ниңәлер көнөнә егермеләп “КамАЗ” һәм бетон ташығыс миксер машиналары Аһылай урамдары буйлап үтә. Ауыл халҡының “шоферҙар урам аша үткәндә, исмаһам, тиҙлектәрен бер аҙ кәметһә ине”, тигән теләктәрендә лә хаҡлыҡ бар. Бала-саға, мал-тыуарҙы яңылыш тапап китмәҫтәр, тимә… Ҡолдобай күленең Әбйәлил районына ҡараған өлөшө лә “ситтәр” күҙенән мәхрүм ҡалмаған. Ҡарағастан төҙөлгән ҡарауылсы йорто, талдан үрелгән ситән менән күлде уратып алғандар, пляж урындары, күңел асыр өсөн өҫтәл-ултырғыстар ҙа ҡуйылған. Быйыл йәй көнө күл янына ауыл халҡын, балаларҙы балыҡ ҡармаҡларға ла индермәгәндәр. Ситәндәр эргәһенән тәрән канау ҡаҙып, машиналар үтмәҫлек итеп уратып алынғас, ауыл халҡының түҙемлеге бөтә һәм улар ярҙам һорап район хакимиәтенә, ахырҙа, Өфөгә, БР президенты исеменә асыҡ хат яҙырға мәжбүр була. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Юлбарыҫты һаҡлайбыҙ, ә әҙ һанлы халыҡтарҙы кем яҡлар?
2-12-2010, 08:28 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 594 |
 |
 |
 Йәмәғәт, ишеттегеҙме икән бер хәбәрҙе, юҡ микән? Йәнәһе, Санкт-Петербургта юлбарыҫтарҙы ҡотҡарыу буйынса халыҡ-ара форум булып үткән икән. Ишеттегеҙме? Хаҡмы был хәбәр? Ә! Тимәк, ысынлап та булған икән был йыйын. Ишеттем дә ышанманым. Дөрөҫөрәге, хәбәргә ышандым. Үҙемә ышанманым. Яңылыш ишетәмдер, тип уйланым. Тимәк, үткән аҙнала Питерҙа (беҙҙең етәкселегебеҙҙең тыуған ҡалаһына, йәғни) Юлбарыҫ мәсьәләләре буйынса халыҡ- ара форум булып үткән инде. 13 илдең етәкселеге, башлыса премьер-министрҙар йыйылған икән. Уның һөҙөмтәләре буйынса юлбарыҫтарҙы ҡотҡарыу буйынса глобаль стратегия ҡабул ителде, тип хәбәр итә беҙгә ваҡытлы матбуғат саралары. Йәмәғәт, бында эш документтар менән генә сикләнмәйәсәк. Юлбарыҫтарҙы ҡағыҙ киҫәге ҡотҡара алмай бит инде. Унда аҡса кәрәк. Аҡса буласаҡ. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел. 45 миллион доллар. Быныһы - Рәсәй өлөшө генә. Йәғни, һәр бер юлбарыҫ өсөн - 100 мең доллар. Беҙҙең Алыҫ Көнсығышта ни бары 450 юлбарыҫ тороп ҡалған да баһа. Йәмәғәт, һеҙҙең кеҫәгеҙҙә йөҙ мең доллар бармы? Йәки, банкылағы иҫәбегеҙҙә? Йөҙ мең доллар һумдарҙа күпме була тип иҫәпләй башланығыҙмы? Утыҙға ҡабатлағыҙ. Бер доллар яҡынса утыҙ һум ул. Йә? Нисә мең килеп сыҡты? Өс миллион һуммы? Бармы бындай сумма? Йә, һеҙҙең уртаса эш хаҡы күпме? Ун мең, тиһегеҙме? Доллармы? Ә-ә-ә, һуммы ни! Өс миллион һумды нисә йылда аласаҡһығыҙ инде? Һананығыҙмы? Мин арифметикала бик көслө түгел. Был әле юлбарыҫтарҙы ҡотҡарыу өсөн бүленгән аҡсаның бөтәһе лә түгел. Германия, мәҫәлән, Бикин йылғаһы бассейнындағы урмандарҙы һаҡлап алып ҡалыуға тәүҙә 2,5, шунан 4 миллион евро бүлгән. Беҙҙең Премьер-министр, ғөмүмән, хайуандарҙы ярата ул. Өйөндә ике эте лә бар. Тәүҙә берәү генә - Кони атамалы лабрадор ине. Ә Болгарияға барып газ торбаһын Европаға һуҙыу тураһында килешеп ҡайтҡайны, был илдең премьеры Владимир Владимировичҡа тағы ла бер көсөк бүләк итте. Ҡараҡасан овчаркаһы. Уның ҡушаматы Йорго булғайны, әллә Владимир Владимировичҡа оҡшаманы, әллә Кониға, ни булһа ла Интернет аша бар халыҡ менән бергәләп ул эткә ҡушамат эҙләргә булып киттеләр. Бына бит ул ҡайҙа үҫешкән демократия! Һәр бер мәсьәләне хәл итер өсөн халыҡ фекерен белешеп, тыңлап ҡына торалар. Кеше ни, тырышты инде. Беҙҙең халыҡтың фантазияһы бай бит. Бына ҡайһы бер тәҡдимдәр - Йорк (Америкаға сәләм!), Йог (Һиндостанға), Йемен (ғәрәптәр ҡыуанһын), Йена (Япония үпкәләмәһен!). Урыҫ халыҡ ҡушаматтары ла ситтә ҡалырға тейеш түгел - Шарик, Тузик, Бобик, Пират, Моська, Белка, Стрелка, Каштанка. Ана бит күпме атама! |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй йәки Ниңә Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡы Һыусыҡҡан шишмәһен ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
25-11-2010, 21:30 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 696 |
 |
 |
Гәзитебеҙҙән айырылмаусы дуҫтарыбыҙҙың хәтерендәлер, моғайын: бынан ике йыл элек Ейәнсураға барып, Сураш батырҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуыбыҙ хаҡында яҙғайным. Нимә этәрҙе икән Бөрйән ырыуы батыры Сурағолдо 63 йәшендә яу сабырға, алған яралары сәбәпле тыуған еренә лә ҡайтып етә алмай, Үҫәргән ерендә вафат булып ҡалырға? Шул, башҡорттоң быуаттан-быуатҡа һуҙылған ғәме инде: мал да, дан да түгел, ә бары тик, тыуған илем, тыуған еремде яттар тапамаһын, тигән теләге. Ҡара әле, Сураш батырҙың Брагиндың башына етеп, артынса үҙе лә Аллаһ хозурына күсеүенә өс быуатҡа яҡын ваҡыт уҙһа ла, башҡорттоң ғәме үҙгәрмәй икән, үҙгәрмәгәс. Был юлы ла юлға сығыуыма шул, ерем, илем, тип янып-көйөүсе башҡорттар сәбәпсе булды. Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы шишмәһен һатырға йөрөйҙәр, тигән хәбәрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, редакция заданиеһынан алда уҡ ишеткәйнем. Кеҫә телефоны, интернет заманы бит, нихәл итәһең. Төрөп тоттороп ебәрә торған әйбер түгел былай, әммә...Ауылдың оло быуын вәкилдәре Ишбулат Абрал улы Ҡунаҡбаев, Таһир Әфтәх улы Йосопов, Сөләймән Әбделғәфәр улы Хәлитов менән ауыл хакимиәтендә осрашып танышҡас, улар мәсьәләнең айышын асып һалды. Таһир Әфтәх улы ЙОСОПОВ:– Ауылыбыҙҙан 6 километр ситтәрәк Һыусыҡҡан шишмәһе ағып ята. Һыуын бидон менән ултыртып ҡуйһаң да боҙолмай, шишмә үҙе ҡышын да туңмай. Был шишмә менән урыҫтар ҙа ныҡ ҡыҙыҡһына: үткән быуаттың 70-се йылдарында күрше Ырымбур өлкәһе етәкселеге кимәлендә шишмә урынлашҡан биләмәне үҙҙәренә алып, урынына икенсе территорияларын бирергә тип тәҡдим яһанылар. Әле лә, христиандар, уларҙың руханиҙары шишмә һыуын «изге һыу» тип атап, үҙҙәренең ғибәҙәт йолаларында ҡулланалар. Былар ныҡ «эҫенеп» китмәһен тип, мосолман диненә лә кәрәкмәгән нәмә түгел икәнен аңлатып, шишмә янына, түбәһенә ярым ай ҡуйып, бер бәләкәй генә манара ишараты эшләп ҡуйҙыҡ. Аңланылар, буғай. Шишмәгә киләләр, берәү ҙә ҡамасауламай. Уның тирә-яғын ауыл, мәктәп, район һәм ауыл хакимиәте ярҙамында имән бағаналар менән уратып алдыҡ, килгән-киткәндәр ял итһен өсөн эргәһендә беседкалар, эскәмйәләр ҡуйҙырттыҡ. 2005 йылда шишмәне арендаға һорап йөрөүселәр табылғас, ауыл халҡы ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Ауыл советы депутаттары уны ҡуртымға биреү, һатыу хаҡында артабан һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа, тигән ҡарар сығарҙы. Тирә-яғын тәртиптә тотоу ауыл мәктәбенә йөкмәтелде, һәм был юҫыҡта шул ваҡыттан эш туҡтатылманы: бағаналарын да ултырттыҡ, һайғау менән уратып, сүп-сарын йыйыштырып торҙоҡ. Быйыл шишмәнең кәртәһе эсендә кемдер өсәр метрлыҡ ҡарағай үҫентеләре алып килеп ултыртып сыҡҡас, күңелгә шик инде. Берәйһе һатып алырға итәме икән, тип уйланыҡ. Шулай булып сыҡты ла: район гәзитенең 25 сентябрҙәге һанында «Арендаға ерҙәр» тигән рубрика аҫтында шишмәне һәм тирә-яғындағы 4800 кв. метр майҙан ерҙе арендаға биреү хаҡында белдереү баҫылды. 1 октябрҙә Муйнаҡ ауылы клубында Ололар көнөнә арналған кисә уҙҙы. Ауыл хакимиәте ойошторған кисәне беҙ рәсми йыйылышҡа әүерелдерҙек. Рәйесе итеп Ишбулат Ҡунаҡбаев, сәркәтибе итеп Сөләймән Хәлитов һайланды, көн тәртибендә шишмәне арендаға биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Йыйылыусы 52 кеше был аренда идеяһына ҡаршы булыуы хаҡында мөрәжәғәткә ҡул ҡуйҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Ирәндек Иҙел улы Әбделғужинға, был ни эшең, тип һорау биргәс, ул үҙенең ҡыҫылышы юҡлығын белдерҙе. Әммә бер нисә көндән һуң, ауыл советы депутаттарын йыйып, кәңәшләшеп-нитеп тормайынса, Ирәндек ҡусты арендаға рөхсәт ҡағыҙы биргән. Шулайтып, ауыл хакимиәте башлығы үҙе 2005 йылда депутаттар йыйылышында ҡабул иткән шишмәне һатмау, арендаға бирмәү хаҡындағы ҡарарҙы боҙҙо. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Ҡаҙаҡҡар. Иҙрис Ноғманов
25-11-2010, 16:47 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 614 |
 |
 |
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы. (Башҡорт халыҡ йыры «Азамат») Ҡулдарын, ололарса, баш аҫтына ҡыҫтырған көйө уйҙарға бирелә-бирелә, һуйыр ташты ҡаплап үҫкән йомшаҡ та, ҡоро ла мүк өҫтөндә моңһоҙ ятҡан Ғайса баянан үҙҙәре тәнгәлндә әйләнгән аҡ башлы бөркөттө күҙәтә. Шул рәүешле туҡтауһыҙ нимә эҙләй ҙә, нимә көҫәй ул зәп-зәңгәр төпһөҙ бушлыҡтар хакимы? Йыртҡыс башҡа саҡта тауыш-тынһыҙ ғына осор ине, ә бөгөн, ни сәбәптәндер, туҡтауһыҙ саңҡылдығын сыға. Уның ошолай ҡыланыуында брәй әтнәкә юҡмы икән? - Олатай, ә бөркөт ниңә ҡысҡыра ла ҡысҡыра ул? - Әллә ҡайҙағы ҡорбанын шәйләп ҡалғанда шулай итә, улым. Йәнә лә - ояһына ҡурҡыныс янағанда. Хатта, кешеләрҙе лә иҫкәртеүе мөмкин, - уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйған Ғәббәс ҡарт, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һауаға ҡарай, - шул ҡәҙәре аҡыллы ҡош бит ул бөркөт. Аҡыллы ла, аңлы ла. Күптән түгел генә ун дүртенсе йәйен ҡаршылаған Ғайса бөгөн олатаһы Ғәббәс ҡарт менән һағауылда тора. Әле, ғәҙел сират буйынса олатаһы күҙәткән, ә ейәне ял иткән мәл. Торған урындары Уралтау һыртының ошо тирәләге иңдән-иң бейек түбәһе. Әлеге түбәнән яҡын-тирә генә түгел, әллә ҡайҙарҙа ослайышып торған аҡ таштар ҙа ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Һуңғы осорҙа ҡыян дала халҡы тынғылыҡ күрһәтмәй башланы. Көтмәгән-уйламаған ерҙән килеп сыға ла йә малыңды ҡыуып алып китә, йәиһә ҡыҙ-ҡырҡынды урлай. Хатта, ир-егеттәр ғәйеп булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ана шул хәсистәрҙән һаҡланыу маҡсатында ауылдары менән сират буйынса изге һағауыл хеҙмәтен үтәп ятыуҙары. Арыраҡ, яҫы таш өҫтөнә мул ғына ҡоро сыбыҡ-сабыҡ ҡатыштырып эре-төрө үлән һабағы менән йәшәгән ҡарағай мүге өйөп ҡуйылған. Һағауылда тороусыларҙың бурысы: ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янағанда, ана шул сүмәләгә үрт һалып, ауылдаштарын, башҡа ошо тирәләге бүтән ауыл кешеләрен дә көнэлгәре иҫкәртеүҙән ғибәрәт. - Олатай... - Әү. - Ә был түбә нилектән, Ҡаҙаҡҡар, тип атала? - Ишетер ҡолаҡҡа уның исеме үк әйтеп тора, улым. Ҡаҙаҡҡар – ҡаҙаҡ ҡарауылы. Сәбәбе лә ябай ғына: беҙҙең тирәлә күберәген күрше ҡаҙаҡ ҡәүеме барымтасылары темеҫкенеүсән, - уйсанланып киткән Ғәббәс бабай йоҡа ғына кәзә һаҡалын һыйпаштырып ҡуя, - башҡорттоң ябай бер ҡатлыраҡ һәм эскерһеҙ ҡунаҡсыл икәнлеген улар яҡшы белә. Белеүен белә, әммә, ҡайсаҡ, ҡунаҡ булһаң тыйнаҡ бул тигәнде хәтеренән сығарып ебәрә. Оҙаҡ зитына тейеп, ғәҙелһеҙ ҡыланһаң, Һай, яман бит ул бер ҡатлы башҡорт. Ирлек намыҫы менән ырыу бәҫен һаҡлап ҡалыу хаҡына йәнен йәлләмәҫ, дошманына арыҫлан ише ташланыр. Арыҫлан затлы башҡорт кешеһе өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисергән Ғайса олатаһына ҡарап ала. Ә уныһы һаман әллә ҡайҙарға текәлгән көйө тора. Шулай, хатта һөйләгәнендә лә ул уяулығын юғалтмай. Тағы ла, алтынсы тиҫтәне тултырып килеүенә ҡарамаҫтан ул күҙҙәренә һис зарланғаны юҡ, шөкөр. Бабайҙың атлап йөрөшө генә түгел, ә бар булмышы әле булһа йәштәрсә. Ҡаҙаҡ исемен ишетеү менән маңлай һырҙары тәрәнәйеп, сырайы ҡараңғылана төшкәндәй күренгән Ғәббәс ҡарт тап-таҡыр итеп ҡырылған башындағы йәшел түбәтәйен рәтләй, елкәһен ҡашып ҡуя. - Эйе... Башҡаға нужа күрһәтеү тигәндә дала халҡы аптырап тормай, - бабай, үҙ алдына һөйләнгәндәй, ауыр уфтана, - уларҙын тик үҙҙәренә генә рәхәт йәшәлһен. Ҡыҫҡаһы, әҙергә ҡыҙығып ҡына баралар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |