Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» Ендәр бар шул беҙҙең арала
5-03-2012, 03:31 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 991
Рәсәй юриспруденцияһында ғүмерҙә күрелмәгән хәл – быйыл сихырсыны хөкөм итеү булып үтте. Иҫләһәгеҙ, ҡара ҡайғынан алйып йөрөгән Беслан ҡатындарын алдап, ни бары 39 мең һумға ғына уларҙың үлгән балаларын терелтергә, яҡты донъяға кире ҡайтарырға вәғәҙә биргән Григорий Грабовой исемле әҙәм, бөтә ил буйлап тиҫтәләгән вәкиллеген булдырып, ҙур бер «тергеҙеү фабрикаһы» барлыҡҡа килтереп өлгөргән. Судта сихырсының адвокаты: «Минең клиентым ул ҡатындарға ни бары рухи тергеҙелеүҙе вәғәҙә иткән, уны яңылыш аңлағандар», – тип сығыш яһай, әммә был яуап ҡәнәғәтләнерлек тип табылмай һәм Грабовой 11 йылға иркенән мәхрүм ителә. Был ваҡиғала иң ғәжәпләндергәне шул: сихырсыны шул уҡ Беслан фажиғәһендә балаларын юғалтҡан, унан алданған әсәләр яҡлап сыға, күп тапҡыр уны һаҡ аҫтынан сығарыуҙы талап итеп, митингылар үткәрә. Аптыраған өйрәктең арты менән һыуға сумыуы шулдыр инде. Был ваҡиғаны бушҡа ғына иҫләмәнем, юҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа тигәндәй шундай уҡ грандиоз афера ҡолас йәйә, тәү ҡарашҡа ғәйепһеҙ, әммә шулай уҡ алдаҡҡа ҡоролған отолошһоҙ бизнес-машина тиҙлек йыя Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм Урта Азия илдәрендә. «Йәшлек»тең уҙған һандарының береһендә «Әруахтар беҙҙең арала» тигән мәҡәлә баҫылғайны. Мәҡәләлә һүҙ ҡәҙимге генә тормошта йәшәп ятҡан Фәриҙә апайҙың ауырып китеүе, шул сәбәпле төшөндә, йә өнөндә ниндәйҙер серле ирҙе күреүе, хатта унан машинаһы юғалыу ихтималлығы хаҡында файҙаһыҙ (файҙалы булһа, машина урланмаҫ ине), әммә дөрөҫ мәғлүмәттәр алыуы тураһында бара. Етмәһә, уның янына бер ир килеп, тоҡомо ҡөҙрәтле булыуы хаҡында хәбәр итеп китә. Ошо ваҡиғалар Фәриҙә апайҙы Төркостанға (боронғо Яса ҡалаһы) алып бара һәм ул унда ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәткә эйә булып, әруахтар (?) менән әңгәмәләшеп, юл ыңғайында күптән гүр эйәһе булған туған-тыумасаһы, ата-олаталары менән һөйләшеп ҡайта. Шулай уҡ Фәриҙә апай һәм уның рухташтары, фекерҙәштәре Төркостандан алып ҡайтҡан ҡөҙрәте аша йәһәт кенә ауылдаштарын алкоголизмдан дауалап ташлай, уларҙы иманға баҫтырыу буйынса ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәрҙән дә уңышлыраҡ эш алып бара (белеүемсә, шул уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙенең ун йыллыҡ дәғүәте һөҙөмтәһендә ни бары 70-ләгән кешене генә Ислам диненә күндерә ала, ә Мөхтәримә апай иһә бер нисә йыл эсендә ике тиҫтәнән ашыу ауылдашын иман юлына баҫтырыуға өлгәшкән!).
» Әгәр мин ир булһам (башҡорт ире була инде)
23-02-2012, 04:26 | Пар ҡанат | автор: Ilsur | Уҡылды: 534
бәләкәй инша
– Эсмәҫ инем. Бер тамсы ла.
– Дәүләт эшендә йөрөмәҫ инем, үҙаллы эшкә ынтылыр инем.
– Кәләш һайлай башлаһам, иң тәүҙә, ғишыҡ-мышығымды ситкәрәк ҡуйып, форсатын табып буласаҡ кәләштең йортона барыр инем дә, ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтен самалар инем. Йортта атай кешегә ихтирам юҡ икән – үҙеңә киләсәктә хөрмәт көтмә, «поздняк метацца» булмаһын аҙаҡ.
– Үҙемде хөрмәтләгән, балалар табып биргән ҡатынҡайыма сат йәбешеп йәшәр инем. Әгәр (ҡырыҫ-ҡырағайыраҡ башҡорт ҡыҙы бит инде был), тиҫкәре яғы әйләнеп китһә, үҙемдең дә шул уҡ тиҫкәре башҡорт икәнлегемде онотоп, күңелен күрергә тырышыр инем. Әгәр миңә ышанып сыҡҡан (ғашиҡ булып сыҡҡан, тип күҙ уңында тотола ҡатыным мине «тыңламай» икән /ир-егет фекерләүе кимәлендә әйтәм/ – тимәк, үҙем тыңлата белмәгәнмен, оҫтарырға кәрәк.
– Һаулығым, аҡсам мөмкинлек бирһә, ҡулымдан килһә, тағы ла кәләш алыр инем.
Шашыуымдан түгел – әгәр ҙә берәүгә ысынлап та күҙем төштөниһә, тимен инде. Өҫтәүенә, 50 ҡатынға 1 йүнле ир тура килгән заманда йәшәүҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе юҡ. (Аңлауығыҙса, мин тап шул йүнле ирҙәр рәтенән булып сығам бит инде)). Ҡиәмәт көнөндә уларға ғәҙел булмағандар өсөн ниндәй яза булырын белгәс, бар көсөмә ғәҙел, йомарт, тоғро булыр инем. Ҡулымдан килмәҫен тойһам, быға ынтылмаҫ инем.
– Ниндәй генә эштә эшләһәм дә, ниндәй генә дуҫтарым менән ҡатнашһам да, донъяны ҡотҡарыу буйынса ниндәй генә глобальный идеялар менән янһам да, донъяуи (мирские) приоритеттар араһында ҡатыным (ҡатындарым) менән балаларым минең өсөн тәүге урында торор ине. Сөнки ҡартайып, көсһөҙләнеп, кәкерәйеп-бөкөрәйеп бөткән сағымда, янымда өф итеп торған, ҡәҙерләгән, яратҡан иң яҡын кешеләрем буласаҡ. Ошо хазиналарын юғалтҡан ирҙәрҙән айырмалы...
Кәримә.
» Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итә
23-02-2012, 03:51 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 326
Американың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе, унда юғары белем алыусы, шулай уҡ эшләп тә, шоу-бизнес менән шөғөлләнеп тә өлгөрөүсе профессиональ боксер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы башҡорто Хәбир Сөләймәнов еңеүҙәре менән беҙҙе ҡыуандырыуын дауам итә. Күптән түгел яҡташыбыҙ тәжрибәле боксер - мексиканлы Роберто Лопес менән көс һынашты. Ярыш 6 раунд дауам итте һәм Сөләймәнов файҙаһына тамамланды. Боксерҙар араһында "Айбарлы рәсәйле" ("Crazy Russian") ҡушаматы алған Хәбир Лопесҡа тәүге раундта уҡ бик елле "ҡундырғас", тегеһе башҡа раундтарҙа тик ҡасыу яғын ҡараны. Әммә, ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Силәбе егетенең "ҡорос" йоҙроғо уны ҡыуып етеп, мәрәйҙәр йыя тора. "Ярышты нокаут менән тамамлауға дәғүәсемдең, ҡәҙимге мексикан боксерҙарына хас булмағанса, үтә хәрәкәтсәнлеге ҡамасауланы", - тип, тәьҫораттары менән уртаҡлашты донъяның иң көслө ун боксеры исемлегенә ингән яҡташыбыҙ. Хәбир Сөләймәновтың һәр ваҡыт рингҡа башҡорт милли кейемендә килеп сығыуы Америкала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән. Егеттең әйтеүе буйынса, милли кейем кейгән саҡта уның ҡанында башҡорт айбарлығы ҡабына. Донъя чемпионы титулына дәғүә итеүсе талантлы яҡташыбыҙ берәй мәл тыуған яҡҡа ҡайтыр, төбәк спорты үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип кемдер өмөт итә икән, был - тәбиғи. Әммә ул бөгөн үҙ өлгөһөндә "ситтән тороп" милләттәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй, йөрәгендә остоҡ ҡына ғәм булғандарға милләткә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, быны ла оноторға ярамай. Шуға күрә, мөмкинлектәр күберәк ерҙә үҙеңде ас, киң офоҡтар ҡос, батыр! Башҡорттарың һинең менән ғорурлана!
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Киске Өфө
» Ҡәйнәм, сәй бөттө!..
14-02-2012, 04:53 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 291
Здравствуйте, Срок делегирования домена komartky.ru истекает 2012-02-15. Домен будет отключён ЧЕРЕЗ 1 ДЕНЬ! Администратором домена является Ирназаров… Фәлән-төгән фәсмәтән.
Ҡәйнәм, сәй бөттө!.. Дөрөҫө, Ҡомартҡы өсөн аҡса түләргә кәрәк. Аҡса юҡ түгел, бар. Тик ҡағыҙ аҡсаны электрон аҡсаға күсерергә кәрәк, анан ғына түләргә. Ауылда был эштәрҙе эшләп булмай, район үҙәгенә йомош менән барғанда эшләнер. Шунлыҡтан Ҡомартҡы-һыҙ тороп торорға тура килер, дуҫтар. Сәләмәт булығыҙ!
Ҡоролтайҙа ҙур ағайҙар
телебеҙ тип ҡайнайҙар.
Док(ы)ладтар яҙалар,
Сығыштарын яһайҙар,
Яналар, бошалар, көйәләр…
Бик ауыр уларҙың эштәре…
Тик бына тел тиеп, күреүҙән яҙалар.
Һуҡырҙар, күрмәйҙәр,
Бары тик һөйләйҙәр, һөйләйҙәр, һөйләйҙәр…
» Ташланған ҡурсаҡ хәлендә ҡалма
10-02-2012, 12:56 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 417
Үҙенекен көҫәп, ағымға ҡаршы йөҙөп барған кәмәбеҙ сиккә килеп төртөлдөмө, әллә ағым ыңғайына ғына йөҙә башланымы? Һәр хәлдә лә Европа һәм Америка еле күңелебеҙгә үтеп инеп, аңыбыҙҙы ағыуланы. Тәмәке һурыуҙы, һыра һемереүҙе, ярты ботобоҙҙо ла ҡапламаған ҡыҫҡа итәк кейеүҙе модаға әйләндереү генә түгел, шуларға һуҡырҙарса табына ла башланыҡ.
Үҙ булмышыбыҙҙы Европа ситлегенә бикләп ҡуйырға маташабыҙ. 90-60-90 стандартын талап иткән гүзәллек бәйгеләрен генә алып ҡарайыҡ. Башҡорттарҙың бит үҙ ҡалыптарына һалынған матурлыҡ ҡанундары бар. Борон-борондан милләтебеҙ һылыуҙары йыр-моңға бай, сая рухлы, отҡор һүҙле һәм мөләйем булған. Зифа буй-һынының нәфислеген бар донъяға күрһәтеү матурлыҡ һаналмаған бит. Бәләкәйерәк буйлы йә тулыраҡ кәүҙәле булған өсөн генә кемделер хыялынан мәхрүм итеү дөрөҫ түгел. Хоҙай һәр кемебеҙҙе үҙенсә яратҡан. Беҙ үҙебеҙҙе нисек барбыҙ, шулай яратырға тейешбеҙ. Билең тал сыбығындай нескә, күкрәк-янбаштарың стандарттан ситтә булған өсөн үҙебеҙҙе кәмһетеп, ышанысыбыҙҙы юғалтырға ярамай.
Ҡыҙғаныс, әммә Европа тәрбиәләй беҙҙе һәм дә Америка. Ауыҙыбыҙҙы киң асып, Америка фильмдарын ҡарайбыҙ ҙа ундағы һәр нәмәне ҡабатлайбыҙ. Унда ҙур-ҙур түшле гүзәл заттар оҙон тырнаҡтарын тарбайтып тәмәке көйрәтә, һыра һемерә. Баһадир кәүҙәле ир-аттар атыша ла үлтерешә. Шунан китә инде: ҡыҙсыҡтарыбыҙ үтә сибәр “әртис” апайҙарын эләкләй, ә малайҙар агрессивлыҡты, һуғыш-талашты тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡабул итә. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа Рәсәй фильмдары ла ошондай уҡ тәрбиәне пропагандалай башланы.
» Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
5-02-2012, 07:11 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 497
Көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә булды. Быйылға эш планы, төрлө гәзиттәрҙә төрлөсә яҙылған һүҙҙәрҙе яңынан ҡарау, төрлөләр. Ни эшләптер минең кеүек һәр нәмәнең кире яҡтарын күрергә яратҡан Тимур Мөхтәров килмәне ултырышҡа, ҡайһы бер һорауҙарға, бәлки, бергәләп яуап эҙләр инек. Бына әле компьютерҙа башҡортса яҙам тип, башҡорт хәрефтәрен сығарыр өсөн уң яҡтағы Alt кнопкаһына баҫып, йонсоп ултырам. Бер мин генә түгел, күпме башҡорт шулай. Йәки гәзиткә берәйһе материал алып килһә, уны уҡыр өсөн үҙенең шрифы талап ителә. Йәғни беҙҙә бөгөн һәр кемдең үҙ шрифы. Телевидение, радио, гәзит-журналдар, университет, халыҡ... Тап башҡорт халҡы кеүек. Компьютерҙарыбыҙ бер-береһен аңлауҙан баш тартҡан кеүек, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе тыңламайбыҙ, һәр кем үҙенсә нисек теләй, шулай йөрөй бирәбеҙ кеүек. Өлкәндәр һаман да "обойма"нан төшөп ҡалмаҫ өсөн тырыша, йүнле эш ҡыйратмаһа ла, төрлө йыйындарҙа хәбәр һөйләп булһа ла үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыға, пенсия йәшенә етһә лә, биләгән урынын һаҡлап ҡалыр өсөн иң әшәке аҙымдарға ла барыуҙан тартынмай. Йәштәребеҙ уларҙың хәбәрен тыңлап, ошолай булырға тейештер тормош, тип булған дәртен һүндереп, яраҡлаша башлай.
Бөгөнгө ултырышта ла газета һүҙен газета тип яҙырғамы, әллә гәзитме, тигән һорауҙы тикшерҙек. Йәки русмы, урыҫмы? Яугирҙармы, яугирҙәрме?Ҡаҙанмы, Ҡазанмы? Беҙ әлеге һүҙҙәрҙең яҙылышын тикшергәнсе, ҡәрҙәштәребеҙ "ПОРТ-АРТУР" йырын татарсаға әйләндереп тә ҡуйған икән. Афарин! Бәлки, ошо урында Артур уларҙы һүгә башлар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, әй, афарин, тим. Беҙгә лә уларҙан үрнәк алып, башҡорт телен киләһе быуындарыбыҙ ҙа белһен өсөн тырышырға кәрәк.
Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән бер кәңәшмәлә, бөгөн удмурт теле бөтөү ҡурҡынысы аҫтында, тигән шомло хәбәр әйттеләр. Баҡтиһәң, удмурт телендәге сайттар юҡ кимәлендә икән, йәғни ул тел интернетҡа үтеп инә алмаған. Бер заман башҡорт теле хаҡында ла шулайтып әйтмәһендәр өсөн беҙгә күберәк интернетта башҡортса аралашыуҙы көсәйтергә кәрәк. Ә Ҡазанды ни, нисек кенә яҙһаң да, үҙ урынында үҙенә кәрәккәнде шым ғына эшләй бирә инде ул...
Артур Дәүләтбәков блогы
» Хаҡ һәм нахаҡ
22-01-2012, 05:35 | Башҡорт тарихы | автор: Фарит | Уҡылды: 1041
Фәнзил ӘХМӘТШИН, Өфө төрмәһенән.
Сәләм, әсәй! Сәләм, туғандарым!
Сәләм, Гөлназ! Сәләм, балалар!
Дуҫтар, сәләм! Сәләм, барлыҡ ғаләм!
Һеҙгә әйтер шиғри һүҙем бар.
Көн артынан бында көндәр үтә,
Оҡшаш улар, – гүйә, бер туған.
Иртә таңдан – подъём, кисен – отбой,
Танһыҡ бында картуф һәм һуған.
Ә төндәрен бында «аттар» саба,
Хәбәр ташый, табып хатаһын.
Кемдер кемде эҙләй, кемде күҙләй,
Ә мин иһә уйға батамын…
Төрмә үҙе бер ҙур иләү кеүек,
Тәҡдир бында кемде ташламай.
Тәкәбберҙәр бында бик тиҙ һына,
Тәүәккәлдәр генә ҡаҡшамай.
Дауамы
» Уралым бөркөттәре…
3-01-2012, 08:00 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 1690
Баш ҡалабыҙҙа дауаханала ятып ҡайттым.
Биш кешелек палатаға дүртенсе итеп һалдылар. Ятабыҙ. Урыҫ, татар, нимес, башҡорт.
Дауаханаларҙа ҡыҙғанысы күберәк, хирургияла бигерәк тә.
Ваҡыт күп, танышаһың, аралашаһың, сағыштыраһың, фекер йөрөтәһең…
21 йәшлек Давид исемле нимес егете ятты йәнәш, олатаһының олаталары 1800-се йылдар башында Рәсәй империяһы батшалары асҡан мөмкинлектәр буйынса (башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырып ере талап тартып алынып башҡа милләт кешеләренә таратып бирелгән) күскенсе булып килгәндәр беҙҙең еребеҙгә.
Килгәндәр генә түгел, ерегеп, йәлсеп, үрсеп йәшәгәндәр. Йәшәйҙәр.
Егетемдең ғаиләһендә ун кеше. Атаһы бер ҙә мәрйәгә йә башҡаға өйләнмәгән, үҙ милләтенән йәр тапҡан. Әсәләре хатта үҙҙәренең телен дә белә, Германиянан туғандары ҡунаҡҡа килһә рәхәтләнеп нимессә һөйләшә, ти.
Биш улдары, өс ҡыҙҙары. Һигеҙ бала.
Олатайымдың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәрҙәре бар, ти Давид. Шәжәрәләрен дә белә егет.
Бишенсе итеп палатабыҙға милләттәш яҡташымды һалдылар. Ихлас, ауыртып һыҙланыуға сабыр, ярҙамсыл, яҡшы кеше. Сәғәт һайын тәмәке тарта. Һөйләшеп аралашабыҙ. Алыҫ Көнсығышта офицер булып хеҙмәт иткән. Сирләп, илебеҙгә увольняться итеп ҡайтҡан. Ҡатыны, ике ҡыҙы. Эскән. Айырылышҡандар. Ҡатыны эшкә Италияға киткән, тормошҡа сыҡҡан. Ҡыҙҙарын саҡыртып алған. Ағайым ҡарт әсәһе менән икеһе көн итәләр.
Нимес Давид йүнәлде. Ҡайтарҙылар. Шалҡан кеүек илле йәшлек атаһы килеп алып ҡайтты егетте.
Бушаған урынға егерме биш йәшлек милләттәш егетте һалдылар - ауылдаш егеттәре эсенә әллә нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙағандар. Хәле ауыр. Ныҡ йонсоған. Мыжый.
Инәһе ҡарай. Инәһен алмаштырырға һеңлеһе төнгө таксила райондан килгәндә фажиғәғә осрайҙар.
Егет әле һеңлеһе үлгәнен белмәй ине.
Яңы йыл алдынан 28-ҙе мине лә выписывать иттеләр, барыһы менән хушлашып 16.00 Өфөнән ҡайтырға сыҡтыҡ.
Ҡар, буран. Белорет тауҙарын ҡорос атында ҡустым оҫта алып килеп сығарҙы, юғиһә фуралар 30-40 машина текә тауҙарҙа батып ултыралар ине, пробка яһап.
Имен ҡайтып еттек. Икенсе көн туғандар менән хәлдәр һөйләшеп ит ашап, сәй эсеп ултырҙыҡ. Ауылда ҡорҙаш егетте парализовать иткән, ауыр хәлдә район үҙәгендә дауаханала.
31 көнө киске туғыҙҙар тирәһендә ауылдың ар яғында ут сыҡҡан тип ишеттек. 50 йәшлек ирле-ҡатынлы төтөндә тонсоғоп үлгәндәр. Кисә ерләнеләр мәрхүмдәрҙе.
Ҡайғыларҙың башында барыһында бер сәбәп, әйтеп торорға кәрәкмәҫ, былайҙа беләһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә яңы йылды затлы шарап-иҫерткестәр менән матур итеп ҡаршы алғанһығыҙҙыр бит.
Уйланмай-һыҙланмайынса, һыҙланғас та хәлебеҙҙе төҙәтер өсөн бер ниндәй тырышлыҡ эшләмәйенсә ошолай, тәмәке төтөнөнә төрөнөп, араҡылар, затлы шампандар, «зыянһыҙ» винолар эсеп байрамдарҙы «культурно» ҡаршылап йәшәүебеҙҙе дауам итһәк, ҡайғы-хәсрәттәттән мәңге сыға алмай, үҙ еребеҙҙә килмешәктәрҙе үрсетеп, йәлсетеп, үҙебеҙ иһә маңҡорт булып ҡаласаҡбыҙ. Әле ҡалмаған булһаҡ.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?