Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Башҡорт тарихы
22-11-2009, 13:24 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1004

Мөнир Һаҙыев. Абдрахман Фәхретдинов
Китапты төҙөүсе, текстологик эштәрҙе башҡарыусы, транслитерация ысулы менән ғәрәп графикаһынан хәҙерге имләгә ауҙарыусы, глоссарий биреүсе Р.Ф. Рәжәпов.
Рецензенттар: тарих фәндәре докторы, профессор Р.Ғ. Буканова, филологик фәндәре докторы, академик Ғ. Б. Хөсәйенов
Йыйынтыҡта XX быуаттың тәүге сирегендә донъя күргән башҡорт тарихына арналған бер үк атамалы ике китап урынлаштырылған. Тәүгеһе Рәсәйҙең империя осоронда баҫылһа, икенсеһе совет хакимиәте ваҡытында нәшер ителгән. Тәүге китап Иҙел–Урал буйы халыҡтарының уртаҡ иҫке төрки телендә яҙылһа, икенсеһе XX быуаттың 20-се йылдарындағы башҡорт телендә. Мөмкин булғанса тел үҙенсәлектәре һаҡланды.


bashkort-tarixy.pdf [784.29 Kb] (cкачиваний: 13)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Иҙеүкәй менән Мораҙым
22-11-2009, 12:50 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1280

Эпостың был тексы ике баҫма буйынса билдәле.
Беренсеһе 1940 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең 26 апрелдән алып 23 майға саҡлы һандарында (№ 95-98, 100, 101, 103-108, 110-116) баҫылған. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 220, стандарт ҡағыҙҙа 232 бит.
Гәзиттә лә, ҡулъяҙмала ла әҫәрҙең исеме аҫтына «Башҡорт халыҡ эпосы. Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе» тип ҡуйылған, яҙып алынған телендә (Дим һөйләшендә: «һ» урынына — «ҫ», «л» урынына — «ҙ», «т». Мәҫәлән: һөйләү — һөйҙәү, һайлау — һайҙау, эшләү — эштәү, тояҡлы — тояҡты) бирелеүе хаҡында иҫкәрмә яһалған, әммә ҡайҙан, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән.
Ошо текст, Нур Зарипов тарафынан һөйләшкә хас фонетик айырмалыҡтары әҙәби тел нормаһына һалынып, 1994 йыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып сыҡты. Был томға ла ошо текст алынды.
Икенсеһе шулай уҡ 1940 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының 6 һәм 7 — 8-се һандарында баҫылған. Исеме аҫтына шулай уҡ «Башҡорт халыҡ эпосы. Был вариант Дим һәм Туҡ-Соран буйҙарында йәшәүсе башҡорттарҙан үҙҙәренең һөйләү теле буйынса Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған һәм шул телдә үҙгәртелмәй бирелә» тип иҫкәрмә яһалған. Фольклор фондында ҡулъяҙмаһы ла, машинкала баҫылған тексы ла һаҡланмаған.
Сағыштырыу шуны күрһәтә: был ике текст (артабан аңлатмаларҙа һәм инеш мәҡәләлә һүҙ сыҡҡанда, беренсеһе «гәзит баҫмаһы», икенсеһе «журнал баҫмаһы» тип исемләнә) асылда бер үк вариантты тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә 1910 йылда Ғимаҙи Ҡасҡыновтан алынған 1762 йылғы яҙма (инеш мәҡәләлә килтерелә) ята булыр. XVIII быуатта уҡ яҙып ҡалдырылған ошо боронғо варианттан файҙаланып, сәсән журналда баҫылған тексты тәүҙә төҙөгән булырға тейеш. Сөнки уның машинкала баҫылған күпселек бите гәзит өсөн төҙөлгән ҡулъяҙмаға ингән.
Текстарҙың икеһе лә бер үк төрлө башланып, бер үк төрлө тамамлана, персонаждар, сюжет ағышы, үҙәк эпизодтар асылда шулай уҡ бер төрлө. Айырма — журнал баҫмаһында ҡайһы бер эпизодтар ташланып, ҡалған эпизодтар ҙа тарыраҡ һүрәтләнеп, текст ныҡ ҡыҫҡартылған.


idukai-muradim.pdf [1001.54 Kb] (cкачиваний: 5)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну
22-11-2009, 12:35 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 882

Книга состоит из двух частей. Первая вводная часть посвящена краткому описанию истории башкирского народа. Во второй части описываются события Гражданской войны, связанные со становлением Советской власти на территории Башкирии, Южного Урала, с обороной Петрограда в 1919 г. от войск генерала Юденича, военными действиями на Польском фронте в 1920 г.
Автор книги – легендарный комбриг Муса Муртазин, видный военный и политический деятель того времени, один из организаторов Башкирских войск, командир Башкирской бригады в годы Гражданской войны.
Книга написана «по горячим следам» с использованием дневниковых записей автора и многочисленных документов из архива РККА, насыщена описаниями и схемами боевых действий и позволяет современному читателю ощутить дух того трагического и противоречивого времени.
Впервые книга вышла в свет в 1927 году. В 1937 году комбриг Муртазин был репрессирован, тираж был изъят из обращения и до настоящего времени работа не переиздавалась. Новое второе издание без изменений воспроизводит первое, добавлено лишь предисловие и архивные фотоматериалы.
Для широкого круга читателей, интересующихся историей России XX века.


bashkiriya-i-bashkirskie-vojska-v-grazhdanskuyu-vojnu.pdf [1.88 Mb] (cкачиваний: 15)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт өсөн йән аткан ҡурайсы
21-11-2009, 17:25 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1070
Ҡурайсы һәм педагог Әҙеһәм ИСҠУЖИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл

Ялан ғына ерҙән берәү килә,
Юлһыҙ ғына ерҙән юл алып.
Бара ғына торғас ул йырланы,
Көйһөҙ генә ерҙән көй табып.

Мәшһүр педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың үҙе сығарған, яратып башҡарған йырҙарының береһе был. Юҡҡа ғына бар күңелен һалып йырламағандыр уны ҡурайсы. Ошо бер генә куплетта ла уның бар булмышы, зиһене, күңеле талаптары, асылы сағылғандай. 27 ғинуарҙа Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә ҡурай мәктәбен булдырыусы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужинға 80 йәш тулған булыр ине.
Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Fәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Fәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зыя Хәлилов, Әнүәр Шафиҡов, Рәжәп Нәҙерғолов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директорының фән буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәжәпов кеүек тап Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән ҡурайсыларыбыҙҙың хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған яҙмабыҙ Ҡурайсы-педагогтың яҡты рухына бағышлана.
Баймаҡ районының Темәс ауылында Fәлимә һәм Динислам Исҡужиндың ғаиләһендә өс ул араһында уртансы малай булып үҫә Әҙеһәм. Баймаҡта йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй, тип әйтһәм, моғайын, бер кемде лә аптыратмам. Борон-борондан табындарҙа оҙон көйҙәр һуҙыу йолаһы бөгөнгәсә һаҡлана был төбәктә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Кинйә Арыҫланов (1723—?)
18-11-2009, 16:35 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1221

Башҡорт халҡының данлыҡлы улы, 1773— 1775 йылдарҙағы бөйөк Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыларының һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологтарының береһе, Е. И. Пугачевтың тоғро көрәштәше, баш күтәреүселәр армияһының баш полковнигы Кинйә Арыҫланов сама менән 1723 йылдың йәйендә ул саҡтағы Өфө провинцияһының Нуғай юлы (даруғаһы) Бошман-Ҡыпсаҡ олосо Танып (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы), дөрөҫөрәге, Нөгөш буйындағы Бағра тауы итәгендәге йәйләүҙә арҙаҡлы башҡорт уҙаманы Арыҫлан Аҡҡолов ғаиләһендә донъяға килгән. Кинйәнең атаһы Арыҫлан батыр — башҡорт тарихында әһәмиәтле урын тотҡан бошман-ҡыпсаҡ ырыуының бейҙәр нәҫеленән, ырыуҙаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанған аҡыллы һәм бай кеше булған. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров асыҡлағанса, Кинйәнең шәжәрәһе легендар Бабсаҡ һәм Күҫәк бейҙәргә, киң билдәле героик шәхес Бошман бейгә һәм уның ата-бабаларына барып тоташа. Бына ул нәҫел ебе: Лас бей — Ҡолһары бей — Атағай бей — Баби бей — Бабсаҡ бей — Күҫәк бей — Сиркә бей — Күсмәк бей — Босмаш (Бошман) бей — Борондоҡ бей — Аҡбулат бей — Һарыбайсал бей — Дәүләтҡол — Миңлеғол — Аҡҡош (Аҡҡол) — Арыҫлан — Кинйә абыҙ. Кинйәнең улы Һеләүһен (Һеләүек) мулла Кинзин — атаһы һымаҡ уҡ, Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, Е. И. Пугачев армияһының полковнигы.
Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуын башлап ебәреүсе Бошман бей оло Иҙелдең, йәғни Волганың түбәнге ағымында татар-монгол баҫҡынсыларына ҡаршы оҙаҡ ваҡыттар буйы азатлыҡ көрәшенә етәкселек иткән ҡыпсаҡ батыры, арҙаҡлы тарихи шәхес. Уның тураһындағы мәғлүмәттәр үткән дәүерҙәге Рәшид эд-дин, В. Г. Тизенгаузен һымаҡ атаҡлы тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә һаҡланып ҡалған, һәм шуныһы мөһим, ул мәғлүмәттәр башҡорт халыҡ ижадында ла ҡабатлана. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, Бошманды монголдарҙың Менгүхан тигән ханы һәм уның туғаны Бүсектең ғәскәрҙәре уратып алып, әсир итә. Фарсы тарихсыһы Джувейни әҫәрҙәрендә һәм «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» тигән башҡорт риүәйәтендә әйтелеүенсә, Менгүхан, уны үҙ яғына ауҙарып, ғәскәр башлығы итеү ниәте менән, теҙләнеүен талап иткән. Батыр күнмәгән. «Дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй», тип яуап биргән Бошман. Шулай тип бәйән итә риүәйәт. Джувейни яҙып ҡалдырғанса иһә, ғорур ил батыры, дөрөҫөрәге, ошолай тип яуаплаған булыр: «Мин үлемдән ҡурҡмайым. Теҙләнергә мин дөйә түгел». Яуыз хан Бошманды ҡылыс менән сабып үлтерергә бойорған. Башҡорт халҡы составында ғәйәт ҙур һәм күп һанлы ҡыпсаҡ ҡәүеменең аҫыл бер тармағы — бошман-ҡыпсаҡтар, тимәк, үҙҙәренең боронғо бабалары Бошман бейҙең батырлығы менән дә ғорурлана алалар.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ҡол Ғәли (1170 йылдар тирәһе — XIII быуаттың тәүге яртыһы)
18-11-2009, 16:26 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1296

Урал-Волга төбәгендә Болғар осоро яҙма әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында иң мөһим урынды тотҡан, шиғриәтебеҙҙең шишмә башын хасил иткән берәгәйле поэтик ҡомартҡы бар. Ул — башҡорттар һәм татарҙар араһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә (күп төрлө күсермәләрҙә. — Авт.) киң таралған, оҙон быуаттар буйы быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» (йәиһә «Йософ китабы», «Йософ үә Зөләйха»). Был бөйөк әҫәрҙең авторы — боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәли.
Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов эл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙағында — XIX быуат баштарында яҙылған «Тәуарихе Болғариә» тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Т. Ялсығолов, әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. «Тәуарихе Болғариә»гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев «Эй башҡорттарының нәсәбнамәһе» тигән исем аҫтында үҙенең атаҡлы «Йәдкәр» тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны «Йәдкәр»ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт хан* (XII быуат)
18-11-2009, 16:20 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1325

Башҡорт — рус кенәзлектәренең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашыусы ҡыпсаҡ ханы. Уның исеме рус йылъяҙмаларында1 бер нисә тапҡыр иҫкә алына.
Сығышы буйынса ул Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр ҡушылдығында йәшәгән ишле ҡыпсаҡ ырыуынан; унда Урал башҡорттары менән тамырҙаш башҡа ҡәбиләләр һәм ырыуҙар ҙа ингән. Башҡорт ханы урҙаһының 20 мең кешеһе булған2. XII быуаттың 50-се йылдарында Башҡорт Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында иң көслө ҡыпсаҡ ханына әүерелә. 1151 йылда хан Ростов-Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Изяслав һәм Владимир Давыдовичтар менән берлектә бөйөк Киев кенәзе Изяслав Мстиславичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Юрий Долгорукийҙың ғәскәре Киевты алыр өсөн Днепрҙың уң ярына сығырға йыйына. Бының өсөн улар, уңайлы урын эҙләп, йылға буйындағы Заруб ҡалаһына килә (хәҙер Монастырск утары, Киев өлкәһенең Зарубинцы ауылынан 1,5 саҡрым төньяҡтараҡ. —Авт.). Долгорукий ғәскәре сафындағы ҡыпсаҡтар эйәр-өпсөндәре, яу-яраҡтары менән Днепрҙа сирҡаныс ала һәм тиҙ генә йылғаны йөҙөп тә сыға. Шул саҡта ғына Юрий Долгорукий ғәскәренә йылғаны һалдарҙа йөҙөп сығырға мөмкинлек тыуа. Улар ҡыпсаҡтар менән берлектә Изяслав полктарын Василев (хәҙер Киев өлкәһендәге ҡасаба. — Авт.) ҡалаһына тиклем сигендергән. 1151 йылдың 5 майында Изяслав һәм Юрий ғәскәрҙәре Рутец йылғаһы янында бәрелешә. Ян-яҡтан һаҙлыҡ һәм Бәләкәй Рутец йылғаһы ҡамасаулағанға күрә, Долгорукий полктары үҙҙәренең һан яғынан өҫтөнлөгөн файҙалана алмай. Ростов-Суздаль кейәҙенең ғәскәрендәге хәрби тәртип емерелә. Башҡорт ханының уҡсылары ла дошманға уҡ ямғыры яуҙыра-яуҙыра сигенә. Яугирҙарҙың күбеһе болғансыҡ Рутец йылғаһында батып үлә, бер өлөшө әсир төшә. Владимир Давыдович һәләк була, ә ҡатыны (йылъяҙмала исеме юҡ. — Авт.) Башҡорт ханына ҡаса һәм уға кейәүгә сыға.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ҡаранай Моратов
18-11-2009, 15:31 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 724
Нәзир Ҡолбахтин,
тарих фәндәре докторы
1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсылары

Илебеҙ тарихсылары Ҡасҡын Һамаровҡа быға тиклем бер генә тикшереүен дә арнамаған булһа, Ҡаранай Моратов хаҡында бер нисә мәҡәлә яҙылғайны.1 Башҡорт юлбашсыһына Татарстан тарихсылары ҙур иғтибар йүнәлдергәйне. Тарих фәндәре докторы С.Х.Алишев Минзәлә төбәгенең баш күтәреүселәре етәксеһе Ҡаранайҙың көрәшен киң юҫыҡта һүрәтләне.2 Авторға бер генә иҫкәрмә яһап була: ул баш күтәреүсе төбәк юлбашсыһының Нуғай даруғаһы Бөрйән олосо башҡорто икәнлеген уҡыусыға бер һүҙ менән дә белдермәй. Яр Саллынан журналист Вәхит Имамов та Ҡаранайҙың баш күтәреү эшмәкәрлеге һәм яҙмышы тураһында күп яҙҙы, әммә мәғлүмәттәрҙең буталыуына һәм һығымта яһағанда күп кенә хаталарға юл ҡуйҙы.3
Ҡаранайҙың һуғышҡа тиклемге тормош биографияһы бер ни тиклем бәхәстәр тыуҙыра. Бик күп авторҙар (Р.Шәкүр, С.Таймасов, В.Имамов, Ә.Әсфәндиәров), Ҡаранай Моратов бер нисә ғаилә иҫәбендә тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған, Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан Меркет-Мең олосо ерҙәрендә керҙәш (припущенник) хоҡуғында урынлашҡан һәм Ҡаранай ауылын нигеҙләгән, тип раҫлай.4 Әммә был бәхәсле фекер. Крәҫтиәндәр һуғышы материалдары буйынса ул Бөрйән олосоноң йөҙ башы тип атала. XVIII быуаттың 80-се йылдарындағы документтарҙа ла Ҡаранай Бөрйән олосо старшинаһы вазифаһын башҡарыусы һәм йөҙ башлығы тип иҫәпләнә.5 Үҙ олосон ташлап киткән кешене артабан да 20–30 йыл буйы шул уҡ олостоң старшинаһы һәм йөҙ башлығы тип иҫәпләүҙәренә ышаныуы ҡыйын. Тарихи әҙәбиәттә, Ҡаранай күренекле Алдар батыр Иҫәкәевтың ейәне булған, тигән фекер ишетелеп ҡалды.6 Башҡорт халҡының ике арҙаҡлы улының шәжәрәләре киҫешеүе лә ихтимал. Ысынлап та, Алдарҙың Морат исемле улы булған, ул 1735–1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡан.7 Алдар – Морат – Ҡаранайҙың йәш нисбәте лә ысынбарлыҡҡа тап килгән кеүек. Был юлдарҙың авторы ла 70–80-се йылдарҙа ошо версияны өйрәнде. Әммә Бөрйән ырыуының нәҫел ағасында быны раҫлаусы дәлилдәр табылғаны юҡ әле. Был мәсьәләне асыҡлау өсөн тарихсыларҙың, этнографтарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең ентекле эҙләнеүҙәре талап ителә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ризаитдин Фәхретдинов (1859-1936)
18-11-2009, 11:16 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1436

Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһы — XX быуат башында ижтимағи фекер үҫеше һәм мәғрифәтселек тарихында Мирсалих Биксурин, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән йәнәш Ризаитдин Фәхретдиновтың исеме ғәйәт ҙур урында тора.
Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов 1859 йылдың 4(16) ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүсат исемле башҡорт ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. (Хәҙер ул ауыл Татарстан Республикаһының Әлмәт районына ҡарай.) Р. Ф. Фәхретдиновтың милли асылы тураһында төрлө уйҙырмаларҙы сикләр өсөн шуны әйтеп үтергә кәрәк: ғалим һәм әҙип үҙенең башҡорт булыуын һәр ваҡыт ап-асыҡ билдәләр булған. Был уның автобиографияһында ла күрһәтелгән. Архивта Р. Ф. Фәхретдиновҡа 1906 йылдың 12 декабрендә бирелгән паспорттың күсермәһе һаҡланған. Был документта ла шул уҡ мәғлүмәт хатта ике тапҡыр теркәп ҡуйылған1. Был тәбиғи ҙә, сөнки элекке Бөгөлмә һәм Минзәлә өйәҙҙәре боронғо Башҡортостандың көнбайыштағы төбәктәре булған. Был ике өйәҙҙә 1897 йылғы иҫәп-хисап ваҡытында 280 мең башҡорт йәшәгән. (Бындағы йөҙәрләгән башҡорт ауылы XX быуатта ассимиляцияға дусар ителде.)
Ризаитдин Фәхретдинов тәүҙә ата-әсәһенән, артабан күршеләге Түбәнге Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә белем ала. Бында ул ун йылға яҡын уҡый, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен уңышлы өйрәнә, китап күсереү, конспектлап өйрәнеү менән мауыға. Ошонан һуң бер нисә йыл Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылы мәҙрәсәһендә мөҙәррис, хәлфә һәм мулла булып тора. Үҙ алдына уҡып, шәреҡ телдәрен өйрәнеүҙе дауам итә, аҙағыраҡ рус телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереү буйынса ла етди эшләй. Нәҡ ошо осорҙа унда ғилем менән шөғөлләнеү дәрте лә уяна. 1887—1888 йылдарҙа Ҡазанда Ризаитдин Фәхретдиновтың бер-бер артлы өс китабы баҫылып сыға: «Китабе әт-тәсриф: Ғилме сарыф», «Китабе мәҡәддимә: Әт-тәхрирел мосфа...», «Китабел иғтибар ».

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Муса Мортазин (1891-1937)
18-11-2009, 09:52 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1304

Башҡортостандың ҡаһарман улдары һәм ғәскәр башлыҡтары — данлыҡлы Алдар батыр Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә һымаҡ легендар шәхестәребеҙҙең береһе, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың исеме башҡорт халҡының йөрәгендә ысын-ысынында мәңгелек урын алған. Уның ғүмер юлы — халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡ мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең XX быуат тарихында уны, еңелеү белмәҫ халыҡ полководецын, яңы дәүерҙең Салауаты тип атарға хаҡлыбыҙ.
Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү олосоноң (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Көсөк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. (Ҡайһы бер документтарҙан күренеүенсә, Муса Мортазиндың атаһының тулы исеме Лотфулла булырға тейеш. Әммә ул үҙен, ғәҙәттә, ҡыҫҡартып, Муса Лут улы тип йөрөткән, 1937 йылда үҙ ҡулы менән яҙылған анкетаға ла шул килеш кергән.) 1911 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Шул уҡ ваҡытта, архив материалдарынан күренеүенсә, 16 йәшенән алып 1912 йылда батша армияһына алынғанға ҡәҙәр байыраҡ ауылдаштарының береһендә батраклыҡта йөрөгәнлеге лә билдәле. Тимәк, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡып, йылдың башҡа миҙгелдәрендә, уҡыуҙан буш ваҡытта, эшләп, ғаиләлә бер таяныс булырға тура килгәндер. Сөнки, ул үҙе яҙғанса, 1908 йылда атаһы кулактар тарафынан үлтерелә, ә мөлкәте түләнмәгән һалымы өсөн һатыла. «Минең бөтөн тормошом ауыр батрак һәм ҡара эшсе тормошо булып үтте. Мин ялсы инем, урман ҡырҡтым, шахталарҙа эшләнем»1, — тип яҙа ул 1930 йылдың 13 авгусында «Красная звезда» гәзитендә «Редакцияға хат» тигән баш аҫтында баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.