Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» БСТ "Башкорттарҙы Ситкә Типтек" каналына әйләнмәҫ борон
25-02-2011, 21:29 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 603
БСТ-ның акционерҙар йәмғиәтенә әйләнеүе бик тә ихтимал

Кем етәкләй бөгөн беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһын? «Беҙҙең» тип яҙам, сөнки әлегә канал бюджеттан финанслана, тимәк, беҙҙең, йәғни һалым түләүселәрҙең, аҡсаһына эшләп килә. Башҡортостанда киң матбуғат сараларын хосусилаштырыу булмаясаҡ, улар дәүләт ҡарамағында ҡаласаҡ, тип тынысландырһалар ҙа, көтмәгәндә, БСТ-ның акционерҙар йәмғиәтенә әйләнеүе бик тә мөмкин (быны, акциялар пакетының кеҫәһендә ятыуын, каналдың бөгөнгө генераль директоры көн дә төшөндә лә күрәлер әле).
Әгәр шуға юл ҡуйһаҡ, тиҫтәләрсә йыл башҡорт халҡының үҙаңын, зауығын, мәҙәниәтен үҫтереүгә, формалаштырыуға йүнәлтелгән БСТ-нан бөтөнләй ҡолаҡ ҡаҡтыҡ, тигән һүҙ буласаҡ. Ул саҡта «Сәләм» с приветом» ғына түгел, тотош БСТ «Башкорттарҙы Ситкә Типтек» каналына әйләнәсәк.
Был инеш өлөш булды.
Хәҙер төп һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ.

Тимәк, кем белмәй, БСТ-ның башында бөгөн Гүзәл Ибраһимова тора. Ҡарамаҡҡа сибәр, ирҙәр, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ, тип тамшанырлыҡ ханым. Ләкин, ир-егеттәр, артыҡ ныҡ нәфсегеҙҙе шаштырмағыҙ: матурлығы ҡайҙа башлана, шунда уҡ тамамлана. Сөнки кешене ысынлап та гүзәл иткән, нурлы иткән эске матурлыҡ ханымға, үкенескә күрә, хас түгел. Үкенескә күрә, тип әйтеүем шунан: нисек кенә булмаһын, ниндәй юлдар ғына уны был вазифаға килтермәһен, ул тотош Башҡортостан юлдаш телевидениеһының йөҙөн күрһәтә. Иң тәүҙә тәғәйенләгәстәре, уны заманса фекерләүсе шәп менеджер, тип маҡтауҙарына ышанғы килһә лә, тора-бара был һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүе асыҡланды.

«Бөтөн Өфө» ҡала каналынан килтереп ҡуйҙылар бит инде Гүзәл Ибраһимованы. Шәп менеджер булғас, нишләп ул каналды табышһыҙ предприятиеға әйләндергән? Миллион һумдарға барып баҫҡан сығымдар ҡала бюджетынан ҡаплана килгән, бухгалтерияһында ла тәртип булмаған һ.б., һ.б. Тап ошо хаҡта Контроль-иҫәп палатаһының Хөкүмәт Премьер-министрына яҙған хаты һөйләй, ҡарағыҙ:

«Во Всей Уфе обнаружена муниципальная долларовая миллионерша»
http://journalufa.com/page,1,13,592-vo-vsej-ufe-obnaruzhena-municipalnaya-dollarovaya-millionersha.html
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» "Башҡорт форумдары"-нан БЮТ тураһында
23-02-2011, 14:09 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 1067
Зайнаб:23 February 2011 - 12:10
Uno (22 February 2011 - 10:58) писал:
Молодцы ребята! Не побоялись! Не продались за более высокую заработную плату! Хотят творить!!!!!!
Люди рискуют своей работой. Мы же не рискуем ничем. Надо поддержать! Где общественные организации? ВКБ? Кук буре, Туган тел, СБМ? Они не напишут. Надо самим организоваться. РЗХ доверяет интернет сообществам. Чем башфорум не интернет сообщество? Администрация форума, может организовать сбор подписей телезрителей? Как сказала одна женщина(лица не видела), Мы потребители и мы имеем право требовать качество продукта. Если посмотреть комментарии на открытое письмо, есть такие люди, которым без разницы есть БСТ или нет. Вне зависимости от реорганизаций и изменений. А ведь есть люди, для которых это единственный канал. Мои родители, родители мужа, наша семья.......
Мы ведь не сериалы и дешевые фильмы смотреть хотим.


Ниһайәт! Афарин, Uno! Форумдаштарҙың был мәсьәләне урап үтергә тырышыуы, хатта битарафлығы аптырата. Бергәләшеп көрәшергә кәрәк тә инде! Бында бит башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүе генә түгел, журналистарҙың хоҡуҡтарын боҙоу мәсьәләһе лә күтәрелә. Берәй гәзит анализ яһап ҡаранымы телевидениелағы хәлгә? Ни эшләптер дәүләт телевидениеһы проблемалары сүп-сар сайттарҙан ары китмәй, ә уларҙағы эттәр өрөүенән бары тик зыян ғына. Башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙың кәмеүенә килгәндә, журналистарҙың хаты (кемдеңдер мутлығы менән) интернетҡа эләгерҙән алда уҡ бер нисә районда меңәрләгән кешенең ҡултамғаһы менән ризаһыҙлыҡ хаттары яҙылған, тиҙәр. Тик улар, әлбиттә, республка етәкселегенә барып етмәй. Шулай уҡ телевидение почтаһына килгән хаттар ҙа "юғалып" ҡала.
Был ойошмала бик күп таныштарым эшләй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Дәүләтбаев заманында уҡ ризаһыҙлыҡ бар ине, уларҙың иң ҙуры, минеңсә, телевидениеға килгән аҡсаны тапшырыуҙарҙың сифатын күтәреүгә түгел, ә башҡа маҡсатта тотоноу ине. Элекке директор ҙа ғәҙел булманы. Ләкин халыҡты һәм журналистарҙы "БЫДЛО" тип әйткәнде тәүгә ишетеүем.
Йыйылышты алып барыусы Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙән башланы һүҙен. "Телевидение уларҙы туған тел менән бәйләп тороусы бер еп" тине, һәм был дөрөҫ. Бәлки, шул ситтә йәшәүсе телевизор ҡараусылар үҙ фекерен белдерер? Ә беҙҙең зыялылар ни өсөн үҙ һүҙен әйтмәй? Тәнҡитләргә ҡурҡаһығыҙ икән, теләктәрегеҙҙе белдерегеҙ. Ниндәй телевидение кәрәк бөгөн беҙгә? Башҡортса тапшырыуҙар ниндәй булырға тейеш?


Зайнаб:23 February 2011 - 12:27
Гүзәл Ибраһимованың компанияға килеүен бик күп булдыҡлы егеттәр һәм ҡыҙҙар һағайып, әммә өмөт менән ҡаршы алғайны. Яҡшы журналистарҙың бер өлөшө РТР-ға китте, бер өлөшө Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙын яҡлап сыҡты (сифатлы телевидение булдырабыҙ, тигән өмөт менән). Ләкин өмөттәре аҡланманы. Яңы директор бер ай эсендә бөтә булған тапшырыуҙарҙы юҡҡа сығарҙы, улар урынына халыҡ яратып ҡарарлыҡ продукция тәҡдим итә алманы. "Ҡурай", "Алыҫ-араларҙы яҡынайтып", "Хәйерле кис", "Хазина" ижад берекмәһе тапшырыуҙарын һағынып иҫкә алабыҙ.
Яңы тапшырыуҙарҙан иһә башҡорт теле әкренләп юҡҡа сығарыла. Миҫал өсөн, "Неслучайные люди" ике телдә сыға башлағайны, башҡорт журналистарының әңгәмәләрен ҡарай ала инек. Ләкин был да оҙаҡҡа барманы. Хәҙер "Урынлы фекер" юҡ, тапшырыу тик рус телендә генә бара. Һәм бындай миҫалдар бик күп.
Әлбиттә, башҡортса тапшырыуҙарҙың сифатын яҡшыртырға, хәбәрселәрҙең һәм алып барыусыларҙың оҫталығын үҫтерергә кәрәк. Ләкин уларҙы ҡыуып сығарыу юлы менән түгел!
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башбиҙәк төҫө: «Башҡорттар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа ҡайғырығыҙ»мы?
22-02-2011, 13:36 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 638
Башбиҙәк төҫө: «Башҡорттар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа ҡайғырығыҙ»мы?Гел дә телесериалдар менән генә мауыҡмай, «мәҡәләсериалдар»ға күсеп алырға ниәтләнем. Һабынлы операларҙы сейле-бешле ҡоймаҡ һымаҡ шапылдатып бешереп сығарып ятҡан телевизионщиктарҙан ҡайһы еребеҙ менән кәм? Шуға ла элек арлы-бирле генә ҡараған телевизор дуҫ менән йыш икәүҙән-икәү ҡалам. Хәйер, дуҫмы икән?! Зауығымды күтәрер, мәҙәни кимәлемде арттырыр урынға, телевизор һаулығымды ҡаҡшата, миңрәүләтә, иҙрәтә кеүек. Электр энергияһынан тыш, үҙемдең шәхси энергиямды һура. Өс-дүрт сәғәт экранға төбәлеп ултырҙыңмы, эс-күңелең шундай бушап ҡала, атлап киткәндә буш мискәләй шалтырап торған кеүекһең. Башҡа туҡылдатһаң да шул уҡ хәлдер, моғайын, әммә негатив мәғлүмәттәрҙән былай ҙа тубалға әйләнгән тән өлөшөн һуғып ҡарарға йәлләйем. Телемания тигән бик алама сирҙең йоғонтоһон үҙемдең елкәлә татымаһам, барлығына һис бер ваҡытта ышанмаҫ инем. Етәр, бөгөн башҡа зәңгәр экранға яҡын да бармайым, теләһә ниндәй «бутҡа»ны ҡарамайым, тигән хәлдә лә, йә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эҙләп программа уҡып ултыраммы шунда, йә телевизор пультын эҙләйемме... Шунан урлап тотолған бур һымаҡ үҙ-үҙемдән оялып, икенсе бүлмәгә сығам да, унда тағы пультҡа йәбешәм...

Халыҡты аңраландырыуға йүнәлтелгән ҡоралдарҙың береһе инде ул үҙәк телевидение. Ундағы боғаҙ йыртып ҡысҡырыуға, буш хәбәр һатыуға ҡоролған шоуҙарынан, боҙҙа шыуыуҙарҙан, йөрәкте болғандырғыс осһоҙ телесериалдарҙан ялҡып, үҙебеҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһына иғтибарҙы йүнәлттем. Йәнәһе лә, йырлап-бейеп күңел асҡан үҙебеҙҙең канал ярҙамында тиҙерәк маниянан һауығырмын. Һауыҡмай тор әле тигән кеүек, Башҡортостан каналы тамам шаңҡытты. Тәүҙә, яңылыш баҫтыммы әллә, тип, гел урыҫ телендә һөйләгән каналды ҡарамай, был беҙҙең юлдаш телевидениеһының клонылыр, төп нөсхәһе барҙыр, тип үҙемде-үҙем алдаштырып, ҡат-ҡат пультҡа баҫып, үҙебеҙҙекен эҙләп маташтым. Ҡолаҡҡа барыбер яҡын тел булғанғамы, Татарстан юлдаш телерадиокомпанияһына барам да сығам, барам да сығам. Унда урыҫ теле һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡала, күпселектә тапшырыуҙар - татарса. Ныҡыша торғас, ниһайәт, гел урыҫса барған БСТ-ла башҡорт телендәге тапшырыуға ла юлыҡтым. Киске сәғәт ун беренсе яртылағы яңылыҡтар ине. Диванға иркенләп ултырып, артабан да башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарарға әҙерләндем. Әммә шуның менән үҙ телемдәге тапшырыуҙар бөтөп тә ҡуйҙы.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Хыянат
12-02-2011, 14:13 | Баш бит | автор: Тандын Сулпаны | Уҡылды: 512
Күпме генә башҡорт тырышманы,
Йәшәһен, тип халыҡ намыҫы.
Бөгөн килеп, шул уҡ үҙ башҡортом,
Намыҫымды йолҡоп ырғытты.

Минең өсөн бар ул һәм дә тере,
Шул уҡ ғорур, эшен башҡара.
Үҙе зәғиф, бөтөнләйгә зәғиф,
Һөйкәлергә тора башҡаға.

Ғәрлеге юҡ, бәлки ул терелтер,
Уятыр ҙа ине намыҫты.
Йәшел йылан ғына өҙгөләнеп,
Аңра итә һаман халыҡты.

Баш күтәреп ҡарарға ла оят,
Ни әйтермен, үткән быуатҡа.
Тамырыма үткер балта сабып,
Хыянаттар иттем тарихҡа.

Таңсулпан Баймырҙина
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...
7-02-2011, 17:54 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 637
Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...Беҙҙең ҡалаға сауҙа эштәре менән Кавказ яҡтарынан килгән бер мосолман ғаиләһен беләм. Бөтә дини ҡанундарҙы башҡармаһалар ҙа Ҡөрьән сүрәләрен белеп, хәрәм эштәрҙән һәм аштарҙан тыйылып көн итәләр.

Мине иң аптыратҡаны - уларҙың балалары. Улы һәм ҡыҙы буй еткергән инде, бәлиғ булғандар. Уларҙың кем менәндер дуҫлашып, ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанын ишеткән булмағас, аптырап, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бер көн үҙҙәренән үк һорай ҡуйҙым. Кейәүгә сығырға, кәләш алырға йыйынмайҙармы әле, йәнәһе. Сәс толомо теҙенә тиклем төшөп торған һомғол буйлы сибәркәйҙең яуабы ошо булды: "Бында мин әсәй-атайыма сауҙа эшендә ярҙам итергә һәм һөнәри белем алырға тип килдем. Уҡыуымды тамамлайым да, тыуған илемә ҡайтып, үҙ милләтемдән булған егеткә кейәүгә сығасаҡмын. Бында минең милләт егеттәре юҡ бит..." 27 йәшен тултырған улдары менән әңгәмә мине тағы ла нығыраҡ аптыратты ла, һоҡландырҙы ла: "Әгәр бында минең ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ менән сыуалғанымды яҡташтарым белеп ҡалһа, мин үҙ илемә ҡайтып кәләш ала алмаясаҡмын. Туғандарым һәм иң тәүҙә атайым минән баш тартасаҡ". Артабан егет милләте менән ғорурланыуы, үҙ еренә, тәбиғәтенә, туған теленә, моңона һәм лезгинка бейеүенә үлеп ғашиҡ булыуы тураһында һөйләне.

Ете ят илгә килеп байтаҡ ғүмер итһәләр ҙә үҙ асылына тоғро ҡалған ғаилә менән ошо аралашыуҙан һуң үҙебеҙҙең милләттең бәләһенә әүерелгән ҡатнаш никахтар мәсьәләһе тағы йөрәкте әрнетте. Сит ил егетенә кейәүгә сығып, диңгеҙ аръяғына китергә ынтылған ҡыҙҙарыбыҙ, киноэкрандарҙа ғына осрай торған һомғол буйлы блондинкалар тураһында хыялланып, ябай башҡорт ҡыҙҙарын шәйләмәгән егеттәребеҙ өсөн көйөнмәйенсә буламы ни! Башҡа милләт кешеһе менән донъя ҡороуҙы ғәҙәти хәлгә әйләндерҙе бит йәштәребеҙ. Сөнки ата-әсә быға юл ҡуя, бала саҡтан балаһының аңына "Һин үҙ милләтеңә балалар үҫтерергә тейешһең", тигән тәрбиәне һеңдермәй. "Мөхәббәткә ҡаршы барып булмай инде", тигән һылтау табалар эш үткәс. Шунан ейән-ейәнсәрҙәр менән сит-ят телдә аралашырға мәжбүр булалар. Ошонан да аянысыраҡ хәлдең булыуы мөмкинме?!

Ҡатнаш никахтар беҙҙең өсөн ике яҡлап та ҡурҡыныс. Әгәр ғаиләлә әсәй - башҡорт, атай башҡа милләттән икән, уларҙың балаһы әсә телен һәм халҡыбыҙҙың ҡайһы бер йолаларын белеүе мөмкин, тик документтары буйынса ул башҡорт түгел. Әгәр атай кеше - башҡорт, ә әсәй башҡа милләттән икән, был ғаиләлә иһә бала башҡорт булып яҙылһа ла, унда милли тойғо булмаясаҡ, ә телде инде ул күп осраҡта бөтөнләй белмәйәсәк. Был ике осраҡта ла һин милләт өсөн юғалғанһың, милләтте дауам итмәйһең, тигән һүҙ. Был - әсе хәҡиҡәт. Тик атаһы ла, әсәһе лә бер милләттән булған ғаиләләрҙә генә милләткә тоғро, рухи ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен белгән һәм халҡының киләсәгенә битараф булмаған балалар тәрбиәләп була.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Процентҡа аҡса алыу йәки Кипмәгән күҙ йәштәре тураһында
7-02-2011, 17:42 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 521
Процентҡа аҡса алыу йәки Кипмәгән күҙ йәштәре тураһында– Әле яңыраҡ ҡына аҡса ебәргәйнек, тағы һораған. Хәҙер сессия башланғас, аҡсаңды әҙерләп кенә өлгөр.
– Ниңә, уҡыуы ауырмы әллә?
– Ауыр булһа ла, булмаһа ла, зачетка араһына аҡса ҡыҫтырыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән инде.
– Нисә һум кәрәк һуң?
– Биш меңдән кәм түгел.
– Әллә, хәҙер кешенән аҡса алыуы ауыр бит ул. Процентҡа эҙләп ҡарамаһаң...

Студент балаһы өсөн борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ханым танышы менән процентҡа аҡса алыу өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә тип баш вата башланы...

Эйе, тормош яҡшыра, матурая, тиһәк тә, ошо заманға яраҡлашып йәшәү, бала тәрбиәләү өсөн көндән-көн күберәк аҡса талап ителә. Эш хаҡтарының онотҡанда бер һәм тинләп кенә, ә аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға, коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтарҙың көн һайын тиерлек артыуына ҡарағанда, берәй көн уйламағанда сит илдә бай туғандарың табылмаҫмы йә бәхетле лотерея эйәһенә әүерелеп булмаҫмы, тип йышыраҡ хыяллана башлайһың. Халыҡтың ошондай мәле менән файҙаланып ҡалырға ашыҡҡан мут әҙәмдәр ҙә йоҡлап ятмай. Былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләрҙе алдап-йолдап, кеҫә ҡалынайталар.

Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек күбәйгән шәхси банкылар тураһында оҙаҡ һөйләп тормайыҡ. Сөнки улар барыһын да закон буйынса эшләй. Уларҙың нисә процент менән эш итеүҙәрен үҙ елкәһендә татығандар башҡаса ундай банкыларға мөрәжәғәт итмәҫкә тип, ант итеп бөтәләр. Утыҙ мең һум алып, етмешәр мең һум ҡайтарыуы еңелдән түгел. Бындай банкыларҙың рекламаһы ла көн-төн эшләй, Интернет селтәре лә улар менән тулған. Хатта өйөңдә ултырып ҡына ла теге йәки был банкының сираттағы ҡорбанына әүерелә алаһың.

Ҡапыл ғына аҡса кәрәк булғанда ҡайҙа барырға белмәй аптыранып йөрөүселәргә ярҙам ҡулы һуҙған “мәрхәмәтле” кешеләр күбәйә башланы. Һүҙем процентҡа аҡса биреүселәр тураһында.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» "Иман нуры" һеҙҙе көтә
7-02-2011, 17:32 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 539
"Иман нуры" һеҙҙе көтәДөрөҫлөктә, Аллаһы Үҙенең пәйғәмбәре аша Ҡөрьән китабын кешелеккә күңелдәрҙе иман менән нурландырып, аҙашыу юлынан, дини наҙанлыҡ, иманһыҙлыҡ ҡараңғылығынан дин ғилеме яҡтылығына һәм тоғро юлға сығарыу өсөн индерҙе. Аллаһы ошо Ҡөрьәндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм хаҡында: “Дөрөҫлөктә, һин юғары әхлаҡҡа эйә булдың”, – ти. Ә уның янында йөрөгән сәхәбәләре: “Уның әхлағы – Ҡөрьән ине”, – тигәндер. Ысынлап та, бер мең дүрт йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамай, Аллаһының изге китабы Ҡөрьән аҡыл эйәләренә хикмәтле нәсихәт биреүсе, изгеләргә һөйөнөс килтереүсе, гөнаһлыларҙы ҡәтғи иҫкәртеүсе, үткән һәм киләсәк ваҡиғаларҙы хаҡлыҡ менән тасуирлаусы, Аллаһынан ҡурҡыусыларға үҙгәрмәҫ ҡанундар йыйынтығы булып ҡала килә.

Изге Ҡөрьәнде өйрәнеү, киләһе быуынға еткереү, унда яҙылған Ислам дине нигеҙҙәрен дөрөҫ аңлау, уның арҡылы йәштәрҙе изгелек һәм мәрхәмәтлек рухында тәрбиәләү һәр мосолмандың изге бурысы.

Йыл һайын “Иман нуры” конкурсы балаларҙың күңелен Ислам диненең әхлаҡи ҡиммәттәренә яҡынайтыусы, изгелеккә әйҙәүсе сараларҙың береһе булараҡ үткәрелә. Быйыл да Баймаҡ районы мөхтәсибәте, Баймаҡ районы китапханаһы Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса 5 йәштән 12 йәшкәсә һәм 12 йәштән 18 йәшкәсә балалар араһында район конкурсы үткәрә.

Бәйге 3 турҙа үтә: 1-се тур – урындағы мәсеттәрҙә, 2-се тур – төбәктәрҙә (үҙәктәре: Татлыбай, Янғаҙы, Йылым, Таулыҡай, Ҡаратал, Ниғәмәт, Ҡолсора, Аҡморон, Һәмән, Темәс, Иҫәнбәт, Мерәҫ), 3-сө тур – Баймаҡ ҡала мәсетендә үтәсәк. Район бәйгеһендә төбәктәрҙә 1-се урынды алған балалар ҡатнашасаҡ. Һуңынан халыҡ ижады үҙәгендә конкурсты йомғаҡлау кисәһе үтәсәк.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Уңған етәксе лә, һоҡланғыс шәхес тә
7-02-2011, 17:21 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 505
Уңған етәксе лә, һоҡланғыс шәхес тәГәзит уҡыусыларҙы Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе һәм хеҙмәт итеүсе һоҡланғыс шәхес—Ридер Шәрип улы Солтангилдин менән таныштырырға булдыҡ. Хеҙмәт юлын ул 1966 йылда «Һәүәнәк» совхозында башлай, оҙаҡламай әрме хеҙмәтенә алына. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егетте комсомол ойошмаһына секретарь итеп һайлайҙар.

Артабан Ридер Шәрип улы 30 йыл буйына Темәс урман хужалығында эшләй. Һәр эште намыҫ менән башҡарырға өйрәнгән егет ябай водителдән предприятие директоры вазифаһына тиклем үрләй. Водитель булып эшләгән йылдарында йыш ҡына социалистик ярыштарҙа еңеп, призлы урындар яулауы ла уның ни тиклем эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй. Һуңынан тиҫтә йылдан ашыу хужалыҡ автогаражында механик, начальник булып эшләй. Р.Ш.Солтангилдин етәкселек иткән йылдарҙа был бүлексә урман хужалығы цехтары араһында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Әлбиттә, Ридер Шәрип улына 130 берәмек техниканан торған ҡеүәтле автопарк менән етәкселек итеүе еңелдән булмағандыр. Ул техниканы төҙөк тотоу һәм аварияһыҙ йөрөтөү өсөн күп көс һала. Автогараж коллективының берҙәм эшләүе арҡаһында Темәс ауыл хужалығы СССР-ҙағы урман предприятиелары араһында призлы урындар яулай. Ул заманда хужалыҡ Мәскәү ҡалаһының «Агролесдревпром» идаралығы ҡарамағында була.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Милләтселәр менән әңгәмә һәм уларға нәсихәттәр
2-01-2011, 09:22 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 880
Ишморат Хайбуллин

Яңыраҡ ҡына мосолман егетенең бер милләтсенән алған хатын күрҙем. Ул милләтсе үҙенең донъяға ҡарашын дин менән бәйләп аңлатырға маташа. Имеш, Ислам динендә яҡшы нәмәләр менән етешһеҙлектәр ҙә бар. Уның уйынса, беҙ Исламды әҙерәк үҙебеҙҙең милли ғөрөфтәребеҙгә яраҡлаштырыға тейешбеҙ. Имеш, сусҡа итенән баш тартыуҙа мәғәнә юҡ, ҡатындарҙы яулыҡҡа төрөү – фанатизм һәм башҡаһы.
Был темаға мин күптән яҙырға ниәтләп йөрөй инем һәм бына бөгөн, ниһайәт, ҡул барып етте.
Донъяла нисәмә милләт булһа, шул тиклем милли хәрәкәттәр ҙә бар. (Шуныһы ҡыҙыҡ: милли хәрәкәт ахыр сиктә барыбер милләтселеккә әйләнеп китә. Был аксиома). Рус, ғәрәп, төрөк, татар, башҡорт милләтселәре бер-береһен күрә алмаһалар ҙа, улар бер туғандар кеүек оҡшаш. Һүҙҙәре лә бер ҡалып: “Бына беҙ тыуып үҫкән ергә “анауҙар” килеп тулған да, беҙҙең еребеҙ, һыуыбыҙ менән ҡулланып яталар! Етмәһә, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ менән кинәнәләр бит әле!! Кәрәктәрен бирер кәрәк!!!”. Был фекерҙәргә аҙағыраҡ кире кайтырбыҙ, ә хәҙер беҙгә нәҫел һәм геграфия буйынса яҡыныраҡ миҫал – башҡорт милләтселәре тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Ул егеттәрҙең күбеһе үҙҙәрен христиан түгел, мосолман тип һанай, шуға иң тәүҙә шуны еткерергә бурыслымын: Ислам дине – ул ғәрәптәрҙең дине түгел, ә Бөйөк Аллаһы Тәғәләнең ете күк аша ебәргән дине! Был дин – ҡайһылаҙың яңылыш уйы буйынса – тик Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) генә килтергән дин түгел, бәлки иң беренсе кеше – атабыҙ Әдәмдең (عليه السلام) (башҡортса әйтелеше Әҙәм) дине. Хатта беренсе кеше булмаған саҡта ла – ерҙә тик ендәр, ә күктә тик фәрештәләр генә булған заманда, Ислам дине бар ине. Сөнки Ислам – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу һәм уға тиңдәш тотмау (ширк ҡылмау) тигәнде аңлата. Әдәм (عليه السلام) яратылмаҫ борон миллиардлаған фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла ине (минең “Сила Ислама” тигән мәҡәләмде уҡығыҙ). Һәм Аллаһы Тәғәлә бөтә пәйғәмбәрҙәренә лә тик бер дин – Ислам динен генә индерҙе. Һәр бер пәйғәмбәрҙең шул осорға һәм уның йәмғиәтенә ярашлы Ислам ҡанундары (шәриғәт) булды, әммә төп нигеҙ – Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт һәм ширк ҡылмау – бер ине. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн шундай миҫал килтерәйек: һәр илдең конституцияһы һәм ҡанундары була. Конституция үҙгәртелмәйенсә ҡанундарҙың ниндәйҙер пункттары үҙгәреүе ихтимал. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең диндәре бер булыуға ҡарамаҫтан шәриғәттәре айырыла ине. Мәҫәлән, Әдәм пәйғәмбәрҙең (عليه السلام) балалары бер береһенә өйләнә ала, уның шәриғәтендә был хәләл ине. Ә Йәғҡуб пәйғәмбәр (عليه السلام) шәриғәтендә бер туған булған ике ҡатынды кәләш итеп алырға рөхсәт ителгәйне. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) шәриғәтендә иһә (йәғни беҙ тотҡан шәриғәттә) был ике күренеш тә хәрәм ҡылынды.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
20-12-2010, 12:41 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 760
"Республикаға өҫтәмә инвестициялар кәрәк. Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Думаһынағы Башҡортостан депутаттарын республикаға федераль кимәлдә федераль ҡаҙнанан адреслы инвестпрограммалар сиктәрендә, шулай уҡ ҙур эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өҫтәмә инвестициялар эҙләргә өндәне.
"Республикаға конкрет һөҙөмтәләр — контракттар, форумдар, инвестициялар кәрәк", — тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар менән 1 октябрҙә уҙған осрашыуҙа.
Башҡортостан Президенты, тик ошондай ысул менән генә эшһеҙлек кеүек социаль проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ, тине. Статистика буйынса, республикала эшкә һәләтле 2,4 млн кешенең 1,8 млны ғына эш менән тәъмин ителгән. Шулай булһа ла, рәсми рәүештә республикала тик 45 мең генә эшһеҙ теркәлгән. «Былары - эшһеҙлек буйынса пособие алыу бәхете тейгәндәре, — тине Президент. — Ысынбарлыҡта иһә эшһеҙҙәр һаны 200 меңдән аша».
Рөстәм Хәмитов депутаттарға республика өсөн инвесторҙар һәм федераль саралар эҙләүҙә шәхсән ярҙамын вәғәҙә итте. «Мәскәү кабинеттары буйлап үҙем йөрөргә лә әҙермен. Эшләргә кәрәк, башҡа рецепттар юҡ», — тине Рөстәм Хәмитов."
Башҡортостан Республикаһы Президента Пресс-хеҙмәте. 02.10.10»
(«Республика Башҡортостан» гәзитенән)


Әллә, өмәләп тормайыҡмы?..
Һуғым һуйғанда күршем бер лаҡап һөйләп көлдөрҙө әле. «Бер туйҙа, тей, үҙең кеүек эсмәгәнен таптыҡ, алып ҡайтып ҡунаҡ ит, тип урман яғынан килгән ҡоҙаны миңә беркеттеләр. Мәрәкәсел булып сыҡты ҡоҙам - уйынын да, ысынын да ҡоя ғына хәбәрҙең. Яйлап, балаларға килеп терәлдек. Малайҙарың нисәү, тиеп һорай ҡуйҙым. Йән ере булған икән ҡоҙаның.
- Гел ҡыҙ миндә. Тағы бер маташтырып ҡарайым да, килеп сыҡмаһа өмәләйем дә ҡуям!»


Уҙған аҙнала Баймаҡ районында хакимиәтенең конференц-залында хакимиәт башлығы Р.Р.Сәйетов, ауыл хужалығы министры А.С.Йыһаншин һәм Магнитогорск ҡалаһының «МКАП-Ситно» ЯСЙ директоры П.А. Журавский ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәнең төп маҡсаты - районда «Ситно» ҡатнашлығында агрохолдинг булдырыу мөмкинселектәрен тикшереү булды. Башҡортостанда инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылыуын, Баймаҡ районы ла был йәһәттән ҡалышмаясағына ышаныуын белдерҙе үҙенең сығышында Азат Салауат улы Йыһаншин.
Рөстәм Рафаил улы Сәйетов Баймаҡ районының ауыл хужалығы тармағын артабан үҫтереү өсөн мөмкинселектәре ҙур булыуын әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта, ҡабатлана килгән ҡоролоҡ эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, райондың шәхси хужалыҡтарында һәм төрлө хужалыҡтарында 52 мең баш эре мал тәрбиәләнелә. Тимәк, районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн потенциал ҙур.

«Ситно» ЯСЙ Баймаҡ халҡына яҡшы таныш - уның икмәк-булкаларын, торттарын һәр-бер аҙыҡ-түлек магазинында тиерлек табырға була, яҡшы сифатлы продукциялары ҙур һорау менән ҡулланыла. Компанияла 8,5 мең кеше эшләй, уның балансында Уралағы иң ҡеүәтле икмәк комбинаты, ҡошсолоҡ комплексы, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Компанияның 120 мең гектар сәсеүлектәре бар, етештерелгән продукцияһының 78 проценты «Ситно» магазиндары аша һатыла. Павел Александрович әйтеүенсә, «Ситно» ҡош түшкәләрен туңдырмайынса, һыуытылған килеш тәүлек эсендә Мәскәү сауҙа нөктәләренә еткерергә һәләтле - мөмкинселектәре ҙур. Компанияның әйләнешендә 18 млрд. һум аҡса бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ыңғай килешеүҙәр төҙөлгән осраҡта бындай ҡеүәтле компания райондың инфраструктураһын үҫтереүгә, ауыл хужалығына йән өрөүгә, урындағы халыҡты эш менән тәъмин итеүҙә үҙ өлөшөн индерер ине. Шулай уҡ, Сибай элеваторы тураһында ла мәсъәлә ҡарала, тип яҙа «Баймакский вестник» гәзите был кәңәшмә хаҡында.
Был мәсъәләгә тәнҡит күҙлегенән ҡарағандасы?...
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.