бәләкәй инша
– Эсмәҫ инем. Бер тамсы ла.
– Дәүләт эшендә йөрөмәҫ инем, үҙаллы эшкә ынтылыр инем.
– Кәләш һайлай башлаһам, иң тәүҙә, ғишыҡ-мышығымды ситкәрәк ҡуйып, форсатын табып буласаҡ кәләштең йортона барыр инем дә, ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтен самалар инем. Йортта атай кешегә ихтирам юҡ икән – үҙеңә киләсәктә хөрмәт көтмә, «поздняк метацца» булмаһын аҙаҡ.
– Үҙемде хөрмәтләгән, балалар табып биргән ҡатынҡайыма сат йәбешеп йәшәр инем. Әгәр (ҡырыҫ-ҡырағайыраҡ башҡорт ҡыҙы бит инде был), тиҫкәре яғы әйләнеп китһә, үҙемдең дә шул уҡ тиҫкәре башҡорт икәнлегемде онотоп, күңелен күрергә тырышыр инем. Әгәр миңә ышанып сыҡҡан (ғашиҡ булып сыҡҡан, тип күҙ уңында тотола ҡатыным мине «тыңламай» икән /ир-егет фекерләүе кимәлендә әйтәм/ – тимәк, үҙем тыңлата белмәгәнмен, оҫтарырға кәрәк.
– Һаулығым, аҡсам мөмкинлек бирһә, ҡулымдан килһә, тағы ла кәләш алыр инем.
Шашыуымдан түгел – әгәр ҙә берәүгә ысынлап та күҙем төштөниһә, тимен инде. Өҫтәүенә, 50 ҡатынға 1 йүнле ир тура килгән заманда йәшәүҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе юҡ. (Аңлауығыҙса, мин тап шул йүнле ирҙәр рәтенән булып сығам бит инде)). Ҡиәмәт көнөндә уларға ғәҙел булмағандар өсөн ниндәй яза булырын белгәс, бар көсөмә ғәҙел, йомарт, тоғро булыр инем. Ҡулымдан килмәҫен тойһам, быға ынтылмаҫ инем.
– Ниндәй генә эштә эшләһәм дә, ниндәй генә дуҫтарым менән ҡатнашһам да, донъяны ҡотҡарыу буйынса ниндәй генә глобальный идеялар менән янһам да, донъяуи (мирские) приоритеттар араһында ҡатыным (ҡатындарым) менән балаларым минең өсөн тәүге урында торор ине. Сөнки ҡартайып, көсһөҙләнеп, кәкерәйеп-бөкөрәйеп бөткән сағымда, янымда өф итеп торған, ҡәҙерләгән, яратҡан иң яҡын кешеләрем буласаҡ. Ошо хазиналарын юғалтҡан ирҙәрҙән айырмалы...
Кәримә.