Яугир-уҡытыусылар
БАКАЕВ Файзрахман Һибәтулла улы – директор, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусыһы.1905 йылдың 1 ғинуарында элекке Ырымбур губернаһының Ҡыпсаҡ олосо Ғабдрафиҡ ауылында тыуған. Уның атаһы уҡытыусы булып эшләй, кескәй Файзрахман башланғыс белемде атаһынан ала. Улдарын уҡытыусы итергә теләп, ата-әсәһе уны 1918 йылда Соран йылғаһы буйындағы Әхмәр ауылында асылған ике айлыҡ уҡытыусылар курсына ебәрәләр.
1919 йылда Ҙур Юлдаш ауылында икенсе баҫҡыслы мәктәпкә 5-се синыфҡа уҡырға бара.
1921 йылдың декабрендә Файзрахман Баҡаевты Ырымбурға башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр.
Техникумды 1926 йылда тамамлай, Мәмбәтәй, Беренсе Этҡол, Темәс ауылдарында, Баймаҡ ҡала сәнәғәт училищеһына Темәс филиалы мөдире булып, аҙаҡ Темәс мәктәбендә уҡыта.
1938 йылда Ф.Һ.Баҡаев Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм Темәс педучилищеһында эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүҙә алты ай хәрби-сәйәси училищела уҡып, лейтенант булып фронтҡа китә. Рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары, артабан уҡсылар ротаһы командиры Файзрахман Баҡаев үлемесле алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылда ҡаты яралана, госпиталдә дауаланып төҙөлгәс, Темәс педагогия училищеһына әйләнеп ҡайта, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡыта. Башта директор урынбаҫары, аҙаҡ директор вазифаларын башҡара.
1956 йылда Файзрахман апа Темәс мәктәп-интернатына уҡытыусы итеп күсерелә.
Мәғариф системаһында 45 йыл эшләгәндән һуң, 1971 йылда хаҡлы ялға сыға.
Файзрахман Һибәтулла улы Баҡаевтың уңышлы педагогик һәм йәмәғәт халыҡ мәғарифы отличнигы, 1952 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
1984 йылда вафат була.