Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы
29-04-2010, 10:15 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 809
Яугир-уҡытыусылар

Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы Хеҙмәт буйынса инструктор
Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы 1925 йылда 15 июнь көнө Темәс ауылында донъяға килә. 1932 йыл ете йәш тулғас беренсе синыфҡа уҡырға бара һәм Темәс ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Үҙенең хеҙмәт юлын Темәстәге педтехникумда башлай. Ҡәләмбай ағай 1942 йылдың 25 авгусында һуғышҡа китергә теләй, ләкин уны кире ҡайтаралар, сөнки уға 18 йәш тә тулмаған була. Ул Темәстәге педтехникумда эшен дауам итә.
Ә һуғышҡа 1943 йылдың майында алалар. Һуғышҡа Әбсәләмов Мулләғәле ағай менән бергә бер көндә китәләр. Киткәндәрендә Сәбилә һеңлеһе оҙата бара.
Һуғышҡа ошолай тип йырлап китәләр:

Беҙ киткәндә томан ине
Күтәрелһен томандар
Донъя хәлен белеп булмай
Һау булығыҙ туғандар.

Тәүге һынауҙы ул Белгородты һәм Сумск ҡалаһын азат иткәндә үткәрә. Был һуғыштарҙа ул контузия ала һәм ҡулы яралана. Унан һуң Киев өсөн барған һуғыштарҙа, Днепрҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Сәбилә һеңлеһе хәтерләүенсә Ҡәләмбай ағай туғандарына шул тиклем матур бәйеттәр, шиғыр юлдары яҙыр булған. Ә һеңлеһе үҙенә оҡшағандарын отоп алып, киске уйындарҙа йырлап йөрөр булған, уның күп юлдарын башҡалар ҙа отоп алып, халыҡтың таҡмағы тип, йырлап йөрөгәндәр.

Днепрҙың буйҙарында
Окоп ҡаҙып ултырам.
Автомат магазинына
Патрондар тултырам.

Днепргә баҫма һалдым
Ике кәртә, өс кәртә,
Көндөҙ нишләһәмдә үтә
Һағындыра иртә - кис.

Беҙ атабыҙ, беҙ атабыҙ
Снарядты бөтөрөп,
Алла бирһә беҙ ҡайтырбыҙ
Фашистарҙы бөтөрөп.

Днепрҙан күпер аға
Күпер түгел һалдаттар
Ошо үлек араһынан
Хоҙай үҙең арала.

Днепр йылғаһынан аҡҡан үлектәрҙең шул тиклем күп булыуын, күпер кеүек ағып үткән үлгән һалдаттар тураһында яҙған хатында, тип хәтерләй Сәбилә апай.
Днепрҙы аша сыҡҡан саҡта уларҙың полкы ҡамауҙа ҡала. Ҡараңғы төндә ун икешәр кешене бер кәмәгә ултыртып икенсе ярға ташыйҙар.
Икенсе ярҙа инде фашистар булмай, ләкин улар яҡындағы бер ҡалала нығынғандар.
Беҙҙең һалдаттар уларҙы был ҡаланан ҡыуып сығарырға приказ алалар. Ләкин көстәр тигеҙ булмай. Былай ҙа ҡамалыуҙа йонсоған совет һалдаттарын дошман Днепрға этәрә. Йылдай тойолған өс көн, өс төн буйы аслыҡҡа һәм һыуыҡҡа бирешмәйенсә һалдаттар дошмандар менән алыша. Һуңғы патронды улар үҙҙәре өсөн һаҡлаған. «Ватан өсөн үлергә, ләкин дошманға бирелмәҫкә». Бәхеткә күрә, икенсе ярҙан беҙҙекеләр ярҙамға килә.
Ошонда ул икенсе мәртәбә яралана. Госпиталдән һуң элемтәсе булып хеҙмәт итә.
Чехословакияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү таңын Эльбала ҡаршылай.
Тыуған яҡтарын һағынып ошондай шиғыр юлдарын яҙа:

Һағындыра Яғалсамдың
Бейек матур таңдары
Миңә насип булыр микән
Ҡайтып бер күреүҙәре.

Яғалсаның сәхрәләре
Китмәй күҙ алдарымдан
Ҡыйын икән сит ерҙәрҙә
Оҙаҡ хеҙмәт итеүҙәре.

Тыуған яҡтарға 1949 йылдың апрелендә генә әйләнеп ҡайта.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Варшаваны азат итеү, Берлинды алыу өсөн һәм башҡа бик күп орден миҙалдар менән наградлана.
Ҡәләмбай ағай тормош ҡәҙерен белеп, матур итеп донья ҡора, иркен, ҙур өй һалып сыға. Тормош юлдашы Гәүһәр апай менән бик күп балалар үҫтерә. Гәүһәр апай донъя ҡуйғас, уны ҡыҙы Рәсимә ҡарай.
84 йәшендә 2009 йылдың июнь айында вафат була, Темәс ауылында ерләнә.
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Сөләймәнов Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы
  • Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы
  • Бөйөк Еңеүгә – 65!
  • Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
  • Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.