 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Башҡорт өсөн йән аткан ҡурайсы
21-11-2009, 17:25 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1070 |
 |
 |
 Ҡурайсы һәм педагог Әҙеһәм ИСҠУЖИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл Ялан ғына ерҙән берәү килә, Юлһыҙ ғына ерҙән юл алып. Бара ғына торғас ул йырланы, Көйһөҙ генә ерҙән көй табып. Мәшһүр педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың үҙе сығарған, яратып башҡарған йырҙарының береһе был. Юҡҡа ғына бар күңелен һалып йырламағандыр уны ҡурайсы. Ошо бер генә куплетта ла уның бар булмышы, зиһене, күңеле талаптары, асылы сағылғандай. 27 ғинуарҙа Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә ҡурай мәктәбен булдырыусы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужинға 80 йәш тулған булыр ине. Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Fәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Fәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зыя Хәлилов, Әнүәр Шафиҡов, Рәжәп Нәҙерғолов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директорының фән буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәжәпов кеүек тап Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән ҡурайсыларыбыҙҙың хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған яҙмабыҙ Ҡурайсы-педагогтың яҡты рухына бағышлана. Баймаҡ районының Темәс ауылында Fәлимә һәм Динислам Исҡужиндың ғаиләһендә өс ул араһында уртансы малай булып үҫә Әҙеһәм. Баймаҡта йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй, тип әйтһәм, моғайын, бер кемде лә аптыратмам. Борон-борондан табындарҙа оҙон көйҙәр һуҙыу йолаһы бөгөнгәсә һаҡлана был төбәктә. Ауылдың таулылар араһы малайы Әҙеһәм дә бәләкәйҙән үк өлкәндәрҙең йырлауын, ҡурайҙа уйнауын тыңлап, күңеленә һеңдереп үҫә. Оҙон көйҙәрҙәге әйтеп, аңлатып бөткөһөҙ тәрән моңда әллә ниндәй серҙәр йәшенгән төҫлө егеткә. Әйтерһең, ул да шулай итеп йырлаһа, кешеләрҙе, йыраусыларҙы ғына түгел, тормоштоң үҙен аңлар кеүек. Халҡыбыҙ яҙмышын сағылдырған йырҙарҙы йырлар алдынан да, йырлағас та, өлкәндәрҙең тарих төпкөлөнә төшөп китеп, фекер алышыуы үҫмерҙә милләтенең асылына, яҙмышына ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә Әбүбәкер Хөсәйенов, Әбдрәхим һәм Абдрахман Исҡужиндар кеүек йыраусыларҙың моңо, ҡурайҙа уйнауы буласаҡ олуғ шәхестең рухиәтенә тәрән йоғонто яһай. Әҙеһәм Исҡужин уларҙан ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Атаһының ҡустыһы Кәлимулла Исҡужиндың өйөндә үткән күркәм мәжлестәрҙәге йыр-моң, ҡурай аша аралашыуҙар, йыраусыларҙың, әсәһенең мөнәжәттәре уны ғүмере буйына моңдан айырылмаҫ итә. Мәктәпте, Темәс педагогия училищеһын тамамлаған егет башта өс йыл Йомаш ауылында уҡыта, аҙаҡ әрме хеҙмәтенә алына. Унда үҙен бары тик яҡшы яҡтан күрһәткән өсөн уны Умань хәрби училищеһына ебәрәләр. Бында ла йырҙан айырылмай Әҙеһәм Динислам улы. Бәлки, ана шул моңдан алынған рухи көс уға туғыҙ тапҡыр һәләкәткә осраған хәлдән имен-аман сығыр көс биргәндер ҙә. ... Осоп барған самолеттың уң яҡ двигателе һүнә. Әҙеһәм ағай самолетты ҡотҡарып ҡалыу өсөн һул яҡ двигатель менән булһа ла тигеҙлекте һаҡлап ҡалыу ысулын таба. Грузияла, Украинала хеҙмәт иткән хәрби летчик оҙаҡ күрмәгән әсәһенә посылкалар ебәрә. Fәлимә апай уларҙың бөтәһен дә ауыл балаларына тарата. Улын хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда әсә үҙ ҡулдары менән бетеү таҡҡанда, ҡысҡырып әйтмәһә лә, сабыйҙар ҡыуанысы балаһына рәхмәт булып төшһөн, тип теләгәндер. Башҡортостанға отпускыға ҡайтҡас, Әҙеһәм Исҡужин Таңһылыу Күсимова менән ғаилә ҡора. Улар бер ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Ҡурайсылар менән дан ҡаҙанған башҡорт илендә Ҡурайсы-педагог исеменә лайыҡлы кеше ул – Әҙеһәм Исҡужин. Сөнки Р. Fарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында эшләһенме, Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында балалар менән шөғөлләнһенме – һәр ерҙә ҡурайға мөхәббәт тәрбиәләй белгән Әҙеһәм ағай. Улай ғына ла түгел, ул бер балаға ла, һин уйнай белмәйһең, килеп сыҡмай, тип әйтмәгән. Киреһенсә, сабыр ғына балаларға ҡурай серҙәрен өйрәткән. Көйҙө өйрәтер алдынан уның тарихын һөйләп, тәрән моңло, күкрәктән сыҡҡан тауышы менән йырлап күрһәткән, шунан ғына ҡулына ҡурайын алған. Балалар бит төрлө кимәлдә һәләтле була: кемдер көйҙө шунда уҡ отоп ала, икенселәре яйлап өйрәнә, өсөнсөләр әллә нисәмә йылдар үткәс кенә, тап Әҙеһәм Исҡужинда алған дәрестәрҙә күңеленә ҡурай моңо инеп оялауын дәлилләп, ҡурайҙа уйнай башлай. Һәр эше, һәр һүҙе менән башҡорт рухы, башҡорт халҡы өсөн янып йәшәүен раҫлаған Әҙеһәм Динислам улы тап ҡурай аша халҡыбыҙ рухын уятып, үҙаңын тергеҙеп булыуын яҡшы аңлаған. Шулай булмаһа, үҙ инициативаһы менән Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренә барып, балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп йөрөр инеме ни?! Ул йылдарҙа бит юл сығымдары түләнмәгән, ул тәғәйен министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан ебәрелмәгән. Сит өлкәләр менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр ҙә төҙөлмәгән мәлдәрҙә Әҙеһәм Исҡужиндың был аҙымы баяғы үҙе яратып башҡарған йырындағы һымаҡ ҡабул ителә. «Юлһыҙ ғына ерҙән юл алып», – тиелә бит унда. «Башҡортостан» радиоһы фондында Әҙеһәм Исҡужин башҡарған «Һыр», «Зәйнулла», «Буранбай» кеүек йырҙар һаҡлана. Уларҙы Әҙеһәм ағай уҡыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Fәйнетдинов менән яҙҙырған. Ҡасандыр «Һыр» йырын ишетеп, башҡорттар хаҡында яҡты әҫәрҙәр яҙған Крашененников, ул йырҙы тыңлағанда, һәләк булған башҡорттарҙың ҡәбере өҫтөндә үҫкән ҡылғандарҙың шаулауын ишетәм, тип яҙған. Ана шуның кеүек, Әҙеһәм ағайҙың йырлауын тыңлап, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, шул тиклем дә халыҡтың йырын, тарихын тәрән аңлап башҡарып була икән, йәшкәҙәп тыңланым, тигән. «Башҡортостан» радиоһы фондында Әҙеһәм Исҡужин башҡарған «Һыр», «Зәйнулла», «Буранбай» кеүек йырҙар һаҡлана. Уларҙы Әҙеһәм ағай уҡыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Fәйнетдинов менән яҙҙырған. Ҡасандыр «Һыр» йырын ишетеп, башҡорттар хаҡында яҡты әҫәрҙәр яҙған Крашененников, ул йырҙы тыңлағанда, һәләк булған башҡорттарҙың ҡәбере өҫтөндә үҫкән ҡылғандарҙың шаулауын ишетәм, тип яҙған. Ана шуның кеүек, Әҙеһәм ағайҙың йырлауын тыңлап, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, шул тиклем дә халыҡтың йырын, тарихын тәрән аңлап башҡарып була икән, йәшкәҙәп тыңланым, тигән. Педагог Әҙеһәм Исҡужин тураһында бер нисә миҫал килтереп китеү, моғайын, урынлы булыр. Хәҙерге Р. Fарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында ҡурай түңәрәгендә йөрөгән, бер йылда 60-тан ашыу көй өйрәнгән үҫмерҙе, юҡ-бар сәбәп табып, Сермән балалар йортона күсерергә теләйҙәр. Тәрбиәләнеүсеһе өсөн Әҙеһәм Динислам улы үҙ һүҙен әйтә: «Киләсәктә данлыҡлы ҡурайсы буласаҡ ул!» Ысынлап та, бөгөн ҡурайсы Азат Айытҡоловты милләттәштәребеҙҙең һәр береһе үҙ эшенең маһиры тип белә. Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев бәләкәйҙән үк ҡурайҙа уйнарға теләй. Хәҙерге Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһына хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшкә урынлашҡан Әҙеһәм Исҡужин бәләкәй Робертта теләк, ынтылыш ҡына түгел, ә һәләт барлығын тойомлаған, күрәһең. Хеҙмәт дәресе ҡоралдары араһынан ҡурайҙы алып һыҙҙырырға теләгән мәктәп уҡыусыһына ул тәүге ҡурай дәрестәрен бирә, аҙаҡ уҡыусыһының һәр бер уңышы, еңеүе өсөн ҡыуана. Бөгөн педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың меңәрләгән уҡыусыһы балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә. Бала күңелен аяп, уҡыусыларында рух тәрбиәләүҙе, тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торорлоҡ ныҡлыҡты булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған Әҙеһәм Динислам улы ғүмеренең ахырынаса тәрбиәләнеүселәре менән ғорурланып йәшәне, башҡорт моңона, рухына, йырына, Ҡурайына тоғро ҡалды. Шәхсән Әҙеһәм ағайҙы ситтән күреп кенә беләм. Әле юбилейы уңайынан уҡыусыларына шылтырата башлағайным, һәр береһе сәғәттәр буйы уның хаҡында һөйләргә әҙер булып сыҡты, ҡабат-ҡабат шылтыратып, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ошо күренеш ҡурайсы рухы алдында уҡыусыларының баш эйеүе түгелме ни?! Әгәр бөгөн, байрамдарҙа йөҙәрләгән, меңәрләгән ҡурайсы сығыш яһаны, тип һөйләйбеҙ икән, бында педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың роле баһалап бөткөһөҙ. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директорының фән буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәжәпов уҡытыусыһы хаҡында: «Әҙеһәм ағай тормош ваҡлыҡтарына иғтибар итмәй, ҙур аҙымдар менән атлап, милләт өсөн янып йәшәгән, тәбиғәттән уҡытыусы булып яратылған кеше ине», – тине. Анау хәтлем уҡыусылары Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй, сит ил сәхнәләрен шаулатып йөрөгәнен күргән Әҙеһәм ағай рух тантанаһынан, әлбиттә, ҡыуанғандыр. Ул үҙе киткәс тә фатирының эш өҫтәлендә, шкаф башында балаларға өйрәтер өсөн үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡыҫҡа ҡурайҙар табалар. Һуңғы көндәренә тиклем юл фажиғәһендә һәләк булған ҡыҙының, кейәүенең балаларын ихластан яратып ҡараған олатайҙың ейәндәре күңелендә лә милли тойғо, рух ныҡлығы тәрбиәләргә тырышыуын беләбеҙ. Иң беренсе булып, «ҡурайсы намыҫы», «ҡурай сәнғәтенең сафлығы» кеүек төшөнсәләрҙең бөйөклөгө, кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡан Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусылары, уҡыусыларының уҡыусылары егет-ҡыҙҙарҙы ҡурай уйнарға өйрәтә. Илебеҙҙә, еребеҙҙә уның ҡурай мәктәбе дауам итә. Уралда үҫкән ҡурайҙың моңо алыҫтарға ишетелә: ул ҡурай моңлана, һыҙлана, ҡыуана, өмөтләндерә, һиҫкәндерә, дәртләндерә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |