 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Беҙҙең геройыбыҙ
22-11-2009, 19:34 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1025 |
 |
 |
Баймаҡ районының Темәс ауылында Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән Миңлеғол Арыҫланов йәшәй. Инде туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлашҡан оло һалдатҡа ҡарап, ҡарт тип әйтергә бер нисек тә тел әйләнмәй. Уның төҫө уңа башлаған һағышлы күҙҙәрендә 22 йәшендә Тыуған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлар өсөн яуға күтәрелгән батыр йөрәкле, ҡыйыу ҡарашлы егеттең һыны һаман да һаҡланған. Йәш егет һуғыштың дәһшәтле, аяуһыҙ йөҙөн күреп, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып ҡалтырап төшмәгән, яу яланын ташлап ҡасмаған. Юҡ, үҙе кеүек ҡаһарман башҡа ир–егеттәр менән бер рәттән дошман пуляларына ҡаршы үҙ күкрәген ҡуйған. Ватаныбыҙ киләсәге хаҡына. Һинең менән минең азатлығым хаҡына. Һәм быны мин һәр саҡ иҫемдә тотам… – Һуғышта ҡурҡыныс булды, әйтәһе лә түгел, – тип иҫләй Миңлеғол ағай. – Бигерәк тә тәүге мәлдә, өйрәнеп киткәнсе ҡыйын ине. Шулай, яңы ғына һуғышҡа индек тә, әле бер нәмә белмәй китеп барабыҙ. Бер заман эргәбеҙҙә генә снаряд төшөп ярылды. Барыбыҙ ҙа команда буйынса тирә–яҡҡа һибелдек. Минең менән Шишмә районынан Алексей Холод атлы егет булғайны, 1924 йылғы, буғай. Соҡорға яныма килеп йәшенде лә, “Господи, господи…”, – тип уҡына–уҡына, суҡына башланы. Мин, уға ҡарап, көлөп ята инем, нишләп көләһең, үҙеңсә уҡын, ти. “Эй, доғалар уҡып, суҡынып ҡына снаряд ярсығынан ҡотолоп–ҡасып булһасы! Ә һин ҡурҡма, Алексей, тәмәке тартҡан кеше үлмәй ул”, – тип көлдөм. Һуғышта үлем гел эргәңдә йөрөгәс, ҡурҡыуҙы онотаһың, илау–һыҡтау булмай – күңел ҡата. Ә шулай ҙа һәләк булған дуҫтарыңдың кәүҙәһен күрһәң, йөрәк әрнеүҙәрен баҫыуҙары, ай–һай, бигерәк ҡыйын була ине. Бер ваҡыт Өфөнән артистар килде. Ике вагон күстәнәс килтерҙе улар үҙҙәре менән бергә: һары май, өйрәк–ҡаҙ ите, бирсәткәләр… Нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Башыбыҙ күккә тейҙе инде шатлыҡтан. Артистарыбыҙ йылға аша һалдарҙа сығып барғандарында, самолет уларҙы бомбаға тотҡан. Шунда бер бейеүсе ҡыҙыҡайҙың йөрәге ҡурҡыштан ярылып үлгән, тип һөйләнеләр. Кем булды икән ул балаҡай?! Исем–фамилияһын берәй архивта табырға мөмкиндер ул, ә? Концерттары шәп булды. Ҡарт ҡына артист үҙе эшләгән һыбыҙғыһында уйнап, йырлағаны һаман да ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй:
– Үлтер, улым, ниместе, Үлтер, улым, ниместе, Ҡатындарҙы иңрәтер, Балаларҙы илатыр, Үлтер, улым, ниместе…
– Минең замандаштарым үлеп бөттө, ә мин, ғүмер булғас, һаман йәшәйем әле, – тип һөйләгәйне ул ағай. Уның да исемен белгем килә… Моғайын, Украина өсөн барған алыштар мәлендә Өфөнән күп артистар килмәгәндер, берәй тарихсы ҡыҙыҡһынып, улар тураһында мәғлүмәттәр табып, гәзиттә яҙып сыҡһын ине. Улар ҙа бит ҡаһарманлыҡ күрһәткән, тимәк исемдәрен халыҡ белергә тейеш. Әйткәндәй, Хәҙисә исемле ҡыҙ артистар менән бергә килеп, беҙҙең арала үҙенең мөхәббәтен тапты һәм тороп ҡалды. Белеүемсә, ул һаман да әле иҫән, Өфөлә йәшәй булһа кәрәк. Миңлеғол ағай һуғышта булған хәлдәрҙе һөйләһә, тыңлап туйып булмай. Ә бүлешерлек хәтирәләре күп уның. Мәҫәлән, ауылдашы Зәйнулла Ишкилдинды ул фронтта ике тапҡыр осрата. Һәр мәл һайын үлем һағалап торған саҡта был мөғжизә түгелме ни?! Бер ваҡыт ул иптәштәре менән буш ауылға килеп инә (фашистар бөтә ауылдарҙы көлгә ҡалдырып, яндырып барғас, халыҡ ауылдан ҡасҡан була). Һуғышта гел тамаҡтары туймай йөрөгән һалдаттарҙың береһе, әйҙә ҡаймаҡ табып ашайыҡ, ти. Эҙләй торғас, баҙҙарҙың береһендә табалар бер көршәк ҡаймаҡты. Әммә ике–өс кенә ҡалаҡ ашай алалар – икмәк булмағас, ҡаймаҡ бармаған да ҡуйған... Йырламаған башҡорт юҡ, тигәндәй, Миңлеғол ағай Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын йыр менән еңеләйтергә, йыш ҡына ҡурайҙа уйнап үҙенең һәм иптәштәренең күңелен күрергә тырышҡан:
“Беҙ походҡа сыҡҡан саҡта Йыр йырланыҡ илдәргә. Фашизмды тар–мар итеп, Ҡайтып килдек илдәргә. Ерән атым, саптар ялым, Килде елер саҡтарың, Ойошоп килгән фашизмдың Тураҡланыҡ баштарын”.
Йыш ҡына ветерандан, танкыларға ҡаршы ҡылыс менән нисек һуғыштығыҙ, тип һорайҙар. Уларға Миңлеғол ағай былай тип яуаплай: “Аттар тау–таш аша тиҙ маневр яһап, тиҙерәк кәрәкле урынға барып етер өсөн кәрәк. Пехота килеп еткәнсе, беҙ улар урынына һуғыштыҡ. “Алышҡа!” – тиһәләр, ике атлы ике яҡтан ергә һикерә, ә урталағыһы аттарҙы теҙгендәренән тотоп, ситкә алып китә. Оборонала ятҡанда, аттарҙы айырым кешеләр ҡараны. Һәр кем дә мал йәнле була алмай бит”. Бер–ике синыф белеме менән генә лә артиллерия мәктәбендә уҡып сығыуы – үҙе бер ҡыҙыҡлы тарих. Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Фәйзи Аҫылбаев тигән батарея командиры һалдаттарҙан, кемдең дүрт синыф белеме бар, тип һорай. Райондаш икәнен белгәс, Миңлеғол ағайҙы ла яҙып ала: “Нисек тә уҡып сығырһың әле”, – ти. Китергә йөрөгәнендә уны полк командиры майор Иҙрисов саҡыртып ала. Арыҫланов ҡаршыһына килеп баҫыуы була, әй, тота егетте бешергә! “Артиллерияға түгел, штрафбатҡа ебәрәм мин һине,” – тип ҡысҡыра полк командиры. Әрләп хәлдән тайғас, һалдатҡа һүҙ бирә: “Йә, ниңә киттең беҙҙән?”. Уҡырға яҡташы саҡырыуын әйтә Арыҫланов. “Мин һеҙҙе командир эскадрильи итеп һайлағайным, ниңә киттегеҙ инде, – тип саҡ ҡыҙыуын баҫа Иҙрисов һәм уҡырға барырға фатихаһын бирә. – Ярай, оялы көсөк һуғышмаға яҡшы, барығыҙ әйҙә”. Ҡул биреп, уңыштар теләп хушлаша майор. Аҙаҡ, дер ҡалтырап өшөп һалам күбәһендә йоҡлап йөрөгәнендә, үкенә лә бит Миңлеғол ағай уҡырға килеүенә (“йылы өйҙә генә йоҡлап ятыр инем, нимәгә килдем инде!”), әммә һуң була шул. Хәрефтәрҙе саҡ танығас, уға уҡытыусылар һөйләгәнде ятлап ултырырға тура килә – башҡа сараһы булмай. Уҡып сыҡҡас, Арыҫланов командир расчета булып йөрөй, үҙен һәләтле хәрби етәксе итеп таныта. 1943 йылдың сентябрендә Днепр йылғаһын кискәндә үҙ расчеты менән беренселәрҙән булып уң яҡ ярға сығып, плацдарм яулаған кеше ул Арыҫланов. Һуңынан ошо алыш өсөн бөтә орудие расчетының – наградаларға, ә командирҙың Герой исеменә тәҡдим ителеүе билдәле була. Әммә Покровский фамилиялы бер полковниктың “кисектереп торорға” тигән яҙыуы арҡаһында Алтын Йондоҙ урынына Арыҫлановҡа Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Герой исеме бирелмәһә лә, Миңлеғол ағай яҡташтары өсөн, барыбер, герой булып ҡала. Бөгөн ветерандың күкрәген өс “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, ике орден, гвардеец знагы, әллә күпме юбилей миҙалдары биҙәй. Тормош юлдашы Бәҙиға апай менән бергә алтмыш бер йыл ғүмер итеп, алты бала тәрбиәләп–үҫтергән улар. Бөгөн үҙҙәрен ике тиҫтәнән ашыу ейән–ейәнсәрҙәре ҡыуандыра. Ҡырҡ йылға яҡын Миңлеғол ағай урман ҡарауылсыһы булып эшләй, үҙ эшендә һәр саҡ алдынғылар сафында була. Бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай, булғанға шөкөр итеп, Бәҙиға апай менән матур ғүмер кисергән геройҙың йәш быуынға әйтәһе һүҙҙәре күп, тимәк, уның менән осрашыуҙар алда әле, тим. Бану Ҡаһарманова |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |