Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Күренекле мәғрифәтсегә арнап
12-04-2011, 16:19 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 911
Күренекле мәғрифәтсегә арнапРеспубликаның почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, урындағы Р.Өмөтбаев һәм Б.Вәлид исемендәге премиялар лауреаты Р.И. Үтәғолов тарафынан “Звезда Мамбеткулова” (“Мәмбәтҡолов йондоҙо”) исемле китап баҫылып сыҡты.

Китап республика кимәлендә танылған күренекле мәғрифәтсе, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, республикала иң тәүге Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе, Сибай ҡалаһының һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловҡа (1911-1999) арнала.

Китап киң ҡатлам уҡыусыларына, районыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән ҡыҙыҡһыныусыларға иҫәпләнгән. Баҫма шулай уҡ Б.М. Мәмбәтҡоловтың 100 йыллыҡ юбилейына ла бағышлана.

Автор Бәҙри Мөжәүир улы менән Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән. Шуға ла китап фактик материалдар нигеҙендә яҙылған.

Бәҙри Мәмбәтҡолов 1911 йылдың 1 майында Темәс ауылында тыуа. Уның бала һәм үҫмер сағы иң ауыр йылдарға тура килә. Өс йәшендә атайһыҙ ҡала, ә 1921 йылғы аслыҡта Билал балалар йортона эләгеп, үлемдән ҡотола. Уның бала саҡ хыялы – уҡытыусы булыу. Тәүҙә Темәс мәктәбендә, аҙаҡ К.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып белем алғас, ул үҙенең хыялына ирешә лә инде. Райондың Моҫтай (1930), Темәс (1931), Беренсе Этҡол (1933), Икенсе Этҡол мәктәптәрендә педагогик хеҙмәт юлын башлай. 1938-1940 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлеге мөдире итеп үрләтелә.

Бәҙри Мөжәүир улы фин һуғышында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында иһә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Таһир Күсимов етәкләгән 275-се полкында 2-се эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өс орден, дүрт миҙал менән баһалана.

Һуғыштан һуң Баймаҡ мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләгән Бәҙри Мәмбәтҡоловты 1947 йылда 2-се һанлы Түбә урта мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Был иң ауыр йылдар була. Мәктәптең матди-техник базаһы ла үтә насар, коллектив тейешле кадрҙар менән тәьмин ителмәгән. Әммә тырыш, талапсан ойоштороусы барлыҡ көсөн, белемен һалып, был мәктәпте районда ғына түгел, бөтә республика буйынса иң алдынғы, өлгөлө мәктәптәр иҫәбенә индереүгә өлгәшә.

1956 йылда Темәс педучилищеһы ябылғас, Урал аръяғы райондары мәктәп-тәре уҡытыусы кадрҙарға ҡытлыҡ кисерҙе. Был йә-һәттән мәғрифәтсе Б.М. Мәмбәтҡолов юллауы һәм инициативаһы менән 1963 йылда Сибайҙа педучилище асыла һәм уның тәүге директоры ла ул үҙе булды. Бында эшләү дәүерен-дә (1963-1972 йылдар) ул үҙен “уҡытыусыларҙың уҡы-тыусыһы” итеп танытты.

Әйткәндәй, Бәҙри Мөжәүир улының 100 йыллыҡ юбилейына арнап яҙылған был китапта Вара Бәшәр улы Буранбаевтың һәм Рәшит Әхмәт улы Һиҙиәтуллиндың да хәтирәләре бирелгән.

Р.И. Үтәғолов үҙенең остазы тураһында иҫтәлекле китап сығарып ҙур эш башҡарған. Китапты ҡулына алып уҡыған һәр кем унан районда мәғариф үҫеше буйынса бик күп мәғлүмәт табыр.

Азамат Тажетдинов,
мәғариф ветераны.

Һаҡмар
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы
  • Темәс йондоҙо
  • Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
  • Яугир һәм педагог
  • Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.