Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Яугир һәм педагог
22-04-2011, 13:15 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 559
Яугир һәм педагогБыйыл 1 майҙа Б.М. Мәмбәтҡоловҡа 100 йәш тулыр ине. Ул шәхесте районда йәшәүсе өлкән быуын кешеләренең белмәгәне юҡтыр. Бәҙретдин Мөжәүир улы һәр ҡайһыбыҙ өсөн тормош, йәшәү, хеҙмәт итеү өлгөһө һәм иң матур әхлаҡи сифаттарҙы үҙендә туплаған оло йөрәкле уҙаман ине.

Ул 1911 йылдың 1 майында Темәс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Балалыҡ һәм үҫмер ваҡыты оҙайлы граждандар һуғышы һәм ауыр аслыҡ йылдарына тура килә. 1919 йылда 8 йәшлек Бәҙретдинде Совет власы тарафынан Билал ауылында ойошторолған балалар йортона бирәләр. Икенсе йылына Темәс ауылында асылған яңы методлы мәктәптә, ә 1925 йылдан шунда икенсе баҫҡыслы педагогик йүнәлешле мәктәптә уҡыуын дауам итә һәм уны тамамлап, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. 1929 йылда Б.Мәмбәтҡолов мәктәпте иң яҡшы тамамлаусы 6 уҡыусы иҫәбендә Өфөләге Башҡорт дәүләт пединститутына уҡырға ебәрелә. Ләкин бер йыл уҡығандан һуң, матди ауырлыҡтар арҡаһында уҡыу йортон ҡалдырып ҡайта һәм уны Моҫтай (хәҙер юҡ инде) ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Уҡытыусылыҡ эшен ошонда башлаған һәләтле, тырыш һәм әүҙем егет икенсе йылына Темәс өлгөлө терәк мәктәбенә директор урынбаҫары, 2 йылдан Татлыбай терәк мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ә 1933/34 уҡыу йылын ул Беренсе Этҡол өлгөлө мәктәбе мөдире вазифаһында ҡаршылай. Был мәктәп үҙ заманында бөтә район дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн методик үҙәк булып тора. Ошо коллективта Б.Мәмбәтҡоловтың уҡытыу-тәрбиә процесын һәм методик эште ойоштороу, ауыл халҡы араһында мәҙәни-ағартыу сараларын алып барыуҙағы һәләттәре бөтә тулылығында асылғанын күрәбеҙ. 1933 йылда тырыш һәм ныҡышмалы хеҙмәте өсөн ул «Беренсе биш йыллыҡ ударнигы» исеменә лайыҡ була.

1934 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Халыҡ мәғарифы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса үҙәк институтта курстар үтеп ҡайта һәм район мәғариф бүлеге инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. Уның быға тиклем алған белеме, ғәмәли тәжрибәһе, әлбиттә, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булырға мөмкинлек бирә ине. Ләкин уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ике йыл (1934-1936) хеҙмәт осоронда өлкән сержант званиеһында «Хәрби-сәйәси әҙерлек отличнигы» исеме алып районға ҡайта. Яңынан элекке эшендә инспектор булып, район мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуҙа уңышлы шөғөлләнә. Ике йылдан һуң ул район мәғәриф бүлеге мөдире вазифаһына үрләтелә. Был йылдарҙа партия тарафынан наҙанлыҡты бөтөрөү, мотлаҡ башланғыс белем биреүҙе тамамлау, дөйөм ете йыллыҡ белем биреүгә күсеүҙе ғәмәлдә тормошҡа ашырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Ләкин Совет халҡының тыныс хеҙмәтен Финляндия реакционерҙары тарафынан Карелия муйынында СССР-ға ҡаршы башланған һөжүме өҙә (30.02.1939 й.-12.03.1940 й.) Тағы ла ир-егетте Ватан саҡыра. 1940 йыл башында Б.М. Мәмбәтҡолов фин фронтына оҙатыла. Ғинуарҙан башлап һуғыш баҫылғанса (12.03.1940 й.) ул аҡ финдарға ҡаршы атлы артиллерия полкында разведка взводы командиры сифатында ҡыйыу көрәшә. 1940 йылдың авгусында кесе лейтенант Бәҙретдин Мөжәүир улы ҡайтып төшә һәм мөдир вазифаһында район халыҡ мәғарифының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрен хәл итергә керешә. Уның араһында район комсомол ойошмаһында, колхоз-совхоздарҙың миҙгелле хужалыҡ эштәрендә ҡатнашыу, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡыу һ.б.

Киң фронтта ихлас хеҙмәтен тағы ла ҡалдырырға тура килә Бәҙретдингә. 1941 йылдың сентябрендә ул Ҡыҙыл Армияға өсөнсө тапҡыр, был юлы немец илбаҫарҙарына ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла, РОНО-ның приказдар кенәгәһендә 1941 йылдың 15 сентябрендә түбәндәге приказ яҙылған: «Выбываю по призыву в РККА (Рабоче-крестьянская Красная Армия). На свое место временно исполняющим обязанности зав. РОНО оставляю инспектора РОНО Кадыргулова Г.Ш.

Подпись: Мамбеткулов».

Действительный хеҙмәтен, унан һуң фин һуғышын үткән тәжрибәле офицерҙы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 275-се полкының 2-се эскадроны (эскадрон – француз һүҙе. Кавалерия подразделениеһы, пехотаның ротаһына тиң) командиры итеп тәғәйенләйҙәр.

1942 йылдың икенсе яртыһы, 1943 йыл башы. Волга ярында Сталинград өсөн дәһшәтле ҡаты һуғыш бара. Башкавдивизия составында оҙайлы аяуһыҙ бәрелештәрҙә комэск Б.Мәмбәтҡолов аяғынан ҡаты яралана. Был турала ул үҙе түбәндәгесә тасуирлай: «1942 йылдың 21 ноябре ине. Беҙҙең эскадрон оҙаҡ һуғыша барып Блиновск утарын алды. Бынан һуң беҙҙең маҡсат Обливская тимер юл станцияһын алыу ине, сөнки был станция аша немецтар ҡорал һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеп тора. Дәррәү алға ташланғайныҡ, дошман көслө ут асты. Беҙҙең менән бергә полк командиры Күсимов булды. Командир аттарҙан төшөп һөжүмде дауам итергә ҡушты ла, миңә бер төркөм кешеләр һайлап алып, алдағы ҡалҡыулыҡты урап, уның беҙгә ҡаршы булған икенсе яғында нығынырға приказ бирҙе һәм ул урынды картала төртөп күрһәтте. Мин үҙемә 120 һыбайлы алдым һәм йәшенеп, убаның итәгенән бара-бара дошман траншеяларына етеп, унда ултырған фашистарҙы ныҡлы нығытмаларынан ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн гранаталар ташланыҡ. Ләкин был беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Шулай ҙа иң һуңғы мөмкинселектәребеҙҙе ҡулланып, йән-тән аямай һуғыша торғас, төн урталарында ғына көс-хәл менән дошманды икенсе һыҙат траншеяһынан бәреп сығара алдыҡ һәм шунда нығынып, бер аҙ хәл алдыҡ. Уңарса алдан һөйләшеп ҡуйылған буйынса күршеләге полк командиры Ф.Абдуллин беҙгә ярҙамға егерме автоматсы ебәрҙе.

Һуғыш бер туҡтауһыҙ, төнө буйы барҙы, таң яҡтырып килгәндә генә Күсимов картала күрһәткән ҡалҡыулыҡты алыуға өлгәштек. Личный составты тикшерһәк, 120 яугирҙың 70-е генә сафта ҡалған ине, боеприпастар ҙа юҡ кимәлендә. Тамам яҡтырғайны инде, күрәбеҙ: уң яҡтан беҙҙең өҫкә дүрт немец танкыһы килә. Ҡалған патрондарҙы һаҡларға, атмаҫҡа, гранаталар менән ҡаршыларға команда бирҙем. Тәүге атаканы кире ҡаға алғайныҡ, ҡабатлап һөжүмгә ташландылар. Шуларҙың береһендә табаныма бер ауыр нәмәнең бик ҡаты бәрелеүенән ҡолап киттем. Шундуҡ хәлем бөттө, хатта ҡыбырлай алмайым. Эргәмдәге яугирҙар мине тылға оҙатырға йыйынғандарын аңлап, был ниәттәренән тыйҙым һәм түбәнгә төшөп үҙебеҙҙең полк менән ҡушылырға әмер бирҙем. Ә үҙем үлек һәм яралы яугирҙар араһында ятып ҡалдым».

«Ишетелеп торған атыштар, снарядтар шартлауы тауыштарынан дошмандың төп көстәре менән беҙҙекеләр бәрелешкә ингәнен, ҡаты һуғыш барыуын һиҙемләй инем. Пистолетымды ҡалған ике патроны менән фуфайка аҫтына күкрәгемә йәшерҙем. Ҡар өҫтөндә йөҙ түбән беләгемә башымды терәп ятам. Тыңлап ятып немецтың сигенә башлауын да аңғара инем, сөнки мин ятҡан яҡҡа бер-береһенә ҡысҡырышып ҡасҡандарынан тоҫмаллап була ине. Ныҡ өшөтә, аңым юғалып-юғалып ҡуя, яңынан иҫемә киләм. Береһендә ике кешенең йүгереп килеп миңә абынғанын тойҙом. Мине үлгән тип уйлағандар инде, баштағы бүректе һурып алдылар, бысаҡтары менән портупеяны ҡырҡып алып киттеләр. Немецтар булған икән. Тере икәнемде һиҙһәләр, атып китерҙәр ине.

Шул бәрелештә полк командиры Күсимов та яраланған булған һәм санитар эскадронға килтерелгән. Уның ҡушыуы буйынса санинструкторҙар мине табып, санэскадронға ярым үлек хәлдә килтереп, Күсимов менән йәнәш һалғандар. Миңә һуңынан иптәштәрҙең һөйләүҙәренсә, яу яланында ун сәғәт ятҡанмын. Полк врачы Хомяков әйтеүенсә, 15 минут тирәһе ғүмерем ҡалған булған икән…»

Бәҙретдин Мөжәүир улын Өфө госпиталендә дауалайҙар, ул бик ҡатмарлы бара. Иренең Өфөлә икәнен белеп, ҡатыны РОНО мөдиренән госпиталгә барып ҡайтыу өсөн отпуск һорай. РОНО архивында: «Библиотекарю Баймакской райбиблиотеки Мамбеткуловой Биби предоставить отпуск без оплаты для выезда в Уфу к раненому мужу», – тигән 1943 йылдың 12 ғинуарында яҙылған приказ бар.

Дауаланыу бик оҙаҡҡа һуҙыла. 1943 йылдың көҙөндә инвалид Мәмбәтҡолов урында дауаланыуын дауам иттереү өсөн өйөнә ҡайтарыла. 1945 йыл башында ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомына хәрби бүлек мөдире итеп эшкә алалар. Ҡултыҡ таяҡтары ярҙамында хәрәкәт итеп хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре менән берлектә армия сафына мобилизацияны дауам итәләр. Шул уҡ ваҡытта фронтовик ғаиләләренең йәшәү шарттарын тикшереп, мөмкин тиклем ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә. Һуғыштан һуң ул тағы ла үҙ һөнәре буйынса РОНО инспекторы, ә 1947 йылдан Түбә ҡасабаһының икенсе һанлы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Һуғыш осоронда мәктәп ныҡ ҡаҡшаған, финанс ҡытлығы арҡаһында ремонт һәм кәрәк йыһаздар алынмаған. Б.Мәмбәтҡолов килеү менән мәктәп яңы һулыш алып, яңырыу осорон кисерә башлай. Тәжрибәле етәксенең уҡытыусыларҙың торлаҡ һәм йәшәү шарттары тураһындағы хәстәрлеге уларға дәрт өҫтәй. Урындағы хакимиәт органдары, йәмәғәтселек һәм ата-әсәләр ойошмалары иғтибарын мәктәп мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтеп, капиталь ремонт яһала, яңынан йыһазландырыла, уҡыу пособиелары алына. Матди яҡтан Түбә мәғдән идаралығы ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә педколлектив составының сифаты яҡшыра.

50-се йылдарҙа Түбә икенсе һанлы урта мәктәбе күп кенә фәндәр (физика, математика, биология, география, рус теле һәм башланғыс кластар) буйынса районда терәк методика үҙәгенә әүерелә.

Был коллективта сынығыу үткән байтаҡ уҡытыусылар һуңынан районда һәм Сибай ҡалаһында күп мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшенең оҫталары булып танылдылар, ижади эштәре менән айырылып торҙолар. Иң мөһиме, Түбә икенсе мәктәбендә урта белем алғандарҙың күпселеге артабан юғары белемгә эйә булып, тормошта, үҙҙәренең хеҙмәт юлында маҡтауға лайыҡ шәхестәр. Улар бик күптәр.

1958 йылда уҡытыу-тәрбиә эшен тормош менән бәйләү һәм халыҡ мәғарифын артабан үҫтереү тураһында ҡабул ителгән закон нигеҙендә уҡыусыларға фән нигеҙҙәрен өйрәнеү менән бер рәттән политехник һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү маҡсаты ҡуйылғайны. Был юҫыҡта ла һүҙ барған коллектив иң беренселәрҙән булып мәктәп эшендә закон талабына ярашлы йүнәлеш алды. Уҡыусылар өлгөргәнлек аттестаттары менән бергә берәй эшсе һөнәренә: токарь, слесарь-электрик, водитель, тегенсе-моторист һ.б таныҡлыҡ ала башланы.

Бәҙретдин Мөжәүир улы менән йәш ваҡытта 1953 йылда Темәс педучилищеһының өсөнсө курс студенты булараҡ танышҡанда уҡ уның юғары кешелек сифаттарын, йәштәргә ҡарата айырыуса иғтибарлылығын, әңгәмәләшеү алымын, педагогик тактын күрергә һәм тойорға насип булғайны.

Студенттарҙы төрлө мәктәптәргә педпрактикаға ебәрәләр. Ғиззәтуллин Фәрит менән мине Түбәнең икенсе һанлы мәктәбенә яҙғандар. Алдан уҡ ул мәктәптең маҡтаулы эштәре һәм директоры тураһында ишетеп, гәзиттәрҙән уҡып хәбәрҙар инек.

Йүнәлтмәбеҙҙе тотоп, ҡыйыуһыҙ ғына рөхсәт һорап директорға инеп иҫәнләшеүебеҙ булды, үҙенең өҫтәленә яҡын ултыртып беҙҙең уҡыу, өлгәш, ғаилә һ.б тураһында һорашты. Унан завуч Бикбулатова Фәриҙә Ғариф ҡыҙын саҡырып, беҙҙе ҡайһы уҡытыусының класына ебәреү тураһында кәңәшләштеләр. Миңә Аҡкөбәкова Ямал Ғәле ҡыҙының класын бирергә булдылар. Ә ул РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы ине. Ундай юғары дәрәжәләге уҡытыусының класында дәрес биреү минең хәлдән килмәҫ кеүек тойолдо, тулҡынланып икенсе берәй класс биреүҙәрен һораным. Улар, бер-береһенә ҡарап көлөштөләр ҙә, мине ҡурҡма, киреһенсә, ундай көслө методистың эргәңдә булыуына ҡыуан. Дәрес бирергә Ямал Ғәли ҡыҙынан өйрәнһәң, һәйбәт уҡытыусы булырһың, тип йыуатты Бәҙретдин ағай. Ысынлап та, Ямал апай күпселек дәрестәремдә ултырҙы, уларға көн һайын ентекле анализдар яһап,тәҡдимдәрен әйтә барҙы. Практика өсөн директор «яҡшы» билдәһе ҡуйып хушлашты.

Шулай район мәғарифын яйға һалыуға һәм үҫтереүгә 28 йыл, шул иҫәптән Түбә мәктәбенә 16 йыл тырыш һәм емешле хеҙмәтен һалған оло педагог, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһын 1963 йылда яңы ойоштороласаҡ Сибай педагогия училищеһына директор итеп үрләтәләр. Әле уңышлы эшләп килгән Сибай педагогия колледжына нигеҙ һалып, башлап ойоштороу, яйға һалыу эшендә ул 9 йыл арымай-талмай эшләне. Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһында төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт иткән меңәрләгән төрлө һөнәр кешеләре, бигерәк тә уҡытыусылар Бәҙретдин Мөжәүир улының яҡты образын күңеле түрендә йөрөтә. Үҙенең күп йыллыҡ уңышлы педагогик хеҙмәте, яу ҡырында күрһәткән тәүәккәллеге һәм батырлыҡтары юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән.

Ул Ленин ордены (1960), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943,1963), беренсе һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бер нисә миҙал менән, шулай уҡ бик һирәк, иң күренекле педагог-методистар ғына лайыҡ була торған «Ушинский» миҙалы (1960) менән бүләкләнгән. 1953 йылда уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», 1956 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.

Иң мөһиме – Б.М.Мәмбәтҡолов иленә эскерһеҙ, тоғро хеҙмәт иткән шәхес, талапсан һәм хөрмәтле уҡытыусы, ҡыйыу һәм тәүәккәл яугир булараҡ та исеме халыҡ күңелендә һәм тарих биттәрендә, әҙәби һәм документаль әҫәрҙәрҙә мәңгегә ҡалды.
Әмир Сәйғәфәров

Һаҡмар
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы
  • Темәс йондоҙо
  • Күренекле мәғрифәтсегә арнап
  • Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
  • Мәктәп етәкселәре


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.