
XX быуаттың оло шәхестәренең береһе—мәғрифәтсе, яугир-уҡытыусы, мәғариф етәксеһе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Сибай ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улының тыуыуына май айында 100 йыл тула.
Кешеләр яҙмышы күктәге йондоҙҙар кеүек: көсһөҙҙәре ҡалҡып сыға ла юғала, ә инде изгелекле кешеләрҙең йондоҙо бер ваҡытта ла һүнмәй, улар тирә-яҡҡа нур һибеп, мәңгелеккә балҡып яна. Ана шул мәңгелек йондоҙҙар араһында Мәмбәтҡоловтың да йондоҙо бар. Ул уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ике һуғыш ғәрәсәте үткән ҡаһарман яугир булды. Бәҙри Мөжәүир улы (коллегалары, уҡыусылары араһында ул үҙен исемен ҡыҫҡартып танытыр ине)—Рәсәй һәм республика күләмендә танылыу тапҡан күренекле мәғрифәтселәр, уҡытыусылар рәтендә торорлоҡ бөйөк шәхес.
Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улы 1911 йылдың майында Баймаҡ районының данлыҡлы Темәс ауылында тыуған. Әллә күпме шәхестәр, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, данлыҡлы уҡытыусылар биргән төбәк йәш Бәҙретдиндең кеше һәм уҡытыусы булып формалашыуына көслө йоғонто яһай. Ул башланғыс һәм урта махсус белемде Темәстә ала. Был уға еңел бирелмәй, сөнки уның атаһы 1-се империалистик һуғышта үлеп ҡалып, ул үгәй ата ҡулында үҫә. Белем алыуға ынтылған Бәҙретдингә аҡса эшләү өсөн байҙарға ялланып эшләргә лә тура килә. 1925-1929 йылдарҙа Темәстә уҡытыусылар әҙерләй торған 2-се баҫҡыс мәктәптә белем ала. Ошо осорҙа ул йәмғиәт эшенә тартыла. Ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. Комсомол йүнәлтмәһе буйынса Темәс, Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы) ауылдарында колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша.
Б.Мәмбәтҡоловтың хеҙмәт юлы 1929 йылда Темәстә ликбез мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләүҙән башлана. 1930 йылда Моҫтай ауылында беренсе уҡытыусы һәм мәктәп мөдире була. Артабан эшкә тырыш һәм һәләтле ойоштороусыны Темәс (1931), Татлыбай (1932), 1-се Этҡол (1933), «Үрнәк» мәктәптәренең уҡытыусыһы һәм мөдире итеп ебәрәләр. Бында ул үҙен оҫта уҡытыусы һәм һәләтле етәксе итеп таныта, тырыш хеҙмәте өсөн «1-се бишйыллыҡ ударнигы» тигән маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

1934 йылда Бәҙретдин Мөжәүир улын Мәскәүгә мәктәп инспекторҙары әҙерләй торған юғары курсҡа уҡырға ебәрәләр. Ошонан һуң уның яңы хеҙмәт осоро башлана. Ул һуғышҡа тиклемге йылдарҙа район мәғариф бүлеге инспекторы һәм мөдире булып эшләй, райсовет депутаты итеп тә һайлана. Был эштәрҙә лә ул үҙен оҫта методист һәм ойоштороусы итеп таныта. «Инспектор Мәмбәтҡолов мәктәпте тикшереп кенә ҡалмай, ә үҙе лә асыҡ дәрестәр күрһәтә»,—тип яҙа уның хаҡында район гәзите.
Был осор мәғарифтың яңы һулыш кисергән мәле була. Күп кенә мәктәптәр 7 йыллыҡ мәктәпкә әйләнә, бер нисә урында 10 йыллыҡ урта мәктәптәр асыла. Баймаҡта, Түбәлә, Темәстә ике ҡатлы яңы мәктәптәр төҙөлә. Был эштәрҙә мәғариф бүлеге инспекторы, мөдире Мәмбәтҡоловтың да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Әммә проблемалар ҙа етерлек: мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй, матди база ярлы. Ошо осорҙа «Һәр уҡытыусыға—махсус белем!» тигән саҡырыу сыға. Мәмбәтҡолов үрнәк күрһәтеп, иң беренселәрҙән булып ситтән тороп институтҡа уҡырға инә. Әммә уны һуғыштан һуң ғына тамамлап ҡуйырға насип була.
Ул бик инициативалы етәксе булды. Быға дәлил итеп бер генә миҫал килтерәм. Район мәғариф бүлеге инициативаһы менән ата-әсәләр араһында «Культура өсөн көрәш—социализм өсөн көрәш!» тип аталған смотр-конкурс иғлан ителә. Был сараның төп маҡсаты—һәр ғаиләлә ашты ҡалаҡ менән ашарға өйрәтеү, һәр баланың үҙенең айырым койкаһын һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын булдырыу, айырым мунса төҙөү, ул замандың дошманы булған трахома ауырыуына ҡаршы көрәшеү була. Был хәҙерге йәштәргә, бәлки, ҡыҙыҡ тойолор, ләкин культуралы тормош өсөн көрәш шулай башланып китә.
1941 йылда яҡташыбыҙ, элекке БАССР Министрҙар Советы рәйесе З.Ш.Аҡназаров Темәс педучилищеһын тамамлағас, Мырҙый мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. Ул үҙенең «Время. Люди. Мысли» исемле хәтирәләр китабында мәғариф бүлеге мөдире Мәмбәтҡолов менән осрашыуы һәм уның артабанғы яҙмышына ҙур йоғонто яһауы тураһында яҙып киткән.
Бәҙретдин Мәмбәтҡолов фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында доброволец булып ҡатнаша. 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының Күсимов полкында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. Ул үҙен батыр һуғышсы һәм оҫта командир итеп таныта. 1942 йылдың ноябрендә ҡаты яралана. «Элекке район мәғариф бүлеге мөдире, хәҙер эскадрон командиры булған өлкән лейтенант Мәмбәтҡолов Бәҙретдин дивизияла маҡтау менән телгә алына торған бер командирға әйләнде. Ул үҙ эскадронының яугирҙәре араһында батырлыҡ һәм тәртип өлгөһө булып тора. Хәрби хәрәкәттәрҙә эскадрондың башында бара. 275-се полк командиры Т.Күсимов. 1942 йыл». Ул һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс Ҡыҙыл Йондоҙ һәм дүрт хәрби миҙал менән наградлана.
1943 йылда Мәмбәтҡолов һуғышта алған яраһы буйынса хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылып, тыуған яғына ҡайтарыла. Ләкин тылда ла ул үҙен фронттың алғы һыҙығындағы һалдат һымаҡ хис итә. Һуғыш йылдарында ныҡ ҡаҡшаған хужалыҡтарҙы, мәғариф учреждениеларын аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша, ҡайҙа ауыр—шунда үҙе теләп эшкә бара.
Б.М.Мәмбәтҡолов һуғыштан ҡайтҡас тәүҙә район хәрби комиссариатында бүлек мөдире булып эшләй. Ләкин был эш уны ҡәнәғәтләндермәй, үҙенең яратҡан мәктәп эшенә ебәреүҙәрен һорай. 1945 йылда уны райондың Һаҡмар зонаһы буйынса мәктәп инспекторы итеп күсерәләр. Ул мәктәптәр менән яҡындан етәкселек итеү өсөн 2-се Этҡол ауылына йәшәргә күсә. Инспектор ҙа була, киске йәштәр мәктәбендә уҡытыусы ла булып эшләй.
1947 йылда уны үҙенең теләге буйынса районда артҡа ҡалған мәктәптәрҙең береһенә—Түбә урта мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Ул бында арымай-талмай 16 йыл буйы мәктәпте етәкләй. Тырыш хеҙмәте һәм ныҡышмалылығы менән Түбә мәктәбен районда, республика күләмендә алдынғы мәктәптәрҙең береһенә әйләндерә. Белем усағының базаһы ҡала мәктәптәренән бер ҙә ҡалышмай. Мәктәп коллективы районда тәүгеләрҙән булып кабинет системаһы менән уҡытыуға күсә, икенсе йылға ултыртып ҡалдырыуҙы бөтөрөү буйынса инициатор булып сығыш яһай. Педагогия өлкәһендәге новаторлығы өсөн Б.М.Мәмбәтҡоловты «Башҡортостан Сухомлинскийы» тип тә атайҙар. Бында ул үҙенсәлекле «Мәмбәтҡолов мәктәбе»н булдыра. Мәктәп базаһында йыш ҡына уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙарының семинар-кәңәшмәләре үткәрелә. Райондың тиҫтәләгән йәш уҡытыусыһы һәм директорҙары «Мәмбәтҡолов мәктәбе»н үтеп, партия-совет органдары етәкселәре, күренекле уҡытыусы һәм мәктәп директорҙары булып китә.
Б.Мәмбәтҡолов Башҡортостан һәм Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съездарында (1959) делегат булып ҡатнаша, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашып сығыш яһай.
Түбә мәктәбендә эшләгән осоро Мәмбәтҡолов өсөн профессиональ үҫеш, күтәрелеш йылдары була. Уның менән бергә уҡытыусылар ҙа яңы бейеклектәргә, үҫешкә ынтыла. Күп кенә уҡытыусыларға хөкүмәт наградалары бирелә. Мәҫәлән, Ғ.Сабаева—Ленин орденына, Ф.Бикбулатова һәм Ғ.Хәйбуллина—РСФСР-ҙың, З.Исмәғилева БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була. Уҡытыусы Я.Б.Аҡкүбәкова РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Ә инде мәктәп директоры Б.М.Мәмбәтҡолов РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып таныла, педагогик новаторлығы өсөн Ленин һәм Ушинский миҙалдары менән бүләкләнә.
1963 йылда эшкә тырыш һәм тәжрибәле етәксене Сибайҙа яңы асылған педагогия училищеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бында үҙен ысын-ысындан уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы итеп күрһәтте. Училищены асыуға һәм үҫтереүгә ҙур көс һалды. Уҡыу йорто тәжрибәле кадрҙар менән тулыланды. Училище ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикала билдәле, өлгөлө уҡыу йорттарының береһенә әйләнде. Уның базаһында бер нисә мәртәбә республика уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм директорҙары өсөн методик семинар-конференциялар үткәрелде. Б.М.Мәмбәтҡоловтың саҡырыуы буйынса алдынғы педагогик эш алымдарын өйрәтеү һәм таратыу маҡсатында бер төркөм Липецк уҡытыусылары килеп, асыҡ дәрестәр күрһәтеп ҡайтты. Бындай методик саралар уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреүгә һәм белемле уҡытыусы кадрҙар үҫтереүгә ярҙам итте. Сибай педучилищеһын тамамлаған белгестәрҙе һәр урындарҙа көтөп алдылар.
1972 йылда Бәҙри Мөжәүир улы хаҡлы ялға сыҡты. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләү эшенә бирҙе, бынан ҙур рухи ҡәнәғәтлек тапты. Ләкин ул, хаҡлы ялда булһа ла, мәктәп һәм тәрбиә эшенән айырылманы, йәштәргә үҙенең тәжрибәһен уртаҡлашты, уларҙы йәшәргә һәм эшләргә өйрәтте. Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Йыш ҡына: «Мин уҡытыусы эшен йәмәғәт эшенән айырып ҡарай алмайым»,—тип әйтер ине. Был өлкәлә ул өлкәндәргә лә, йәштәргә лә өлгө булып торҙо. Халыҡ араһында лектор, пропагандист булып та танылды, 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының ветерандар Советы рәйесе булараҡ та ҙур эш алып барҙы. Йәштәр менән осрашыуҙар үткәрҙе, уларға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ваҡытын йәлләмәне. Бынан тыш, БАССР Мәғариф министрлығының йәмәғәт башланғысындағы инспекторы булараҡ, мәктәптәрҙе тикшереү эшендә ҡатнашты. Йәш уҡытыусыларға ла һәр ваҡыт ихлас ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ул крайҙы өйрәнеүсе, публицист булды, һәр ваҡыт ил ғәме, халыҡ ғәме менән йәшәне, уның өсөн шатланды ла, көйҙө лә.
Бәҙри Мөжәүир улы—уҡытыусылар араһында ике урында—Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында «Почетлы граждан» тигән юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер кеше.
Мәмбәтҡоловтың бөтә тормошо—иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө. Был тәңгәлдә ул бөгөнгө йәштәр өсөн дә үрнәк булып тора. Ул йәштәргә васыят итеп былай тип яҙҙы: «Тормош шыма ғына бер төрлө бармай, ул ҡатмарлы процесс. Шуның өсөн уны сабырлыҡ, түҙемлек менән лайыҡлы итеп үткәреү зарур. Бының өсөн илеңә, халҡыңа тоғро хеҙмәт итергә кәрәк. Хеҙмәттә үткән тормош—алтын ғүмер ул».
Рамаҙан Үтәғолов,
тарихсы-крайҙы өйрәнеүсе.
Атайсал