Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итә
23-02-2012, 03:51 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 326
Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итәАмериканың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе, унда юғары белем алыусы, шулай уҡ эшләп тә, шоу-бизнес менән шөғөлләнеп тә өлгөрөүсе профессиональ боксер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы башҡорто Хәбир Сөләймәнов еңеүҙәре менән беҙҙе ҡыуандырыуын дауам итә.

Күптән түгел яҡташыбыҙ тәжрибәле боксер - мексиканлы Роберто Лопес менән көс һынашты. Ярыш 6 раунд дауам итте һәм Сөләймәнов файҙаһына тамамланды. Боксерҙар араһында "Айбарлы рәсәйле" ("Crazy Russian") ҡушаматы алған Хәбир Лопесҡа тәүге раундта уҡ бик елле "ҡундырғас", тегеһе башҡа раундтарҙа тик ҡасыу яғын ҡараны. Әммә, ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Силәбе егетенең "ҡорос" йоҙроғо уны ҡыуып етеп, мәрәйҙәр йыя тора. "Ярышты нокаут менән тамамлауға дәғүәсемдең, ҡәҙимге мексикан боксерҙарына хас булмағанса, үтә хәрәкәтсәнлеге ҡамасауланы", - тип, тәьҫораттары менән уртаҡлашты донъяның иң көслө ун боксеры исемлегенә ингән яҡташыбыҙ. Хәбир Сөләймәновтың һәр ваҡыт рингҡа башҡорт милли кейемендә килеп сығыуы Америкала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән. Егеттең әйтеүе буйынса, милли кейем кейгән саҡта уның ҡанында башҡорт айбарлығы ҡабына. Донъя чемпионы титулына дәғүә итеүсе талантлы яҡташыбыҙ берәй мәл тыуған яҡҡа ҡайтыр, төбәк спорты үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип кемдер өмөт итә икән, был - тәбиғи. Әммә ул бөгөн үҙ өлгөһөндә "ситтән тороп" милләттәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй, йөрәгендә остоҡ ҡына ғәм булғандарға милләткә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, быны ла оноторға ярамай. Шуға күрә, мөмкинлектәр күберәк ерҙә үҙеңде ас, киң офоҡтар ҡос, батыр! Башҡорттарың һинең менән ғорурлана!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Киске Өфө
 
 (голосов: 2)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Америкала башҡорт булып ҡара һин!
  • Уҡытыусыларҙың иң-иңдәре ошо бәйгелә лә асыла
  • Көс һынашты батырҙар
  • Беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайында Рәмзил Байназаровтың сығышы
  • Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар…


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.