Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы
29-04-2010, 09:53 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 782
Яугир-уҡытыусылар
Башланғыс кластар уҡытыусыһы. (1917 – 1985) Шәйәхмәт Муллахмәт улы 1917 йылдың 15 майында тыуған. 7 класты бөткәс, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. 1939 йылда тамамлап, 2-3 йыл мәктәптә балаларға белем бирә.
Ҡыҙыл армия сафына ҡабул ителә. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршы ала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан ҡайтҡас, ауыл советында секретарь булып эш башлай. 1946 йылда математика уҡытыусыһы Ильясова Камал Ғәни ҡыҙына өйләнә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары әлеге көндә Башҡортостан республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны Дания Шәйәхмәт ҡыҙы Темәс ауылында йәшәй. Улы Артур Рафиҡ улы Темәс мәктәбендә Башҡортостан мәҙәниәте укытыусыһы.
Улдары Шәфҡәт Шәйәхмәт улы ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәй.
Шәйәхмәт Муллахмәт улы китапханасы, ХТП-ла кассир, «Һәүәнәк» совхозында эшләп хаҡлы ялға сыға.
» Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
29-04-2010, 09:45 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 791
Яугир-уҡытыусылар
БАКАЕВ Файзрахман Һибәтулла улы – директор, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусыһы. 1905 йылдың 1 ғинуарында элекке Ырымбур губернаһының Ҡыпсаҡ олосо Ғабдрафиҡ ауылында тыуған. Уның атаһы уҡытыусы булып эшләй, кескәй Файзрахман башланғыс белемде атаһынан ала. Улдарын уҡытыусы итергә теләп, ата-әсәһе уны 1918 йылда Соран йылғаһы буйындағы Әхмәр ауылында асылған ике айлыҡ уҡытыусылар курсына ебәрәләр.
1919 йылда Ҙур Юлдаш ауылында икенсе баҫҡыслы мәктәпкә 5-се синыфҡа уҡырға бара.
1921 йылдың декабрендә Файзрахман Баҡаевты Ырымбурға башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр.
Техникумды 1926 йылда тамамлай, Мәмбәтәй, Беренсе Этҡол, Темәс ауылдарында, Баймаҡ ҡала сәнәғәт училищеһына Темәс филиалы мөдире булып, аҙаҡ Темәс мәктәбендә уҡыта.
1938 йылда Ф.Һ.Баҡаев Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм Темәс педучилищеһында эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүҙә алты ай хәрби-сәйәси училищела уҡып, лейтенант булып фронтҡа китә. Рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары, артабан уҡсылар ротаһы командиры Файзрахман Баҡаев үлемесле алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылда ҡаты яралана, госпиталдә дауаланып төҙөлгәс, Темәс педагогия училищеһына әйләнеп ҡайта, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡыта. Башта директор урынбаҫары, аҙаҡ директор вазифаларын башҡара.
1956 йылда Файзрахман апа Темәс мәктәп-интернатына уҡытыусы итеп күсерелә.
Мәғариф системаһында 45 йыл эшләгәндән һуң, 1971 йылда хаҡлы ялға сыға.
Файзрахман Һибәтулла улы Баҡаевтың уңышлы педагогик һәм йәмәғәт халыҡ мәғарифы отличнигы, 1952 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
1984 йылда вафат була.
» Беҙҙең геройыбыҙ
22-11-2009, 19:34 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1026
Баймаҡ районының Темәс ауылында Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән Миңлеғол Арыҫланов йәшәй. Инде туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлашҡан оло һалдатҡа ҡарап, ҡарт тип әйтергә бер нисек тә тел әйләнмәй. Уның төҫө уңа башлаған һағышлы күҙҙәрендә 22 йәшендә Тыуған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлар өсөн яуға күтәрелгән батыр йөрәкле, ҡыйыу ҡарашлы егеттең һыны һаман да һаҡланған. Йәш егет һуғыштың дәһшәтле, аяуһыҙ йөҙөн күреп, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып ҡалтырап төшмәгән, яу яланын ташлап ҡасмаған. Юҡ, үҙе кеүек ҡаһарман башҡа ир–егеттәр менән бер рәттән дошман пуляларына ҡаршы үҙ күкрәген ҡуйған. Ватаныбыҙ киләсәге хаҡына. Һинең менән минең азатлығым хаҡына. Һәм быны мин һәр саҡ иҫемдә тотам… – Һуғышта ҡурҡыныс булды, әйтәһе лә түгел, – тип иҫләй Миңлеғол ағай. – Бигерәк тә тәүге мәлдә, өйрәнеп киткәнсе ҡыйын ине. Шулай, яңы ғына һуғышҡа индек тә, әле бер нәмә белмәй китеп барабыҙ. Бер заман эргәбеҙҙә генә снаряд төшөп ярылды. Барыбыҙ ҙа команда буйынса тирә–яҡҡа һибелдек. Минең менән Шишмә районынан Алексей Холод атлы егет булғайны, 1924 йылғы, буғай. Соҡорға яныма килеп йәшенде лә, “Господи, господи…”, – тип уҡына–уҡына, суҡына башланы. Мин, уға ҡарап, көлөп ята инем, нишләп көләһең, үҙеңсә уҡын, ти. “Эй, доғалар уҡып, суҡынып ҡына снаряд ярсығынан ҡотолоп–ҡасып булһасы! Ә һин ҡурҡма, Алексей, тәмәке тартҡан кеше үлмәй ул”, – тип көлдөм. Һуғышта үлем гел эргәңдә йөрөгәс, ҡурҡыуҙы онотаһың, илау–һыҡтау булмай – күңел ҡата. Ә шулай ҙа һәләк булған дуҫтарыңдың кәүҙәһен күрһәң, йөрәк әрнеүҙәрен баҫыуҙары, ай–һай, бигерәк ҡыйын була ине.
» Башҡорт өсөн йән аткан ҡурайсы
21-11-2009, 17:25 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1071
Ҡурайсы һәм педагог Әҙеһәм ИСҠУЖИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл
Ялан ғына ерҙән берәү килә,
Юлһыҙ ғына ерҙән юл алып.
Бара ғына торғас ул йырланы,
Көйһөҙ генә ерҙән көй табып.
Мәшһүр педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың үҙе сығарған, яратып башҡарған йырҙарының береһе был. Юҡҡа ғына бар күңелен һалып йырламағандыр уны ҡурайсы. Ошо бер генә куплетта ла уның бар булмышы, зиһене, күңеле талаптары, асылы сағылғандай. 27 ғинуарҙа Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә ҡурай мәктәбен булдырыусы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужинға 80 йәш тулған булыр ине. Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Fәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Fәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зыя Хәлилов, Әнүәр Шафиҡов, Рәжәп Нәҙерғолов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директорының фән буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәжәпов кеүек тап Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән ҡурайсыларыбыҙҙың хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған яҙмабыҙ Ҡурайсы-педагогтың яҡты рухына бағышлана. Баймаҡ районының Темәс ауылында Fәлимә һәм Динислам Исҡужиндың ғаиләһендә өс ул араһында уртансы малай булып үҫә Әҙеһәм. Баймаҡта йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй, тип әйтһәм, моғайын, бер кемде лә аптыратмам. Борон-борондан табындарҙа оҙон көйҙәр һуҙыу йолаһы бөгөнгәсә һаҡлана был төбәктә.
» Кинйә Арыҫланов (1723—?)
18-11-2009, 16:35 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1221
Башҡорт халҡының данлыҡлы улы, 1773— 1775 йылдарҙағы бөйөк Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыларының һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологтарының береһе, Е. И. Пугачевтың тоғро көрәштәше, баш күтәреүселәр армияһының баш полковнигы Кинйә Арыҫланов сама менән 1723 йылдың йәйендә ул саҡтағы Өфө провинцияһының Нуғай юлы (даруғаһы) Бошман-Ҡыпсаҡ олосо Танып (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы), дөрөҫөрәге, Нөгөш буйындағы Бағра тауы итәгендәге йәйләүҙә арҙаҡлы башҡорт уҙаманы Арыҫлан Аҡҡолов ғаиләһендә донъяға килгән. Кинйәнең атаһы Арыҫлан батыр — башҡорт тарихында әһәмиәтле урын тотҡан бошман-ҡыпсаҡ ырыуының бейҙәр нәҫеленән, ырыуҙаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанған аҡыллы һәм бай кеше булған. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров асыҡлағанса, Кинйәнең шәжәрәһе легендар Бабсаҡ һәм Күҫәк бейҙәргә, киң билдәле героик шәхес Бошман бейгә һәм уның ата-бабаларына барып тоташа. Бына ул нәҫел ебе: Лас бей — Ҡолһары бей — Атағай бей — Баби бей — Бабсаҡ бей — Күҫәк бей — Сиркә бей — Күсмәк бей — Босмаш (Бошман) бей — Борондоҡ бей — Аҡбулат бей — Һарыбайсал бей — Дәүләтҡол — Миңлеғол — Аҡҡош (Аҡҡол) — Арыҫлан — Кинйә абыҙ. Кинйәнең улы Һеләүһен (Һеләүек) мулла Кинзин — атаһы һымаҡ уҡ, Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, Е. И. Пугачев армияһының полковнигы. Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуын башлап ебәреүсе Бошман бей оло Иҙелдең, йәғни Волганың түбәнге ағымында татар-монгол баҫҡынсыларына ҡаршы оҙаҡ ваҡыттар буйы азатлыҡ көрәшенә етәкселек иткән ҡыпсаҡ батыры, арҙаҡлы тарихи шәхес. Уның тураһындағы мәғлүмәттәр үткән дәүерҙәге Рәшид эд-дин, В. Г. Тизенгаузен һымаҡ атаҡлы тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә һаҡланып ҡалған, һәм шуныһы мөһим, ул мәғлүмәттәр башҡорт халыҡ ижадында ла ҡабатлана. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, Бошманды монголдарҙың Менгүхан тигән ханы һәм уның туғаны Бүсектең ғәскәрҙәре уратып алып, әсир итә. Фарсы тарихсыһы Джувейни әҫәрҙәрендә һәм «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» тигән башҡорт риүәйәтендә әйтелеүенсә, Менгүхан, уны үҙ яғына ауҙарып, ғәскәр башлығы итеү ниәте менән, теҙләнеүен талап иткән. Батыр күнмәгән. «Дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй», тип яуап биргән Бошман. Шулай тип бәйән итә риүәйәт. Джувейни яҙып ҡалдырғанса иһә, ғорур ил батыры, дөрөҫөрәге, ошолай тип яуаплаған булыр: «Мин үлемдән ҡурҡмайым. Теҙләнергә мин дөйә түгел». Яуыз хан Бошманды ҡылыс менән сабып үлтерергә бойорған. Башҡорт халҡы составында ғәйәт ҙур һәм күп һанлы ҡыпсаҡ ҡәүеменең аҫыл бер тармағы — бошман-ҡыпсаҡтар, тимәк, үҙҙәренең боронғо бабалары Бошман бейҙең батырлығы менән дә ғорурлана алалар.
» Ҡол Ғәли (1170 йылдар тирәһе — XIII быуаттың тәүге яртыһы)
18-11-2009, 16:26 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1296
Урал-Волга төбәгендә Болғар осоро яҙма әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында иң мөһим урынды тотҡан, шиғриәтебеҙҙең шишмә башын хасил иткән берәгәйле поэтик ҡомартҡы бар. Ул — башҡорттар һәм татарҙар араһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә (күп төрлө күсермәләрҙә. — Авт.) киң таралған, оҙон быуаттар буйы быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» (йәиһә «Йософ китабы», «Йософ үә Зөләйха»). Был бөйөк әҫәрҙең авторы — боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәли. Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов эл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙағында — XIX быуат баштарында яҙылған «Тәуарихе Болғариә» тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Т. Ялсығолов, әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. «Тәуарихе Болғариә»гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев «Эй башҡорттарының нәсәбнамәһе» тигән исем аҫтында үҙенең атаҡлы «Йәдкәр» тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны «Йәдкәр»ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ.
» Башҡорт хан* (XII быуат)
18-11-2009, 16:20 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1325
Башҡорт — рус кенәзлектәренең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашыусы ҡыпсаҡ ханы. Уның исеме рус йылъяҙмаларында1 бер нисә тапҡыр иҫкә алына. Сығышы буйынса ул Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр ҡушылдығында йәшәгән ишле ҡыпсаҡ ырыуынан; унда Урал башҡорттары менән тамырҙаш башҡа ҡәбиләләр һәм ырыуҙар ҙа ингән. Башҡорт ханы урҙаһының 20 мең кешеһе булған2. XII быуаттың 50-се йылдарында Башҡорт Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында иң көслө ҡыпсаҡ ханына әүерелә. 1151 йылда хан Ростов-Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Изяслав һәм Владимир Давыдовичтар менән берлектә бөйөк Киев кенәзе Изяслав Мстиславичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Юрий Долгорукийҙың ғәскәре Киевты алыр өсөн Днепрҙың уң ярына сығырға йыйына. Бының өсөн улар, уңайлы урын эҙләп, йылға буйындағы Заруб ҡалаһына килә (хәҙер Монастырск утары, Киев өлкәһенең Зарубинцы ауылынан 1,5 саҡрым төньяҡтараҡ. —Авт.). Долгорукий ғәскәре сафындағы ҡыпсаҡтар эйәр-өпсөндәре, яу-яраҡтары менән Днепрҙа сирҡаныс ала һәм тиҙ генә йылғаны йөҙөп тә сыға. Шул саҡта ғына Юрий Долгорукий ғәскәренә йылғаны һалдарҙа йөҙөп сығырға мөмкинлек тыуа. Улар ҡыпсаҡтар менән берлектә Изяслав полктарын Василев (хәҙер Киев өлкәһендәге ҡасаба. — Авт.) ҡалаһына тиклем сигендергән. 1151 йылдың 5 майында Изяслав һәм Юрий ғәскәрҙәре Рутец йылғаһы янында бәрелешә. Ян-яҡтан һаҙлыҡ һәм Бәләкәй Рутец йылғаһы ҡамасаулағанға күрә, Долгорукий полктары үҙҙәренең һан яғынан өҫтөнлөгөн файҙалана алмай. Ростов-Суздаль кейәҙенең ғәскәрендәге хәрби тәртип емерелә. Башҡорт ханының уҡсылары ла дошманға уҡ ямғыры яуҙыра-яуҙыра сигенә. Яугирҙарҙың күбеһе болғансыҡ Рутец йылғаһында батып үлә, бер өлөшө әсир төшә. Владимир Давыдович һәләк була, ә ҡатыны (йылъяҙмала исеме юҡ. — Авт.) Башҡорт ханына ҡаса һәм уға кейәүгә сыға.
» Ҡаранай Моратов
18-11-2009, 15:31 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 724
Нәзир Ҡолбахтин, тарих фәндәре докторы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсылары
Илебеҙ тарихсылары Ҡасҡын Һамаровҡа быға тиклем бер генә тикшереүен дә арнамаған булһа, Ҡаранай Моратов хаҡында бер нисә мәҡәлә яҙылғайны.1 Башҡорт юлбашсыһына Татарстан тарихсылары ҙур иғтибар йүнәлдергәйне. Тарих фәндәре докторы С.Х.Алишев Минзәлә төбәгенең баш күтәреүселәре етәксеһе Ҡаранайҙың көрәшен киң юҫыҡта һүрәтләне.2 Авторға бер генә иҫкәрмә яһап була: ул баш күтәреүсе төбәк юлбашсыһының Нуғай даруғаһы Бөрйән олосо башҡорто икәнлеген уҡыусыға бер һүҙ менән дә белдермәй. Яр Саллынан журналист Вәхит Имамов та Ҡаранайҙың баш күтәреү эшмәкәрлеге һәм яҙмышы тураһында күп яҙҙы, әммә мәғлүмәттәрҙең буталыуына һәм һығымта яһағанда күп кенә хаталарға юл ҡуйҙы.3 Ҡаранайҙың һуғышҡа тиклемге тормош биографияһы бер ни тиклем бәхәстәр тыуҙыра. Бик күп авторҙар (Р.Шәкүр, С.Таймасов, В.Имамов, Ә.Әсфәндиәров), Ҡаранай Моратов бер нисә ғаилә иҫәбендә тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған, Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан Меркет-Мең олосо ерҙәрендә керҙәш (припущенник) хоҡуғында урынлашҡан һәм Ҡаранай ауылын нигеҙләгән, тип раҫлай.4 Әммә был бәхәсле фекер. Крәҫтиәндәр һуғышы материалдары буйынса ул Бөрйән олосоноң йөҙ башы тип атала. XVIII быуаттың 80-се йылдарындағы документтарҙа ла Ҡаранай Бөрйән олосо старшинаһы вазифаһын башҡарыусы һәм йөҙ башлығы тип иҫәпләнә.5 Үҙ олосон ташлап киткән кешене артабан да 20–30 йыл буйы шул уҡ олостоң старшинаһы һәм йөҙ башлығы тип иҫәпләүҙәренә ышаныуы ҡыйын. Тарихи әҙәбиәттә, Ҡаранай күренекле Алдар батыр Иҫәкәевтың ейәне булған, тигән фекер ишетелеп ҡалды.6 Башҡорт халҡының ике арҙаҡлы улының шәжәрәләре киҫешеүе лә ихтимал. Ысынлап та, Алдарҙың Морат исемле улы булған, ул 1735–1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡан.7 Алдар – Морат – Ҡаранайҙың йәш нисбәте лә ысынбарлыҡҡа тап килгән кеүек. Был юлдарҙың авторы ла 70–80-се йылдарҙа ошо версияны өйрәнде. Әммә Бөрйән ырыуының нәҫел ағасында быны раҫлаусы дәлилдәр табылғаны юҡ әле. Был мәсьәләне асыҡлау өсөн тарихсыларҙың, этнографтарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең ентекле эҙләнеүҙәре талап ителә.
» Ризаитдин Фәхретдинов (1859-1936)
18-11-2009, 11:16 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1436
Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһы — XX быуат башында ижтимағи фекер үҫеше һәм мәғрифәтселек тарихында Мирсалих Биксурин, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән йәнәш Ризаитдин Фәхретдиновтың исеме ғәйәт ҙур урында тора. Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов 1859 йылдың 4(16) ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүсат исемле башҡорт ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. (Хәҙер ул ауыл Татарстан Республикаһының Әлмәт районына ҡарай.) Р. Ф. Фәхретдиновтың милли асылы тураһында төрлө уйҙырмаларҙы сикләр өсөн шуны әйтеп үтергә кәрәк: ғалим һәм әҙип үҙенең башҡорт булыуын һәр ваҡыт ап-асыҡ билдәләр булған. Был уның автобиографияһында ла күрһәтелгән. Архивта Р. Ф. Фәхретдиновҡа 1906 йылдың 12 декабрендә бирелгән паспорттың күсермәһе һаҡланған. Был документта ла шул уҡ мәғлүмәт хатта ике тапҡыр теркәп ҡуйылған1. Был тәбиғи ҙә, сөнки элекке Бөгөлмә һәм Минзәлә өйәҙҙәре боронғо Башҡортостандың көнбайыштағы төбәктәре булған. Был ике өйәҙҙә 1897 йылғы иҫәп-хисап ваҡытында 280 мең башҡорт йәшәгән. (Бындағы йөҙәрләгән башҡорт ауылы XX быуатта ассимиляцияға дусар ителде.) Ризаитдин Фәхретдинов тәүҙә ата-әсәһенән, артабан күршеләге Түбәнге Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә белем ала. Бында ул ун йылға яҡын уҡый, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен уңышлы өйрәнә, китап күсереү, конспектлап өйрәнеү менән мауыға. Ошонан һуң бер нисә йыл Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылы мәҙрәсәһендә мөҙәррис, хәлфә һәм мулла булып тора. Үҙ алдына уҡып, шәреҡ телдәрен өйрәнеүҙе дауам итә, аҙағыраҡ рус телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереү буйынса ла етди эшләй. Нәҡ ошо осорҙа унда ғилем менән шөғөлләнеү дәрте лә уяна. 1887—1888 йылдарҙа Ҡазанда Ризаитдин Фәхретдиновтың бер-бер артлы өс китабы баҫылып сыға: «Китабе әт-тәсриф: Ғилме сарыф», «Китабе мәҡәддимә: Әт-тәхрирел мосфа...», «Китабел иғтибар ».
» Муса Мортазин (1891-1937)
18-11-2009, 09:52 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1304
Башҡортостандың ҡаһарман улдары һәм ғәскәр башлыҡтары — данлыҡлы Алдар батыр Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә һымаҡ легендар шәхестәребеҙҙең береһе, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың исеме башҡорт халҡының йөрәгендә ысын-ысынында мәңгелек урын алған. Уның ғүмер юлы — халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡ мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең XX быуат тарихында уны, еңелеү белмәҫ халыҡ полководецын, яңы дәүерҙең Салауаты тип атарға хаҡлыбыҙ. Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү олосоноң (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Көсөк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. (Ҡайһы бер документтарҙан күренеүенсә, Муса Мортазиндың атаһының тулы исеме Лотфулла булырға тейеш. Әммә ул үҙен, ғәҙәттә, ҡыҫҡартып, Муса Лут улы тип йөрөткән, 1937 йылда үҙ ҡулы менән яҙылған анкетаға ла шул килеш кергән.) 1911 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Шул уҡ ваҡытта, архив материалдарынан күренеүенсә, 16 йәшенән алып 1912 йылда батша армияһына алынғанға ҡәҙәр байыраҡ ауылдаштарының береһендә батраклыҡта йөрөгәнлеге лә билдәле. Тимәк, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡып, йылдың башҡа миҙгелдәрендә, уҡыуҙан буш ваҡытта, эшләп, ғаиләлә бер таяныс булырға тура килгәндер. Сөнки, ул үҙе яҙғанса, 1908 йылда атаһы кулактар тарафынан үлтерелә, ә мөлкәте түләнмәгән һалымы өсөн һатыла. «Минең бөтөн тормошом ауыр батрак һәм ҡара эшсе тормошо булып үтте. Мин ялсы инем, урман ҡырҡтым, шахталарҙа эшләнем»1, — тип яҙа ул 1930 йылдың 13 авгусында «Красная звезда» гәзитендә «Редакцияға хат» тигән баш аҫтында баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?