Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Хеҙмәт, һөнәр, уңғанлыҡ, ялҡаулыҡ
22-11-2009, 13:31 | Башҡорт мәҡәлдәре | автор: Ilsur | Уҡылды: 1093
* Ағас емеше менән, кеше эше менән.
* Ағасты япраҡ биҙәй,
Кешене хеҙмәт биҙәй.
* Аҙ һөйлә, күп эшлә.
* Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы).
* Айға үрелгән – нурға күмелгән.
* Айран бешеп, май төшмәй,
Сүбәк сәйнәп, май сыҡмай.
Вариант: Һыу бешеү менән май сыҡмай,
Һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай.
* Айыу йоҡоһон йоҡлама,
Айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.
* Аҡрын барған аттан уҙған,
Йүгереп барған тайҙан ҡалған.
* Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.
* Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр.
* Аҡыллы ир шул булыр:
Ҡулындағың алдырмаҫ;
Кеше һайын туҡталып,
Юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;
Барынан да бере шул:
Бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ.
* Алғыр кеше алымынан,
Йылғыр кеше аҙымынан билдәле.
* Алда булһа ҙур теләк,
Эштән ял таба йөрәк.
* Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан.
* Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр,
Ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.
* Алдынғылыҡ – тәхеткә,
Иремтәлек – ләхеткә.
* Алдың-артың уйлап эш ит.
* Алдын бер уйла, артын биш уйла.
* Алдыңа килгән ашты йота бел.
* Алйоттоң эше булмаҫ,
Ялҡауҙың ашы булмаҫ.
* Алтмыш аҙым алға атла,
Алты тапҡыр артыңа ҡара.
* Алтын бөртөкләп йыйыла.
* Алтын ҡәҙерен көмөшсө белер.
* Алтын утта һыналыр,
Әҙәм эштә һыналыр.
* Алтынды ҡоя белмәгән иретер,
Тирене иләй белмәгән серетер.
* Арбам һынды тип, күстән* ҡалма,
Башым ауырта тип, эштән ҡалма.
* Арбаны ат тартыр, күләгәне эт тартыр.
* Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр.
* Арҡауын атһаң, буйын алырһың.
* Артҡа ҡалһаң, тапалырһың.
* Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ,
Уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.
* Ат тешенән билгеле,
Егет эшенән билгеле.
* Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
* Ата алмаған атынан күрер,
Ҡайта килеп, ҡатынынан күрер.
* Ата алмаған мылтығынан күрер.
* Ата алмаған йәйәһенән күрер.
Вариант: Ата алмаған йәйә һайлар.
* Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер.
* Атаң ҡуйған атың менән аталырһың,
Хеҙмәтеңә ҡарай маҡталырһың.
* Атаһыҙ тороп була – балтаһыҙ тороп булмай,
Инәһеҙ тороп була – энәһеҙ тороп булмай.
* Ауан* кеше ауыҙы менән ҡош тотор.
* Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.
* Ауыр йөктө ат тарта,
Ауыр эште ир тарта.
* Ауыр күтәргән – билен һындырған.
* Ауыр таш – тау аҫтында,
Ауыр эш – бауыр аҫтында.
* Ауыр эшкә беләк бар,
Ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
* Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
* Ауырыу бер үлер,
Иренсәк көн дә үлер.
* Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.
* Ахырызаман булғанда йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.
* Ашаған белмәй, тураған белә.
* Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.
* Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.
Вариант: Ашағанда икәү яҡшы,
Эшләгәндә өсәү яҡшы.
* Ашағанда ҡолағың һелкенһен,
Эшләгәндә йөрәгең елкенһен.
* Ашағанда телһеҙ бул,
Эшләгәндә өнһөҙ бул.
* Ашамай тамаҡ туймай,
Эшләмәй ризыҡ булмай.
* Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
* Ашы юҡ ураҙа тотҡан,
Эше юҡ ас ултырған.
* Ашын яратһаң, эшен дә ярат.
* Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.
* Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.
* Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.
* Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.
* Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.
* Ашыҡһаң да, ҡабаланма.
* Аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй.
* Бейә эштә йөрөп тирләһә,
Ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.
* Бала көлкөгә туймаҫ,
Ялҡау йоҡоға туймаҫ.
* Балаһыҙҙың малы хәрәм,
Эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.
* Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.
* Балта сапҡансы, түмәр ял итә.
* Балта һабы беләктән башлана, үткерлеге – йөрәктән,
* Балтаң булмаһа, урманға барма.
* Балтасының өйө терәүле.
* Балыҡ тотһаң, башынан тот.
* Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.
* Бармағына ышанған – ҡашыҡһыҙ ҡалған.
* Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер.
* Бармаҡ йөрөт – аң эйҙер,
Бәке йөрөт – ҡан кейҙер.
* Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул ҡоя белмәй.
* Батыр көсө менән, егет эше менән.
* Батырға ла ял кәрәк.
* Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ,
Аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.
* Башлаған эш – бөткән эш.
Вариант: Башланған эш эшләнә.
* Башлаған эшеңде тамамла.
* Башланған эштең бөткәне яҡшы.
* Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.
* Башлы кеше ташты аш итер.
* Башта уйла, унан эшлә.
* Башы нисек – ахыры шулай1.
* Башың йәш икән – күп эш алма.
* Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың!
* Белгән белгәнен эшләр,
Белмәгән беләген тешләр.
* Белгән – юлда, белмәгән – түрҙә.
* Белмәгән белер, белгәндән көлөр.
* Белмәгән эшкә ҡатышма.
* Белмәгән эштән шайтан көлгән.
* Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
* Белмәгәндең беләге тыныс,
Белгәндең йөрәге тыныс.
* Бер имгәнһәң, бер кинәнерһең.
* Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.
* Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.
* Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.
* Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.
* Бер эшен ташлаған, икенсеһен ташлаған –
Береһен дә ослап сыға алмаған.
* Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.
* Бер эшлә, берәгәйле эшлә.
Вариант: Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.
* Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.
* Бикәр* эш битһеҙ булыр.
* Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.
* Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.
* Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.
* Боҙға быҙаулама.
* Боландың мөгөҙө,
Сәсәндең һүҙе,
Филдең теше,
Оҫтаның эше ҡиммәт.
* Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.
* Буй эшләмәй, ҡул эшләй,
Эштә ҡулың күп булһын.
* Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.
* Булған кешенең көрәге лә утын киҫер.
* Булдыҡлы булмағанды булдырыр.
* Булдыҡлы эшкә тотонһа,
Ташынды ла аш итер,
Булдыҡһыҙ эшкә тотонһа,
Ашыңды ла таш итер.
* Булдыҡһыҙ балтанан күрер.
* Булдыҡһыҙҙан һәнәр сыҡмаҫ.
* Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.
* Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.
* Булмаҫтайға һүҙ әрәм.
* Булмаҫтайҙан булмаҫ:
Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ,
Тыуһа ла — тормаҫ.
* Булмаҫ эште телгә алма.
* Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.
* Булыр ир алты йәшендә башмын, тир,
Булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.
* «Булыр» тигән – булдырған.
* Булырҙайҙың – йөҙөнән,
Булмаҫтайҙың – һүҙенән (билгеле).
* Булырҙайҙың – ҡулынан,
Булмаҫтайҙың – уйынан (билгеле).
* Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.
* Бушты бушҡа бушатма.
* Бүрене аяғы туйҙыра.
* Бүренең көсө тешендә,
Кешенең көсө эшендә.
* Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.
* Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.
* Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.
* Ваҡытһыҙ эшләнгән эш эшләнмәгәнгә иҫәп.
* Ғәйрәт иткән тау ярыр.
* Дан хеҙмәттә яулана.
* Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт.
* Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.
* Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.
* Донъяла кеше эшләй алмаған эш юҡ.
* Донъяла ни татлы – йән һөйгән хеҙмәт татлы.
* Донъяның эше бөтмәҫ.
* Дәрт биргәнгә дарман бирер.
* Дәрт – даръя, дарман – донъя.
* Дәрт иткән эшләр.
* Дәртең булмаһа, дарманың булмай.
* Дәртле дарманын табыр.
* Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.
* Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.
Вариант: Дәртһеҙҙән дәрт сыҡмаҫ.
* Дәртһеҙгә дан юҡ.
* Дәртһеҙгә дауа юҡ.
* Ҙур эште әкренләп эшлә.
* Егет булһаң, йоҡлап ятма.
* Егет кеше яуҙа көс менән алдырһа,
Яланда эш менән алдыра.
* Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ.
* Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.
* Егәрле уңыр, ялҡау туңыр.
* Егәрленең ҡулы ете.
Вариант: Егәрленең ҡулы уртаҡ.
* Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.
* Еләк берәмләп йыйыла.
* Еңел эш ҡөҙрәт менән эшләнер.
* Етеҙ үҙен бөтөрөр,
Әкрен эшен бөтөрөр.
* Етешкән – ете елән кейгән.
* Етмеш ергә ҡул һуҙма.
* Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.
* Изге ниәт менән башланған эштең ахыры хәйерле булыр.
* Изге эштең иртәгеһе яҡшы.
* Изге эштә ашығыу хәйерле.
* Ижтиһад иткән моратына еткән.
* Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп булмай.
* Ике кәмә ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.
* Ике уйла, бер эшлә.
* Илһамлы хеҙмәт – илгә ҡеүәт.
* Иләк менән һыу ташымайҙар.
* Иләмәй күн булмаҫ,
Тиреһеҙ тун булмаҫ.
* Иң элек уйла, унан эшлә.
* Ир аҫылы эштә беленә.
* Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.
* Ир ҡоралы – ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.
* Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.
* Ир һәнәре эш булыр.
Вариант: Ирҙең һүҙе эш булыр.
* Иренгән ике үлгән.
* Иренгән ике эшләр, артынан бармағын тешләр.
* Иренгән эш һөймәҫ.
* Иренгәндең иренен эт ялаған.
* Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.
* Иренмәгәндең ирене ашлы, иркәнең күҙе йәшле.
* Иренмәгәндең эше сифатлы.
* Иренмәһәң, оҫта булырһың.
* Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.
* Иренсәк иркә булыр.
* Иренсәккә эш ярамаҫ.
* Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.
* Иренсәктең ирене кибер.
* Иренсәктең табышы юҡ.
* Иренсәктең эше ике.
* Иренсәктә дәрт булмаҫ.
* Иренһәң – ауырырһың,
Тырышһаң – һауығырһың.
* Иренһәң – иренеңә теймәҫ.
* Оялһаң, һүҙең кем әйтер?
* Иртә барһаң – ит бешә,
Һуңға ҡалһаң – бит бешә.
* Иртә торған ас ҡалмаҫ.
* Иртә торған бай булған,
Һуңлап торған хур булған.
* Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ,
Иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.
* Иртә торған ир уңыр.
* Иртә торған үкенмәҫ.
* Иртә торғандың ғүмере оҙон.
* Иртә торғандың ырыҫы артыр.
* Иртә тормаған иртәнге ризыҡтан ҡалған.
* Иртә торһаң – уңырһың,
Кискә ҡалһаң – туңырһың.
* Иртәгә ҡалған эшең – һынып төшкән тешең.
* «Иртәгә» тигән иренгән, бөгөндән ҡалған бөлгән.
* «Иртәгә» тигән уй менән бөгөн тамаҡ туймай.
* Иртәгәге эшенде бөгөн уйлап ҡуй.
* Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.
* Иртәнге эш ырымлы була.
* Иҫәп кәрәк, уй кәрәк,
Уйлап эшләгән – һирәк.
* Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.
* Иҫәрҙең ише булмаҫ,
Ялҡауҙың эше булмаҫ.
Вариант: Иҫәрҙең иҫе булмаҫ,
Ялҡауҙың эше булмаҫ.
* Итексенең беҙе юҡ.
* Итексенең итеге булмаҫ,
Балтасының ишеге булмаҫ.
* Итексенең итеге тишек,
Балтасының балтаһы китек.
* Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.
* Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.
* Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
* Йоҡлаған йоҡо тапҡан,
Йоҡламаған йылҡы тапҡан.
* Йоҡлаған көлкө алыр,
Йоҡламаған төлкө алыр.
* Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
* Йоҡлағанға йоҡмаған.
* Йоҡлағанға өлөш юҡ.
* Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
* Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
* Йоҡо ялҡауҙы ярата.
* Йоҡосан егеткә дәрт булмаҫ.
* Йоҡосоға аш юҡ.
* Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
* Йомоҡ күҙеңә көн төшөрмә.
* Йөк ауырын нар* күтәрер.
* Йөрәк тынмай беләк тынмай.
* Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.
* Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.
* Йүгерек атҡа ял теймәй.
* Йүгереп тота алмаған атлап тота алмай.
* Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.
* Йүне барҙың көнө бар.
* Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.
* Йүнһеҙ итексе беҙен ғәйепләр.
* Йүнһеҙ килеп, йүнлегә эш өйрәтер.
* Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма – өҫтөңә ауҙарыр.
* Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.
* Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!
* Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.
* Йыбанмаған оҫта булған,
Оялмаған күрәҙә булған.
* Йылдам атҡа ҡамсы кәрәкмәй.
* Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
* Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.
* Мәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
* Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар,
Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.
* Йән биргәнгә йүн биргән.
* Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ.
* Йәне барҙың йүне бар.
* Йәнен аямаған яу алыр,
Малын аямаған дау алыр.
* Йәнт* итмәгән – тапмаған.
* Йәһәтләһәң – ит бешә,
Һуңға ҡалһаң – бит бешә.
* Йәштәр килһә эш башлай,
Ҡарттар килһә һүҙ башлай.
* Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.
* Кем өлгөр – шул алғыр.
* Кем эшләмәй, шул ашамай.
* Кемдең эш көнө күп, шуның ҡулы мул.
* Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.
* Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һәнәре менән оло булыр.
* Кеше эше менән маҡтанма.
* Кеше эше – ярты эш, үҙ эшең – бөтөн эш.
* Кеше эштә һыналыр.
Вариант: Кешене эштә һына.
* Кешегә ҡул бәхете бирмәһен, баш бәхете бирһен.
* Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.
* Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.
* Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.
* Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.
* Кешенең эше ғүмергә бөтмәҫ.
Вариант: Кеше үлгәндә лә: «Өс көнлөк эшем ҡалды», тип әйтер, ти.
* Китәр ҡыҙҙың киткәне яҡшы,
Бөтәр эштең бөткәне яҡшы.
* Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.
* Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.
* Көрәге булһа, сүбе табылыр.
Вариант: Көрәк бөтмәһә – тиҙәк бөтмәҫ.
* Көс һабантуйҙа беленер,
Эш өмәлә беленер.
* Көслө – көсөн, һәнәрле эшен күрһәтер.
* Көсө етмәгән ҙур күтәрер.
* Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә1.
* Көсөң барҙа эшеңде ҡара,
Көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
* Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
* Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан.
* Көсөңә күрә көсән.
* Көсһөҙ көрәк һындырыр.
* Көткәнгә көн үтмәй,
Эшләгәнгә көн етмәй.
* Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр.
* Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.
* Күмәк ҡулға эш түҙмәй.
* Күмәк эш – ирмәк эш.
* Күнеккән ҡулда һәнәр бар.
* Күнсе күнде күндерер.
* Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр,
Күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр.
* Күңел етһә, ҡеүәт етә.
* Күңел – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр:
Эшләһәң, эш ҡарышмай.
* Күңелсәк күңеле менән көн күрә,
Иренсәк нимәһе менән көн күрә?
* Күп бәрәкәт күп хәрәкәт менән.
* Күп йоҡлаған атын алдырыр.
* Күп өргән эт тешләмәҫ,
Күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
* Күп һөйләгән – аҙ эшләгән.
* Күп һуҡҡан сүкеш тиҙ тоҙорая.
* Күпкә китһә, сүпкә китә.
* Күптең эше күңелле.
* Күрексенең туны юҡ.
* Күренгәндең алыҫы юҡ,
Күтәргәндең ауыры юҡ.
* Күтәрә белмәгән күп күтәрер.
* Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.
* Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.
* Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.
* Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.
* Ҡаҙынған ҡарға ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан,
Ҡаҙынмаған – ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан.
* Ҡайҙа барһаң – бер ҡояш,
Эш эшләүҙә тиң һайлаш.
* Ҡалбырҙың* эше ялбыр.
* Ҡалған эш – төштән кире.
* Ҡалған эшкә ҡар яуа.
Вариант: Бер ҡалған эш ҡырҡ йылға ҡалыр.
* Ҡамыш һыуҙан туймаҫ,
Тырыш эштән туймаҫ.
* Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.
* Ҡар өҫтөндә ҡарға тиҙәге лә табылмай (эшеңде ваҡытында эшлә).
* Ҡарағайға ҡарап тал үҫер,
Хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер.
* Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.
* Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.
* Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.
* Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.
* Ҡарының менән ҡар яр,
Мороноң менән моҙ* яр.
* Ҡатын уңғаны иргә яраған,
Ир уңғаны илгә яраған.
* Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.
* Ҡомдан арҡан ишеп, күлде күлгә аҫып булмай.
* Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр,
Ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр.
* Ҡорал әмәлһеҙ булмай,
Әмәл ғәмәлһеҙ булмай.
* Ҡорал юҡта ҡороҡ та ҡорал.
* Ҡораллының ҡулы уйнай.
* Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ,
Теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.
* Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.
* Ҡоро ҡулға ҡорал яу.
* Ҡоштоң матурлығы – төҫөнә ҡарап,
Кешенең матурлығы – эшенә ҡарап.
* Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.
* Ҡулайымламай* ҡул яҙылмай.
* Ҡулалды ат төптән тартыр,
Ҡулалды әйбер ҡулбуй(ы) ятыр.
* Ҡул ҡайҙа – ауыҙ шунда3.
* Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.
* Ҡул һелтәй, балта саба.
* Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ.
Варианттары: Ҡул эшләһә, ауыҙ ҙа тешләй.
Ҡулың уйнаһа, ауыҙың уйнар.
* Ҡулда ҡорал – ярты эш, эшләһәң – бөтөн эш.
* Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә.
* Ҡулы белгән бал ашар.
* Ҡулың етмәгәнгә үрелмә.
* Ҡулы ҡыймылдағандың ауыҙы ҡыймылдар.
* Ҡулың күтәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма.
* Ҡулың оҫта булһын,
Һүҙең ҡыҫҡа булһын.
* Ҡулыңда эшең булһа, әсең бошорға ваҡытың булмаҫ.
* Ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонма.
* Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.
* Ҡулыңдан элек башың уйлаһын.
* Ҡулыңдан эш китһә,
Ауыҙыңдан аш китә.
* Ҡурай тартһаң – көй була,
Бүрәнә тартһаң – өй була.
* Ҡурҡҡан эш хәйерле була.
* Ҡыймылдаған ҡыл ярыр.
* Ҡыйын эшкә – ҡыйыу юҡ.
* Ҡыйынлығын күрмәй, ҡоймаҡ та ашап булмай.
* Ҡыйынлыҡты еңгән рәхәт күргән,
Еңәлмәгән гүргә кергән.
* Ҡырмыҫҡанан ғибәрәт ал:
Йәйҙән ҡышты ҡаршылай.
* Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма4.
* Май сүлмәге тышынан билгеле,
Булыр кеше эшенән билгеле.
* Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот5.
* Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.
* Матурлыҡ туйҙа кәрәк,
Уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
* Мейес башында ятып, ҡалас бешмәҫ.
* Мыштыр кеше иртә лә – мыштыр, кис тә – мыштыр.
* Мәйетте күп йыуһаң, тороп ултыра6.
* Наҙан кеше һуҡырҙан яман,
Ялҡау кеше – барынан да яман.
* Ниәт ғәмәлдән артыҡ.
* Ниәт – ярты ғәмәл.
* Нәҫ* баҫҡанды бет баҫа.
* Оло тулҡын күренгәс тә, ишкәкте ҡулыңдан ташлама.
* Оло эштең ояты юҡ.
* Оҫта – донъя тотҡаһы.
* Оҫта ҡоралынан билгеле.
* Оҫта үлһә, ҡулы ҡалыр.
* Оҫтаның ҡулы башҡа.
* Оҫтаның сүкеше – мең алтын.
* Оҫтаһына күрә ҡоралы.
* Өйрәнгән эш ерҙә ятып ҡалмаҫ.
* Өйрәнеү – бер һәнәр.
* Өйрәнмәйенсә хеҙмәт юҡ,
Хеҙмәт итмәй – хөрмәт юҡ.
* Өйрәтә белһәң, ишәк тә һәнәргә өйрәнә.
* Өлгөргән эш өлгөлө.
* Өҫтөңә ҡояш сығарма7.
* «Өф» иткәнсе артта ҡалһаң, «уф» иткәнсе ҡыуырһың.
* Планһыҙ эш – тоҙһоҙ аш.
* Планһыҙ эш ырамһыҙ.
* Сабып барған юлда ҡалыр.
* Сабыр эшен бөтөрөр,
Ҡауҙыр* үҙен бөтөрөр.
* Сапҡан аттың башына һуҡма.
* Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
* Себеште көҙ һанайҙар.
* Сулаҡ суҡмар күтәрер.
* Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә.
* Сүп баҫҡан ер боҙолор,
Йоҡо баҫҡан ир боҙолор.
* Сәйнәп биргәнде йота бел.
* Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.
* Сәмле эш йәмле.
* Сәсән барҙа телең тый,
Оҫта барҙа ҡулың тый.
* Сәсәндең теле уртаҡ,
Сибәрҙең йөҙө уртаҡ,
Оҫтаның ҡулы уртаҡ.
* Табаҡ күрке аш менән,
Ирҙең күрке эш менән.
Вариант: ...Ирҙең күрке ҡаш менән.
* Талпынған тауға менер.
* Талымлыға аш килешмәҫ,
Ялҡауға эш килешмәҫ.
* Тапҡандан йүнләгән артыҡ.
* Тауҙай талабың менән бергә күбәләй эшең күренһен.
* Тауҙың күрке таш менән,
Табаҡ күрке аш менән.
* Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор8.
* Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
* Тегеүсенең туны юҡ.
* Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
* Телең менән һөйләгәнсе, ҡулың менән эшләп күрһәт.
* Тел һөйләй, ҡул эшләй.
* Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
* Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
* Теленде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
* Телеңә таянма, көсөңә таян,
Көсөңә таянма, эшеңә таян.
* Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
* Тере ялҡауҙан мәйет артыҡ.
* Тернәкле* әҙәм түрәне ҡол итер.
* Тернәксел кеше ат тиҙәген дә алтын итер.
* Тешең барҙа ашап ҡал,
Көсөң барҙа эшләп ҡал.
* Тешләүенә ҡарама, эшләүенә ҡара.
* Тик йөрөгәндән Тәңре биҙер.
* Тик торған тиктән үлгән.
* Тик торған – отторған,
Тик тормаған – туҡ торған.
* Тиктормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр.
* Тиктормаҫта бәлә бар.
* Тик ултырған тиле булған.
* Тик ятҡан ятып ҡалыр,
Тик ятмаған атып ҡалыр.
* Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс.
* Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ.
* Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ.
* Тиң – тиңе менән,
Йүнле эш – йүне менән.
* Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.
* Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың.
* Тишек йортҡа тамсы тамыр,
Иренгән атҡа ҡамсы яуыр.
* Тота белгән – арба менән ҡуян тотҡан.
* Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.
Вариант: Киске эш таңға көлкө.
* Төндө көнгә ауҙарма.
* Төҫ менән түгел, эш менән.
* Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
* Түккән көсөң буш булмаҫ,
Эшләгән күңел хуш булмаҫ.
* Тыйнаҡтың ҡулы эшләр,
Тыйнаҡһыҙҙың теле эшләр.
* Тынмаған тауыҡтың тамағы туймай.
* Тырыш таш тишер.
* Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
* Тырыш эшкә һырышыр,
Ялҡау ашҡа һырышыр.
* Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.
* Тырышҡан – моратына ирешкән.
* Тырышҡан моратына етер,
Тырышмағандың абруйы китер.
* Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
* Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
* Тырышҡан тамсы ташты тишкән.
* Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
* Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайған.
* Тырышҡанға дәүләт бар.
* Тырышҡандың даны сыға,
Иренгәндең йәне сыға.
* Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.
* Тырыштан тир кипмәҫ,
Ялҡауҙан сир китмәҫ.
* Тырыштың юлы таштан ауыр.
* Тырышыу бушҡа китмәҫ.
* Тәңре эше – фарман менән,
Бәндәнеке – дарман менән.
* Тәртә араһына бер кергәс, «тарта алмайым» тип торма.
* Тәүге ҡоймаҡ ҡомлораҡ.
* Тәүге эш – әүеш тә мәүеш.
* Тәүәккәл булмаған – ғүмер буйы уңмаған.
* Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
* Тәүәккәл таш ярыр,
Булдыҡһыҙ баш ярыр.
* Тәүәккәллә лә – бил бәйлә*.
* Уйламайынса башлама,
Башланыңмы – ташлама.
 
 (голосов: 20)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Мәҡәлдәр
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Себергә хат. Рәйес Түләк


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.