Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Урыҫтан... сусҡа башы ҡотҡарҙы, йәки Ҡатнаш никахтар кем өсөн отошло?
4-07-2010, 11:09 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 1668
Урыҫтан... сусҡа башы ҡотҡарҙы, йәки Ҡатнаш никахтар кем өсөн отошло? Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында башҡорттарҙың һаны кәмемәҫме икән, тигән уй борсой беҙҙе. Бының сәбәбе - ҡатнаш никахтар. Саф башҡорт төбәге булып һаналған Урал аръяғы райондарында ла ошондай ғаиләләр арта бара.
Кемдер: "Мөхәббәт өсөн кәртә булмаған кеүек, һөйгәндәргә тел дә, дин дә ҡаршылыҡ түгел", - тиергә ашығыр. Уларға яуап итеп, бер ханымдың яҙмышын миҫалға килтерәм...

Ул апай хәҙер алтмышты уҙҙы инде. Заманында "Яраттым мин рус егетен" тип шаяра-көлөп йырлап, урыҫҡа кейәүгә сыға. Светлана һәм Артур тигән балалар үҫтерәләр, икеһе лә тырышып эшләйҙәр. Йорттары һоҡланғыс матур, донъялары етеш, бөтөн. Ошо ханымдың илай-илай һамаҡлауын ишетеп, тетрәнергә тура килде: "Ни бысағыма миңә баҡсаһы, донъяһы?! Ҡартайған көнөмдә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп, ҡунаҡтарҙа үҙ телемдә йырлап ултырмағас. Йәш саҡта һиҙелмәй ине, ә өлкәнәйә килә күңелемде ауыр һағыш баҫа. Хатта баш һуҡҡан яҡҡа сығып китке килә..."

Элек-электән икенсе дин кешеһенә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарыбыҙ бәддоға алған, ә бына ир-егеттәр иһә урыҫ, украин һ.б. милләт ҡыҙҙарына өйләнеп, мосолман арттырыусы булып һаналған. Хәҙерге ваҡытта нисек һуң? Юғары белемле, тормошта күп нәмәгә өлгәшкән һәм өлгәшәсәк башҡорт егеттәре мәрйәләргә өйләнеп, милләтен юҡҡа сығара.

Миңә таныш ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Аталары - башҡорт, әсәләре - мәрйә. Саф башҡорт фамилияһына Ольга, Владимир, Ирина тигән исемдәрҙең эйәреп килеүе сәйер яңғырай. Ул ғына түгел, был өс бала ла, паспорт алырға ваҡыты еткәс, милләтен урыҫ тип күрһәткән, өсөһө лә сиркәүҙә суҡындырылған. Өлкән ҡыҙҙары кейәүгә башҡорт егетенә сығып, уның фамилияһына күсте. Атаһы башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙып-ҡыҙып үҙенең мәрйә булыуын иҫбатлай. Бер саҡ хатта: "Я башкирят терпеть не могу", - тип ысҡындырҙы. Быны ишетеп телһеҙ ҡалған кешеләрҙең: "Һуң, ирең башҡорт бит!" тиеүенә, йәш кәләш иҫе лә китмәй: "Это вопрос времени", - тип кенә ебәрҙе.
Ысынлап та, ғәрлеге ни тора! Һинең илеңә баҫып инеп, ереңә хужа булыуҙарынан тыш, милләтеңде мыҫҡыл итәләр, һай аҡыллы ир-егеттәребеҙҙе маңҡортҡа әүерелдерәләр.
Әйткәндәй, был ғаиләләге икенсе ҡыҙ бала татар егетенә кейәүгә йыйынғас, әсәһе лә, апаһы ла ҡаршы сыға. "Из них (йәғни татар егеттәренән - авт.) нормального мужа не вылепишь", - ти улар.
Ысынлап та, урыҫ ҡыҙына өйләнеп, уның көйөнә бейегән, бар туғандарының ҡолона әүерелгән татар егеттәрен күргәнем юҡ....

Сая рухлы батыр башҡорттарҙың тамыры ҡорономо икән әллә, тип уйлап ҡуяһың. Сөнки егеттәребеҙ ҙә, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ниндәй милләтте иш итә, шул халыҡтың телен, йолаларын, хатта динен үҙ итеп, юҡҡа сыға. Ҡатнаш никахта донъяға килгән сабыйҙар бик һирәк осраҡта ғына башҡорт булып тәрбиәләнә.

Тағы бер ғаиләне миҫалға килтерәм. Ғаилә башлығы - башҡорт, әсә - татар. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әсә кеше әйтеүенсә, балаларҙың теле асыла башлағанда ғаиләлә тәүге низағ сыға. Ғаилә башлығы ҡатынының улдарына татарса өйрәтеүен теләмәй, ә уныһы башҡорт телен өнәп еткермәй. Һөҙөмтәлә, малайҙарҙың теле "мама, папа" тип асыла, ата-әсәһенең "тырышлығы" менән башҡортса ла, татарса ла аңламайҙар.

Үкенескә ҡаршы, ҡатнаш никахтар ауылдарға ла үтеп инеп, тамырыбыҙҙы ҡорота, телебеҙҙе юҡҡа сығара. Ә бит әсә телендә тәрбиәләнгән балалар сит телдәрҙе тиҙерәк үҙләштерә. Хәҙерге заман беҙҙән бер нисә сит телде белеүҙе талап итә бит. Шуға күрә башҡорттарға Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына ныҡлап әҙерләнергә, ныҡлап уйланырға кәрәк. Милләтебеҙҙең ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына юл ҡуймайыҡ, туғандар. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың: "Аҡтамырҙың бер генә киҫәге ерҙә ҡалһа, ваҡыты, уңайлы мәле етеү менән ул бар баҡсаны баҫыр. Беҙҙең халҡыбыҙ ҙа шулай: уңайлы мәле еткәс, тағы ҡалҡыныр, күтәрелер, өҫтөндәге иҙеүселәрҙе алып ташлар", - тигән һүҙҙәрен иҫтән сығармайыҡ, йәшәйешебеҙҙең девизы итеп алайыҡ.

Шулай итеп...
Әхирәттәрем араһында: "Кейәүгә сығыуҙан сусҡа башы ҡотҡарҙы", - тигән лаҡап йөрөй. Ә эш былай була. Бер башҡорт һылыуҡайы рус егетенә ғашиҡ булып, ата-әсәһенең, туғандарының ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, уға кейәүгә сығырға ҡарар итә. Егет буласаҡ кәләшен таныштырыу өсөн тыуған йортона алып ҡайта. Ҡыҙ өй соланындағы өҫтәлдә сусҡа башы күреп, шаҡ ҡата. "Ҡалғанын томандағы кеүек хәтерләйем. Ата-әсәһе нимә һөйләгәндер, иҫләмәйем. Егетем оҙатырға сыҡҡайны, уға ҡарайым да, сусҡа башы күҙ алдыма килә. Унһыҙ бер минут та йәшәй алмаясаҡмын, тип уйлай торғайным. Ҡайҙа ул! Ҡыҫҡаһы, сусҡа башы мине яңылыш аҙымдан алып ҡалды..." Эйе, ҡатнаш никахтарҙың халҡыбыҙ өсөн түгел, ә маңҡорттар арттырыу, беҙгә ҡанын ҡушып, үҙ тамырҙарын нығытҡан сит милләттәр өсөн отошло икәнлеген аңларға ваҡыт.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
 
 (голосов: 4)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас...
  • Ҡатнаш никах ҡороу... үҙеңә лә, милләтеңә лә юғалтыу ул
  • Ҡарт буйҙаҡтар тарихынан, йәки Әсә мөхәббәте лә һуҡыр була...
  • Милләттең һанын арттырыу... бер ни тормай!
  • Ояттың сиге юҡ!


  •  

    #1 яҙҙы: Гузаль С. (5 ҡырпағай 2011 07:17)

    Ҡәҙерле туғандар! Һәммәгеҙҙе лә Әрәпә (йәғни Ғәрәфәт көнөндә Оло хаж ) көнө менән тәбрик итәм! Аллаһ һәр кемебеҙҙән риза булһын, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһын, сауаплы юлдарға йүнәлдерһен ине!

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.