
Башҡорт дәүләт университетында уҡыуыбыҙ суверенитет яулаған йылдарға тура килде. Шунда Асҡын районы ҡыҙы, төркөмдәшем Гөлнур Сәғитова шундай шиғыр яҙғайны: "Кем мине башҡорт түгел ти, Ул үҙе башҡорт түгел!" Күңел әрнеүе аша сыҡҡан оран булып яңғырағандай тойолғайны был юлдар шул ваҡытта. Бөгөн дә ҡайһы бер төркөмдәр төньяҡ-көнбайыш төбәкте ян-яҡҡа тартҡыларға тырышһа ла, ғалимдар был тема буйынса күптән үҙ һүҙен әйткән һәм һаман әйтә килә. Хатта диалектологтарҙың үҙҙәренең конференциялары ла уҙғарыла. 1982 йылда Өфөлә төрки халыҡтары телдәренең диалектологияһы буйынса IX ғилми конференция үтә. Башҡорт, татар, тыва, сыуаш, ҡарағалпаҡ, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың диалектология мәсьәләләре ҡаралған был сараның эшендә билдәле телселәр Э.Р. Тенишев, Н.А. Баскаков ҡатнаша. Әллә күпме ваҡыттан һуң, быйыл 21-23 сентябрҙә, Өфөлә X "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары" тигән темаға арналған төбәк-ара конференция үтте. Мәскәүҙән, Удмурт, Сыуаш Республикаларынан, Санкт-Петербург ҡалаһынан күренекле ғалимдар ҡатнашҡан сараның көн тәртибенә Рәсәй халыҡтары телдәренең диалекттары һәм һөйләштәренең һаҡланыу кимәлен өйрәнеү, диалекттар һәм әҙәби телдең үҙ-ара мөнәсәбәте, диалект шарттарында туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре ҡуйылды. Түбәндә конференциялағы сығыштарҙың береһен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Уның авторы - яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәшит ШӘКҮР.
Эштәр һәйбәт башлана ла ул...Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһындағы мәсьәлә оҙаҡ йылдар - уҙған быуаттың 80-90-сы йылдары башына тиклем - ҡәнәғәтләнерлек хәл итеү юлы тапманы. Быға Башҡортостанда диалектология фәненең формалашыу һәм үҫеш үҙенсәлектәре, шулай уҡ башҡа төрлө объектив һәм субъектив факторҙар йоғонто яһаны. Нисек кенә булмаһын, башҡорт диалектологияһының тарихында парадоксаль күренеш бар, йәғни Волганан Тубылға тиклем меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылып ятҡан территорияла йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләү телен фронталь тикшереү үткәрелгәнгә тиклем уның диалект системаһын бер нисә тапҡыр классификацияларға тырышыуҙар күҙәтелә. Былай эш итеүҙең хаталарға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарға урын ҡалдырыуы бәхәсһеҙ. Классификацияларҙың ҡайһы берҙәре башҡорттар йәшәгән барлыҡ территория буйынса ҡатмарлы тел күренештәрен иҫәпкә алмайынса, ашығыс тәҡдим ителә, шуға күрә ҡайһы бер положениеларҙың, мәҫәлән, 1950 йылдар аҙағында абруйлы профессор Жәлил Кейекбаев тарафынан тәҡдим ителгән классификацияның артабан ҡабул ителмәүе лә тәбиғи.
Үкенес менән шуны ла билдәләргә кәрәк: тап ошо осорҙа, тап Жәлил Кейекбаев арҡаһында башҡорт диалектологтары башҡорт телендә өсөнсө, төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһендә тулыһынса буталыу юлына баҫа. Ә бит уға тиклем барыһы ла логикаға бәйле барған. 1940 йылда уҡ арҙаҡлы төркиәтсе һәм башҡорт телен өйрәнеүсе, Башҡортостанда беренсе диалектологик экспедициялар етәксеһе профессор Н. К. Дмитриев ҡатнашлығында үткән Икенсе Бөтөн Башҡорт лингвистика конференцияһында башҡорт телендә өс территориаль диалект - көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалект булыуы хаҡында тезис билдәләнә. Өсөнсө, төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһе ҡабат 1953 йылда Н. К. Дмитриев инициативаһы менән СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үткәргән ғилми семинарҙа көн тәртибенә ҡуйыла. Семинарҙа ҡатнашыусылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телен өсөнсө, үҙ аллы диалект тип таный һәм был диалект һөйләштәрен тәрән ғилми өйрәнеүҙе башларға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһай.
Тема институттың ғилми-тикшеренеү эштәре планына индерелә. Икенсе йылына уҡ билдәле башҡорт диалектологы Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондарына диалектологик экспедиция ойошторола. Һөҙөмтәлә фонетика, грамматика һәм лексика буйынса бай материал йыйыла һәм "көнбайыш диалект башҡорт халҡының һөйләү теленең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә" тигән һығымта яһала. Әммә артабан төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләштәрен өйрәнеү буйынса эштәр оҙаҡҡа туҡталып тора, ә экспедицияның Т. Ғ. Байышев тарафынан ентекләп әҙерләнгән баһалап бөткөһөҙ отчеты бары тик архив мираҫы булып ҡына ҡала һәм ярты быуаттан һуң ғына "Ғилем" академия нәшриәтендә донъя күрә. Был баҫма өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерге килә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, бөтә ғүмерен башҡорт диалектологияһы һәм лексикографияһына арнаған Т. Ғ. Байышев, башҡорт диалектологтарынан беренсе булып, 1949 йылда Мәскәү дәүләт университетының Ғилми советында Н. К. Дмитриев етәкселегендә "Башҡорт диалекттары һәм уларҙың әҙәби телгә мөнәсәбәте" темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1955 йылда уның был хеҙмәте МДУ нәшриәтендә айырым монография булып донъя күрә (китап тап ярты быуаттан һуң ҡабаттан баҫылып, хәҙерге уҡыусылар ҡулына барып етте). Шуныһы мөһим: ысулдарының һәм диалекттар системаһын классификациялау критерийҙарының камил булмауына ҡарамаҫтан, Т. Ғ. Байышев, хатта морфологик билдәләре буйынса ғына булһа ла, башҡорт телендә өс - көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш - диалект булғанлығын нигеҙләүгә өлгәшкән. Ғалим башҡорттар йәшәгән барлыҡ территорияларҙы ла үҙ эсенә алған башҡорт теленең ентекле Диалектологик картаһын төҙөгән. Карта үҙенең сиктәре буйынса профессор С.И.Руденконың 1955 йылда донъя күргән "Башҡорттар" монографияһындағы башҡорт халҡының этнографик картаһын хәтерләтә.
Ҙур ғалимдың хатаһыШул уҡ йылдарҙа республика етәкселеге кимәлендә, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкилдәре араһында ваҡыты-ваҡыты менән ошо төбәктең башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә башҡорт әҙәби телен өйрәнеү мәсьәләһе ҡәтғи күтәрелә башлай. Был мәсьәләне ил һәм республика етәкселегенә яҙған хаттарында һәм мөрәжәғәттәрендә күтәреүсе Т. Ғ. Байышев тиҙҙән баҫым аҫтына эләгә һәм уны ҡыйырһытыу ғүмеренең аҙағынаса дауам итә. Башҡортостанда уға һәм уны яҡлаусыларға төрлө ярлыҡтар тағыла. Үкенескә күрә, был ваҡытта Н.К.Дмитриев баҡыйлыҡта була, Өфөлә бер кем дә Т.Ғ.Байышевты яҡларға баҙнат итмәй, һәм ул үҙ фекерен яҡлағанда япа-яңғыҙ тороп ҡала. Шундай шарттарҙа 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының "Ғилми яҙмалары"нда Ж.Ғ.Кейекбаевтың "Башҡорт диалекттары һәм уларҙың тарихына ҡыҫҡаса инеш" тигән күләмле мәҡәләһе донъя күрә. Ике йылдан һуң шул уҡ мәҡәлә "Башҡорт теле диалекттары тураһында" тигән баш аҫтында "Башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙамға" китабында баҫыла. Абруйлы ғалимдың эше оҙаҡ йылдарға башҡорт диалектологтарын тура юлдан яҙҙыра һәм улар үҙҙәренең эштәрендә төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһен нисек тә урап үтә башлайҙар. Ә Башҡорт дәүләт университетында 90-сы йылдар аҙағына тиклем уҡытылған "Башҡорт диалектологияһы" курсының программаһындағыса, йәнәһе, беҙҙә ике генә - көнсығыш һәм көньяҡ диалекттар бар тип раҫлана. Бында берәү ҙә, ә төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттары менән ни булды, тип һораманы.
Ә бит эш диалекттарҙың һанында ғына ла түгел, бәлки, уларҙың бөтөнлөгө боҙолоуҙа. Шул айҡанлы заманында, мәҫәлән, академик В.В. Радловтың, ысынлап та, башҡорт телендә ике - тау һәм урман диалекттарының булыуы тураһында фекер әйтеүен иҫкә төшөрөп үтергә кәрәк. Артабан, XIX быуат аҙағында Өфө губернаһы башҡорттарына ике оҙайлы сәфәр ҡылған профессор Н. Ф. Катанов та башҡорт телендә ике шиүә (наречие) булыуы тураһындағы фекергә килә: губернаның көнбайыш һәм көнсығыш шиүәләре. Тимәк, ошо мәсьәлә буйынса тәү тапҡыр сығыш яһаған В. В. Радлов та, Н. Ф. Катанов та башҡорт теле диалекттарын меридианаль йүнәлештә бүлеү һыҙығын үткәргән. Күрәһең, бындай күҙаллау ул ваҡыттағы тел картинаһының ысынбарлығына тап килгәндер. Сөнки көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ башҡорттарының һөйләү телендә бөгөн дә, бигерәк тә морфология өлкәһендә, көнсығыш диалектына ҡарағанда, үҙ-ара бик күп уртаҡлыҡтар бар. Иң мөһиме, хәҙерге ваҡытта өс диалекта бүлеү башҡорттар йәшәгән бер генә төбәктең дә һөйләштәрен ситтә ҡалдырмай.
Дөрөҫ, Ж. Ғ. Кейекбаев был ҡапма-ҡаршылыҡты урап үтергә тырыша. Мәҫәлән, көньяҡ диалект составында башҡа һөйләштәр араһында ул дим-ҡариҙел һәм төньяҡ-көнбайыш һөйләштәре бар тип күрһәтә. Йәғни ул, бер яҡтан, башҡорт телендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының айырым һөйләштәре булыуын инҡар итмәй, әммә уларҙы урынһыҙға көньяҡ диалект эсенә индерә, һәм шуның менән айырым диалект статусын танымау юлына баҫа. Был иһә Т. Ғ. Байышевтың дошмандарына етә ҡала. Жәлил Ғиниәт улы бында мәсьәләне ярым-ярты хәл иткән. Моғайын, ваҡыт үтеү менән ул төньяҡ-көнбайыш диалектын таныу планында тейешле төҙәтеү индерергә иҫәп тотҡандыр. Әммә урал-алтаистика өлкәһендә ҙур теоретик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүгә тотоноп киткән Ж. Ғ. Кейекбаевҡа башҡаса был темаға әйләнеп ҡайтырға тура килмәй. Ә бит хатта "көньяҡ диалект" тигән атама үҙе үк уның составына төньяҡ-көнбайыш һөйләшен дә, дим һөйләшендә ҡапма-ҡаршы территорияла, тап төньяҡта урынлашҡан Асҡын, Ҡариҙел райондары башҡорттарының һөйләү теле булған ҡариҙел һөйләшен дә индереү урынһыҙ икәнлеген күрһәтеп тора.
Башҡортостан диалектологтары бик оҙаҡ Ж. Ғ. Кейекбаевтың хаталы ҡарашының тотҡонона әйләнде, бары тик күп йылдар үткәс кенә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын таный башланылар. Шул уҡ ваҡытта Н. Н. Поппе, Ә. Ә. Юлдашев, Т. М. Ғарипов кеүек ҙур ғалимдарға ошо диалектҡа иғтибар бүлгәне өсөн беҙ рәхмәтлебеҙ. Вашингтон университеты профессоры Н. Н. Поппе, СССР Фәндәр академияһының элекке мөхбир ағзаһы, эмиграцияла булғанда, 1964 йылда Блумингтон ҡалаһында инглиз телендә "Башҡорт грамматикаһы" ("Bashkir manual") тигән китап нәшер итә, унда башҡорт теленең өсөнсө диалекты итеп төньяҡ-көнбайыш диалектын айырып күрһәтә. Был темаға Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының төрки телдәре секторында эшләүсе Ә. Ә. Юлдашев, Н. Н. Поппе кеүек үк, үҙ аллы позицияла тора алған. Уның эштәренең береһе, мәҫәлән, туранан-тура төньяҡ-көнбайыш диалектты өйрәнеү проблемаһы менән бәйле. "Был мәсьәлә, - тип бер тапҡыр ғына һыҙыҡ өҫтөнә алмай күренекле ғалимә С. Ф. Миржанова, - үҙенә телселәрҙең генә түгел, йәмәғәтселектең дә, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыштан сыҡҡан, үҙ телдәрен башҡорт теленең диалекты тип һанаған башҡорттарҙың иғтибарын йәлеп итә".
Тамырҙарҙы барлауXX быуаттың 70-80-се йылдарында башҡорттар йәшәгән барлыҡ территорияларҙа ла диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе артабан тәрәнерәк өйрәнеү буйынса интенсив эш башлана. Тәбиғи, башҡорт диалектологтары төньяҡ-көнбайыш башҡорттары алдында ла үҙҙәренең рухи бурысын үтәргә тейеш булған. Ниһайәт, тейешле тема Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми-тикшеренеү эштәре планына индерелә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү телен комплекслы монографик өйрәнеү бурысын филология фәндәре докторы, ул ваҡытта уҡ билдәле диалектолог С. Ф. Миржанова үҙ иңенә алды. Ғалимәнең күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә башҡорт фәне башҡорт теле диалекттарының береһен системалы өйрәнеүгә бағышланған ысын мәғәнәһендә яңы, иҫәп буйынса өсөнсө монография менән байыны. Элек уҙғарылған тарихи-этнографик һәм диалектологик тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп һәм экспедиция сәфәрҙәре барышында йыйылған материалдарҙы ҡулланып, С. Ф. Миржанова төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәренең фонетик, грамматик, лексик үҙенсәлектәрен ғәйәт тулы анализлай һәм "төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле бер бөтөндөң - башҡорт халыҡ-һөйләү теленең айырылғыһыҙ бер өлөшө, үҙ аллы төньяҡ-көнбайыш диалекты булып тора" тигән ныҡлы һығымтаға килә. Автор тикшерелгән диалект составында дүрт: ҡариҙел, танып, ғәйнә, түбәнге ағиҙел һөйләштәрен билдәләй. С. Ф. Миржанова шулай уҡ, үҙ аллы диалектты тәшкил итеүсе төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының "урындағы диалект телен белеүсе һәм үҙ-ара шул телдә һөйләшеүсе" татар һәм фин-уғыр халыҡтары телдәре менән бәйләнештә йәшәүен һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе татарҙарҙың телен "үҙендә үҙ һөйләштәренең диалект үҙенсәлектәрен генә түгел, ә "тәү сиратта башҡорт халыҡ һөйләшенең һәм фин-уғыр телдәренең айырым һыҙаттарын йөрөтөүсе" ҡатнаш һөйләш тип квалификацияларға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Шулай итеп, Ж. Ғ. Кейекбаевтың атап үтелгән мәҡәләһе донъя күргәндән һуң өс тиҫтә йыл үткәс кенә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү теле ниндәй булыуы мәсьәләһенә нөктә ҡуйыла. С. Ф. Миржанованың тикшеренеүе, "Башҡорт теленең көньяҡ диалекты" монографияһы кеүек үк, башҡорт диалектологияһы өлкәһендә эшләүселәрҙең өҫтәл китабына әүерелде.
Диалекттарҙың заманса классификацияһыӘйҙәүсе диалектологтар берҙәм таныуынса, хәҙерге башҡорт телендә өс: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттар айырымлана. Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында үткәрелгән тикшеренеүҙәр барышында был диалекттар составында яңы, элек билдәләнмәгән йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында иғтибарға алынмаған территориаль һөйләштәр ҙә асыҡлана.
1999 йылда, юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы бүлексәләре һәм факультеттары студенттары өсөн "Башҡорт диалектологияһы" дисциплинаһы буйынса программа әҙерләгәндә, башҡорт теленең диалекттар системаһының яңыртылған классификацияһын төҙөү проблемаһына юлыҡтыҡ. Бында нигеҙ итеп, тәү сиратта, теге йәки был аныҡ диалект йәиһә һөйләште махсус өйрәнеүгә арналған монографик хеҙмәттәрҙе алдыҡ. Шулай итеп, көнсығыш диалект составында Н. Х. Мәҡсүтова биш һөйләште: әй, мейәс, ҡыҙыл, арғаяш, һалйот (салйоғот) һөйләштәрен билдәләй. Уға беҙ алтынсы территориаль - асыуҙы йәки учалы һөйләшен - өҫтәнек. Үҙенсәлектәре буйынса оригиналь был һөйләш - Учалы районындағы башҡорт типтәрҙәренең һөйләү теле. Ул ҡасандыр Ә. Ә. Юлдашев тарафынан "Типтәр һөйләше" (1950 й.) тигән кандидатлыҡ диссертацияһында ентекле тикшерелеп, һуңынан бер сәбәпһеҙгә башҡорт диалектологтары тарафынан онотолоуға дусар ителә.
Көньяҡ диалект составында С. Ф. Миржанова өс территориаль һөйләште билдәләй: эйек-һаҡмар, дим һәм урта һөйләштәр. Әммә артабанғы тикшеренеүҙәр нигеҙендә был киң диалект зонаһы территорияһында шулай уҡ егән, өршәк, ырғыҙ-кәмәлек һөйләштәре лә булыуы асыҡлана. Урта Урал башҡорттарының һөйләше лә кандидатлыҡ диссертацияһы темаһы булараҡ өйрәнелде. М.И.Дилмөхәмәтов үҙенең был темаға арналған хеҙмәтен айырым монография итеп баҫтырып сығарҙы. Урта Урал башҡорттары һөйләшенең башҡорт һөйләү теле системаһы классификацияһында үҙ урынын табырға тейеш булыуы аңлашыла. Әлбиттә, ошондай планда: М.И.Дилмөхәмәтов тикшергән төньяҡ зона ғына айырым Урта Урал һөйләше булып танылырға тейеш, сөнки был ареалдың көньяҡ зонаһы, тикшеренеүсенең үҙе үк таныуынса, көнсығыш диалекттың әй һөйләше һөйләшсәһе булып тора. Төньяҡ зона, тимәк, барлыҡ үҙенсәлектәре буйынса, айырыуса фонетик үҙенсәлектәр йәһәтенән, төньяҡ-көнбайыш диалекттың үҙ аллы Урта Урал һөйләше тип билдәләнә. Өс диалект беҙҙә барлығы тиҫтә ярымдан артыҡ территориаль һөйләш һәм шунса уҡ һөйләшсәне үҙ эсенә ала. Һөйләштәр һәм һөйләшсәләребеҙҙең күп булыуына аптырарға ярамай. Сөнки башҡорттар этник планда ла шундай уҡ ҡатмарлы составлы милләт. Уларҙың иң ҙур ҡәбилә берләшмәләре генә 40-тан ашыу. Ошо урында С. Ф. Миржанованың төньяҡ-көнбайыш диалект һәм уның һөйләштәре мәсьәләһендәге ҡарашының хаҡлы булыуын раҫлаған эштәрҙең береһенә туҡталып үткем килә. 2008 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында минең аспиранттарымдың береһе, Борай районы ҡыҙы Земфира Зәйнәшева Дүртөйлө, Бөрө, Борай, Балтас, Тәтешле, Яңауыл һ.б. төньяҡ райондарында таралған, үҙенең туған төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшен өйрәнеп, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы һәм танып һөйләшенең боронғо башҡорт теленән башланғыс алыуы турыһында ҡыйыу һығымта яһаны. Танып һөйләшендә Дәште Ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең вариҫтары булған боронғо башҡорттарҙың һәм Урал-Волга буйҙары халыҡтарының теленә хас бик күп фонемалар һаҡланған, тип раҫлай З. Ф. Зәйнәшева.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, танып һөйләше Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың, шулай уҡ КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының элекке беренсе секретары Зыя Нуриевтың ата-әсәһенең һәм ауылдаштарының һөйләү теле булып тора. Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич, билдәле ғалим-филологтар Ҡ.З. Әхмәров, М.Х. Хәйруллина, Ә.И. Харисов, медицина фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Лена Мырҙа ҡыҙы Карамова, атаҡлы башҡорт драматургы Ф.М. Бүләков һ.б. - ошо һөйләш вәкилдәре.
Уның ысулы нигеҙ итеп алынаБашҡорт диалектология фәне ярты быуат эсендә ауыр һәм ҡатмарлы юл үтә. Был юлда юғалтыуҙар ҙа, табыштар ҙа бар. Әммә иң мөһиме, ниһайәт, элек хәл итеп бөтөлмәгән проблемаларға, шул иҫәптән төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса ла, яуап табылды. Был мәсьәләлә диалектологтар артабан, бик ныҡ һуңлап булһа ла, башҡорт теленең өсөнсө диалекты буйынса үҙ аллы позиция билдәләй алды. Жәлил Кейекбаев тарафынан тәҡдим ителгән диалекттар һәм һөйләштәр классификацияһы, дөйөм алғанда, ашығыс булып сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, арҙаҡлы ғалимдың мәҡәләһе башҡорт диалектология фәнен үҫтереүҙә мөһим роль уйнаны. Эш шунда, уға тиклемге телселәрҙән айырмалы рәүештә, Жәлил Кейекбаев диалекттарҙы өйрәнеүҙең комплекслы ысулын тәҡдим итте. Бында телдең фонетик, морфологик, лексик билдәләренән сығып ҡарау талап ителә (был ысул буйынса башҡорт телендә диалекттар бер-береһенән һәм әҙәби телдән нигеҙҙә фонетик һәм морфологик билдәләр, ә һөйләштәр - фонетик һәм лексик билдәләр буйынса айырымлана). Жәлил Кейекбаев тарафынан эшләнгән ысул бөгөн башҡорт диалекттары һәм һөйләштәрен өйрәнгәндә нигеҙ итеп алына. Был ысул төньяҡ-көнбайыш диалекттың башҡорттарҙың һөйләү теле системаһындағы урынын асыҡлағанда ла ҡулланылды. Башҡорт фәненең һабаҡ бирерҙәй биттәренең береһе шундай. Һүҙемле йомғаҡлап, үҙ уҡытыусыларына тоғро булған, әммә шул уҡ ваҡытта белем эстәүҙең икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙендә үҙ юлын һала алған уҡыусылар ғына оло хөрмәткә лайыҡ, тип әйтмәксемен.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
Киске Өфө