Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Һуғыш балалары. Дети войны
25-01-2012, 04:59 | Хоҡуҡ | автор: Фарит | Уҡылды: 1429
Һуғыш балалары. Дети войныБыйыл һуғыш башланыуға 71, бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән.
Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам…
Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү…
Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр.
Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары.
Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит.
Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды.
Ә «дети войны»ларға нимә? Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар.
Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине - шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы.

Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр.
 
| | Комментарийҙар (2) | Уҡырға
 

» Хаҡ һәм нахаҡ
22-01-2012, 05:35 | Башҡорт тарихы | автор: Фарит | Уҡылды: 1041
Фәнзил ӘХМӘТШИН,
Өфө төрмәһенән.

Сәләм, әсәй! Сәләм, туғандарым!
Сәләм, Гөлназ! Сәләм, балалар!
Дуҫтар, сәләм! Сәләм, барлыҡ ғаләм!
Һеҙгә әйтер шиғри һүҙем бар.


Көн артынан бында көндәр үтә,
Оҡшаш улар, – гүйә, бер туған.
Иртә таңдан – подъём, кисен – отбой,
Танһыҡ бында картуф һәм һуған.


Ә төндәрен бында «аттар» саба,
Хәбәр ташый, табып хатаһын.
Кемдер кемде эҙләй, кемде күҙләй,
Ә мин иһә уйға батамын…


Төрмә үҙе бер ҙур иләү кеүек,
Тәҡдир бында кемде ташламай.
Тәкәбберҙәр бында бик тиҙ һына,
Тәүәккәлдәр генә ҡаҡшамай.

Дауамы
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡортостанда мосолмандарҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы пикет
26-03-2011, 14:34 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 701
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡортостанда мосолмандарҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы пикет. III
26-03-2011, 14:30 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 590
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ерҙең яҙмышы пайсылар ҡулында
23-03-2011, 11:36 | Баш бит | автор: Фарит | Уҡылды: 653
Үткән йомала Иҫке Сибай ауылында «Уңыш» АХК-һы идаралығы тарафынан пайсылар йыйылышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Р.Р. Әбүбәкиров, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Р.Ф. Сирбаев, “Уңыш” АХК-һы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ф.К. Иҫәнбаев, хужалыҡтың баш иҡтисадсыһы Ә.С. Рәхмәтуллин һәм “СИТНО” ЯСЙ-һының генераль директоры П.А. Журавский ҡатнашты. Йыйылышта тәүҙә граждандарҙың өлөшләтә милекселегендәге ерҙәрҙе ҡуртымға биреү шарттары ҡаралһа, икенсе өлөшөндә төрлө һорауҙар күтәрелде.

Тәүҙә “Уңыш” АХК-һы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Кәбир улына һүҙ бирелде. Былтыр хужалыҡ үҙенең эшмәкәрлеген 2010 йылдың 12 февралендә үткән дөйөм йыйылыш ҡарары менән граждандарҙың өлөшләтә милекселегендә булған ерҙәрендә 11 айға ҡуртым килешеүе төҙөп алып барҙы, тип белдерҙе ул.

– 2010 йылда сәсеү майҙаны 11750 гектар тәшкил итеп, уның 7100 гектарында – иген, 3569 гектарында мал аҙығы культуралары булды. Игендең тулайым йыйымы гектарына 7,6 центнер төшөм менән 5390 тонна тәшкил итте. Был иһә тейешле күләмдә орлоҡ, иген фуражы тупларға, эшселәргә натуралата түләргә, пайсылар менән иҫәпләшергә мөмкинлек бирҙе. Килешеү шарттарында ҡаралғанса хужалыҡ ҡуртым түләүе итеп бер пайға 450 кг иген тейеш булһа, беҙ ҡоролоҡ арҡаһында 150 кг бирергә мәжбүр булдыҡ.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Йылайыр зонаһы фермерҙары мөрәжәғәт ҡабул итте
23-03-2011, 11:35 | Баш бит | автор: Фарит | Уҡылды: 577
Йылайыр зонаһы фермерҙары мөрәжәғәт ҡабул иттеМәғлүм булыуынса, һуңғы осорҙа беҙҙең төбәктә Магнитогорск ҡалаһының “СИТНО” компанияһы нигеҙендә агрохолдинг төҙөү һәм уға бер нисә эре хужалыҡты беркетеү тураһында хәбәрҙәр көндән-көн ҡуйыра. Был хаҡта район гәзиттәрендә лә халыҡ үҙенең фекерҙәре менән сығыш яһап тора. Ошо хәлгә бәйле үткән аҙнала Йылайыр ауыл биләмәһендә йәшәүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре райондың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен матбуғат конференцияһына саҡырып, үҙҙәренең йылдар буйы йыйылған проблемаларын асып һалды, РФ Президентына, Премьер-министрына, БР Президентына, муниципаль район хакимиәтенә мөрәжәғәт ҡабул итте.

Белеүебеҙсә, Йылайыр ауыл биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр – республикала иң уңдырышлыһы, уларҙа бойҙайҙың көслө һәм ҡаты сорттары үҫтерелә. Ҡасандыр иген фабрикаһы булып танылған “Йылайыр” совхозы, бөгөн инде “Ялан” ЯСЙ-һы, үҙенең производство ҡеүәттәре менән маҡтана алмай. Әле ул бик ауыр осор кисерә. Әйткәндәй, был биләмәләге крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының да хәле бөгөн яҡшынан түгел. Улар нисәмә йылдар буйы борсоған проблемаларын матбуғат конференцияһында асып һалды.

Йыйылышҡа 42 КФХ-ның 30-ҙан ашыу етәксеһе килгәйне. Әйтергә кәрәк, уларҙың барыһы ла урындағы хужалыҡта ҡанат нығытып, бай тәжрибә туплаған ысын ер кешеләре. Фермерҙарҙың төп талаптары властың КФХ-ларға йөҙ менән боролоуына өлгәшеү, йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙы хәл итеү, иң уңдырышлы ерҙәрҙе урындағы халыҡҡа түгел, ә ситтәргә (“СИТНО”ға) биреүгә ҡаршы сығыу ине. Сығыштарҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Ул - берҙән-бер...
14-12-2010, 15:38 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 593
Бисмиллаһир-рахманир-ррахим!
«Ул - Алла - бер,
Алла мәңгелек,
Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы,
һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!»

Хаҡ Тәғәләнең иҫ киткес камил, һүҙе түгел, бер өнө лә артыҡ булмаған «формулаһы», билдәләмәһе был. Ул дәүер бәндәләре кеше һынында, бала тыуҙырған (тәүбә-тәүбә!) итеп күҙ алдына килтергән Иң юғары көс хаҡында уҡый-яҙа белмәгән ҡәҙимге сүл ғәрәбе шундай ябай һәм шундай теүәллек, тәрәнлек, бөтөнлөк менән үҙе әйтә алмаҫ ине - Алланан ғына килеүе мөмкин был сүрәнең. Ҡөрьәндәге «Әл-Ихлас» сүрәһен ҡат-ҡат уҡып, хайран ҡалам, һоҡланам. Ҡөрьән аша Аллаһы Тәғәлә беҙгә кеше телендә өндәшә, Ул яралтҡан донъяның беҙ күргән һәм күрмәгән, аңлаған һәм аңламаған, тойған һәм тоймаған ҡанундарын әшкәртә. Эйе, беҙ Хаҡ Тәғәлә Ҡөҙрәтенең емештәрен генә күрәбеҙ, ә үҙен күрер һәләткә эйә түгелбеҙ. Беҙҙең күҙәнәгебеҙҙә йәшәгән вирус та, аңлы булһа, беҙҙе тотош күрә, аңлай алмаҫ ине. Аллаһ анау тиклем Ғаләмде барлыҡҡа килтереп, үҙенә буйһондороп торған Ҡөҙрәт бит ул. Беҙ бары тик зиһенебеҙ еткән тиклем Уның сифаттарын ғына белергә һәләтле. Алланың исемдәре, йәғни, Исме-Әғҙәм доғаһы аша хәбәр ителгән беҙгә был сифаттар. Ғаләмдең иге-сиге юҡ, әммә ғалимдар уның башланған осоро барлығын, шартлауҙан һуң барлыҡҡа килгәнен хәҙер инде тулыһынса иҫбатланы. Шул шартлауҙы булдырыусы көс - Аллаһ ул. Ғаләм дә, кеше ише, үҫә, киңәйгәндән-киңәйә бара. Башланған нөктәһе бар икән, бөтөр нөктәһе лә бар.

Беҙҙең тәнебеҙ - үҙе бер Ғаләм
Күҙәнәгебеҙҙә бер нисә секунд ҡына йәшәп, шул арала үрсеп өлгөргән вирус өсөн беҙ мәңгелек һәм сикһеҙ тойолор инек, Ғаләм иһә беҙҙең өсөн шулай. Тәнебеҙҙәге күҙәнәкте Өфө тиклем ҙурайтһаҡ, беҙ иҫ киткес камил комбинат - беҙҙе йәшәтер өсөн секундтан да ҡыҫҡа ваҡыттар эсендә һанһыҙ функциялар эшләп өлгөргән гигант комбинат күрер инек. Улар тәнебеҙҙә миллиардтарса, әммә бер-береһенең хәлен белеп тора, бер маҡсатҡа - беҙҙе йәшәтеүгә хеҙмәт итә. Был мөғжизә түгелме ни! Улар һәр береһе айырым да йәшәй алыр ине. Әммә бергә тупланып мине, һине, беҙҙе хасил итә, беҙгә хеҙмәт итә. Беҙ бит уларға идара итә алмайбыҙ. Ниндәй көс, ниндәй энергия тота һуң уларҙы? Яуап бер - Аллаһы Тәғәлә.

Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы пәйғәмбәр
Дин әҙәм заты яралтылғандан йәшәй - кешелек донъяһы өсөн Хаҡ Тәғәлә биргән ҡанундар тупланмаһы ул. Аңһыҙ донъя, әйтәйек, йондоҙҙар, планеталар, Аллаға уйланмай ғына буйһона - миллиондарса йылдар Ул ҡушҡан траектория, тиҙлек буйынса хәрәкәт итә лә итә. Ә әҙәми зат, Алланың иң яратҡан ҡоло булараҡ, аң менән бүләкләнгән, шуға ла һайлау хоҡуғына эйә. Ә һайлау хоҡуғы - иҫ киткес яуаплылыҡ ул, сауаптар эйәһенә лә, Иблис ҡолона ла әүерелеүең мөмкин. Ниҙе тыйғанын, ниҙе рөхсәт иткәнен Хаҡ Тәғәлә пәйғәмбәрҙәре аша изге китаптар ебәреп, хәбәр итеп торған. Китап бәндәселек менән боҙолған һайын яңы рәсүл ебәрелгән. Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы Пәйғәмбәр, ахырызаман Пәйғәмбәре, сөнки уның аша кешелеккә заман ахырынаса рухнамә, ҡануннамә булырға тейешле иң камил китап - Ҡөрьән Кәрим ебәрелгән.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.