 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»
20-04-2012, 16:54 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 384 |
 |
 |
 Район һабантуйында фажиғәгә тарыған көрәшсе Илгиз Ғафаров туң йөрәкле түрәләрҙең түгел, туғандарының, дуҫтарының ярҙамы һәм үҙенең ныҡлығы менән аяҡҡа баҫып килә Быйыл Мәскәүҙә яҙ иртә килде. Салт аяҙ ҡояш нурҙары палата диуарҙарында уйнай, тәҙрәләрҙе асып ебәрһәң, әсе дарыу еҫтәрен яҙғы саф һауа алмаштыра. Был миҙгелдә күңелдәрҙә ниндәйҙер шатлыҡ ҡатыш елкенеү, мөғжизә көтөү бар. Яҙҙар − йылы йәйҙәргә ҡапҡа, улар уҙған йәйҙәрҙең хәтирәләрен яңырта. Тиҙҙән илдә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа башлар, ярһыу арғымаҡтар ярышҡа сығыр, көрәшселәр майҙан тотор. Һабантуйҙар хаҡында уйлаһа, Илгиздең йөрәге уғата талпына, ярһып тибә. Ҡаланы өҫтән күҙәтеп ятҡан еренән ырғып тороп күнекмәгә йүгергеһе килә. Быға тиклем Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы егете йыл һайын тәкә алып ҡайта ине. Күптәр Илгиздең уңыш серен белә алмай йонсоно. Улар араһында һоҡланғандары ла, көнләшкәндәре лә булды. Ә егет бер ни булмағандай артабан йәшәүен белде, спортһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгәнгә күрә көн дә тиерлек күнекмәләргә йөрөнө. Тәбиғәттән бирелгән көсөн үҫтереү көрәшсене яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе − тәүҙә район, тора-бара Башҡортостан, төбәк-ара, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды ул. Алты йәштән алып көрәш менән шөғөлләнгән Илгиз Ғафаровтың күңелен моңһоулыҡ солғап ала. Тыуған ауылын, дуҫ-иштәрен, туғандарын һағыныу тойғоһо ла үҙен һиҙҙерә. «Бирешмәҫкә,− тип үҙ-үҙенә шыбырлай егет. − Бирешмәҫкә! Мин иңемә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡмын!» Егет ата-әсәһенән үҙен тышҡа сығарыуҙарын һорай. Яҡын кешеләре ҙур һаҡлыҡ менән Илгизде инвалид арбаһына ултырта. Сөнки, оло үкенескә күрә, бөгөн Илгиз − беренсе төркөм инвалиды. Ил ирҙәрен йығыр вайымһыҙлыҡЯҙмыштың аяуһыҙ шаярыуымы, әллә Хоҙайҙың һынауымы был, ысын күңелдән көрәшкә бирелгән батыр егет милли көрәш ваҡытында имгәнә һәм, хәрәкәттән яҙып, түшәктә ята. Мәҡәләлә һөйләнәсәк хәл-ваҡиғаларҙа Илгиздең һаулығы, яҙмышы өсөн яуаплы кешеләр барлыҡ ғәйепте егеттең үҙенә ауҙарып, аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡалды. Хәлдәренән килһә, Илгиз Ғафаров менән килеп тыуған бәхетһеҙ осраҡты йәшереп тә ҡалдырырҙар ине. Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай. Шулай итеп, көрәштең төрлө үҙенсәлектәрен күптән төшөнгән, көрәшсе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икәнлеген аңлаған таһыллы егеттең ғәрипләнеүе нисек килеп сыҡты һуң? Хәл 2011 йылда Ейәнсура ра-йоны һабантуйында була. Байрамға килгән хөкүмәт вәкилдәре өсөн район спорт комитеты көрәш алдынан спортсыларҙың күрһәтмә сығыштарын ойоштора. Сығыш яһаусылар араһында Илгиз дә була. Уға уҙаҡҡа ауылдашы тура килә. Егеттәр, билдәренән матҡып алып, бер-бер артлы һөжүм итә. Тик ҡайһылыр бер хәйерһеҙ минутта дәғүәсеһе ҡағиҙәне боҙа һәм Илгизде тубығы менән ҡаплай. Башы менән уңайһыҙ барып төшкән егеттең умыртҡа һөйәге буйлап ток һуҡҡандай ҡаты ауыртыу йүгерә. «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡаза күреүсене Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына килтерә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
|  |

 |
 |
» Дуҫ булайыҡмы?
31-03-2012, 15:16 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 585 |
 |
 |
 Социаль селтәрҙәр үрмәксен ауы булып бар халыҡты ялмап алды. Кеше үҙе хаҡында нимәне генә бар ғаләмгә сығарып һалмай! Бер ыңғайы бар туғандары тураһында ла бөтә мәғлүмәттәрен яҙып өҫтәп ҡуялар. Күҙмә-күҙ аралашҡанда һис әйтелмәҫ һүҙ-хәбәрҙәр яҙыла. Теркәлерлек кимәлдәге мәғлүмәтем менән минең дә «В контакте»ла битем бар. Күпселек осраҡта мин уны файҙалы тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе, электрон форматтағы китаптарҙы, йә берәй елеккә үтерлек мәҡәләләрҙе баҫырға ҡулланам. Тәүҙә мин дуслашайыҡ тигән һәр бер тигәндәй кешене, күңелен ҡырмайым, тигән булып, дуҫ итеп барҙым. Дуҫтарым йөҙгә яҡынлашҡас, барыһын бер барлап сығырға булдым – яртыһынан күбеһе, халҡыбыҙ әйтмешләй, иҫәп өсөн бар, һан өсөн юҡ кешеләр булып сыҡты. Башлаған эш – бөткән эш, юйҙым да ырғыттым ундай «дуҫтар»ҙы. Вәссәләм. Әле күптән түгел бөтөнләй таныш булмаған бер апай дуҫлашырға тәҡдим итте. «Кем һуң был?» тип инеп, битен ҡарай башлағайным, оҙаҡ ҡарарға тура килмәне. Ошо фоторәсемде күреү етте миңә. Уҡытыусы ул, булһа кәрәк. Нимә уҡыталыр, күҙ алдына килтереүе ауыр. Фоторәсемгә ҡарап иҫ китте – өҫтәлдә салфеткаларҙан башҡа йүнле ризыҡ юҡ, уғата араҡы-шарап етерлек. Сабата ауыҙҙары ҡайыштанып эсеүҙе тәм итеп ултырыусылар шат. Артабан яҙып тормайым, үҙегеҙ күрәһегеҙ. Мәктәптә балаларға ауыҙ тултырып дөрөҫ йәшәүҙе өйрәтәбеҙ, гәзит-журналдарыбыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсында ауыл-ауыл ҡатнашыуыбыҙ менән маһаябыҙ, туған-тыумасабыҙ, күрше-таныштарыбыҙ шул ағыу арҡаһында күпме бәлә кисергәнен белеп-күреп, ҡайғыларын уртаҡлашҡан булабыҙ – ә ысынында үҙебеҙ һаман да араҡы-шарапһыҙ мәжлесте мәжлес тип тә һанамайбыҙ. Шарылдашып, туҙға яҙмағанды буштан-бушҡа ауҙарыу, әкренләп кенә, бер-береңде ошолай итеп «ҡәзерләй-хөрмәтләй» боҙоҡлоҡ менән аҙғынлыҡҡа этәреү, бындай хәлде «ғәҙәти» итеп күреү һәм күрһәтеү – шулмы беҙҙең бөгөнгө дуҫ-ишлек, ҡәрҙәшлек билгеһе? |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Маңлай ярыу ғына түгел...
5-03-2012, 05:31 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1035 |
 |
 |
Алланан башҡа төрлө көстәргә табыныу – иң-иң ҙур гонаһ Р. Ғәббәсовтың «Ендәр бар шул беҙҙең арала...» тигән мәҡәләһе төплө әҙерләнеп, Ҡөрьән Кәримдән миҫалдар килтереп яҙылыуы менән һөйөндөрҙө. Яҙмалағы фекерҙәр менән тулыһынса килешәм. Ен тип аталған көс, ысынлап та, мәғлүмәт йыя ла, тарата ла белә. Рәсүлебеҙгә илселек вазифаһы ингәс тә әле, хәҙистәрҙән күренеүенсә, улар теләгән кешенең һынын алып, ғәрәптәр араһында күҙгә күренеп йөрөгән, баштарын бутаған, хаслыҡ ҡылған. Динебеҙҙе, Ҡөрьән Кәримде яҡшы белмәгән, намаҙ уҡымаған кешеләргә, йәғни «һаҡлыҡ ҡалҡаны» булмағандарға был ғәләмәт бик көслө тәьҫир итә ала. Бәйғәмбәребеҙ аша ингән доғаларҙың көсө уларҙы йәшеренергә, күренмәй йөрөргә мәжбүр иткән. Ендәрҙең бер өлөшө мосолманға әүерелгән, тиелә риүәйәттәрҙә. Әйткәндәй, Сәғүд Ғәрәбстанында «Ен мәсете» тигән ғибәҙәтхана ла бар.
Күренмәй йөрөп, кешегә тәьҫир итә алыуы арҡаһында ҡайһы берәүҙәр уларҙың ихтыярына үҙҙәре аңламаҫтан буйһоноп йәшәй башлай, имештер, «күрәҙә»гә, «ҡасиятлы» (?!) бәндәгә әүерелә һәм үҙе менән бергә башҡаларҙы ла аҙаштыра. Бындай әҙәмдәрҙең динле булып ҡыланыуы ла мөмкин, улар хатта, үҙ динегеҙҙән сыҡмағыҙ, үҙ Илаһығыҙға табынығыҙ, тип өйрәткән дә була әле. Шул рәүешле кешенең ышанысына тағы ла нығыраҡ инәләр. «Йәшлек» гәзитендә телгә алынған ханымдар бары тик көслө гипноз тәьҫиренә бирелгәндәрҙер, тип өмөт итергә ҡала.
Урыҫтың «Заставь мужика Богу молиться, он и лоб прошибет» тигән мәҡәлен тура мәғәнәһендә беҙгә ҡарата ла ҡулланырға була. Тик беҙ маңлай ярып ҡына ҡалмайбыҙ, башты ла юғалтабыҙ. Иҫең китер, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан, күпселектә юғары булмаһа, урта махсус белемле кешеләребеҙ ҙә хөрәфәттәрҙе, мәжүсилеккә хас әллә ниндәй йолаларҙы бығырлатып килтереп сығарып, шуға ышанып уҡ йәшәй башланы. Икенсе дингә инеп китһендәрме, Ислам әләме артына ышыҡланған секталарға арбалһындармы, барлы-юҡлы аҡсаһын исраф итеп, Һиндостанға барып, күҙ быуыусы Сатьи-Саи бабаға табынып ятһындармы... Исламды үҙебеҙгә хас рәүештә өйрәнеү юҡ, тота ла Ҡаҙағстанға сығып китеп, ҡәберҙәргә табынып, имеш, әруахтар менән һөйләшеп ҡайталар. Тәүбә-тәүбә. Ошонан да ҙур кафырлыҡ юҡ Исламда, сөнки Аллаға тиң тотоу, Унан башҡа төрлө көстәргә табыныу – иң-иң ҙур гонаһ. Әбйәлил районында, ғөмүмән, бата уҡыйбыҙ, тип йыйылып, спиритизм менән шөғөлләнәләр. Бындай ғәмәлдәр диндән яҙҙырып ҡына ҡалмай, йыш ҡына психик ауырыуҙар менән тамамлана.
Бына шундай туҙға яҙмаған ғәмәлдәр, дин ул – артта ҡалғанлыҡ, наҙанлыҡ, шарлатанлыҡ, хатта психик ауырыу һөҙөмтәһе, тигән фекер тыуыуға сәбәпсе була ла инде. Әлегә беҙҙең дин әһелдәренең матбуғатта сығыш яһарға йә ваҡыты, йә һәләте етмәй. Журналистарыбыҙ иһә тейешле ғилемгә эйә түгел. Шунан килеп сыға ла инде ағын – ҡараһын, эҫеһен – һыуығын бергә бутау. Бер кеше, мин Мөжәүир хәҙрәт тоҡомонан, ҡәберемә килеп һораһағыҙ, ярҙам итермен, тип үҙе васыят әйткән, тип һушымды алды. Беренсенән, был хәҙрәттең тоҡомо булыу Аллаһ алдында һаҡлау грамотаһы түгел. Һәр кеше, ниндәй генә изге йәки яуыз заттан тыумаһын, хисапты үҙе ҡылғанға ҡарап тота. Аллаһ урынын ожмахта итһен, әммә Мөжәүир хәҙрәт тә – әҙәми зат, фәрештә түгел, һәм баҡый донъяла уның үҙенә лә ниндәй баһа бирелерен беҙ белмәйбеҙ. Икенсенән, Мөжәүир хәҙрәттең, ҡәберем янына килеүсегә ярҙам итермен, тип әйткәненә шикләнәм, сөнки ул динде, бар ярҙам тик Алланан икәнен яҡшы белгән, үҙен Уға тиң көскә эйә тип белдереүе һис мөмкин түгел. Был уның диндән сығыуы булыр ине... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Ендәр бар шул беҙҙең арала
5-03-2012, 03:31 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 991 |
 |
 |
Рәсәй юриспруденцияһында ғүмерҙә күрелмәгән хәл – быйыл сихырсыны хөкөм итеү булып үтте. Иҫләһәгеҙ, ҡара ҡайғынан алйып йөрөгән Беслан ҡатындарын алдап, ни бары 39 мең һумға ғына уларҙың үлгән балаларын терелтергә, яҡты донъяға кире ҡайтарырға вәғәҙә биргән Григорий Грабовой исемле әҙәм, бөтә ил буйлап тиҫтәләгән вәкиллеген булдырып, ҙур бер «тергеҙеү фабрикаһы» барлыҡҡа килтереп өлгөргән. Судта сихырсының адвокаты: «Минең клиентым ул ҡатындарға ни бары рухи тергеҙелеүҙе вәғәҙә иткән, уны яңылыш аңлағандар», – тип сығыш яһай, әммә был яуап ҡәнәғәтләнерлек тип табылмай һәм Грабовой 11 йылға иркенән мәхрүм ителә. Был ваҡиғала иң ғәжәпләндергәне шул: сихырсыны шул уҡ Беслан фажиғәһендә балаларын юғалтҡан, унан алданған әсәләр яҡлап сыға, күп тапҡыр уны һаҡ аҫтынан сығарыуҙы талап итеп, митингылар үткәрә. Аптыраған өйрәктең арты менән һыуға сумыуы шулдыр инде.
Был ваҡиғаны бушҡа ғына иҫләмәнем, юҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа тигәндәй шундай уҡ грандиоз афера ҡолас йәйә, тәү ҡарашҡа ғәйепһеҙ, әммә шулай уҡ алдаҡҡа ҡоролған отолошһоҙ бизнес-машина тиҙлек йыя Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм Урта Азия илдәрендә.
«Йәшлек»тең уҙған һандарының береһендә «Әруахтар беҙҙең арала» тигән мәҡәлә баҫылғайны.
Мәҡәләлә һүҙ ҡәҙимге генә тормошта йәшәп ятҡан Фәриҙә апайҙың ауырып китеүе, шул сәбәпле төшөндә, йә өнөндә ниндәйҙер серле ирҙе күреүе, хатта унан машинаһы юғалыу ихтималлығы хаҡында файҙаһыҙ (файҙалы булһа, машина урланмаҫ ине), әммә дөрөҫ мәғлүмәттәр алыуы тураһында бара. Етмәһә, уның янына бер ир килеп, тоҡомо ҡөҙрәтле булыуы хаҡында хәбәр итеп китә. Ошо ваҡиғалар Фәриҙә апайҙы Төркостанға (боронғо Яса ҡалаһы) алып бара һәм ул унда ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәткә эйә булып, әруахтар (?) менән әңгәмәләшеп, юл ыңғайында күптән гүр эйәһе булған туған-тыумасаһы, ата-олаталары менән һөйләшеп ҡайта. Шулай уҡ Фәриҙә апай һәм уның рухташтары, фекерҙәштәре Төркостандан алып ҡайтҡан ҡөҙрәте аша йәһәт кенә ауылдаштарын алкоголизмдан дауалап ташлай, уларҙы иманға баҫтырыу буйынса ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәрҙән дә уңышлыраҡ эш алып бара (белеүемсә, шул уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙенең ун йыллыҡ дәғүәте һөҙөмтәһендә ни бары 70-ләгән кешене генә Ислам диненә күндерә ала, ә Мөхтәримә апай иһә бер нисә йыл эсендә ике тиҫтәнән ашыу ауылдашын иман юлына баҫтырыуға өлгәшкән!). |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 1-се бүлек
27-02-2012, 16:30 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 319 |
 |
 |
 Борон-борон борондан, Кеше-маҙар килмәгән, Килеп аяҡ баҫмаған, Ул тирәлә ҡоро ер Барлығын һис кем белмәгән, Дүрт яғын дингеҙ уратҡан Булған, ти, бер урын. Унда булған, ти, борон, Йәнбирҙе тигән ҡарт менән Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ Ҡайҙа барһа, уларға Ул урында юл асыҡ. Был ҡарт менән был ҡарсыҡ Ҡайҙан бында килеүен, Ата-әсә, ер-һыуы Ҡайҙа тороп ҡалыуын Үҙҙәре лә онотҡан, ти; Икәүҙән-икәү шул ерҙә Башлап ғүмер иткән, ти. Тора-бара ул икәү Ике уллы булып киткән, ти: Шүлгән булған олоһо, Урал булған кесеһе; Бүтән кеше күрмәйсе, Тик йәшәгән дүртеһе. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 2-се бүлек
27-02-2012, 16:26 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 137 |
 |
 |
Урал, Шүлгән икәүләп, Көн-төнөн, ай-йыл һанап, Тау артылып, һыу кисеп, Ҡара урмандар үтеп, Һаман алға киткән, ти. Бара торғас, бер заман Бер йылғаның ситендә, Бер ҙур ағас төбөндә, Ҙур таяғы ҡулында Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа Былар барып еткән, ти, Барып сәләм биргән, ти. Ҡарт ҡаршы алған, ти, Юл башыны быларҙың Ҡарт та һорашып белгән, ти. Үҙ уйҙарын былар ҙа Ҡартҡа һөйләп биргән, ти. Ҡарт уйланып торған да, Һаҡалыны һыпырып, Быларға күҙ йөрөтөп, Ике юлды күрһәтеп, Былай тиеп әйткән, ти: «Бына һеҙгә ике юл: Һулға китһәң, юл буйы — Уйын-көлкө төн буйы, Ҡайғы-этлек күрмәйсе, Барлығын да белмәйсе, Рәхәт йәшәй байманда; Бүре, һарыҡ яланда, Төлкө, тауыҡ урманда Бергә йәшәп, дуҫ булып, Самрау ҡошҡа баш эйеп, Ҡан да эсмәй, ит еймәй, Һис Үлемгә юл ҡуймай Йәшәп килгән бер ил бар; Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 3-сө бүлек
27-02-2012, 16:24 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 153 |
 |
 |
Бер нисә көн булған һуң, Ҡыҙҙың туйы уҙған һуң, Урал тағы киткән, ти, Күп һыуҙарҙы кискән, ти. Бара торғас, бер ерҙә, Бер ҡая тау битендә, Уйпат сая эсендә Арыҫланынан төшөп, Ял итергә ятҡанда, Йылан ыҫлаған тауыш Ҡолағына салынған. Ырғып тороп урынынан, Тирә-яғына ҡаранған. Йыраҡ түгел, яҡында, Бер ҡулҡының янында: Бейеклеген ҡараһаң, — Арыҫлан аша күренмәҫ, Оҙонлоғон үлҫәһәң, — Йөҙ аҙымда түкәлмәҫ, Ғәләмәт бер ҙур йылан Ҡулҡы эсенән һөҙөп, Тотоп алған бер болан. Ай, айҡаша, ти, былар, Һай, сайҡаша, ти, былар; Аҙаҡ сиктә түҙалмай, Йыланға ҡаршы торалмай, Сәсәп, йығылған болан, Арт һанынан боландың Шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан. Урал барған йүгереп; Йылан ҡойроғон болғап, Дулай, ти, ағас һындырып. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |