 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2013 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
|  |
 |
 |
» Күп осраҡта баштан себен осорабыҙ түгелме?!
24-04-2013, 21:30 | Баш бит | автор: Фарит | Уҡылды: 115 |
 |
 |
Ябылды... Был һүҙ күп һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә. Мәҫәлән: төрмәгә ябылды, мәктәптәр ябылды, ауыҙ ябылды һәм башҡалар. Нисәнсе йыл булғандыр, хәҙер анығын әйтә алмайым. Мәскәүҙәге милли мәктәптәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары Нариман Мирсәйет улы Хәсәнов миңә шылтыратты. Баҡтиһәң, Амур өлкәһендәге бер башҡорт ауылына башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк икән. Бындағы түрәләргә мәсьәләнең айышын аңлатып маташҡансы, Татарстандан ул ауылға татар теле уҡытыусыһы барып та төшкән. Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында бер башҡорт ауылы ябылды. Ырымбур дәүләт педагогия университетында башҡорт-татар бүлеге ябылды. Ошонда уҡ 3-сө педагогия училищеһының башҡорт-татар бүлеге ябылды. Ырымбур өлкәһенең 50-нән ашыу мәктәбендә предмет рәүешендә башҡорт телен өйрәнеү ябылды.
Һанай китһәң, ундай ябылыуҙарҙан сәстәр үрә торор. Силәбе ҡалаһындағы ике педучилищела башҡорт телен өйрәнеү туҡтатылды. Арғаяш педучилищеһы ябылды. Силәбе дәүләт университетындағы башҡорт төркөмө ябылды. Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифтың милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ябылды. Ай-һай, был исемлек күпме дауам итер икән? Эй, халҡым, ниңә ауыҙ асып өндәшмәйһең? Юҡмы ни арабыҙҙа туған теле өсөн янып-көйгән башҡорт зыялылары? Ошо тауышым, оран булып, эсендә йәне, ғәме, сәме булған кешеләр араһына таралһа ине... Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифтың милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғалимдары күрше өлкәләрҙең мәғариф етәкселәре менән һәр саҡ бергәләшеп хеҙмәттәшлек итте. Шуның һөҙөмтәһендә Ырымбур өлкәһенең — 56, Силәбе өлкәһенең — 100-гә яҡын, Һамар өлкәһенең — 8, Һарытау өлкәһенең 7 мәктәбендә башҡорт теле аҙнаһына өс сәғәт күләмендә мәктәп... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Сәм
19-04-2013, 08:10 | Баш бит | автор: Фарит | Уҡылды: 224 |
 |
 |
Башҡорт халҡының быуаттар дауамында ҡандан-ҡанға күсә килгән матур бер сифаты бар – ул СӘМ! Сәм – ул көнсөллөк тә, хөсөтлөк тә түгел, сәм – ул маҡсатҡа ынтылыштың башы, РУХ һыңары! Шул СӘМ менән халҡыбыҙ күпме яуҙарға күтәрелгән, ихтилалдар ойошторған, шул СӘМ менән беҙ йәшәгән ошо ерҙе яҡлаған, телебеҙҙе һаҡлаған, шул СӘМ менән белемгә ынтылған, берҙәмлеккә саҡырған. Ә беҙҙә бөгөн ошо СӘМ һаҡланамы?
Башҡорттарҙың ошо СӘМе, ошо РУХы быуаттар дауамында батшаларҙың батшаһын шөрләтә килде түгелме?! (Ундай халыҡ менән идара итеү ауыр). Ҡурҡыу белмәҫ халҡыбыҙҙан ҡотолоу, ҡырыу маҡсатында күп төрлө сәйәсәт алып барҙылар. Һәм шуны ғәмәлгә ашырыу маҡсатында халҡыбыҙҙың ошо сифаты менән бик оҫта файҙалана ла белделәр: яу сапҡанда башҡорт батырҙары алғы һыҙыҡҡа ҡуйылды (Был турала күпме тарих, йырҙар, докменталь әҫәрҙәр, һ.б һөйләй). СӘМ, РУХ менән алға әйҙәп барған аҫыл ирҙәребеҙ тәүге сафта күпләп ҡырылды.
Асылыҡ сәйәсәтен алайыҡ, иң күп ҡорбан Башҡортостандан. Ас халыҡтың СӘМен, РУХын һындырыу еңел - унда тәғәм ризыҡ ҡайғыһы. Унан һуң йәнә һуғыш. Беҙгә кәрәк инеме ул һуғыш? Иҫәпһеҙ-һанһыҙ юғалтыуҙар... Халыҡтың һаны ла, рухи донъяһы ла ҡыйралды.
Совет осоро идеологияһы. Бер телде генә күтәреү, халыҡты бер ҡалыпҡа тултырыу милли телдәрҙе бөтөрөүгә алып барҙы. Шул осорҙа ныҡ миктәне телебеҙ. Эскеселек сәйәсәте. Иң көслө, иң ҡурҡыныс ҡорал булды был халҡыбыҙҙың СӘМен, РУХын ҡырыуҙа. Эскелеккә башкөллө бирелгән кешелә ил, халыҡ, милләт, тел ҡайғыһы буламы? Уға ғаиләһе лә мөһим түгел. Ә рухи тәрбиә, телгә һөйөү, илһөйәрлек тойғолары тәү сиратта ғаиләлә башлана. Күпме аҫыл ирҙәребеҙ, Әсә телен яратып һөйләшерҙәй балалар тәрбиәләрлек ҡатындарыбыҙ эскелеге менән меҫкенгә әйләнде, әйләнә...
Шуға ҡушылған эшһеҙлек сәйәсәте. Типһә тимер өҙөрҙәй, әзмәүерҙәй ирҙәребеҙ себер һөрөлә. Һаулыҡтарын ҡаҡшата. Ҡара алтын – Нефть ере Башҡортостан үҙе түгелме һуң?! Иң бай илдең хужалары хәйерсе! Сит ерҙәрҙә аҡса эшләй... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Мәктәптәрҙе ябалармы?
11-04-2013, 16:50 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 728 |
 |
 |
Үс итеп ошо сәйәсәткә, сәмләнеп балаларығыҙҙы уҡытығыҙ!!!!!!!!!!!!!!!! Ауылдарҙа мәктәптәрҙе ябалар... Был бәлә тәү сираттта башҡорт ауылдарына төшә. Төпкөл башҡорт ауылдарында балалар һаны аҙ, тимәк, башҡорт ауылдарында мәктәптәр ябыла.... Быуаттар дауамында халҡыбыҙҙы иҙеү, бөтөрөү сәйәсәте бара. Шул замандарҙа бөйөк шәхестәребеҙ әйткән фекерҙәр бөгөнгө көнөбөҙгә ауаздаш. Арҙаҡлы Салауат Юлаев, Аҡмулла, Зәки Вәлидиҙәр саҡырған оран бөгөнгөнөң аһ-зарына тиң түгелме?! Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Бөгөн башҡорт зыялыларын (интеллигенцияһын) ҡыҫҡартыу, юғары дәүләт органдарында эшләгән милләттәштәребеҙҙе ҡыҫҡартыу бара. Башҡорттарҙы ҡыҫыу, ҡыҫырыҡлау сәйәсәте. Хәҙер мәктәптәрҙә уҡытыу ҙа түләүле буласаҡ. Ауыл ерендә йәшәп, ярты ставка эш хаҡы алып йәшәгән, йәки бөтөнләй эшһеҙ тороп ҡалған, 2-3 бала тәрбиәләгән халҡым балаларын нисек уҡытырға тейеш? Наҙанлыҡ менән халҡыбыҙҙы ҡырырға теләү сәйәсәте түгелме был? Наҙан халыҡ менән идара итеү еңел шул. Әгәр уҡытыу түләүле булһа, бөтә фәндәрҙе лә түләп уҡыта алмаясаҡбыҙ. Бәкәлгә ныҡ һуғасаҡ. Шуға күрә, башҡорттарым минең, нисек кенә ауыр булмаһын, балаларығыҙҙы уҡытырға тырышығыҙ!!!!!!!!! Ауылдарҙа мәктәптәрҙе ябалармы? Көрәшегеҙ бергәләп! Милли үҙаңы, тырышлығы аҡылы булған милләттәштәрем баш ҡалаға ағыла. Ағылығыҙ!!!!!!!!! Ҡыйынмы? Ә ҡасан еңел булды һуң Рәсәйҙә? Фатир алыу ауырмы? Кемгә еңел? Әгәр ҙә балағыҙҙы кеше итергә, шәхес итеп тәрбиәләргә теләһәгеҙ, уҡытығыҙ! Белемле кеше - иң көслө кеше! Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың аҡыллы сәйәсәте әле үҙ йөҙөн күрһәтеп бөтә алмай, әммә уның заманында тәрбиәләнгән өмөтлө балалар үҫеп килә. Әле улар бик йәш, әммә милли уҙаңы, хисе, илһөйәрлек тойғоһо булған йәштәр улар. Ә беҙҙең милләттәштәребеҙ араһында Президент булырлыҡ шәхестәр юҡмы ни?! Бар улар!!! Белем! Белем! Белем! Иң көслө ҡоралдан мәхрүм итмәгеҙ үҙ балаларығыҙҙы!!!!!!!!!!
Журналист Светлана Насирова-Сөләймәнова |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Салауат Юлаев һәйкәленә, Йөрәктау, Торатау шихан тауҙарына тауыш бирегеҙ!
9-04-2013, 09:58 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 513 |
 |
 |
Милләттәштәр, халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле, илебеҙҙең биҙәктәренең береһе Торатау менән Йөрәктау Шихан тауҙары өсөн тауыш бирәйек! Тәүлегенә бер үк объектҡа бер юлы 3 тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Дуҫтарығыҙға хәбәр итегеҙ. Төрлө сайттарға таратығыҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған! Бәлки, ошолай, тауыш биреп Шихан тауҙарына күмәк кеше иғтибарын йәлеп итеп содаға эшкәртелеүҙәренән һаҡлап алып ҡала алырбыҙ. Ә Салауатыбыҙҙы ҙурлау, үҙебеҙ кем тоҡомонан икәнебеҙҙе онотмаҫҡа, сал тарихыбыҙҙы өйрәнеп, фәһем алып, һығымталар яһап, алама ғәҙәттәрҙән арынып, нығынып йәшәп китергә юл.Әлеге ваҡытҡа тауыш биреү һөҙөмтәләре: Скриншотҡа баҫығыҙ, кликабельно. #6 яҙҙы: "Спорт комментаторы" (Бөгөн, 12:07) Кисә Шихан, Салауат Юлаев, сыуаш "Колокольня"һы, Нижегород кремле 4-әр мең тауыш йыйҙы! Кутузов әйтмешләй, "Любезные вы мои, башкиры, молодцы!". Һүҙ ыңғайында: һеҙ ошо конкурс тураһында нисә кешегә, сайтҡа, хәбәр иттегеҙ? Ошо конкурста еңеп сығыу - изге тауыбыҙ Торатау, Йөрәктауҙы "Сода" берекмәһенә тотоноуҙан һаҡлап ҡалыуҙың бер ысулы! Тауыш бирҙегеҙ - тимәк, изге тауҙарҙы һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ, тигән һүҙ. Ә Салауат Юлаев - халҡыбыҙҙың аҡылы, намыҫы һәм ғорурлығы символы! |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Килә түгелме һуң ҡара көн?!
5-04-2013, 11:34 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 256 |
 |
 |
"Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын," - Тип йырлайбыҙ, аяғүрә баҫып, Иҫкә алып милләт оранын.
Үҙебеҙ һуң - ҡылғаныбыҙ ниҙәр, Урал бөгөн, әйтсе, кемдеке? Төш күрәбеҙ, сая милләтбеҙ тип, Төш кeнәбеҙ - үткән көндөкө!
Сая була аламы һуң бөгөн Айный алмай ятҡан бахмурҙан, Һатып алған дипломдарын болғап Танытыусы үҙен "духтыр"ҙан?
Йәшәп ҡалайым тип бала тапмаҫ, Тыуғанын да ҡарап үҫтермәҫ Атай-әсәйме һуң Урал һаҡлар, Төйлөгәндән затын типтермәҫ?!
Көнсөлөктән ҡара янып-көйөп Милләттәшен һүҙгә батырған, Аҡыл өйрәтеүҙән башы сыҡмай Ғәмәл ҡылмаҫ ҡамыр батырҙар, Бисә туҡмап ингән төрмәләргә, Байыйым тип һатҡан самогон - Шулармы һуң Уралҡайҙы ҡурсыр, Килә түгелме һуң ҡара көн?!
Күкрәк һуғып, күкрәгебеҙ күм-күк - Башҡорт, имеш, Урал бирмәгән, Ә беҙ бөгөн - килмәй хәлдән тиеп Инеп ятайыҡмы тирмәгә?
Йән аямай ирҙәр, ауыр тимәй, Башын эймәй - мәлдә мән табып, Түгеп ҡанын әсә сабый тапһа, Әсә булыуынан йәм табып, Зат ҡоротоп ситкә таралмаһаҡ, Юлдаш итһәк аҡыл, иманды, Төйәк булыр ҡанбабалар ере, Һис бирмәбеҙ ятҡа Уралды.
Гүзәл Ситдиҡова |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк
5-04-2013, 07:52 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 96 |
 |
 |
(Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй... Тойғон)
Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул, Башҡорт булыу үтә яуаплы. Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк, Башҡорт булыуҙары сауаплы.
Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп, Башҡорт булып етлекмәгәндәр. Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ Күп кисергән, күпте күргәндәр...
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк, Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк, Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!
Башҡорт булыу үҙе изге бурыс – Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ, Урал батыр һымаҡ, Урал илен Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013
4-04-2013, 19:29 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 150 |
 |
 |
 БАЯЗҒОЛОВА ЗӨЛФИӘ АБУТАЛИП ҡыҙы - Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлаған. Дөйөм педагогик стажы - 21 йыл. Юғары категориялы уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Республика фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, “Кейекбаев уҡыуҙары” йыйынтығында, “Башҡортостан” гәзитендә һәм ҡала гәзите “Ашҡаҙар”ҙа мәҡәләләре баҫыла. Уҡыусылары республика, ҡала кимәлендәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уҡытыусы республика, ҡала буйынса үткәрелгән семинарҙарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, асыҡ дәрестәр үткәрә. Тынғыһыҙ, талантлы уҡытыусының дәрестәре бай мәғлүмәтле, заман талаптарына яуап бирерҙәй юғары фәнни методик кимәлдә үткәрелә. Туған тел дәрестәрендә бала белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.http://ostaz.ru/218-bash.html |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡортостан менән Татарстан: ер менән күк араһы...
2-04-2013, 16:29 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 194 |
 |
 |
 Яр Саллы ҡалаһында беренсе башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 1992 йылдың сентябрендә Әлнисә Шәйхетдинова етәкселегендә асыла. 2001-2002-се уҡыу йылынан башҡорт йәкшәмбе мәктәбе менән Әлфиә Фәйзуллина етәкселек итә. Уның тырышлығы менән башҡорт балалары өсөн “Ағиҙел” фольклор ансамбле ойошторола. Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе нигеҙендә 2004 йылдың сентябрендә, ниһәйәт, Яр Саллы ҡалаһындағы 49-сы урта мәктәптә өйҙәш булып Башҡорт мәктәбе асыла. Яҡташтарыбыҙҙың хәбәр итеүенсә, оло үкенескә күрә, Башҡортостанда президент үҙгәреү менән Татарстандағы хәлдәр ҙә үҙгәрә лә китә... Мортаза Ғөбәйҙуллович Рәхимов бүләк иткән Яр Саллы мәктәп автобусын туҡтаталар, башҡорт синыфтары ябыла. 49-сы мәктәптә эшләп килгән йәкшәмбе мәктәбе лә ябыла. Әлеге көндә 11-се мәктәптә Флүрә Азатовна 9-10 бала менән музыка буйынса шөғөлләнә. Ләкин унда башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмай... Уйландырырлыҡ хәлдәр: ике республика араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, бөгөн бөтә Татарстан буйынса бер бөртөк тә башҡорт мәктәбе юҡ. Хатта мәктәп түгел, башҡорт синыфы ла юҡ. Яр Саллы ҡалаһындағы балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө иҫәпкә бар – һанға юҡ. Шулай уҡ Татарстан башҡорттары өсөн башҡорт гәзите, радио-телевидение тапшырыуҙары бөтөнләй юҡ. Башҡорт милли театры тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙары ла күрһәтеүҙән туҡтатыла... Иң аяныслыһы: Татарстан башҡорттарына берҙәмлек, ойошҡанлыҡ етмәй. Ошондай шарттарҙа Татарстанда йәшәүсе һәр башҡортто бөртөкләп йыйып, бер үҙәккә туплайһы урынға, әүҙем эшләүсе яҡташтарҙы башҡорт милли үҙәгенән ситләтеү күренеше күҙәтелә... Оло Башҡортостан |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Ҡоролтайҙың эшен әүҙемләштерергә!
31-03-2013, 11:47 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 247 |
 |
 |
 Күптән түгел “Һаҡмар” гәзитендә журналист Азамат Мөхәмәтшин “Башҡорт ҡоролтайының роле ниҙә?” тигән бик актуаль тема менән сығыш яһаны. “...Ҡоролтай ултырышында иң мөһим һәм аҫаба башҡорт халҡын борсоған төп проблема – туған тел, милләт, ер мәсьәләләренең күтәрелмәүе аптырашта ҡалдырҙы. Республикаға исем биргән халыҡ үҙ телендә уҡырға, яҙырға, балалар үҫтерергә хоҡуҡлы, был беҙҙең Конституциябыҙҙа ла яҙылған”, – тип яҙа ул. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡоролтай милләт, ер, балаларҙы туған телдә уҡытыу проблемаһы тураһында бер һүҙ ҙә өндәшкәне юҡ. Ә бит халҡыбыҙ быуаттар буйы тап ошо төшөнсәләр өсөн көрәшкән, йәнен-тәнен аямаған. Халҡыбыҙҙың аҫыл улдарын Себергә лә оҙатҡандар, бөйөк шәхестәребеҙҙе бер ниндәй хөкөмһөҙ ҡулға алғандар һәм юҡ иткәндәр. Хатта бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа сал Аллаһу ғәләйһиссәләм үҙ дәүерендә үк туған тел, крәҫтиәнде туҡландырған ер тураһында васыят әйтеп ҡалдырған. Иле барҙың – теле бар, теле барҙың – иле бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Башҡорт ҡоролтайының ролен күтәреү өсөн шуны эшләргә кәрәк тип һанайым. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғ.С. Баймырҙин йыйылыштарҙы тәүҙә ауылдарҙа үткәрергә, унда делегаттар һайлап, районда буласаҡ ҡоролтайға ебәреүҙе ойошторорға тейеш. Ә районда үтәсәк ҡоролтайҙа иң беренсе көн тәртибенә тыуған еребеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлау, башҡорт балаларын туған телендә уҡытыуҙы көсәйтеү мәсьәләләре сығарылырға бурыслы. Киләсәк быуынды туған телендә уҡытыу тураһында “Йәшлек” гәзитенең 11 ғинуар һанында сыҡҡан Ырымбур егете Вячеслав Черновтың фекере иғтибарға лайыҡ. Ул башҡортса дөрөҫ һөйләшә белмәгән студенттарҙың телмәрен төҙәткән. “Башҡорттар үҙ телендә йүнләп һөйләшә белмәй, тик русса ғына аралашалар”, – тип хайран ҡалған. Һәм үҙ тәҡдимен индергән – Башҡортостанда башҡорт теле мәжбүри уҡытылырға тейеш, тигән. Бының өсөн 1-се кластан алып 11-се класты бөткәнсе балаларҙы башҡорт дәреслектәре менән тәьмин итергә, даими уҡытырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ҡоролтайҙа тәбиғәтте һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәш, лайыҡлы быуын үҫтереү кеүек актуаль мәсьәләләр сығарылһын. Минеңсә, күмәкләп беҙ ошо эштәрҙе атҡарып сығырға тейешбеҙ. Районыбыҙ һәр яҡлап үҫергә, сәскә атырға тейеш. Был тәңгәлдә район етәкселәренә ҙур өмөт бағлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ. Тыуған еребеҙҙең киләсәге һәр кемебеҙгә бәйле икәнен онотмайыҡ, туғандар! Йомағужа Ғәзизов, Беренсе Этҡол ауылының имам-хатибы. Һаҡмар |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Биле ныҡтың иле ныҡ
Мәләүез ҡалаһында “Башҡортостан” гәзите Кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса I республика асыҡ турниры булды Милли көрәш – борон-борондан халҡыбыҙ араһында киң таралған спорт төрҙәренең ...
Ҡуҙғалаҡ
Ҡар ирер-иремәҫтән, һутлы йәшел моронон төртөп, ҡуҙғалаҡ күренә башлай. Әскелтем татлы был үҫемлекте элгәре, ризыҡ наҡыҫ ваҡыттарҙа, бигерәк тә көтөп ала торған булғандар. Оҙон ҡышта витаминдарға ...
Ҡотлайбыҙ!
Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында йәшәгән ҡәҙерле апайыбыҙ Фәриҙә Мәҡсүт ҡыҙы Әлмөхәмәтованы күркәм байрамы – 75 йәшлек юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тәбиғәттән бирелгән ...
Туй яһаныҡ гөрләп урамда!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына иғтибар артҡандан-арта. Йәне-тәне менән ғәҙеллек өсөн көрәшкән, кешенең күңел сафлығын өлгө итеп ҡуйған әҙиптең әҫәрҙәрендә күрәҙәселек тә бар. ...
Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?
йәки “Һеҙ бит ғәҙәттән тыш хәл иғлан итмәнегеҙ...” — Әсәй, батабыҙ хәҙер, ҡотҡа-а-р! — Тыныслан, балаҡайым! Нығыраҡ тотон миңә! Ишеттеңме, нығыраҡ тотон! — Үләбеҙ инде былай булғас!.. Ажғырып ярынан ...
Сеймал һатыуҙың киләсәге юҡ
Өфөлә “Ҙур химия” халыҡ-ара форумы асылды. Йолаға әүерелгән мәртәбәле йыйында, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең нефть, газ химияһы буйынса белгестәренән тыш, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль ...
Юрист кәңәштәре
Алимент түләмәгәнгә яуаплылыҡ бар — Ирем менән әллә ҡасан уҡ айырылыштыҡ. Бәлиғ булмаған ике балабыҙ бар. Мин суд аша атай кешенән алимент талап итәм, ләкин ул йүнләп түләмәй: йә юғала, йә “онота”. ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |